Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Мәңге торһон өсөн Торатау
Мәңге торһон өсөн Торатау Бына нисә йыл инде Баш­ҡортостандың сода етеш­те­реү сәнәғәтенә сеймал эҙ­ләйбеҙ. Эҙләмәй ҙә булмай... Кире осраҡта ҙур предприятие ябыласаҡ, бюджетҡа керем кәмейәсәк, меңләгән кеше эшһеҙ ҡаласаҡ... Ҡыҙыҡ, ә сит илдәрҙең сода компаниялары бындай осраҡта нимә эшләй икән? Улар ҙа сеймалдары бөтөп, эзбизташҡа ҡытлыҡ кисермәй ултырмайҙыр бит? Әллә улар ҙа донъя баҙарын яҡын-тирәләге тәбиғәт ҡо­мартҡыларын емереп, меңәр йылдар дауамында һаҡ­лан­ған хазиналарын ҡый­ратып яулаймы икән? Шикләнәм. Әле бер предприятие етәк­селегенең дә, таш кәрәк тип, Стоунхенджға йоғонғанын, тимергә ихтыяж тип, Эйфель башняһын бысырға маташҡанын, мәрмәр эҙләп, Санкт-Петербургтағы Мәрмәр һарайын һүтеп биреүҙәрен һорағанын ишеткәнем юҡ... Беҙҙәге сәнәғәтселәрҙән айырмалы...

Торатау... Көлөрһөң дә, илар­һың да, әммә һуңғы йылдарҙа ру­хи ҡомартҡыбыҙ Стоунхендж­дан да билдәлерәк, Эйфель баш­няһынан да популярыраҡ булып китте. Бер яҡтан, шулай тейеш тә кеүек... Ләкин суд, агитация са­ралары, яҡлау акциялары ме­нән билдәлелек яулағы кил­мәгәйне бит әле... Ярай әле республика Башлығы Рөстәм Хәми­тов­тың етди һәм ышаныслы һүҙҙәре Торатау өҫтөндә ҡуйыр­ғандан-ҡуйыра барған болот­тарҙы бер аҙ таратып ебәрҙе.
— Башҡортостанда махсус һаҡ­ланған тәбиғәт объекты То­ратауҙан тыш, сода ком­панияһы өсөн эзбизташ сеймалының башҡа сығанаҡтары ла бар. Торатау сеймалға эшкәртелмәйәсәк, — тине республика етәксеһе.
Төбәк Башлығының позицияһы федераль кимәлдә лә яҡлау тапты. Рәсәй Федерацияһы Пре­зидентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич Түбәнге Новгородта округ төбәктәренең киң мәғлүмәт саралары етәксе­ләре һәм баш мөхәррирҙәре ме­нән осрашыуында: “Милли ҡо­мартҡы һаналған Торатауға тей­мәү һәм икенсе сеймал базаһын табыу өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә”, — тип белдерҙе.
Республика Башлығы әйте­үенсә, Торатауҙы, беренсенән, айырыуса һаҡланған биләмә статусы яҡлаһа, икенсенән, Баш­ҡортостандың 70 процент халҡы уны эшкәртеүгә ҡаршы тауыш биргән. Урындағы халыҡ менән низағлашыу үҙен ихтирам иткән бер генә компанияға ла кәрәк түгел. Сеймал өсөн альтернатива булырлыҡ ятҡылыҡтар ҙа табылған. Бөгөн белгестәр Ҡуш­тауҙы, Ғүмәр ятҡылығын өйрәнә. Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта тигәндәй, был тау­ҙарҙы ла ҡорбан итке килмәй, әлбиттә. Ҡуштауҙа, әйтәйек, ял һәм туризм өсөн шарттар бул­дырылған, Ғүмәр ауылынан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта урын­лашҡан Бүжәтау ҙа — тәбиғәттең гүзәл бер мөйөшө. Ләкин сода компанияһы һаман ҡәнәғәт түгел. Уларға нисек тә өҫтәмә сығым түкмәйенсә етештереүҙе арттырырға кәрәк.
Әммә йәмәғәтселек тә, республика етәкселеге лә был мәсьәләгә үҙ фекерен ҡәтғи һәм аныҡ белдерҙе лә инде. Мәңге торһон өсөн Торатау...


Р.S. Торатауға бәйле ваҡиғалар Октябрь рево­лю­цияһынан һуңғы осорға алып ҡайтҡандай була. Оло быуын вәкилдәре хәтер­ләйҙер: ул йылдарҙа, юлбашсыбыҙҙың һәйкәлен ҡуябыҙ тип, бер төркөм иптәштәр мосолман зыяратындағы ҡәбер таштарын йыйып алып килеп нигеҙ ҡорғайны... Бөгөн иһә вәхшилеккә завод хужалары этәрмәксе...


Алексей КАРПУХИН, Баш­ҡортос­тандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте ми­нистры:

— Ғүмәр ятҡылығы Стәрлетамаҡтан 35 километр алыҫлыҡта урын­лаш­ҡан. Сәнәғәт ихтыяждары өсөн ауылдан ситтә юл төҙөләсәк, электр энергияһының өҫтәмә ҡеүәттәре киләсәк. Карьер эргәһендә ваҡлау-сортҡа бүлеү фабрикаһы төҙөү талап ителеүе хаҡында әйтеп тороу кәрәкмәйҙер ҙә. Геологик разведкалау эштәре Ғүмәрҙә бер нисә тиҫтә яңы эш урыны барлыҡҡа килтерәсәк, ә ятҡылыҡты эшкәртеү башланһа, тағы ла күберәк хеҙмәт урындары булдырыласаҡ.
Күптән түгел Башҡортостан Фәндәр академияһы президиумы ултырышында ла Башҡортостан сода компанияһының сеймал проблемаһы, шулай уҡ эзбизташтың альтернатив сығанаҡтарын эшкәртеү мөмкинлеге тикшерелде. Ысынлап та, Башҡортостанда эзбиз­таш ятҡылыҡтары бар, улар электән өйрәнелә килә һәм киләсәктә лә был юҫыҡта тикшереүҙәр алып барыласаҡ, ти ғалимдар. Был фәнни нигеҙҙә иҫбатланған.

Илдар ҺАҘЫЕВ, Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры:

— Бөгөн Ғүмәр янында эҙләнеү-тикшеренеү эштәре генә бара. Бөтә яҡтың да мәнфәғәте күҙ уңында тото­ласаҡ. Ыңғай һөҙөмтәләр булған осраҡта ғына ҙур проект этабы башланасаҡ.
Унда тирә-яҡ мөхиткә зыян күләмен билдәләгән бүлек тә буласаҡ, бөтә экологик талаптар ҙа иғтибарға алынасаҡ. Бөгөн шуны ҡәтғи әйтергә мөмкин: урман, экология, санитария-эпидемиология, төҙөлөш нормала­ры боҙолмаясаҡ. Ятҡылыҡты эшкәртеү Ғүмәр ауылынан 2 километр алыҫлыҡта, йәғни кеше йөрөмәгән урында күҙаллана. Егән мә­мер­йәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ, һаҡланып ҡаласаҡ. Бүжә та­уында геология-тикшеренеү эштәре башҡарылмаясаҡ. Ул Ғүмәр ятҡылығының биләмәһенә инмәй. Урындағы халыҡҡа техноген тәьҫир булмаясаҡ. Йорттар ҙа һүтелмәйәсәк.

Әлфис ҒАЯЗОВ, Башҡортостандың Фәндәр академияһы президенты вазифаһын башҡарыусы:

— “Сода” йәмғиәте өсөн альтернатив ятҡылыҡ тәь­мин иеү тәҡдимен Федераль үҙәк тә хуплап сығыш яһаны.
Ысынлап та, Башҡортостанда эзбизташ ятҡылыҡтары бар, улар электән өйрәнелә килә һәм киләсәктә лә был юҫыҡта тик­шереүҙәр алып барыласаҡ, тип белдерҙе ғалимдар.
Химик составы буйынса шихандарҙағы эзбизташ кеүек тау тоҡомдары рес­пуб­ликалағы башҡа урындарҙа ла бар. Мәҫәлән, Ишембай районының Ғүмәр ауылы янындағы тауҙарҙа, Ғафури районындағы Ташлы майҙанында, Сибайҙағы эзбизташ карьерында. Беҙ республикала кәмендә ете альтернатив сығанаҡ барлығын иҫәпләп сығарҙыҡ. Улар үҙҙәренең физик-химик үҙенсәлектәре буйынса Торатауҙағы материалдан әллә ни айырылмай ҙа тиерлек.



Башҡортостан Башлығынан башлап,
Ошо ерҙә торған һәр кемде
Торатауҙы һаҡлау, яҡлау хәле
Борсой бөгөн, борсой һәр көндө.

Тау яҙмышы милләт яҙмышылай,
Милләт намыҫылай хәҙерге.
Тауҙы яҡлап, күрһәтәйек бөгөн
Үҙебеҙгә тейеш ҡәҙерҙе.

“Сода” күптән көтә, тешен ҡажып,
Беҙҙең изге тауҙы йоторға.
Тамағына тороуҙан да ҡурҡмай,
Теләй барын анһат оторға.

Шәкетауҙы ергә тигеҙләүен
Ҡабатларға теләй тағын да.
Ләкин Торатауға теше батмаҫ,
Барса халыҡ — тауҙың яғында.

Бөтә ғаләм аяғөҫтө тора
Мәңге торһон өсөн Торатау.
Һуңғы өмөт менән беҙгә ҡарап,
Оло башын беҙгә бора тау:

— Миллионлап йылдар имен торҙом,
Ҡалдымы, тим, көнөм һанаулы;
Ҡыл өҫтөндә микән киләсәгем?!
Яҙмыштарым һаман янаулы...

Тауҙың дошмандары ғазраилдай
Тағы ниндәй этлек ҡорорҙар?!
Ләкин тау яҡлылар изге һаҡта
Тере ҡалҡан булып торорҙар.

Алдағы йыл ни килтерер тағы?
Ҡыш бабай ҙа бында төпләнә...
Уның был ҡылығы — беҙҙең хыял —
Һәр тарафта ихлас йөпләнә.

Тау эйәһе булып, уның рухы
Бында ҡышлап, бында йәйләһен!
Тауҙы ҡутарырға яман заттар
Килмәһендәр тотоп кәйләһен.

Ер-әсәбеҙ ҡото Торатауға
Һүҙҙә, эштә тоғро ҡалайыҡ.
Ҡулды ҡулға тотоп, тау тирәләй,
Уны ҡосаҡтарға алайыҡ!
Барлыҡ көстө шуға һалайыҡ!

Мәңге торһон өсөн Торатау!

Ирек КИНЙӘБУЛАТОВ,
Салауат Юлаев исемендәге
дәүләт премияһы лауреаты.


Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 6

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә