Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәминдәр батыр
Тәминдәр батыр Милли көрәш – мәҙәниәтебеҙҙең айырып алғыһыҙ өлөшө һәм йәш быуынды көслө рухлы, дәртле, намыҫлы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы. Элегерәк һәр ырыуҙың үҙ батыры булған, халҡыбыҙҙың улар тураһындағы легендалары ошо хаҡта һөйләй.

Эпик һәм тарихи батырҙарыбыҙ Урал батыр, Һәүбән, Мәргән, Сура, Суҡым, Алдар, Баязит һәм башҡаларҙың ысын мәғәнәһендәге ир арыҫландары икәнлеген яҡшы беләбеҙ. Ҡобайырҙарҙа, эпостарҙа, батырҙарҙы данлап йырланған йырҙарҙа еңеүселәр һәр саҡ халҡын, тыуған ерен ҡурсалаусы һәм тыныслыҡты һаҡлаусы итеп һүрәтләнә...
Халыҡ күңелендә районыбыҙҙың Илсе ауылында 1880 йылдарҙа тыуып үҫкән Тәминдәр Аллаяров исемле бәһлеүән тураһында матур хәтирәләр һаҡлана. Атаһы Аллаһыйыр ябай крәҫтиән була. Тәминдәр үҙ тиҫтерҙәренән буй-һыны менән айырылып тора: дәү кәүҙәле, оҙон буйлы, киң маңлайлы, үткер күҙле. Матур итеп ҡурайҙа уйнарға ла өйрәнә.
Армия хеҙмәтенә китеп барғанда егеттәр Ырымбур ҡалаһында бер ҙур йыйынға осрай. Көрәшселәрҙе ҡыҙығып ҡарап торғанда, Тәминдәр эргәһенә бер бай килеп:
– Кәүҙәң ҙур, көрәшәһеңдер ул һин? – тип һорай.
– Юҡ, көрәшә белмәйем, – тигән яуапты ишеткәс:
– Бындағыларҙың бөтәһен дә еңәһең, әйҙә, көрәш, – тип өгөтләй. – Күп аҡса бирәм!
– Миңә аҡса нимәгә, мин хеҙмәткә китеп барам бит, командирым бар, – ти Тәминдәр.
Бай өҙмәй-ҡуймай, командирын аҡса менән алдаштырып, бәһлеүәнде көрәшкә сығара. Был көрәштә бөтәһен дә еңә ул. Бай биргән аҡсаны үҙҙәрен оҙатып килеүсегә биреп, ата-әсәһенә алып барып тапшырыуын үтенә. Уға хәрби форманы ла, аяҡ кейемдәрен дә, кәүҙә үҙенсәлеген иҫәпкә алып, айырым заказ менән тегәләр.
Тәминдәр армия хеҙмәтенән ҡайтҡас та өйләнә, әммә тәүге кәләше лә, икен­сеһе лә мәрхүмә була. Өсөнсөгә Миң­зифа тигән ҡыҙҙы ала. Уларҙың Миң­һылыу исемле ҡыҙҙары тыуа. Егет ауыл тормошоноң бар булған эшенә егелә. Мал аҫрай, уларға бесән әҙерләй, артығын Үрге Урал (Верхнеуральск) ҡа­лаһына һатырға йөрөй. Ауылдаштары уның бесән сапҡан саҡтағы тилбер­ле­ге­нә, сослоғона һоҡланһа, тәү күргән ке­шеләр самауырҙай йомро беләгенә ҡарап иҫ-һуштары китә. Уны йыш ҡына Мейәс, Уйск, Троицк, Үрге Уралға көрәшергә йөрөтәләр. Ҡайҙа ауыр ҡул эше талап ителә, шунда ярҙамға саҡыралар.
Үҙ заманының тормош ҡағиҙәләренә буйһоноп, Тәминдәр йыш ҡына ауылдаштары менән Мейәс ҡалаһына төрлө нәмә һатырға йөрөй. Өҙлөкһөҙ юлбаҫарҙар осрап тора. Улар халыҡтың барлы-юҡлы байлығын талап, үҙҙәрен ҡанға батырып туҡмап китә икән. Тәминдәр бер мәл Ҡара йылға буйындағы шырлыҡтан үткән саҡта ҙур кәүҙәле дүрт әҙмәүер килеп сыға. Буран һалыу сәбәпле, юл тар була, ҡасып ҡотолорлоҡ түгел. Уның санаһына етеүгә юлбаҫар урыҫтар:
– Юлды, байлығыңды үҙ теләгең менән бирәһеңме, әллә ярҙам итәйекме? – тип ҡурҡыта.
Егет аяғөҫтө баҫа ла теге дүртәүҙе уңға-һулға ырғыта, саналарын йөгө менән ситкә күтәреп ҡуя. Ауылдаштары менән имен-аман Мейәс баҙарына барып етә. Кисен былар төшкән фатирға әлеге юлбаҫарҙар килеп инә. Уларҙың береһе һуҡ бармағы менән генә Тәминдәрҙе үҙҙәренә саҡыра. Егет, былар хәҙер миңә дүртәүләп ташланһалар тип, һуғышырға әҙерләнеп эргәләренә килә. Тегеләрҙең берәүһе:
– Не бойся, сынок. Мы тебя трогать не будем, – тип Тәминдәрҙе үҙҙәренең йортона табынға саҡырып ҡунаҡ итә, һәм улар шулай дуҫлашып китә.
– Әлегә тиклем беҙгә ҡаршы торған кеше булманы, – ти тегеләр.
Икенсе тапҡыр Мейәскә ул ауылдашы Ғәбделхаҡ менән бергә бара. Һалыбай шарын үткән саҡта кисеүҙә баталар, йөктө ике ат һөйрәтеп сығара алмай ҙа ҡуя. Тәминдәр аттарҙы туғарып ағасҡа бәйләй ҙә дуҫына:
– Ултыр арбаға, – ти, үҙе, сарыҡтарын сисеп, аттар урынына егелә лә йөктө һөйрәтә башлай:
– Исмаһам, “На!” тип ултыр, – ти те­ге­гә. Ғәбделхаҡ «На!», тип әйтеүгә, Тәмин­дәр йөктө һөйрәтеп сығара. Аҙаҡ аттары эргәһенә килә лә:
– Һеҙ түгел, үҙем саҡ һөйрәп сығарҙым әле, – тип аттарының муйынынан шапылдатып һөйөп ҡуя.
Өсөнсө тапҡыр барғанында уның кәрәсин һалынған мискәне тейәшергә ярҙам итеүен һорайҙар. Дүрт әҙмәүерҙәй ир, таҡта һалып, арбаға мендерә алмай ҡаңғыра икән, ә Тәминдәр мискәне ҡоласына алып ҡына бер үҙе арбаға күтәреп ҡуя. Быны ҡарап торған байҙың иҫе китә һәм, уның эргәһенә килеп:
– Улым, һин көрәшәһеңме? – тип һорай. Тәминдәр «юҡ» тигәнде аңлатып баш һелкә.
– Оҙаҡламай Троицкиҙа ҙур йыйын була, әйҙә, шунда көрәшергә, – ти бай. – Еңһәң, мин һиңә ат бүләк итәм.
– Минең бер ваҡытта ла көрәшкәнем юҡ, көрәшә лә белмәйем, – тигән яуапты ишеткәс, егеттең ҡулбашына һуғып, бай:
– Өйрәтербеҙ! – тип уны үҙҙәренә алып ҡайта. Бер аҙ алымдарҙы өйрәнеүгә, йыйынға барыу ваҡыты ла килеп етә. Төрлө яҡтан сағыу кырандастар егеп, бик күп халыҡ йыйыла. Йәрминкә ойошторолған, йәнең ни теләй, бөтәһе лә бар. Күп тә үтмәй, көрәш башланыуын хәбәр итәләр.
Бына халыҡ араһында ике ҡулы сипләнгән, тәне ялтырап майланған, алпан-толпан атлаған берәү күренә. Ул ян-яғына ҡарап ала ла имәнес тауыш менән аҡырып ебәрә икән. Был хәлде иҫе китеп күҙәткән Тәминдәргә әлеге бай:
– Үҙенең көндәштәрен, ҡаршы көрәш­селәрҙе ҡурҡытыр өсөн шулай ҡылана, ҡаҙаҡ кешеһе ул, бер нисә йыл инде уны еңгән әҙәм юҡ. Онотма, уны еңһәң, һиңә бүләккә – ат, көтөүҙән үҙең һайлап алыр­һың, – тип егеткә тағы ла ҡеүәт бирә.
Көрәш башлана. Ҡаҙаҡ көрәшсеһе тирә-яҡтан килгән, танылған көрәшсе­ләрҙе бер-бер артлы алып бәрә лә, ер тырнап үкерә икән. Сират Тәминдәргә лә етә. Тулҡынланған егетте ҡаҙаҡ көрәш­сеһе уңға-һулға һелтәй башлай. Әммә бәрә алмай икән. Шунда ла бер һелтә­гәнендә Тәминдәр уны ашатлап үтә. Бай һәм уның дуҫтары:
– Инде үҙең бәр! Хәле бөттө уның, – тип ҡысҡыра, шуны ғына көткәндәй, Тәминдәр ҡаҙаҡ көрәшсеһен ерҙән һурып алып юғары күтәреп кире ергә быраҡтыра, тегеһе тәгәрәп китә. Халыҡ уртаға сығып Тәминдәрҙе ҡотлай һәм шул арала уның түбәтәйен алып еңеүсегә байтаҡ аҡса йыйып бирәләр.
Ҡаҙаҡ көрәшсеһен байы ҡамсы менән ҡайыҙлағанын күреп йөрәге әрней егеттең. Ат алғас, Тәминдәр шатлығынан үҙенә тәғәйенләп йыйылған аҡсаһын хәйер итеп тарата.
Илсе ауылының оло быуын кешеләре үҙҙәренең ауылдаштары тураһында күп мәғлүмәт белә һәм уның тураһында ғо­рурлыҡ менән һөйләй. Даны йыраҡтарға таралған «Непобедимый» тигән ҡу­шаматы булған уның. Кемдән дә булһа еңелгәнен берәү ҙә хәтерләмәй.
Тәминдәр революциянан аҙ ғына алда Үрге Урал баҙарына бесән һатырға бара, бер бөртөк алты йәшлек ҡыҙы Миңһы­лыуға күстәнәс, тәтәйҙәр алып ҡайтырға сыға.
Юл сатында ауылдашын осрата, ул да Үрге Уралға бесән тейәп китеп барған була. Туҡтап һөйләшәләр. Тәминдәр, ауыл­дашының йөгөнә һөйәлеп, аңғармаҫтан уны ҡыйшайта.
– Әй, Тәминдәр дуҫ, йөктө ҡыйшайттың даһа, төҙәтәһең инде.
– Ысынлап та ҡыйшайған икән, – тип ҡулбашы менән генә бесән йөгөн этәреп турайтып ҡуя бәһлеүән.
Ауылдаштар йылы аралашып хушлашалар һәм һәр кем үҙ юлын дауам итә.
Тәминдәр күп тә бармай, артынан ҡыуып килгән урыҫтарҙың береһе:
– Вон он, вор! – тип ҡысҡырып, үҙенә табан боролған Тәминдәргә тоҫҡап атып ебәрә.
Бер нәмә лә аңламаған көрәшсе, йөрәк өҙгөс тауыш сығарып, ҡаты ауыртыуҙан санаһына ауа. Енәйәтселәр уның эргә­һенә йүгереп килә һәм танығас:
– Эх-ма! Мы ведь «Непобедимого» убили... и лошадь не наша... – тип енәйәт урынынан ҡаса.
Ҡанһыраған Тәминдәр кеҫәһенән ҡәләм, ҡағыҙ сығарып үҙенә кемдәр атҡанын яҙа башлай, шул саҡ Учалы яғынан йөк тейәп килгән ауылдашын танып, күҙҙәрен йома.
Бәлки, ул уны күреп шатланғандыр, иҫән ҡалырына өмөтләнгәндер, әммә ауылдашы тиҙ генә уның тунын сисергә тотона, үҙе:
– Был тиклем ауыр булмаһаң, – тип һөйләнә. Тунды үҙ йөгө өҫтөнә һала ла кеше күрмәгәндә ҡасыу яғын ҡарай.
Ыңғырашып иҫенә килгән Тәминдәр ҡулында йомарланған ҡағыҙын яңынан алып яҙыуын дауам итә: «Мине ас бүре кеүек таланылар, сисендереп, тунымды ауылдашым алды», – тип уғрының исемен яҙа. «Аҡ эттең бәләһе ҡара эткә» тигәндәй, кемдер урлап киткән ат өсөн бер ниндәй ғәйепһеҙгә ир-азамат утыҙ һигеҙ йәшендә генә вафат була. Ҡағыҙ ҡанға буялыу сәбәпле байтаҡ ваҡыт уҡый алмайҙар, кемдер кәрәсингә һалып ҡарайыҡ, ти, һәм, ысынлап та, яҙыу ҡыйынлыҡ менән булһа ла таныла. Уны Әмин ауылынан Хәсән мулланың абыстайы Файза әбей уҡый.
Тәминдәр буйға оҙон булыу сәбәпле, ике санаға һалып алып ҡайталар һәм Илсе ауылы зыяратына ерләйҙәр. Уның ҡәбере бүтәндәрҙекенә ҡарағанда байтаҡҡа ҙур булып айырылып тора.
Егерме һигеҙ йәшендә генә тол ҡалған ҡатыны Миңзифа йөрәгендәге ҡара ҡайғыһын көйгә һалып йыр сығара.
Ҡарибәнкәй тауын үткән саҡта,
Шаһит ҡаны ҡойолған тип үтһендәр.
Был бисараҡайҙы үлтергәндәр
Донъялыҡта ҡоһор үтһендәр.
Егеп кенә сыҡҡан көрән атым
Аҙау һаламдарҙы кимерә.
Минән генә ҡалған Миңһылыуым
Кем ҡулына ҡалып тилмерә,
Минән генә ҡалған пубрик сәкмән
Ҡағып ҡына кем кейер?
Минән генә ҡалған балаҡайымды
Алдарына алып кем һөйөр?
Өҫтәремә кейгән ҡара тундың
Төймәләре ҡанға буялған.
Миңһылыуым менән, эй, ҡатыным
Йоҡоларынан илап уянған.
Атаһы үлгәндә алты йәш тулыр-тулмаҫ ҡалған Миңһылыу 12 йәшенә сығыуға әсәһе лә баҡыйлыҡҡа күсә. Тайып олатаһы ейәнсәрен үҙ тәрбиәһенә ала һәм 20 йәшендә Рысай ауылына кейәүгә бирә. Улар Исмәғил ағай менән алты бала үҫтерә.
Хәҙер инде Сәрүәр, Миңсара, Мөнирә, Миңйыһан баҡыйлыҡҡа күскән. Айрат менән Фәрит икеһе лә Рысай ауылында матур ғаиләләр ҡороп, балалар үҫтереп йәшәй. Сәрүәрҙең улы Жәмил әлеге көндә – ҡалабыҙҙағы икмәк заводы директоры.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872