Кешенең ҡомһоҙлоғо – тәбиғи күренеш. Ә ни өсөн берәүҙәрҙең шәхси ихтыяжы йыш ҡына дәүләт ҡаҙнаһы, йәғни беҙҙең кеҫә иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә? Урлашҡан кешене оялтыу ғына етерме, әллә бының өсөн уның ҡулын ҡырҡырғамы? Коррупция темаһының Рәсәй сәйәсмәндәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыштарында ла, матбуғатта ла көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо көндәрҙә булып уҙған “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү ҙә шул юҫыҡта барҙы.– Коррупция йәмғиәттең социаль-иҡтисади хәлен генә түгел, әхлаҡи нигеҙҙәрен дә ҡаҡшата, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына ышанысты кәметә, демократик ҡоролошҡа үҫергә мөмкинлек бирмәй, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, “түңәрәк өҫтәл”де асып. – Уға ҡаршы көрәштә беҙ донъя илдәренең иң алдынғы тәжрибәһен ҡулланабыҙ. Был ҡануниәттең йоғонтоһо бар, ләкин хәл итәһе мәсьәләләр ҙә байтаҡ. Ҡабул ителгән закондарҙың ҡайһы урындары “йоҡлай”? Уларҙы нисек “уятырға”? Бик күп ҡарарҙарҙы ҡабул итеү мәсьәләһе дәүләт хеҙмәткәрҙәре хөкөмөнә тапшырылған, улар йәмғиәт тормошона ҡағылышлы бер генә документты ла үҙ белдеге менән ғәмәлгә индерергә тейеш түгел, һәм беҙгә быны хоҡуҡи нигеҙҙә нығытырға кәрәк. Бөгөнгө һөйләшеүҙә ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса тәҡдимдәр яңғырар тип ышанабыҙ.
Тәүҙә республикабыҙҙа был йәһәттән ниндәй ҡануниәт булдырылыуы тураһында әйтмәй булмай. Парламенттың Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев ошо хаҡта сығыш яһаны. Эйе, депутаттар әлеге йүнәлештә ҙур ғына эш башҡарған (уларҙы һанап сығыу ғына ла гәзиттә байтаҡ урынды алыр ине). Ләкин урыҫтарҙың “Законы святы, да исполнители – лихие супостаты” тигән әйтеме лә юҡтан ғына тыумаған бит. Һәр дәүләт хеҙмәткәре янына тикшереп тороусыны ҡуйып та булмай. Ҡуйған саҡта ла был тикшереүселәр өҫтөнән тағы контролерҙар талап ителәсәк... “Тимәк, бөтөн эш кадрҙарҙың сифатына барып тоташа. Барлыҡ эште – тейешлеһен дә, ярамағанын да – улар башҡара. Мин һәр дәүләт хеҙмәткәренә һәм муниципаль органдарҙа эшләүсегә коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте мотлаҡ өйрәнеү, шуның буйынса имтихан тапшырыу талабы ҡуйырға тәҡдим итәм”, – тине Виктор Александрович. Ул дәүләт милкен үҙләштереп йәки ришүәт алып тотолған кешенең мөлкәтен конфискацияларға ла тәҡдим итте. “Хәҙер штраф ҡына бер түрәне лә ҡурҡытмай”, – тип белдерҙе депутат.
Беҙҙең республикала 12 мең кеше коррупция менән мауығыу мөмкинлеге биргән вазифаларҙа эшләй. Кемдәр улар? Тәбиғи, тракторсы йәки һауынсы түгел, ә нигеҙҙә дәүләт власында һәм муниципаль органдарҙа эшләүсе белгестәр. Шуға күрә Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы етәксеһе Шамил Мөхәмәтдиновтың сығышы ошо өлкәлә коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса закондарҙы ҡулланыуға арналды.
– Былтыр дәүләт хеҙмәтендәге белгестәр араһында уларҙың килемдәре тураһындағы мәғлүмәтте тикшереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды, – тине Шамил Радил улы. – Йыл барышында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙғандары өсөн 24 хеҙмәткәр яуаплылыҡҡа тарттырылды, икәүһе эштән ебәрелде. Быйылғы туғыҙ айҙа ғына ла беҙҙең кадрҙар эше буйынса белгестәр килем һәм мөлкәт күләме буйынса тиҫтәләрсә тикшереү үткәрҙе. Хоҡуҡ боҙоуҙар башлыса кемдәрҙеңдер бизнес даирәләренән китеүен тейешенсә раҫламауына, акцияларҙан йәки банктағы аҡса тупланмаларынан күпме килем алыуы тураһында белешмәләре булмауға, педагогик эшмәкәрлеккә бәйле хеҙмәт хаҡын күрһәтергә “онотоуына” ҡайтып ҡала.
– Шундай хәл йыш ҡына күҙәтелә: дәүләт хеҙмәткәре урлаша йәки ришүәт ала ла, тотолғас, үҙ теләге менән ғариза яҙып эштән китә, – тине Виктор Пчелинцев. – Тимәк, уға икенсе бер дәүләт хеҙмәтендә йәки муниципаль ойошмала, хатта шуға оҡшаш вазифала яңынан эш башлау мөмкинлеге бирелә, һәм күптәр бынан файҙалана ла. Совет власын йыш әрләһәк тә, ул саҡта урлашып тотолған кеше өсөн артабанғы карьераға юл ябыла ине. Ә бөгөнгө шарттарҙа уғрылар һыуҙан ҡоро сыға түгелме?
– Бында бер ниндәй ҙә проблема юҡ! – тип ҡаршы төштө республика прокуратураһының коррупцияға ҡаршы көрәш закондарын үтәүҙе күҙәтеү бүлеге етәксеһе Валерий Кузьмин. – Кешене ниндәйҙер вазифаға ҡабул итер алдынан элекке эшләгән урынынан характеристика һоратып булмаймы ни?
Икенсе бер сығыш яһаусы аңлатыуынса, ундай мөмкинлек бар-барлығын, әммә кешене йәлләү, уның профессиональ үҫешен тотҡарлауҙан уңайһыҙланыу шулай эшләргә – хеҙмәт кенәгәһенә “үҙ теләге менән киткән” тип яҙырға, икенсе ойошмаға тағы алырға – мәжбүр итә. Тик быны аңламаған, башҡа урында йәнә шул ғәҙәтенә тотонған “белгестәр” ҙә һирәк түгел.
Килемдәр менән сығымдар нисбәтен тикшереп тороу коррупция күренештәрен байтаҡҡа кәметергә мөмкинлек бирә икән. Быйыл, мәҫәлән, республика прокуратураһы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә һигеҙ муниципаль хеҙмәткәр һатып алған мөлкәттең һәм транспорт хаҡы уларҙың килеменә ярашлы булмауы тураһында хат ебәргән. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең йыллыҡ сығымдары ҡатындары менән уртаҡ килеменән өс тапҡырға ашып киткән! Хакимиәттәге дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының ошо хат буйынса үткәргән тикшереүе күрһәтеүенсә, был хеҙмәткәрҙәрҙең икәүһе ошо сығымдарҙың ысын сығанаҡтарын әле булһа күрһәтә алмай. Тимәк, эш судҡа тапшырыласаҡ.
Беҙҙең илдә коррупцияға ҡаршы закондар булдырылыуға күп ваҡыт уҙманы әле, шуға күрә был ҡануниәттең камиллаштырыуға мохтаж урындары әленән-әле асыҡланып тора. Шуларҙың береһе тураһында сарала прокуратура вәкиле әйтеп үтте: баҡһаң, дәүләт хеҙмәткәре күсемһеҙ милкен, йәғни йортон үҙе төҙөһә, сығымдар буйынса мәғлүмәт бирмәүе лә мөмкин икән, сөнки һатыу һәм һатып алыу хаҡында килешеү юҡ. Шуға күрә ундай саҡта төҙөлөшкә киткән аҡсаға бәйле мәғлүмәт биреүҙе талап итеү зарурлығы көнүҙәккә әйләнде.
“Түңәрәк өҫтәл”дә билдәләүҙәренсә, дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарының кадрҙар хеҙмәте үҙ коллективтарында коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен, ҡағиҙә булараҡ, контролдә тотмай. Уның ҡарауы, республика прокуратураһы коррупция осраҡтарын һәр урында тиерлек асыҡлай: кемдәрҙер бер юлы коммерция ойошмаларында ла эшләп йөрөй, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр килемен һәм мөлкәтен күрһәтергә теләмәй, бәғзеләр хөкөм ителгәнен йәшерә. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар “Роспотребнадзор”ҙың, “Россельхознадзор”ҙың, “Росприроднадзор”ҙың, Федераль миграция хеҙмәтенең территориаль ойошмаларында, Урман хужалығы, Финанс һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарында, урындағы үҙидара органдарында асыҡланды. Ә Һаулыҡ һаҡлау министрлығында быйыл вазифаны шәхси мәнфәғәттә файҙаланыусылар фашланды. 2011 йылдан алып ошондай коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙар булған осраҡта ғәйеплеләрҙе эштән бушатырға рөхсәт ителә. Ундай саҡта фарманда “Ышанысты юғалтҡан өсөн” тип яҙалар.
– Был сараны беҙ ғәмәлдә ҡулланабыҙ, һәм ул тейешле йоғонтоһон бирә, – тип аңлатты Валерий Кузьмин. – Шулай ҙа төп бурысыбыҙҙы коррупция өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыусы шарттарҙы алдан асыҡлауҙа һәм иҫкәртеүҙә күрәбеҙ.
Прокуратура был йүнәлештә башҡарған эштең күләме байтаҡ: быйыл ғына ла биш меңдән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡланған, ҡануниәт талаптарын күҙәтмәй ҡабул ителгән бер мең ярымдан ашыу ҡарарға протест белдерелгән һәм һөҙөмтәлә улар юҡҡа сығарылған, вазифалы 1 800 кеше язаға тарттырылған, 307 хеҙмәткәр административ яуаплылыҡҡа йәлеп ителгән, 50 енәйәт эше ҡуҙғатылған... Хоҡуҡ һаҡлау белгестәре быйыл ришүәт алыу осраҡтарының үткән йыл менән сағыштырғанда 9,4 процентҡа артыуын билдәләне. Хоҡуҡ боҙоусылар араһында тотош ойошмалар ҙа бар. Һатыу һәм һатып алыу килешеүен төҙөгәндә ҙур суммала ришүәт бирергә маташып тотолған осраҡтар хаҡында ара-тирә ишетелеп ҡала (ә тотолмай ҡалғандар күпме – уныһын, әлбиттә, коррупционерҙар үҙҙәре генә белә). Мәҫәлән, тендерҙа еңеүсе булыу өсөн “Техномет” компанияһы “Башнефть” йәмғиәтенең сауҙа бүлеге етәксеһенә 200 мең һум ришүәт бирергә маташҡан, бының өсөн ул 20 миллион һумлыҡ штраф түләргә мәжбүр ителде.
Тимәк, ошо йүнәлештә ең һыҙғанып эшләйһе бар әле. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙағы сарала ҡатнашыусылар был еңел булмаған йүнәлештә эште камиллаштырыу һәм әүҙемләштереү буйынса байтаҡ тәҡдим индерҙе. Улар араһында закондарға өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү, һалым һәм янғын хеҙмәте кеүек контроль ойошмаларында иҫкәртеү эшен көсәйтеү, коррупция күренештәре тураһында кадрҙар буйынса белгестәрҙең һәм айырым кешеләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеп тороуын яйға һалыу һәм башҡа саралар бар.