Һаҡмар менән Йылайыр араһында...13.11.2015
Һаҡмар менән Йылайыр араһында... Тәбиғәттең хозур ерендә, тауҙар ҡосағына һыйынып ултырған Аҡъюл – боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ул Йылайыр менән Ейәнсураға сиктәш, район үҙәге Аҡъярҙан 70 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бөйөк Ватан һуғышында ауылдың утыҙҙан ашыу ир-егете ил именлеге өсөн башын һалған. Бөгөн Аҡъюлда барлығы 26 йорт-хужалыҡта 120 кеше теркәлгән, шуларҙың 88-е ауылда йәшәй. Улар араһында 16 кеше хаҡлы ялда, мөмкинлектәре сикләнгәндәр – етәү.
Ауыл халҡы элек-электән эшһөйәр булған, малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Әле лә шәхси ихаталарында күпләп мал тоталар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар. Йәмле Һаҡмар һәм Йылайыр йылғалары ҡушылған урындан – Ҡушылдыҡ буйынан – йәй көнө ял итеүселәр өҙөлмәй, күрше Ырымбур өлкәһе халҡы был яҡтарға йыш йөрөй. Аҡъюлдар күренекле ауылдаштары менән ғорурлана. Улар – Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, педагогия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың мәғариф отличнигы, этнопедагогика өлкәһендә Рәсәйҙә билдәле ғалимә Вилә Баймырҙина, шағирә, балалар яҙыусыһы, “Шоңҡар” журналы редакцияһы хеҙмәткәре Гөлсинә Йосопова һәм башҡалар. Ауылдың иң оло кешеһе Рәйсә Ишемғолова булһа, Айгөл исемле бәпескә иһә – ни бары ике ай.
Ауылдың төп кәсебе – малсылыҡ, шунлыҡтан һәр йорттоң өҫтәленән “аҡ”тан әҙерләнгән ризыҡтар өҙөлмәй. Уңған хужабикәләр аҙна һайын үҙ продукцияһын баҙарға сығара, еләк-емешен һата. Төпкөлдә йәшәүсе тырыш, уңған, сәмле һәм дәртле ябай ауыл халҡы хаҡында булыр һүҙем.



Ике уҡыусылы мәктәп

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Танышыуҙы мәктәптән башла­уыбыҙ юҡҡа түгел, сөнки бөгөн күп кенә төпкөл ауылдарҙың белем усаҡтарына тимер йоҙаҡ эленгән, уның ҡайтанан асылыуына ышаныс юҡ. Был йәһәттән аҡъюлдар күпкә бәхетлерәк: ике генә уҡыусы белем алыуына ҡарамаҫтан, мәктәп эшләүен дауам итә. Тыштан уҡ төҙөклөгө менән үҙенә йәлеп иткән бинаның ишеген асҡас та, ундағы йылы­лыҡ һәм яҡтылыҡ күңелдәргә күскәндәй тойолдо. Уҡытыусы Ләйсән Ишемғолованың дәресе тамамланыуын көтөп, мәктәп менән яҡындан танышабыҙ. Халҡыбыҙҙың үткәнен, бөгөнгө­һөн һәм киләсәген сағылдырған башҡорт донъяһы мөйөшө, күҙҙең яуын алыр сәскәләр, ҡулдан яһалған төрлө әйберҙәр һәм һүрәттәрҙең барыһы ла йәш быуынды патриотик рухта тәрбиә­ләүгә, халҡыбыҙҙың милли ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына һөйөү уятыуға, уларҙы рухлы, белемле итеп үҫтереүгә булыш­лыҡ итмәй ҡалмайҙыр.
Ләйсән Ишемғолова 1993 йылдан ошо мәктәптә эшләй. Йүнәлтмә буйынса килгән йәш ҡыҙ, тормош юлдашын Аҡъюлда осратып, ауылда ҡалған.
– Үткән уҡыу йылында биш бала белем алһа, быйыл ике уҡыусы ғына килде. Шуныһы ҡыуандыра: киләһе уҡыу йылына беренселәребеҙ буласаҡ. Ауылда мәктәпкәсә йәштәге биш бала бар, тимәк, мәктәп ябылмаясаҡ, – тип ышаныслы әйтеп ҡуйҙы Ләйсән Рәхимйән ҡыҙы.
Әйткәндәй, ауылдың биш уҡыусыһы күрше Ғәлиәхмәт ауылына йөрөп уҡый. Балалар баҡ­саһы булмау сәбәпле, кескәйҙәр өйҙә ултыра. Шуға күрә уҡытыусы буласаҡ беренсе класс уҡыу­сылары менән эшләүҙе лә үҙ өҫтөнә алған. Икенсе сиректән башлап һәр шәмбелә уларҙы мәктәпкә әҙерләү башлана: ҡәләм тотоуҙан алып тәүге һыҙыу, яҙыу, һүрәт төшөрөү эштәренә тиклем өйрәнәсәктәр. Бигерәк тә ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнеш булдырылған, бөтә саралар бергәләшеп үткәрелә, кисәләргә ауылдаштары ла саҡырыла.
Уҡыусыларҙы Зинфира Ҡужи­на апайҙары йылы аштары менән генә һыйлап ҡалмай, мәктәпте лә таҙа тота, уның тирә-яғын йыйыштыра.

“Духтыр” Мөнирә

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Сибай медицина училищеһын тамамлаған Йылайыр районы ҡыҙы Мөнирә Аҡъюлова ҡасан­дыр төпкөлдә йәшәйәсәгенә ышанмағандыр ҙа. Әммә тормош һин уйлағанса ғына килеп сыҡмай шул. Тыуған ауылы Ҡаҙырша Аҡъюл­ға тау аша ғына булған­лыҡтан, ҡулына диплом алған ҡыҙ бер аҙ тәжрибә туплау өсөн бында килергә ризалаша. Ғүмер­лек мөхәббәтен осратып, яҙмышы һөйгәне менән бәйләнгәс, ауылда төпләнә йәштәр. Дүрт бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙе оҙаҡ йылдар фельдшер-акушерлыҡ пунктында ауылдаштарының үҙ “духтыр”ына әйләнә.
– Эшемде яратам, ауыл бәләкәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр көн тиерлек ундан ашыу кешене ҡабул итергә тура килә. Кемдер уколға йөрөй, икенселәр ҡан баҫымын үлсәтә, өсөнсөләр ҡапыл сирләп килә. Физик яҡтан сәләмәтлектәре сикләнгәндәргә, бәләкәй балаларға, оло йәштәгеләрҙең йорттарына йөрө­йөм, – ти Мөнирә Мәүлетдин ҡыҙы. – Ауыл халҡы күберәк ҡан баҫымы күтәрелеүенә, йөрәк ауырыуҙарына, быуындар һыҙла­уына зарлана.
Ауылдың район үҙәгенә йыраҡ урынлашыуын иҫәпкә алып, Ғәлиәхмәт ауылында “Ашығыс ярҙам” машинаһының булыуы урман яғында йәшәүселәр өсөн бик уңай. Үҙҙәренең транспорты булмаған йәки юл насар ваҡытта “Ашығыс ярҙам” саҡырталар. Шулай ҙа күптәр көндәлек кәрәк-яраҡ, дарыу, бинт өсөн район үҙәгенә йыш бара алмай, шуға күрә ауыл “духтыр”ына дарыуҙар алып ҡайтыуҙы үтенә. Әммә уларҙы һаҡлау, һатыу өсөн Мөнирә Аҡъюловаға рөхсәт юҡ, шулай ҙа “юҡ” тимәй ул ауылдаштарына, кәрәкле дарыу-уколдарҙы алып килә, тик уның был эшмәкәрлеген дөрөҫ аңламаусылар ҙа бар. Шуға күрә, бәлки, тәү ҡарашҡа ябай күренгән был проблеманы хәл итеү юлдарын табырға кәрәктер.

Түбәһе емерелеп төшмәһен...

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Ауыл бәләкәйме-ҙурмы, мәҙәниәт усағы ошо төйәктең ҡото һәм йәме булып иҫәпләнә. Ә инде халыҡтың күңелен күтәреп, төрлө мәҙәни саралар үткәреп торған клуб мөдире лә ең һыҙғанып эшләгәндә, төпкөлдә йәшәүселәргә күңелһеҙләнергә урын ҡалмай. Ә бына аҡъюлдар был йәһәттән маҡтана алмай. Клуб мөдиренән уңмағандар, тип уйлай күрмә, гәзит уҡыусым, яңылышаһың. Һәр хәлдә, күпме районда йөрөп тә, төрлө ауылдарҙы күреп тә, Аҡъюлдағы кеүек клубҡа тәүге инеүем булғандыр. Мейес яғып йылытылғандары ла, бәләкәй булғандары ла осраны, әммә уларҙың барыһынан да күңел шатланып сыға торғайны. Ә бына был юлы күргәндәремдән аптырап ҡалдым: түбә ана емереләм, бына емереләм тип өҫкә ҡойолорҙай булып тора; таҡтаһында, бер-береһе менән ярышып үҫкәндәй, бәшмәктәр баш ҡалҡытҡан; мейесте яғыуы ла ҡурҡыныс, хәҙер ҡоларҙай тойола, хатта йүшкәһен ябыу өсөн дә байтаҡ хитланырға кәрәк. Беҙҙең килеүебеҙҙе белеп, ике көн буйына клубҡа ут яғылыуға ҡарамаҫтан, ул түҙеп торғоһоҙ һыуыҡ, ҡотһоҙ. Ишекте асып ингәс тә, төтәгән мунсаны хәтерләткән ҡырҡыу еҫ танауҙы ярып барғандай, тамаҡҡа ултыра. Күптән түгел эш башлаған Мәрүәт Байғужинаның тырышлығы һәм дәрте менән бында Ҡорбан байрамы, Ололар көнө, көҙгө йәрминкә ойошторолған.
– Өлкәндәрҙе клубҡа саҡырыу хәүефле, әммә һәр кем осра­шыуға килгеһе, байрамды күргеһе килә. Бында улар бер-береһе менән осраша, күрешә, үҙебеҙҙең көс менән концерт әҙерләнек. Ултырғыстарҙы өйөмдән алып килдем, был өҫтәлдәрҙе кеше­ләрҙән ваҡытлыса һорап алып торҙом. Ни өсөндөр ошоға тиклем клубты ремонтлау өсөн бер тин аҡса бүленмәүе аптырата, – тине Мәрүәт Әсҡәт ҡыҙы.
Йыл һайын мәҙәни һәм мәғариф учреждениелары менән бер рәттән был бинаға ла косметик ремонт үткәрелгән хәлдә, бөгөнгө күренеш шул тиклем аяныслы булмаҫ ине. Һәр хәлдә, стеналарҙы аҡлау, емерелгән иҙәндәрҙең бер нисә таҡтаһын булһа ла алмаштырыу, иҙәнде буяу кеүек эштәргә әллә ни күп сығым талап ителмәйҙер бит?!
Күп ауылдарҙа хан һарайылай клубтар төҙөлөп тә, унда кеше­ләрҙе йәлеп итеп булмағанда, емерелергә торған мәҙәни усаҡҡа ауыл халҡының дәррәү йөрөүе, төрлө кисәләрҙә әүҙем ҡатна­шыуы, бигерәк тә клуб мөдиренең эшләргә тырышып, атлығып тороуы аҡъюлдарҙың дәртле булыуынан килә, тик уларҙың ошо ынтылышын һүндереп түгел, ә уны тағы ла дөрләтеп яндырыу өсөн әллә ни күп иғтибар талап ителмәй. Яңы һайланған ауыл биләмәһе башлығы Буранбай Илбәковҡа өмөттәре ҙур аҡъюлдарҙың, уның ярҙам ҡулы һуҙыуына ла ышана улар. Иң мөһиме — яңы етәксе ауылдың хәле, тормошо менән ныҡлап танышҡан, һәр береһенең проблемаларын тыңлап, хәл итеү буйынса үҙ теләктәрен еткергән. Кем белә, бәлки, киләсәктә ауыл клубының да хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреп китер. Һәр хәлдә, клубҡа бөгөндән ярҙам кәрәк.

“Шәл бәйләү нимә ул – салаһың да алаһың”

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Шулай тиһәләр ҙә, барыһы ла был шөғөлдө үҙ итә алмай. Ә бына Ырымбур ҡыҙы Вәғиҙә апай Ишемғолованы ауылдаш­тары­ның иң шәп шәл оҫтаһы тип атауы юҡҡа түгел. Бала саҡтан дебет шәл бәйләп үҫкән ҡыҙ Аҡъюл ауылына килен булып төшкәндән бирле ҡулынан бәйләмен төшөр­мәй.
– Минең иң яратҡан шөғөлөм дә, табышлы кәсебем дә ул, – тип йылмая алтын ҡуллы хужа­бикә. – Йылына бер нисә дебет шәл бәйләп һатам. Беҙҙең шәлдәр йылы, йомшаҡ булыуы менән дан тота һәм Ырымбур­ҙыҡынан бер ҙә ҡалышмай.
Вәғиҙә Исхаҡ ҡыҙының бәйлә­менә күҙ эйәрмәй, шәлдәренең матурлығы һушты ала. Оҫта әйтеүенсә, һәр шәлсенең үҙ тамғаһы кеүек биҙәктәре бар. Кемдер бормалы-бормалы юлаҡтар, бойҙай, бесәй табаны, борсаҡ кеүек төртмәләрҙе һалһа, икенселәре шаҡмаҡ йә өсмө­йөштәрҙе үҙ итә. Үҙҙәре дебетте иләй, орсоҡлай, сирата һәм бәйләй, хатта бер ыңғайы бейәләй, ойоҡбаштар, бирсәт­кәләрҙе лә бөтөрөп бара. Шәлдең ҙурлығына һәм дебеттең сифатына (ҡабарамы-юҡмы) ҡарап хаҡ ҡуйыла. Әйткәндәй, уртаса ҙурлыҡтағы шәлдәр 2 мең 500 һумлыҡ булһа, бәләкәйҙәрен 2меңгә лә һатып алырға мөмкин.
Эшләгәндән йүнләгән артыҡ, ти халыҡ. Эш юҡ, тип ултырмай оҫта шәлсе, үҙ йүнен табып, шәл бәйләп, ғаилә ҡаҙнаһын тулы­лан­дырыуға тос өлөшөн керетә. Ҡулдарынан – нур, күңеленән моң тамған Вәғиҙә Ишемғо­лованың дебет шәлдәрен, бәлки, һеҙгә лә ябынырға тура килер әле, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар.

Онотолған кәсеп тергеҙелә

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Донъяларын үҙ көсө менән тартып, матур итеп йәшәргә тырыша ауыл халҡы. Шуныһы ҡыуаныслы: төпкөлдә йәшәү­селәр араһында халҡыбыҙҙың онотола барған кәсептәренең бөгөнгә тиклем йәшәүе, уға тоғро ҡалыусылар һәр төбәктә осрай. Аҡъюлда беҙгә һалабаш һыҙы­рыу­сылар менән яҡындан ара­лашырға тура килде. Ғәбдел­барый Ишемғолов ағай һалабаш төшөрөү серҙәре менән бер аҙ уртаҡлашты.
Күптәр йүкә менән йыуыныу, йүкә йыуғысы тигән һүҙҙәрҙе ишеткәне йәки мунсала йүкә ҡулланып йыуынғаны ла барҙыр, моғайын. Әммә уны эшләү нескәлектәре хаҡында уйлап та бирмәйҙәрҙер. Һәр хәлдә, минең өсөн дә был кәсеп ят, сөнки беҙҙең яҡта йүкә үҫмәй, халыҡ һалабаш хаҡында хәбәрҙар түгел.
Ғәбделбарый ағай әйтеүенсә, июнь айында йүкәнең (был айҙа ағас йомшаҡ була) ҡабығын һыҙырып, һыуға батыралар. Ул унда өс ай тирәһе ята. Һәр оҫтаның үҙ урыны, үҙ билдәһе бар. Тәғәйен ваҡыт үткәс, һала­баш төшөрөлә, йәғни һөргө ярҙамында ул ипләп кенә һыҙырып алына. Алынған әйбер йүкә йыуғысы булып сыға ла инде. Тәүҙә яҡшылып йыуалар, унан һуҙып, тетеп, йәғни таратып алһаң да була. Бөгөн күптәр һалабашты мунсала ғына түгел, бүтән эштә лә ҡуллана. Мәҫәлән, септә һуға, арҡан ишә. Аға­сы, йәғни һөйәне, йомшаҡ бул­ғанға төрлө йыһаз эшләү өсөн ҡулай. Аҡъюлда һалабаш батырыу­сылар күп түгел, әммә бар. Тимәк, халҡыбыҙҙың матур кәсептәре Хәйбулла тарафтарында әле лә һаҡлана.

Берҙән-бер фермер һәм ауыл старостаһы


Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Аҡъюлда бер нисә кеше генә бюджет өлкәһендә эшләһә, башҡаларҙың, ғөмүмән, даими шөғөлө юҡ. Хатта ауылда магазин асыусы ла табылмаған, сөнки уны тотоу үҙ-үҙен аҡламай, ти халыҡ. Ауыл старостаһы Әхәт Байғужин ауылдаштарының мәнфәғәтен даими ҡайғырта. Көтөү проблемаһын хәл итеүме, ҡыш юлды һөрҙөрөүме, урман янһа, уны һүндереү юлдарын эҙ­ләүме, таҙалыҡ һәм төҙөклән­дереү эштәрен йәнләндереүме – һәр эштең башында йөрөүсе, кешеләрҙе әйҙәүсе, оҫта ойоштороусы ул. Халыҡ үҙе лә бар йомошон ауыл старостаһына еткерә, артабан Әхәт Әхмәтғәле улы яуаплы органдар аша уларҙы хәл итеү юлдарын таба.
Шәхси ихатаһында күпләп мал тотҡан Әхәт Байғужин йылҡы­сылыҡ буйынса үҙ эшен асҡан. Район етәкселеге тарафынан яңы эш башлаусы фермерҙарға бү­лен­гән 300 мең һумлыҡ суб­сидияға башҡорт тоҡомло аттар һатып алған ул.
– Беҙҙең төбәк йылҡысылыҡ өсөн уңайлы, – ти фермер. – Ҡышҡыһын аттар тибенлектә була, йәйге миҙгелдә уларҙы көтәбеҙ. Быйыл тәүге тапҡыр бейәләрҙе бәйләп, бер аҙ ҡымыҙ бештек. Киләсәктә күберәк аттар һатып алырға, ҡымыҙ яһауҙы яйға һалырға кәрәк тигән пландар менән янам.
Егәрле хужаның умарталары ла етерлек, йыл һайын йүкә балын өйөнән генә килеп алыусы клиенттары ла бар. Тимәк, эшләгәндә эш ҡарышмай, тик теләк һәм дәрт кенә булһын.

Аҡъюл ағинәйе һәм аҡһаҡалы

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Ҡайһы саҡта киноларҙан ҡарап, китаптарҙан уҡып тормош һынауҙарына бирешмәйенсә, ихлас донъя көткән геройҙарға һоҡланып, уларға оҡшарға тырышабыҙ. Ә шундай уҡ көслө рухлы, тормошто яратҡан кеше­ләрҙең эргәбеҙҙә генә йәшәүенә иғтибар итмәйбеҙ. Сабырлыҡ­тарына һәйкәл ҡуйырлыҡ, йәшәү­ҙәре күптәргә өлгө булырлыҡ ғаиләләрҙең береһе менән ос­рашырға насип булды. Ауылдың иң оло аҡһаҡалы Йәнтүрә Байғужин менән иң өлкән ағинәй Рәйсә Ишемғолованың тормош юлы еңелдән булмаған. Уларҙың хәтирәләрен тыңлап, уйҙарҙан уйылып китерлек...
Икеһенең дә яҙмышы Бөйөк Ватан һуғышы йылдары менән тығыҙ бәйләнгән. Икеһе лә һуғыш осоро балалары, икеһе лә ҡәһәрле яуҙың ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған етемдәр.
Атаһы фронтҡа алынғас, Йәнтүрә Байғужин әсәһенең төп ярҙамсыһы була. Әсәһе фермала һауынсы булып эшләй, балалары ла улар янында була. Быуыны ла ҡатмаған үҫмерҙе быҙау көтөргә сығарып ебәрәләр. Ашарға ла, кейергә лә бер нәмә лә булмай: эш хаҡы өсөн көнөнә бер литр яңы һауылған һөт бирәләр. Артабан белем алырға мөмкинлек булмағас, Йәнтүрә олатай бар ғүмерен колхозға бағышлай.
Фәриғә исемле ҡыҙға өйләнгәс, күп тә үтмәй уны әрме сафына саҡыралар, ҡатыны һәм ҡыҙы ауылда ҡала. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Йәнтүрә Сәлимгәрәй улы тағы ла колхоз эшенә сума. Ғаиләһе лә ишәйә, ҡатыны менән ун бала тәрбиәләйҙәр. Әммә тормош аяуһыҙ шул, йәшләй генә йәмәғәте донъя ҡуя. Ул ваҡытта кесе ҡыҙҙары 3-сө класта ғына белем алған була. Әсәйһеҙ ҡалған балаларын йәлләп, донъя йөгөн яңғыҙына тартыу еңел түгеллеген аңлаған ир тағы ла өйләнергә ҡарар итә.
– Мәрғизә балаларға шул тиклем игелекле булды, һәр береһен үҙ балаһындай күреп баҡты, туйҙар үткәрҙе. Тик ни өсөндөр яҙмыш тағы ла мине һынау алдына ҡуйҙы — икенсе ҡатыным да гүр эйәһе булды, – тип иҫтәлектәр йомғағын тағатты Йәнтүрә олатай.
Балаларының һәр береһенең үҙ ғаиләһе бар. Атай нигеҙен таш­лап киткеһе килмәгән ир-уҙа­ман өсөнсө тапҡыр үҙ бәхетен һы­нап ҡарай. Был юлы ул күрше йә­шәгән Рәйсә Ишемғоловаға яу­сы ебәрә. Ҡартайған көндә­рендә бер-береһенә терәк, йыуаныс булып инде ун биш йылдан ашыу бер­гә йәшәй улар. Икеһе лә хеҙ­мәт ветераны, әллә күпме маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар.
Яҙмыштың һикәлтәле баҫҡыс­тарын үтеүгә ҡарамаҫтан, улар бик теремек, йор телле, дәртле һәм матур пар. Балалары һәм ейән-ейәнсәрҙәре бергә йыйыл­ғанда тотош оло ғаиләгә әүе­реләләр. Барыһы ла атай-әсәй һүҙенә ҡолаҡ һала, уларҙы хөрмәтләй һәм ҡәҙер итә. Балаларының, ауылдаштарының ихтирамын тойоп йәшәгән был ғаиләгә һоҡланмау мөмкин түгел.

Йәштәрҙең ниәте изге

Һаҡмар менән Йылайыр араһында...Күптәр эш юҡ, балаларҙы уҡытам тигән һылтау менән донъяларын ҡалдырырға мәжбүр булһа, икенселәр, киреһенсә, тырышып, һары таңдан ҡара төнгә тиклем үҙ ихатаһында эшләп, күпләп мал тотоп, ҡош-ҡорт аҫрап, йәшелсә, емеш-еләк үҫтереп йәшәй. Шундай уңған, йәш ғаиләләрҙең береһе – Әҡлимә менән Фәнис Байғу­жиндар. Улдары Арыҫланға ун йәш булһа, ҡыҙҙары Айгөлгә – ни бары ике ай.
Ивановка ауылынан килен булып төшкән Әҡлимә ауылда йәшәүенә һис тә үкенмәй.
– Ауылда йәшәү миңә ныҡ оҡшай. Тәбиғәте шул тиклем матур, ниндәйҙер бер ожмах донъя­һында йәшәгәндәй кеүек тоям үҙемде, – ти ул. – Йыбанмағанда, ауылда ла матур, мул, етеш йәшәргә була. Һөнәрем буйынса уҡытыусымын, әммә әлегә эш юҡ. Ҡыҙыбыҙ бер аҙ ҙурайып китһә, үҙ эшебеҙҙе асып ­ҡара­маҡсыбыҙ. Беҙҙә халыҡ бик татыу, берҙәм.
Йәштәр ауылда ҡала, тимәк, ауыл бөтмәйәсәк тигән һүҙ. Көләкәс Айгөл янына тағы әллә күпме батырҙар һәм матурҙар өҫтәлһә, ауыл да йәшәр, мәктәп тә ябылмаҫ.
Тамырҙары ауылдан булған­дар ҡасандыр барыбер үҙҙәре тәпәй баҫҡан йәнтөйәккә ҡайта. Кемдер – ата-әсәһе йортона, икен­селәре – туғандарына, бәғ­зеләре – зыярат ҡылырға. Ауылда йәшәүселәргә, бигерәк тә төпкөлдә көн итеүселәргә, ошо ерҙең киләсәген, бөгөнгөһөн, үткәнен һаҡлаусыларға мин һәр саҡ хөрмәт менән ҡарайым, уларҙың түҙемлегенә, сабыр­лы­ғына, һәүетемсә, үҙҙәре әйт­мешләй, ауылса йәшәүҙәренә һоҡланам. Бер ишекте лә аяҡ тибеп асып инмәйҙәр, тауыш күтәрмәйҙәр, әммә уларҙы ла борсоған мәсьәләләр юҡ түгел. Аҡъюлдар өсөн дә бихисап проблема барҙыр, әммә уларҙың береһе лә үҙ тормоштарына зар­ланып, етәкселәрҙе әрләп тәм­һеҙләшмәне. Үҙҙәренә хас күндәм тауыш менән генә: “Аҙнаһына бер тапҡыр ғына булһа ла район үҙәгенән автобус йөрөһә, мәктәбебеҙ һаҡланып, клуб бер аҙ ремонтланһа, беҙгә артығы кәрәкмәй”, – тип әйтеп ҡуйҙы. Эйе, башҡаһына улар өмөт тә итмәй...







Вернуться назад