Оло Ҡуғанаҡ ҡағыҙҙа ауыл һаналһа ла, ғәмәлдә кескәй генә бер ҡаланы хәтерләтә. Муниципаль кимәлдә генә түгел, республикала үҙ һүҙен әйтер сәнәғәт берәмектәре эшләп килә унда, ҙур социаль объекттар сафҡа индерелгән, халыҡ һанын да “ауылса” тип әйтмәҫһең. Райондың был иң ҙур биләмәләренең береһен егерме йыл инде Мелания Алексеева етәкләй. Кешеләрен туғанылай күреп…Тупланған тәжрибә, ышаныслы кешеләр һәм күнеккән күренештәр, әлбиттә, эште көйлө алып барырға ныҡлы нигеҙ булып тора. Ҡуғанаҡ та был ҡанундан ситләшмәгән. Хакимиәт башлығы биләмәһендәге һәр ташының тиерлек ҡайҙа ятҡанын, ағасының ҡайҙа үҫкәнен яҡшы белә. Иң мөһиме – кешеләрен дә туғанылай танып тора. Һәр йәһәттән Мелания Николаевнаға һоҡланырға ғына ҡала. Ысын мәғәнәһендә сабып барған юртаҡты туҡтатыр, янғын сыҡҡан йортҡа инер ҡатын ул! Бынан тыш, кешеләр менән һөйләшә белеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Шуның менән алдыра ла инде, шуға ла биләмәһе тәртиптә. Оло Ҡуғанаҡ буйлап сәйәхәт ҡылғанда ла ошондай уй ярылып ятты: бындай ҡатындарға ышанып йүгән тотторорға мөмкин.
Эш аҙнаһы бында кәңәшмәләрҙән башлана. Килеп төшкәс тә нәҡ шундай сараға юлыҡтыҡ. Биләмә йәшәйешен яҡшыртыу өсөн кем нимә эшләргә тейеш – көн тәртибе һәр ваҡыттағыса бер. Кәңәшкә йыйылғандар араһында мәктәп директоры, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, райондың Балалар ижады йорто, урындағы коммуналь хужалыҡ идаралығы мөдирҙәре бар.
– Ҡасан биләмәгеҙҙе таҙартып бөтәһегеҙ? – тип шелтәләй Мелания Николаевна кәңәшмәгә йыйылыусыларҙың ҡайһы берҙәрен. Тәү ҡарашҡа әйтелгән дежур һүҙҙәр һымаҡ. Әммә һуңынан төрлө кеше менән әңгәмәләшкәндә шул асыҡланды: башлыҡ һәммәһенә талапсан икән. Үҙе алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткәс, бергә эшләгәндәр ҙә барыһына өлгөрөргә тейеш.
– Район хакимиәте етәксеһе мәсьәләне һәр саҡ етди ҡуя. Беҙ – ауыл хакимиәте башлыҡтары ла – бурысыбыҙға еңел-елпе ҡарай алмайбыҙ, – ти был йәһәттән Мелания Николаевна үҙе. Ғөмүмән, район етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
…Кәңәшмәнән һуң һәр кем үҙ бурысын атҡарырға таралышты, беҙ иһә ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиеларына юл тоттоҡ.
Эшселәр
үҙҙәренеке бит Ауыл хакимиәте менән урындағы предприятие-ойошмалар араһында тығыҙ бәйләнеш булдырылған. Әммә һине һәр ерҙә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар тигәнде аңлатмай әле был. Талапсан етәксене өнәп етмәгәндәр ҙә табыла. Айырыуса эшсе ҡулдарҙың яҙмышы башлыҡты борсой: кемгәлер хеҙмәт хаҡын тейешенсә түләүҙе үтенә, кемгәлер матди ярҙам һорай. Бындай мәсьәлә күтәргән “ҡунаҡ”тың һәр кемгә лә оҡшап етмәүе – тәбиғи хәл.
Кешеләрҙең именлеген, көнкүрешен хәстәрләп йөрөү ваҡ мәсьәлә түгел, кадрҙар бит урында туплана, шул ерҙә тыуып үҫкән, йәшәгән халыҡ эшләй сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тармағында. Шуға Мелания Николаевнаның ойошма-предприятиелар юлын тапауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Иң мөһиме – мәсьәлә һәр саҡ ыңғай хәл ителә. Уңған хужаны хөрмәт итеүҙән, дуҫтарса мөнәсәбәттән дә киләлер был, күрәһең. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: аҡса тураһында ғына һүҙ бармай, техника, эшсе ҡулдар менән дә ярҙам итә хужалыҡтар.
– Бөгөн ғаиләгә ир-ат алып ҡайтҡан килем, минеңсә, 30 мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел. Шулай булмаһа, нисек балаларыңды бағырға мөмкин?! – ти башлыҡ, урындағы халыҡтың тормош кимәле тураһында уйланып. Күптәрҙең урындағы хужалыҡ-предприятиеларҙа эшләүен иҫәпкә алғанда, йәшәйеш насар ҙа түгел, тигән һығымтаға киләһең. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел, был хаҡта ауыл хакимиәте башлығы йәшермәй һөйләй:
– Йәш кадрҙар ситкә китә: Себер тарафтарына юлланалар, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бәхетен эҙләүселәр бар, – тип әсенә ул. – Тик, ни ҡылаһың, һәр кем дә һөнәре буйынса урында шөғөл таба алмай, хеҙмәт хаҡы аҙлығына зарланалар, ә шул уҡ ваҡытта эшсе ҡулдар етешмәй. Нисек кенә булмаһын, йәштәрҙе күберәк урында ҡалдырыу яҡлымын. Быны чиновник булараҡ ҡына түгел, ошо ерҙә ғүмер иткән кеше, әсә булараҡ та әйтәм.
…“Дружба” ауыл хужалығы предприятиеһында, ике кирбес заводында булдыҡ был көндә ауыл хакимиәте башлығы менән. Шуныһына иғтибар иттек: көрсөк заманына ҡарамаҫтан, кешеләр тырышып эшләргә, матур йәшәргә ынтыла биләмәлә. Быныһына ҡыуанмай мөмкин түгел!
Эскелеккә, битарафлыҡҡа ҡаршы көрәшБиләмә буйлап сәйәхәт ҡылған мәлдә йәнә бер күренеш иғтибарҙы йәлеп итте: күп урында эскелеккә ҡаршы көрәште сағылдырған һүрәттәр эленеп тора. Әммә “йәшел йылан”ға ҡаршы, ҡайһы бер урындарҙан айырмалы рәүештә, һүрәттә генә көрәшмәйҙәр бында. Башлыҡ хәмер менән дуҫлашҡандарҙың өйөнә бара, шәхсән һөйләшә, кәрәк саҡта “туҙҙырып” та ала. Әммә тормоштарын үҙ иркенә ҡуйған ғаиләләр бында эскелек арҡаһында ғына яфаланмай. Мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр менән дуҫ булмаһа ла, ялҡаулығы һәм үҙ яҙмышына, балаларына битарафлығы түбәнгә этәрә. Артабанғы туҡталыш нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе йәшәгән йортта булды.
Покровка ауылына килдек. Сүп-сар менән тулған ихата йорттоң ташландыҡ икәнлеген хәтерләтһә лә, унда тулы булмаған йәш ғаилә йәшәй икән. Марияның (исеме үҙгәртелде) өс балаһы бар, икеһе атаһы менән тора, кинйәһен үҙе ҡарай.
– Был юлы әҙерләнеп өлгөрмәгәндәр, – тип ишек шаҡыны башлыҡ. “Әҙерләнеп өлгөрмәгәндәр” тигәне шунан ғибәрәт: баҡтиһәң, Мелания Николаевнаның килеүен әллә ҡайҙан һиҙеп, һәр саҡ уны йыйыштырылған йортта ҡаршы алалар икән – балалар ашатылған, уйнап йөрөй йә белем биреү учреждениеһында. Тик ауыл хакимиәте башлығы китеү менән йәнә “ташландыҡ тормош”ҡа ҡайталар. Был юлы иҙән йыуылған ине, тик бына балаһы өйҙә ултыра. Башлыҡ тупһа аша үтеү менән нәҡ ошоға ҡағылышлы һорау бирҙе:
– Ни өсөн сабыйың мәктәптә түгел?
Артабан ыҡ-мыҡ иткән әсәнән бындай хәлдең ҡабатланмаясағы, үҙе эшкә сығасағы тураһында вәғәҙә яңғырай.
– Был юлы – һуңғыһы, – тип өндәшә Марияға башлыҡ. – Аҡылыңа килмәһәң, әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү хаҡында уйларға мәжбүр булабыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл биләмәһе хакимиәтенә, ысынлап та, бындай ҡатындарҙы әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү отошло – проблема ла юҡҡа сыға, күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Әммә күрһәткес артынан ҡыуыусылар эшләмәй хакимиәттә: баланы әсә тәрбиәһенән мәхрүм итмәү яҡлы улар.
– Ғаиләне мөмкин тиклем яҡшы юлға баҫтырырға тырышып, күңелһеҙ аҙымға һуңғы сиктә генә барабыҙ, – ти етәксе, көрһөнөп. – Нисек инде сабый, ата-әсәһе була тороп, етем үҫергә тейеш?
Әйткәндәй, биләмәлә бындай тормош алып барған туғыҙ ғаилә йәшәй. Һәммәһе лә иҫәптә тора. Улар менән профилактика үҙәге шөғөлләнә.
Мелания Алексееваның балаларҙы яҡындарынан айырмау яҡлы булыуы, әлбиттә, әсә йөрәге ҡушыуынандыр. Шул уҡ ваҡытта биләмәлә урынлашҡан балалар йортонда йәшәгән сабыйҙарҙы күреп тә йәне әсенмәй ҡалмайҙыр етәксенең. Артабан нәҡ шул йортҡа йүнәлдек. Йорт биләмә үҙәгендә, атап әйткәндә, Оло Ҡуғанаҡта урынлашҡан, юл ыңғайы башҡа проблемаларға туҡталырға ла форсат сыҡты.
Юл буйына юлдар һәм башҡалар хаҡында– Юл мәсьәләһе бер беҙҙең генә үҙәккә үтмәгәндер, – ти Мелания Николаевна, машина һикерткән ыңғайға. – Шулай ҙа нисек тә булһа тәртиптә тоторға тырышабыҙ, йыл да йүнәтеп торабыҙ. Дәүләт программаһы буйынса төҙөкләндереүгә аҡса бүленә, шуның иҫәбенә эшләйбеҙ.
Аҡса тигәндәй, бында уйланырлыҡ урын бар. Ҡуғанаҡ бай, сөнки унда сәнәғәт берәмектәре күп тип иҫәпләһәләр ҙә, килемдең 87 проценты биләмәгә дотация булараҡ килә. Иҡтисади үҫештең гөрләп сәскә атҡан сағы түгел, предприятиелар үҙҙәрен ныҡлап ҡарай алһа ла шөкөр. Хәйер, былай ҙа биләмәне ярҙамдан өҙмәйҙәр инде.
Оло Ҡуғанаҡ шәхси йорттарҙан ғына тормай, күп фатирлылары ла бар. Былары иһә – әлеге урындағы предприятиеларҙан ҡалған “мираҫ”. Атап әйткәндә, ҡасандыр заводтарҙың балансында торған йорттар бөгөн биләмә ҡарамағына күскән, иҫкергән йылылыҡ, һыу һәм газ торбалары емерек хәлдә. Ошо мәсьәләне көндән-көн йырып сығырға тура килә лә инде хакимиәт башлығына.
– Был йәһәттән коллегаларым ныҡлы таяныс. Һәммәһенең бай тәжрибәһе бар, һиҙгерлеге көслө – бындай команда менән эшләргә була. Иң мөһиме — теләгебеҙ ташып тора, – тип хеҙмәткәрҙәрен дә телгә алып китә ул һүҙ ыңғайы.
Изге ғәмәлдәрМашинабыҙ Ҡуғанаҡ балалар йорто ҡаршыһына килеп туҡтаны. Дөрөҫөрәге, Ғаилә балалар йортона. Әйткәндәй, бүлмәләрҙә балалар тиҫтерҙәре менән түгел, нәҡ бер туғандарына һыйынып йәшәй. Учреждение етәксеһе: “Ғаиләләре менән тәрбиәләнәләр”, – тигәс, күңелде тәрән һағыш биләп алды. Бер ғаиләнән ете-һигеҙ бала булған төркөмдәр ҙә бар икән бында. Иң мөһиме – күптәренең ата-әсәһе иҫән, тик әлеге лә баяғы эскелек һаҙлығына батҡан.
Йорт менән танышҡан арала шул күҙгә ташланды: балалар ауыл хакимиәте башлығын танып тора, ихласлап килеп күрешәләр. Башлыҡ та буш ҡалмай – арҡаларынан тупылдатып яратып, хәлдәрен һораша. Урында “күҙ буяуҙар” сит күренеш икәненә йәнә бер миҫал!
Балалар йортоноң, әлбиттә, тик бюджеттан килгән аҡсаға ғына ҡарап ята алмағаны көн кеүек асыҡ. Сабыйҙың күңелен күрер, кителгән рухын нығытыр өсөн йәнә саралар, бүләктәр һәм башҡаһы кәрәк. Был йәһәттән етем түгел балалар: урындағы эшҡыуарҙар, ойошмалар ярҙам итеп тора, халыҡ та ҡулынан килгәнде эшләй. Мәрхәмәтлек кеүек бына шундай изге ғәмәлдәрҙе ойоштороуҙы ла үҙ иңенә алған ауыл хакимиәте.
Көн кискә ауышһа ла, Мелания Николаевна өсөн эш сәғәте тамамланманы – алда халыҡ йыйыны көтә ине.
Халыҡтың күҙенә тура ҡарапДөрөҫөн әйткәндә, был – хакимиәт башлығының иң ауыр эш мәленең береһелер. Нисек кенә булмаһын, кеше факторы, халыҡ менән эшләү – ай-һай, еңелдән түгел бит. Уйҙарыбыҙҙы дәлилләгәндәй, йыйында башлыҡҡа ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә табылды:
– Ни өсөн беҙ сүп сығарған өсөн түләргә тейеш?
– Ни өсөн ҡыйҙы яғырға ярамай?
– Сүп-сар — биләмәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе, – тип һүҙ башланы башлыҡ. – Әгәр урамда йә ҡапҡағыҙ алдында ҡый өйөмдәре ятһа, нисек булыр?
Халыҡ уйға ҡалды. Артабан инде биләмә етәксеһе таҙалыҡтың асылы хаҡында һөйләне, яңылыҡҡа нисек тә булһа өйрәнергә саҡырҙы.
Әйткәндәй, ҡый сығарыу өсөн түләргә теләмәү бер Ҡуғанаҡ ауылы биләмәһендә генә түгел. Башҡа райондарҙа ла сүпте яндырырға теләй халыҡ, өйрәнгән ташландыҡҡа ташырға тәҡдим итә. Шул уҡ ваҡытта сүп тауҙары ҙурайғандан-ҙурая бара.
– Таҙартыу өсөн генә түгел, янғындан һаҡланыу сараһы булараҡ та, сүп-сар өйөмдәренең барлыҡҡа килеүенә юл ҡуйырға ярамай. Янғын хәүефһеҙлегенә йылына былай ҙа бер миллион һумдан ашыу сығым талап ителә. Әгәр ҙә йәнә сүп өйөлөп, баҡсаларҙы ҡороған ҡый үләне баҫып, янғын сыҡһа, сығым күпмегә барып баҫыр – шул хаҡта уйлағыҙ, – тип өндәшә Мелания Алексеева ауылдаштарына.
Йыйын тамам. Кемдең күңелендә ниндәй уйҙар ҡалғандыр… Һәр хәлдә, сүп тауҙарының артабан үҫеүенә юл ҡуйырға ярамай, тип таралышты халыҡ. Тимәк, боҙ ҡуҙғалды.
…Ҡуғанаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мелания Алексееваның эш көнө аҙағына яҡынлаша. Инде эш өҫтәле артына килеп ултырған етәксе үткән көндө барлай, хаталарын эҙләй, мөһим мәлдәрен яҙа һәм иртәгәһенә эш планы ҡора. Бына шундай тәү ҡарашҡа ваҡ мәсьәләләрҙән тора инде ауыл биләмәһе хакимиәте башлығының көндәлек хеҙмәте…
Был яҙмала ауыл хакимиәте етәксеһенең бер эш көнөн генә сағылдырҙыҡ. Ә телгә алынмағаны, башҡа көндәрҙәге мәшәҡәттәр – ер, пай, көтөүлек мәсьәләләре, эшҡыуарҙар, йәштәр, оло йәштәгеләр менән осрашыуҙар – һанап сыҡҡыһыҙ бит. Былары ла, әлбиттә, Мелания Николаевнаны урап үтмәй, улар буйынса ла бурысын лайыҡлы атҡара килә етәксе ҡатын.
Шул уҡ ваҡытта эскелеккә дусар булған ғаиләләр, эш хаҡын тотҡарлау мәсьәләһе, сүп-сар буйынса йыйын һәм етемдәр йортона сәйәхәт, әйтергә кәрәк, осраҡлы тура килмәне был көндә. Һүҙ юҡ, бындай проблема һәр биләмәлә бар, әммә матур яҡтарҙы ғына күрһәтергә ғәҙәтләнгәнбеҙ. Был йәһәттән Мелания Алексеева йәнә ихтирамға лайыҡ: һәр кем дә тормош ҡараһын күрһәтергә ашҡынып бармай әле. Иң мөһиме – әлеге мәсьәләләр буйынса уның эш алымы кемгәлер өлгө, ярҙам булыр, тип ышанғы килә.