Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тауыш” аша танылған Наилә
“Тауыш” аша танылған Наилә Яҡташтарыбыҙ ил, донъя кимәлендәге бәйгеләрҙә ҡатнашып тора, еңеүҙәр яулай, “зәңгәр экран” йондоҙҙары булып киткәндәр ҙә аҙ түгел. Стәрлетамаҡ ҡыҙы Наилә ҒИРФАНОВА – нәҡ шундай ҡыйыуҙарҙың береһе. Ул Беренсе каналдың “Тауыш” проектында көсөн
һынап ҡараны.


Сәнғәткә илткән юл
Наиләнең был конкурсҡа юлы­ғыуы – үҙе бер мажара. Хәйер, уның тормошо ла ябай ғыналарҙан түгел. Ҡыҙ бала сағынан уҡ сәнғәткә ғашиҡ була, ҡаланың 6-cы гимназияһында уҡыу менән бер рәттән музыка мәктәбендә баян серҙәренә тө­шөнә. Заһир Исмәғилев исемен­дәге Өфө дәүләт сәнғәт ака­де­мия­һына барыу хыялы менән янһа ла, ата-әсәһенең һүҙен йыҡмай – Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) һайлай. Бында ла ул йыр-моңға тоғро ҡала, баш­лан­ғыс белем биреү факульте­ты­ның музыка бүлегенә уҡырға инә. Әйткәндәй, Наиләнең яҡты хыялы барыбер тормошҡа аша: ҡыҙ сәнғәт академияһын вокал йүнәлеше буйынса һуңынан булһа ла тамамлай.
Пединститутта уҡып йөрө­гәндә остаздары тырыш ҡыҙҙы виртуоз баянсы итергә хыяллан­һа ла, Наилә вокал буйынса ки­тә. Тәүҙә вуздың “Марьяна” халыҡ фольклор-эстрада ан­самблен­дә оҙон көй башҡарырға өйрәнә, һуңынан эс­трада йыр­ҙарына күсә. Шул саҡтан алып үҙен­дә лирик образ туплай – тамашасы күңелендә талғын йырҙар башҡарыусы булып нығына.
Башҡорт, татар моңда­рына ғашиҡ стәр­летамаҡ­тар әлеге белем усағында эшләп килгән “Наурыз” татар вокаль ансамблен дә яҡшы беләлер. Бер мәл был коллективҡа Наилә етәкселек итте.
Әле ул декрет ялында. Өйҙә сабый ҙа баға, вокал менән дә шөғөлләнә. Махсус музыка аппа­ратураһы ярҙамын­да һәләтен үҫтерә, форсат сыҡ­ҡанда туйҙар ҙа үткәрә, кон­церт­тарҙа сығыш яһай, тәүге альбомын эшләй.

20 мең кеше араһынан
“Тауыш” проектының беренсе миҙгеле үк Наиләлә ҡыҙыҡ­һыныу уята. Әммә йөклөлөгө, балаһының бәләкәй булыуы арҡаһында дүр­тенсе миҙгелендә генә ҡатнашырға баҙнат итә ул. Бында ла әле ғаризаны һеңлеһе ебәрә.
Май айында уҡ оҙатылған ғаризанан һуң хәбәр булмағас, йәй урталарында йырсы-әсә бөтөнләй өмөтөн юғалта – инде проект башланған бит. Тик…
– Бер мәл һеңлем менән урамдан китеп бара инек, уның телефонына шылтыраттылар (күрәһең, үҙенең телефонын биргәндер), – тип хәтерләй Наи­лә “йондоҙло сәғәт”ен. – Труб­каның икенсе осонда: “Алло, Наил Ғир­фа­новмы? Был Беренсе канал борсой, һеҙҙе “Тауыш” проектында ҡатна­шырға саҡырабыҙ”, – тиҙәр. Юғалдым да ҡалдым – беренсенән, көтмәгән­дә килеп сыҡты, икенсенән, ир-егет исеме менән мөрәжәғәт иттеләр. Шаяртыумы икән әллә, тип борсолоп та ҡуйҙым. Нисек кенә булмаһын, проект шулай башланып китте. Әйтеүе генә еңел…
Мәскәүгә һеңлем менән ос­тоҡ. Ул һәр саҡ янымда булды. Беренсе тапҡыр баш ҡалала ике көн йөрөнөк. Конкурс алдынан Рәсәйҙән, башҡа тарафтарҙан килгән 20 меңдән ашыу кешене тыңланылар, улар менән таныштылар. Имтихан алыусылар ара­һында проекттың продюсеры Юрий Аксюта, алдағы миҙгел еңеүселәре лә бар ине. Иң мөһиме: бер нисә минут эсендә уларҙың иғтибарын яулап өлгө­рөргә кәрәк. Күрәһең, килеп сыҡты…
Шулай итеп, яҡташыбыҙ сығыш яһап сыға һәм… һөҙөмтә көтә башлай. Ниһайәт, махсус бүлмәлә йырлап сыҡҡан 10 кеше тураһында әйтәләр, улар ара­һында Ғирфанованың фами­лияһы ла яңғырай! “Әлбиттә, был күренеш бер ни ҙә аңлат­май. “Эйе” лә тимәнеләр, “юҡ” та түгел. Әлегә ҡайтырға тура ки­лер, әгәр һайлап алынған кеше­ләр араһынан кемдер төшөп ҡалһа, һеҙҙе – резерв­тағыларҙы – аласаҡтар. Әммә резервта ла башҡарыусылар байтаҡ. Шатла­нырғамы, ҡайғы­рыр­ғамы, әйтә алмайым. 9 ав­гус­та шылтыра­тырбыҙ”, – тип оҙатып ҡала яҡ­та­шыбыҙҙы проекттың баш­ҡа­рыусы продюсеры. Ошонан һуң Наилә көн ашамай, төн йоҡламай тигәндәй, билдәләнгән көндө көтә башлай.
…Көтөп алынған 9 август. Ҡурҡыуҙар ҙа, уйланыуҙар ҙа артта. Бер мәл телефондан: “Наилә, һеҙҙе “һуҡыр тыңлау­ҙарға” (жюри ағзалары башҡа­рыусыны күрмәй, тик тауышын ғына ишетә) саҡырабыҙ, уғаса репетицияларға йөрөргә тура ки­лер. Репертуар, образығыҙ өҫ­төндә эшләй башлағыҙ”, – тигән һүҙҙәр яңғырай. Был көндә Ғир­фановтарҙың түбәһе күккә тейә.
Репертуар тигәндән, яҡташы­быҙҙың артабанғы этапҡа үтеүе һайланған йырына ла бәйле булып сыға. Ул Мөслим Маго­маевтың “Һинең эҙҙәр”ен башҡа­ра. Жюри ағзалары, про­дюсе­рҙар фекеренсә, был әҫәрҙе конкурсанттар араһында Наиләнән дә матурыраҡ йыр­лаған кеше булмай.

Ни өсөн Градский үкенгән?
– Йөҙҙән ашыу башҡарыусы йыйылған фойела тулҡынланып торған сағымды онотаһы түгел, – тип хәтерләй конкурстың төп көнө хаҡында яҡташыбыҙ. – Тегендә лә, бында ла йырлай­ҙар, валерианка еҫе аңҡый. Шулай ҙа репетиция өсөн урын таптым – йыйыштырыусы бүл­мәһенә инеп йырланым.
Көтөп алынған ваҡытҡа кил­гәндә, Наилә лә башҡалар менән бер рәттән иртәнге сәғәт 8-ҙә сығыш яһарға әҙер була, әммә сәхнәгә киске 8-ҙә генә аяҡ баҫа. Башҡарыу мәле әллә ни оҙаҡ тойолмай.
– Йырҙың һуңғы секундтары. Жюри ағзаларының береһе лә әйләнмәй, йөрәк үҙенә урын тапмай, шуға сығышымды һаман һуҙғы килә. Нисек булды – шу­лай булды инде. Йыр тамам­ланғас, барыһы ла әйләнеп ҡа­раны. Шул саҡ Александр Градский тәүге куплетты тағы бер ҡат йырлап күрһәтергә ҡушты. Тыңлағас: “Бик йәл, бик тә йәл… Ниңә тәүге башҡа­рыуыңда уҡ ишетмәнем икән?” – тип уфтанып ҡуйҙы. Һәм алдағы миҙгелдә осрашырға өмөт­ләне­үен белдерҙе, – тип тәьҫорат­тары менән уртаҡлаш­ты Наилә.
Был моң эйәһенең сығышын Беренсе каналдан күрербеҙме-юҡмы, сөнки уның һымаҡ арта­банғы этапҡа үтә алмағандар ете тиҫтәнән ашыу бит. Шулай ҙа өмөтләнәйек. Наилә өсөн проектта ҡатнашыуҙың күп һабаҡ биреүенә лә шик юҡ.
Әлбиттә, бында күп кенә күренештәр ха­ҡында әйтелмәй ҙә ҡалды: беҙ өйҙән рәхәтләнеп ҡараған тапшырыуҙы әҙерләү, сығарыу, мәскәүҙәр һәм төбәк­тәр мәсьәләһе, бағыусы таба алмай аҙапланыу, “һуҡыр тың­лауҙар”ға осор көндә олатаһы­ның мәрхүм булыуы һәм баш­ҡа­лар... Иң мөһиме – яҡта­шы­быҙ конкурстан ҡанатланып ҡайтҡан, артабан да ижад итергә әҙер. Кем белә, бәлки, Беренсе каналдан Наилә Ғирфанова тигән исем-шәрифте бер тап­ҡыр түгел, мең ҡабат күрербеҙ һәм ишетербеҙ. Өмөт йәшәтә кешене.
Әйткәндәй, баштараҡ Наилә, ата-әсәһенең һүҙен йыҡмайым тип, Стәрлетамаҡта уҡырға ҡала, тинек. Әммә быны ҡәҙерле кешеләре ҡыҙҙарының ижадына аяҡ сала тип аңларға ярамай. Киреһенсә, йырларға-бейергә яратҡан ҡыҙына матур күлдәктәр тегә, бер саҡ үҙенең ҙур булма­ған эш хаҡына микрофонлы музыкаль үҙәк алып бирә әсәһе.
Ғөмүмән, Наилә яҡында­ры­нан уңған, хәләл ефете лә һәр башланғысын хуплап тора. Әле ниндәй ир ҡатынын аҙағы бил­дәле булмаған конкурста ҡатна­шыр өсөн көн дә тиерлек 20-шәр мең һум аҡсаһын түләп, Мәскәү­гә репетицияға йөрөтһөн? Был күренеште лә иғтибарһыҙ ҡал­ды­рып булмайҙыр.
Шул уҡ ваҡытта йыр һәләтенә юл асҡан остазы Марина Гарбузға ла сикһеҙ рәхмәтле Наилә. Кеше хыялын тормошҡа ашырыуға бәләкәй генә булһа ла өлөш индергән эшҡыуар Рөстәм Жданов тураһында ла йылы һүҙҙәр еткерә яҡташыбыҙ.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 709

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 487

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 184

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 792

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885