Тәбиғәттең хозур ерендә, тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Аҡъюл – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ул Йылайыр менән Ейәнсураға сиктәш, район үҙәге Аҡъярҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышында ауылдың утыҙҙан ашыу ир-егете ил именлеге өсөн башын һалған. Бөгөн Аҡъюлда барлығы 26 йорт-хужалыҡта 120 кеше теркәлгән, шуларҙың 88-е ауылда йәшәй. Улар араһында 16 кеше хаҡлы ялда, мөмкинлектәре сикләнгәндәр – етәү.
Ауыл халҡы элек-электән эшһөйәр булған, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Әле лә шәхси ихаталарында күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәмле Һаҡмар һәм Йылайыр йылғалары ҡушылған урындан – Ҡушылдыҡ буйынан – йәй көнө ял итеүселәр өҙөлмәй, күрше Ырымбур өлкәһе халҡы был яҡтарға йыш йөрөй. Аҡъюлдар күренекле ауылдаштары менән ғорурлана. Улар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, этнопедагогика өлкәһендә Рәсәйҙә билдәле ғалимә Вилә Баймырҙина, шағирә, балалар яҙыусыһы, “Шоңҡар” журналы редакцияһы хеҙмәткәре Гөлсинә Йосопова һәм башҡалар. Ауылдың иң оло кешеһе Рәйсә Ишемғолова булһа, Айгөл исемле бәпескә иһә – ни бары ике ай.
Ауылдың төп кәсебе – малсылыҡ, шунлыҡтан һәр йорттоң өҫтәленән “аҡ”тан әҙерләнгән ризыҡтар өҙөлмәй. Уңған хужабикәләр аҙна һайын үҙ продукцияһын баҙарға сығара, еләк-емешен һата. Төпкөлдә йәшәүсе тырыш, уңған, сәмле һәм дәртле ябай ауыл халҡы хаҡында булыр һүҙем.Ике уҡыусылы мәктәпТанышыуҙы мәктәптән башлауыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки бөгөн күп кенә төпкөл ауылдарҙың белем усаҡтарына тимер йоҙаҡ эленгән, уның ҡайтанан асылыуына ышаныс юҡ. Был йәһәттән аҡъюлдар күпкә бәхетлерәк: ике генә уҡыусы белем алыуына ҡарамаҫтан, мәктәп эшләүен дауам итә. Тыштан уҡ төҙөклөгө менән үҙенә йәлеп иткән бинаның ишеген асҡас та, ундағы йылылыҡ һәм яҡтылыҡ күңелдәргә күскәндәй тойолдо. Уҡытыусы Ләйсән Ишемғолованың дәресе тамамланыуын көтөп, мәктәп менән яҡындан танышабыҙ. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгөһөн һәм киләсәген сағылдырған башҡорт донъяһы мөйөшө, күҙҙең яуын алыр сәскәләр, ҡулдан яһалған төрлө әйберҙәр һәм һүрәттәрҙең барыһы ла йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына һөйөү уятыуға, уларҙы рухлы, белемле итеп үҫтереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмайҙыр.
Ләйсән Ишемғолова 1993 йылдан ошо мәктәптә эшләй. Йүнәлтмә буйынса килгән йәш ҡыҙ, тормош юлдашын Аҡъюлда осратып, ауылда ҡалған.
– Үткән уҡыу йылында биш бала белем алһа, быйыл ике уҡыусы ғына килде. Шуныһы ҡыуандыра: киләһе уҡыу йылына беренселәребеҙ буласаҡ. Ауылда мәктәпкәсә йәштәге биш бала бар, тимәк, мәктәп ябылмаясаҡ, – тип ышаныслы әйтеп ҡуйҙы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы.
Әйткәндәй, ауылдың биш уҡыусыһы күрше Ғәлиәхмәт ауылына йөрөп уҡый. Балалар баҡсаһы булмау сәбәпле, кескәйҙәр өйҙә ултыра. Шуға күрә уҡытыусы буласаҡ беренсе класс уҡыусылары менән эшләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Икенсе сиректән башлап һәр шәмбелә уларҙы мәктәпкә әҙерләү башлана: ҡәләм тотоуҙан алып тәүге һыҙыу, яҙыу, һүрәт төшөрөү эштәренә тиклем өйрәнәсәктәр. Бигерәк тә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, бөтә саралар бергәләшеп үткәрелә, кисәләргә ауылдаштары ла саҡырыла.
Уҡыусыларҙы Зинфира Ҡужина апайҙары йылы аштары менән генә һыйлап ҡалмай, мәктәпте лә таҙа тота, уның тирә-яғын йыйыштыра.
“Духтыр” МөнирәСибай медицина училищеһын тамамлаған Йылайыр районы ҡыҙы Мөнирә Аҡъюлова ҡасандыр төпкөлдә йәшәйәсәгенә ышанмағандыр ҙа. Әммә тормош һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай шул. Тыуған ауылы Ҡаҙырша Аҡъюлға тау аша ғына булғанлыҡтан, ҡулына диплом алған ҡыҙ бер аҙ тәжрибә туплау өсөн бында килергә ризалаша. Ғүмерлек мөхәббәтен осратып, яҙмышы һөйгәне менән бәйләнгәс, ауылда төпләнә йәштәр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙе оҙаҡ йылдар фельдшер-акушерлыҡ пунктында ауылдаштарының үҙ “духтыр”ына әйләнә.
– Эшемде яратам, ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр көн тиерлек ундан ашыу кешене ҡабул итергә тура килә. Кемдер уколға йөрөй, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтә, өсөнсөләр ҡапыл сирләп килә. Физик яҡтан сәләмәтлектәре сикләнгәндәргә, бәләкәй балаларға, оло йәштәгеләрҙең йорттарына йөрөйөм, – ти Мөнирә Мәүлетдин ҡыҙы. – Ауыл халҡы күберәк ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк ауырыуҙарына, быуындар һыҙлауына зарлана.
Ауылдың район үҙәгенә йыраҡ урынлашыуын иҫәпкә алып, Ғәлиәхмәт ауылында “Ашығыс ярҙам” машинаһының булыуы урман яғында йәшәүселәр өсөн бик уңай. Үҙҙәренең транспорты булмаған йәки юл насар ваҡытта “Ашығыс ярҙам” саҡырталар. Шулай ҙа күптәр көндәлек кәрәк-яраҡ, дарыу, бинт өсөн район үҙәгенә йыш бара алмай, шуға күрә ауыл “духтыр”ына дарыуҙар алып ҡайтыуҙы үтенә. Әммә уларҙы һаҡлау, һатыу өсөн Мөнирә Аҡъюловаға рөхсәт юҡ, шулай ҙа “юҡ” тимәй ул ауылдаштарына, кәрәкле дарыу-уколдарҙы алып килә, тик уның был эшмәкәрлеген дөрөҫ аңламаусылар ҙа бар. Шуға күрә, бәлки, тәү ҡарашҡа ябай күренгән был проблеманы хәл итеү юлдарын табырға кәрәктер.
Түбәһе емерелеп төшмәһен...Ауыл бәләкәйме-ҙурмы, мәҙәниәт усағы ошо төйәктең ҡото һәм йәме булып иҫәпләнә. Ә инде халыҡтың күңелен күтәреп, төрлө мәҙәни саралар үткәреп торған клуб мөдире лә ең һыҙғанып эшләгәндә, төпкөлдә йәшәүселәргә күңелһеҙләнергә урын ҡалмай. Ә бына аҡъюлдар был йәһәттән маҡтана алмай. Клуб мөдиренән уңмағандар, тип уйлай күрмә, гәзит уҡыусым, яңылышаһың. Һәр хәлдә, күпме районда йөрөп тә, төрлө ауылдарҙы күреп тә, Аҡъюлдағы кеүек клубҡа тәүге инеүем булғандыр. Мейес яғып йылытылғандары ла, бәләкәй булғандары ла осраны, әммә уларҙың барыһынан да күңел шатланып сыға торғайны. Ә бына был юлы күргәндәремдән аптырап ҡалдым: түбә ана емереләм, бына емереләм тип өҫкә ҡойолорҙай булып тора; таҡтаһында, бер-береһе менән ярышып үҫкәндәй, бәшмәктәр баш ҡалҡытҡан; мейесте яғыуы ла ҡурҡыныс, хәҙер ҡоларҙай тойола, хатта йүшкәһен ябыу өсөн дә байтаҡ хитланырға кәрәк. Беҙҙең килеүебеҙҙе белеп, ике көн буйына клубҡа ут яғылыуға ҡарамаҫтан, ул түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, ҡотһоҙ. Ишекте асып ингәс тә, төтәгән мунсаны хәтерләткән ҡырҡыу еҫ танауҙы ярып барғандай, тамаҡҡа ултыра. Күптән түгел эш башлаған Мәрүәт Байғужинаның тырышлығы һәм дәрте менән бында Ҡорбан байрамы, Ололар көнө, көҙгө йәрминкә ойошторолған.
– Өлкәндәрҙе клубҡа саҡырыу хәүефле, әммә һәр кем осрашыуға килгеһе, байрамды күргеһе килә. Бында улар бер-береһе менән осраша, күрешә, үҙебеҙҙең көс менән концерт әҙерләнек. Ултырғыстарҙы өйөмдән алып килдем, был өҫтәлдәрҙе кешеләрҙән ваҡытлыса һорап алып торҙом. Ни өсөндөр ошоға тиклем клубты ремонтлау өсөн бер тин аҡса бүленмәүе аптырата, – тине Мәрүәт Әсҡәт ҡыҙы.
Йыл һайын мәҙәни һәм мәғариф учреждениелары менән бер рәттән был бинаға ла косметик ремонт үткәрелгән хәлдә, бөгөнгө күренеш шул тиклем аяныслы булмаҫ ине. Һәр хәлдә, стеналарҙы аҡлау, емерелгән иҙәндәрҙең бер нисә таҡтаһын булһа ла алмаштырыу, иҙәнде буяу кеүек эштәргә әллә ни күп сығым талап ителмәйҙер бит?!
Күп ауылдарҙа хан һарайылай клубтар төҙөлөп тә, унда кешеләрҙе йәлеп итеп булмағанда, емерелергә торған мәҙәни усаҡҡа ауыл халҡының дәррәү йөрөүе, төрлө кисәләрҙә әүҙем ҡатнашыуы, бигерәк тә клуб мөдиренең эшләргә тырышып, атлығып тороуы аҡъюлдарҙың дәртле булыуынан килә, тик уларҙың ошо ынтылышын һүндереп түгел, ә уны тағы ла дөрләтеп яндырыу өсөн әллә ни күп иғтибар талап ителмәй. Яңы һайланған ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәковҡа өмөттәре ҙур аҡъюлдарҙың, уның ярҙам ҡулы һуҙыуына ла ышана улар. Иң мөһиме — яңы етәксе ауылдың хәле, тормошо менән ныҡлап танышҡан, һәр береһенең проблемаларын тыңлап, хәл итеү буйынса үҙ теләктәрен еткергән. Кем белә, бәлки, киләсәктә ауыл клубының да хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреп китер. Һәр хәлдә, клубҡа бөгөндән ярҙам кәрәк.
“Шәл бәйләү нимә ул – салаһың да алаһың”Шулай тиһәләр ҙә, барыһы ла был шөғөлдө үҙ итә алмай. Ә бына Ырымбур ҡыҙы Вәғиҙә апай Ишемғолованы ауылдаштарының иң шәп шәл оҫтаһы тип атауы юҡҡа түгел. Бала саҡтан дебет шәл бәйләп үҫкән ҡыҙ Аҡъюл ауылына килен булып төшкәндән бирле ҡулынан бәйләмен төшөрмәй.
– Минең иң яратҡан шөғөлөм дә, табышлы кәсебем дә ул, – тип йылмая алтын ҡуллы хужабикә. – Йылына бер нисә дебет шәл бәйләп һатам. Беҙҙең шәлдәр йылы, йомшаҡ булыуы менән дан тота һәм Ырымбурҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай.
Вәғиҙә Исхаҡ ҡыҙының бәйләменә күҙ эйәрмәй, шәлдәренең матурлығы һушты ала. Оҫта әйтеүенсә, һәр шәлсенең үҙ тамғаһы кеүек биҙәктәре бар. Кемдер бормалы-бормалы юлаҡтар, бойҙай, бесәй табаны, борсаҡ кеүек төртмәләрҙе һалһа, икенселәре шаҡмаҡ йә өсмөйөштәрҙе үҙ итә. Үҙҙәре дебетте иләй, орсоҡлай, сирата һәм бәйләй, хатта бер ыңғайы бейәләй, ойоҡбаштар, бирсәткәләрҙе лә бөтөрөп бара. Шәлдең ҙурлығына һәм дебеттең сифатына (ҡабарамы-юҡмы) ҡарап хаҡ ҡуйыла. Әйткәндәй, уртаса ҙурлыҡтағы шәлдәр 2 мең 500 һумлыҡ булһа, бәләкәйҙәрен 2меңгә лә һатып алырға мөмкин.
Эшләгәндән йүнләгән артыҡ, ти халыҡ. Эш юҡ, тип ултырмай оҫта шәлсе, үҙ йүнен табып, шәл бәйләп, ғаилә ҡаҙнаһын тулыландырыуға тос өлөшөн керетә. Ҡулдарынан – нур, күңеленән моң тамған Вәғиҙә Ишемғолованың дебет шәлдәрен, бәлки, һеҙгә лә ябынырға тура килер әле, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар.
Онотолған кәсеп тергеҙеләДонъяларын үҙ көсө менән тартып, матур итеп йәшәргә тырыша ауыл халҡы. Шуныһы ҡыуаныслы: төпкөлдә йәшәүселәр араһында халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәренең бөгөнгә тиклем йәшәүе, уға тоғро ҡалыусылар һәр төбәктә осрай. Аҡъюлда беҙгә һалабаш һыҙырыусылар менән яҡындан аралашырға тура килде. Ғәбделбарый Ишемғолов ағай һалабаш төшөрөү серҙәре менән бер аҙ уртаҡлашты.
Күптәр йүкә менән йыуыныу, йүкә йыуғысы тигән һүҙҙәрҙе ишеткәне йәки мунсала йүкә ҡулланып йыуынғаны ла барҙыр, моғайын. Әммә уны эшләү нескәлектәре хаҡында уйлап та бирмәйҙәрҙер. Һәр хәлдә, минең өсөн дә был кәсеп ят, сөнки беҙҙең яҡта йүкә үҫмәй, халыҡ һалабаш хаҡында хәбәрҙар түгел.
Ғәбделбарый ағай әйтеүенсә, июнь айында йүкәнең (был айҙа ағас йомшаҡ була) ҡабығын һыҙырып, һыуға батыралар. Ул унда өс ай тирәһе ята. Һәр оҫтаның үҙ урыны, үҙ билдәһе бар. Тәғәйен ваҡыт үткәс, һалабаш төшөрөлә, йәғни һөргө ярҙамында ул ипләп кенә һыҙырып алына. Алынған әйбер йүкә йыуғысы булып сыға ла инде. Тәүҙә яҡшылып йыуалар, унан һуҙып, тетеп, йәғни таратып алһаң да була. Бөгөн күптәр һалабашты мунсала ғына түгел, бүтән эштә лә ҡуллана. Мәҫәлән, септә һуға, арҡан ишә. Ағасы, йәғни һөйәне, йомшаҡ булғанға төрлө йыһаз эшләү өсөн ҡулай. Аҡъюлда һалабаш батырыусылар күп түгел, әммә бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың матур кәсептәре Хәйбулла тарафтарында әле лә һаҡлана.
Берҙән-бер фермер һәм ауыл старостаһыАҡъюлда бер нисә кеше генә бюджет өлкәһендә эшләһә, башҡаларҙың, ғөмүмән, даими шөғөлө юҡ. Хатта ауылда магазин асыусы ла табылмаған, сөнки уны тотоу үҙ-үҙен аҡламай, ти халыҡ. Ауыл старостаһы Әхәт Байғужин ауылдаштарының мәнфәғәтен даими ҡайғырта. Көтөү проблемаһын хәл итеүме, ҡыш юлды һөрҙөрөүме, урман янһа, уны һүндереү юлдарын эҙләүме, таҙалыҡ һәм төҙөкләндереү эштәрен йәнләндереүме – һәр эштең башында йөрөүсе, кешеләрҙе әйҙәүсе, оҫта ойоштороусы ул. Халыҡ үҙе лә бар йомошон ауыл старостаһына еткерә, артабан Әхәт Әхмәтғәле улы яуаплы органдар аша уларҙы хәл итеү юлдарын таба.
Шәхси ихатаһында күпләп мал тотҡан Әхәт Байғужин йылҡысылыҡ буйынса үҙ эшен асҡан. Район етәкселеге тарафынан яңы эш башлаусы фермерҙарға бүленгән 300 мең һумлыҡ субсидияға башҡорт тоҡомло аттар һатып алған ул.
– Беҙҙең төбәк йылҡысылыҡ өсөн уңайлы, – ти фермер. – Ҡышҡыһын аттар тибенлектә була, йәйге миҙгелдә уларҙы көтәбеҙ. Быйыл тәүге тапҡыр бейәләрҙе бәйләп, бер аҙ ҡымыҙ бештек. Киләсәктә күберәк аттар һатып алырға, ҡымыҙ яһауҙы яйға һалырға кәрәк тигән пландар менән янам.
Егәрле хужаның умарталары ла етерлек, йыл һайын йүкә балын өйөнән генә килеп алыусы клиенттары ла бар. Тимәк, эшләгәндә эш ҡарышмай, тик теләк һәм дәрт кенә булһын.
Аҡъюл ағинәйе һәм аҡһаҡалыҠайһы саҡта киноларҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ихлас донъя көткән геройҙарға һоҡланып, уларға оҡшарға тырышабыҙ. Ә шундай уҡ көслө рухлы, тормошто яратҡан кешеләрҙең эргәбеҙҙә генә йәшәүенә иғтибар итмәйбеҙ. Сабырлыҡтарына һәйкәл ҡуйырлыҡ, йәшәүҙәре күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе менән осрашырға насип булды. Ауылдың иң оло аҡһаҡалы Йәнтүрә Байғужин менән иң өлкән ағинәй Рәйсә Ишемғолованың тормош юлы еңелдән булмаған. Уларҙың хәтирәләрен тыңлап, уйҙарҙан уйылып китерлек...
Икеһенең дә яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары менән тығыҙ бәйләнгән. Икеһе лә һуғыш осоро балалары, икеһе лә ҡәһәрле яуҙың ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған етемдәр.
Атаһы фронтҡа алынғас, Йәнтүрә Байғужин әсәһенең төп ярҙамсыһы була. Әсәһе фермала һауынсы булып эшләй, балалары ла улар янында була. Быуыны ла ҡатмаған үҫмерҙе быҙау көтөргә сығарып ебәрәләр. Ашарға ла, кейергә лә бер нәмә лә булмай: эш хаҡы өсөн көнөнә бер литр яңы һауылған һөт бирәләр. Артабан белем алырға мөмкинлек булмағас, Йәнтүрә олатай бар ғүмерен колхозға бағышлай.
Фәриғә исемле ҡыҙға өйләнгәс, күп тә үтмәй уны әрме сафына саҡыралар, ҡатыны һәм ҡыҙы ауылда ҡала. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Йәнтүрә Сәлимгәрәй улы тағы ла колхоз эшенә сума. Ғаиләһе лә ишәйә, ҡатыны менән ун бала тәрбиәләйҙәр. Әммә тормош аяуһыҙ шул, йәшләй генә йәмәғәте донъя ҡуя. Ул ваҡытта кесе ҡыҙҙары 3-сө класта ғына белем алған була. Әсәйһеҙ ҡалған балаларын йәлләп, донъя йөгөн яңғыҙына тартыу еңел түгеллеген аңлаған ир тағы ла өйләнергә ҡарар итә.
– Мәрғизә балаларға шул тиклем игелекле булды, һәр береһен үҙ балаһындай күреп баҡты, туйҙар үткәрҙе. Тик ни өсөндөр яҙмыш тағы ла мине һынау алдына ҡуйҙы — икенсе ҡатыным да гүр эйәһе булды, – тип иҫтәлектәр йомғағын тағатты Йәнтүрә олатай.
Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Атай нигеҙен ташлап киткеһе килмәгән ир-уҙаман өсөнсө тапҡыр үҙ бәхетен һынап ҡарай. Был юлы ул күрше йәшәгән Рәйсә Ишемғоловаға яусы ебәрә. Ҡартайған көндәрендә бер-береһенә терәк, йыуаныс булып инде ун биш йылдан ашыу бергә йәшәй улар. Икеһе лә хеҙмәт ветераны, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар.
Яҙмыштың һикәлтәле баҫҡыстарын үтеүгә ҡарамаҫтан, улар бик теремек, йор телле, дәртле һәм матур пар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре бергә йыйылғанда тотош оло ғаиләгә әүереләләр. Барыһы ла атай-әсәй һүҙенә ҡолаҡ һала, уларҙы хөрмәтләй һәм ҡәҙер итә. Балаларының, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәгән был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.
Йәштәрҙең ниәте изгеКүптәр эш юҡ, балаларҙы уҡытам тигән һылтау менән донъяларын ҡалдырырға мәжбүр булһа, икенселәр, киреһенсә, тырышып, һары таңдан ҡара төнгә тиклем үҙ ихатаһында эшләп, күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп йәшәй. Шундай уңған, йәш ғаиләләрҙең береһе – Әҡлимә менән Фәнис Байғужиндар. Улдары Арыҫланға ун йәш булһа, ҡыҙҙары Айгөлгә – ни бары ике ай.
Ивановка ауылынан килен булып төшкән Әҡлимә ауылда йәшәүенә һис тә үкенмәй.
– Ауылда йәшәү миңә ныҡ оҡшай. Тәбиғәте шул тиклем матур, ниндәйҙер бер ожмах донъяһында йәшәгәндәй кеүек тоям үҙемде, – ти ул. – Йыбанмағанда, ауылда ла матур, мул, етеш йәшәргә була. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын, әммә әлегә эш юҡ. Ҡыҙыбыҙ бер аҙ ҙурайып китһә, үҙ эшебеҙҙе асып ҡарамаҡсыбыҙ. Беҙҙә халыҡ бик татыу, берҙәм.
Йәштәр ауылда ҡала, тимәк, ауыл бөтмәйәсәк тигән һүҙ. Көләкәс Айгөл янына тағы әллә күпме батырҙар һәм матурҙар өҫтәлһә, ауыл да йәшәр, мәктәп тә ябылмаҫ.
Тамырҙары ауылдан булғандар ҡасандыр барыбер үҙҙәре тәпәй баҫҡан йәнтөйәккә ҡайта. Кемдер – ата-әсәһе йортона, икенселәре – туғандарына, бәғзеләре – зыярат ҡылырға. Ауылда йәшәүселәргә, бигерәк тә төпкөлдә көн итеүселәргә, ошо ерҙең киләсәген, бөгөнгөһөн, үткәнен һаҡлаусыларға мин һәр саҡ хөрмәт менән ҡарайым, уларҙың түҙемлегенә, сабырлығына, һәүетемсә, үҙҙәре әйтмешләй, ауылса йәшәүҙәренә һоҡланам. Бер ишекте лә аяҡ тибеп асып инмәйҙәр, тауыш күтәрмәйҙәр, әммә уларҙы ла борсоған мәсьәләләр юҡ түгел. Аҡъюлдар өсөн дә бихисап проблема барҙыр, әммә уларҙың береһе лә үҙ тормоштарына зарланып, етәкселәрҙе әрләп тәмһеҙләшмәне. Үҙҙәренә хас күндәм тауыш менән генә: “Аҙнаһына бер тапҡыр ғына булһа ла район үҙәгенән автобус йөрөһә, мәктәбебеҙ һаҡланып, клуб бер аҙ ремонтланһа, беҙгә артығы кәрәкмәй”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Эйе, башҡаһына улар өмөт тә итмәй...