Мөлкәт һатыла, ә намыҫ һәм Ватан – юҡ!04.12.2015
Мөлкәт һатыла,  ә намыҫ һәм Ватан – юҡ! Кешенең ҡомһоҙлоғо – тәбиғи күренеш. Ә ни өсөн берәүҙәрҙең шәхси ихтыяжы йыш ҡына дәүләт ҡаҙнаһы, йәғни беҙҙең кеҫә иҫәбенә ҡәнәғәтләндерелә? Урлашҡан кешене оялтыу ғына етерме, әллә бының өсөн уның ҡулын ҡырҡырғамы? Коррупция темаһының Рәсәй сәйәсмәндәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыштарында ла, матбуғатта ла көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа ошо көндәрҙә булып уҙған “түңәрәк өҫтәл”дәге һөйләшеү ҙә шул юҫыҡта барҙы.


– Коррупция йәмғиәттең социаль-иҡтисади хәлен генә түгел, әхлаҡи нигеҙҙәрен дә ҡаҡшата, дәүләт власы һәм урындағы үҙ­идара органдарына ышанысты кәметә, демократик ҡоролошҡа үҫергә мөмкинлек бирмәй, – тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Конс­тантин Толкачев, “түңәрәк өҫтәл”де асып. – Уға ҡаршы кө­рәштә беҙ донъя илдәренең иң алдынғы тәжрибәһен ҡулла­на­быҙ. Был ҡануниәттең йоғон­тоһо бар, ләкин хәл итәһе мәсьә­ләләр ҙә байтаҡ. Ҡабул ителгән за­кон­дарҙың ҡайһы урындары “йоҡ­лай”? Улар­ҙы нисек “уя­тырға”? Бик күп ҡа­рарҙарҙы ҡабул итеү мәсьәләһе дәүләт хеҙ­мәт­кәрҙәре хөкөмөнә тапшырылған, улар йәмғиәт тормошона ҡағы­лышлы бер генә документты ла үҙ белдеге менән ғәмәлгә ин­дерергә тейеш түгел, һәм беҙгә быны хоҡуҡи нигеҙҙә нығытырға кәрәк. Бөгөнгө һөйлә­шеүҙә ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса тәҡ­димдәр яңғырар тип ышанабыҙ.
Тәүҙә республикабыҙҙа был йәһәттән ниндәй ҡануниәт булдырылыуы тураһында әйтмәй булмай. Парламенттың Дәүләт тө­ҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьә­ләләре буйынса комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев ошо хаҡта сығыш яһаны. Эйе, депутаттар әлеге йүнәлештә ҙур ғына эш башҡарған (уларҙы һанап сығыу ғына ла гәзиттә байтаҡ урынды алыр ине). Ләкин урыҫтарҙың “Законы святы, да исполнители – лихие супостаты” тигән әйтеме лә юҡтан ғына тыумаған бит. Һәр дәүләт хеҙ­мәткәре янына тикшереп тороу­сыны ҡуйып та булмай. Ҡуйған саҡта ла был тик­ше­реүселәр өҫтөнән тағы контролерҙар талап ителәсәк... “Тимәк, бөтөн эш кадр­ҙарҙың сифатына барып тоташа. Барлыҡ эште – тейешлеһен дә, ярамағанын да – улар башҡара. Мин һәр дәүләт хеҙмәт­кәренә һәм муниципаль органдарҙа эш­ләү­сегә коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте мотлаҡ өйрәнеү, шуның буйынса имтихан тапшырыу талабы ҡуйырға тәҡдим итәм”, – тине Виктор Александро­вич. Ул дәүләт милкен үҙләш­тереп йәки ришүәт алып тотолған кешенең мөлкәтен конфискация­ларға ла тәҡдим итте. “Хәҙер штраф ҡына бер түрәне лә ҡурҡытмай”, – тип белдерҙе депутат.
Беҙҙең республикала 12 мең кеше коррупция менән мауығыу мөмкинлеге биргән вазифаларҙа эшләй. Кемдәр улар? Тәбиғи, тракторсы йәки һауынсы түгел, ә нигеҙҙә дәүләт власында һәм муниципаль орган­дарҙа эшләүсе белгестәр. Шуға күрә Баш­ҡорт­остан Башлығы Хакимиәтенең дәүләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығы етәксеһе Шамил Мөхәмәт­диновтың сығы­шы ошо өлкәлә коррупцияға ҡар­шы көрәш буйынса закон­дарҙы ҡулланыуға арналды.
– Былтыр дәүләт хеҙмәтендәге бел­гестәр араһында уларҙың килемдәре тураһындағы мәғлү­мәтте тикшереү буйынса байтаҡ эш башҡарылды, – тине Шамил Радил улы. – Йыл барышында коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙғандары өсөн 24 хеҙмәткәр яуаплылыҡҡа тарттырылды, икәү­һе эштән ебәрелде. Быйылғы туғыҙ айҙа ғына ла беҙҙең кадр­ҙар эше буйынса белгестәр килем һәм мөлкәт күләме буйынса тиҫ­тәләрсә тикшереү үткәрҙе. Хоҡуҡ боҙоуҙар башлыса кемдәрҙеңдер бизнес даирәләренән китеүен тейешенсә раҫламауына, акция­ларҙан йәки банктағы аҡса туп­ланмаларынан күпме килем алыуы тураһында белешмәләре булмауға, педагогик эшмәкәр­леккә бәйле хеҙмәт хаҡын күр­һәтергә “онотоуына” ҡайтып ҡала.
– Шундай хәл йыш ҡына кү­ҙәтелә: дәүләт хеҙмәткәре урлаша йәки ришүәт ала ла, тотолғас, үҙ теләге менән ғариза яҙып эштән китә, – тине Виктор Пчелинцев. – Тимәк, уға икенсе бер дәүләт хеҙмәтендә йәки муниципаль ойошмала, хатта шуға оҡшаш вазифала яңынан эш башлау мөмкинлеге бирелә, һәм күптәр бынан файҙалана ла. Совет власын йыш әрләһәк тә, ул саҡта урлашып тотолған кеше өсөн артабанғы карьераға юл ябыла ине. Ә бөгөнгө шарттарҙа уғрылар һыуҙан ҡоро сыға түгелме?
– Бында бер ниндәй ҙә проб­лема юҡ! – тип ҡаршы төштө республика проку­ратураһы­ның коррупцияға ҡаршы көрәш закондарын үтәүҙе күҙәтеү бүлеге етәксеһе Валерий Кузьмин. – Кешене ниндәйҙер вази­фаға ҡабул итер алдынан элекке эшләгән урынынан характерис­тика һоратып булмаймы ни?
Икенсе бер сығыш яһаусы аңлатыуынса, ундай мөмкинлек бар-барлығын, әммә кешене йәлләү, уның профессиональ үҫешен тотҡарлауҙан уңайһыҙ­ланыу шулай эш­ләргә – хеҙмәт кенәгәһенә “үҙ теләге менән кит­кән” тип яҙырға, икенсе ойошмаға тағы алырға – мәжбүр итә. Тик быны аң­ламаған, башҡа урында йәнә шул ғәҙәтенә тотонған “белгестәр” ҙә һирәк түгел.
Килемдәр менән сығымдар нисбәтен тикшереп тороу коррупция күренештәрен байтаҡҡа кәметергә мөмкинлек бирә икән. Быйыл, мәҫәлән, республика проку­ратураһы Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенә һигеҙ муниципаль хеҙмәткәр һатып алған мөлкәттең һәм транспорт хаҡы уларҙың килеменә ярашлы булмауы тураһында хат ебәргән. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәрҙең йыл­лыҡ сығымдары ҡатындары ме­нән уртаҡ килеменән өс тапҡырға ашып киткән! Хакимиәттәге дәү­ләт хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығының ошо хат буйынса үткәргән тикшереүе күрһәтеүенсә, был хеҙмәткәрҙәрҙең икәүһе ошо сығымдарҙың ысын сығанаҡ­тарын әле булһа күрһәтә алмай. Тимәк, эш судҡа тапшырыласаҡ.
Беҙҙең илдә коррупцияға ҡар­шы закондар булдырылыуға күп ваҡыт уҙманы әле, шуға күрә был ҡануниәттең камиллаш­тырыуға мохтаж урындары әленән-әле асыҡланып тора. Шуларҙың бере­һе тураһында сарала прокуратура вәкиле әйтеп үтте: баҡһаң, дәүләт хеҙмәткәре күсемһеҙ милкен, йәғни йортон үҙе төҙөһә, сы­ғымдар буйынса мәғлүмәт бир­мәүе лә мөмкин икән, сөнки һатыу һәм һатып алыу хаҡында киле­шеү юҡ. Шуға күрә ундай саҡта төҙөлөшкә киткән аҡсаға бәйле мәғлүмәт биреүҙе талап итеү зарурлығы көнүҙәккә әйләнде.
“Түңәрәк өҫтәл”дә билдәләү­ҙә­ренсә, дәүләт власы һәм урын­дағы үҙидара органдарының кадрҙар хеҙмәте үҙ коллективтарында коррупцияға ҡаршы ҡануниәттең үтәлешен, ҡағиҙә булараҡ, контролдә тотмай. Уның ҡарауы, республика про­ку­рату­раһы коррупция осраҡтарын һәр урында тиерлек асыҡлай: кем­дәрҙер бер юлы коммерция ойошмаларында ла эшләп йөрөй, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәр килемен һәм мөлкәтен күрһәтергә телә­мәй, бәғзеләр хөкөм ителгәнен йә­шерә. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар “Роспот­реб­надзор”ҙың, “Россельхознадзор”ҙың, “Росприроднадзор”ҙың, Федераль миграция хеҙмә­тенең территориаль ойошмаларында, Урман хужалығы, Финанс һәм Һаулыҡ һаҡлау министр­лыҡтарында, урындағы үҙидара органдарында асыҡ­ланды. Ә Һаулыҡ һаҡлау ми­нистрлығында быйыл вазифаны шәхси мән­фәғәттә файҙаланыу­сылар фашланды. 2011 йылдан алып ошондай коррупцион хоҡуҡ боҙоуҙар булған осраҡта ғәйеплеләрҙе эштән бушатырға рөхсәт ителә. Ундай саҡта фарманда “Ышанысты юғалтҡан өсөн” тип яҙалар.
– Был сараны беҙ ғәмәлдә ҡулланабыҙ, һәм ул тейешле йоғонтоһон бирә, – тип аңлатты Валерий Кузьмин. – Шулай ҙа төп бурысыбыҙҙы коррупция өсөн уңайлы мөхит тыуҙырыусы шарттарҙы алдан асыҡлауҙа һәм иҫкәртеүҙә күрәбеҙ.
Прокуратура был йүнәлештә башҡарған эштең күләме байтаҡ: быйыл ғына ла биш меңдән ашыу закон боҙоу осрағы асыҡ­лан­ған, ҡануниәт талаптарын күҙәтмәй ҡабул ителгән бер мең ярымдан ашыу ҡарарға протест белде­релгән һәм һөҙөмтәлә улар юҡҡа сығарыл­ған, вазифалы 1 800 кеше язаға тарттырылған, 307 хеҙмәткәр административ яуап­лы­лыҡҡа йәлеп ителгән, 50 енәйәт эше ҡуҙға­тыл­ған... Хоҡуҡ һаҡлау бел­гес­тәре быйыл ришүәт алыу осраҡ­тарының үткән йыл менән сағыштырғанда 9,4 про­цент­ҡа артыуын билдәләне. Хоҡуҡ боҙоу­сылар араһында тотош ойошмалар ҙа бар. Һатыу һәм һатып алыу килешеүен төҙөгәндә ҙур суммала ришүәт бирергә маташып тотолған осраҡтар хаҡында ара-тирә ишетелеп ҡала (ә тотолмай ҡалған­дар күпме – уныһын, әлбиттә, коррупционер­ҙар үҙҙәре генә белә). Мәҫәлән, тендерҙа еңеүсе булыу өсөн “Техномет” компа­нияһы “Башнефть” йәм­ғиәтенең сауҙа бүлеге етәк­сеһенә 200 мең һум ришүәт бирергә маташҡан, бының өсөн ул 20 миллион һумлыҡ штраф түләргә мәжбүр ителде.
Тимәк, ошо йүнәлештә ең һыҙ­ғанып эшләйһе бар әле. Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙағы сарала ҡатнашыусылар был еңел булмаған йүнәлештә эште камиллаштырыу һәм әүҙемләш­тереү буйынса байтаҡ тәҡдим индерҙе. Улар араһында закон­дарға өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү, һалым һәм янғын хеҙмәте кеүек контроль ойошмаларында иҫкәртеү эшен көсәйтеү, коррупция күренештәре тура­һын­да кадрҙар буйынса белгестәрҙең һәм айырым кеше­ләрҙең хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеп тороуын яйға һалыу һәм башҡа саралар бар.


Вернуться назад