Ышанып теҙген тотторорға мөмкин…06.11.2015
Ышанып теҙген  тотторорға мөмкин… Оло Ҡуғанаҡ ҡағыҙҙа ауыл һаналһа ла, ғәмәлдә кескәй генә бер ҡаланы хәтерләтә. Муниципаль кимәлдә генә түгел, республикала үҙ һүҙен әйтер сәнәғәт берәмектәре эшләп килә унда, ҙур социаль объекттар сафҡа индерелгән, халыҡ һанын да “ауылса” тип әйтмәҫһең. Райондың был иң ҙур биләмәләренең береһен егерме йыл инде Мелания Алексеева етәкләй.


Кешеләрен туғанылай күреп…

Ышанып теҙген  тотторорға мөмкин…Тупланған тәжрибә, ышаныслы кешеләр һәм күнеккән күренештәр, әлбиттә, эште көйлө алып барырға ныҡлы нигеҙ булып тора. Ҡуғанаҡ та был ҡанундан ситләшмәгән. Хакимиәт башлығы биләмәһендәге һәр ташының тиерлек ҡайҙа ятҡанын, ағасының ҡайҙа үҫкәнен яҡшы белә. Иң мөһиме – кеше­ләрен дә туға­нылай танып тора. Һәр йәһәттән Мелания Николаев­наға һоҡла­ныр­ға ғына ҡала. Ысын мәғәнә­һендә сабып барған юр­таҡты туҡтатыр, янғын сыҡҡан йортҡа инер ҡатын ул! Бынан тыш, кешеләр менән һөйләшә белеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Шуның менән алдыра ла инде, шуға ла билә­мәһе тәртиптә. Оло Ҡуғанаҡ буйлап сәйәхәт ҡылғанда ла ошондай уй ярылып ятты: бындай ҡатын­дарға ышанып йүгән тотторорға мөмкин.
Эш аҙнаһы бында кәңәшмә­ләр­ҙән башлана. Килеп төшкәс тә нәҡ шундай сараға юлыҡтыҡ. Биләмә йәшәйешен яҡшыртыу өсөн кем нимә эшләргә тейеш – көн тәртибе һәр ваҡыттағыса бер. Кәңәшкә йыйылғандар араһында мәктәп директоры, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, райондың Балалар ижады йорто, урындағы коммуналь хужалыҡ идаралығы мөдирҙәре бар.
– Ҡасан биләмәгеҙҙе таҙартып бөтәһегеҙ? – тип шелтәләй Мелания Николаевна кәңәшмәгә йыйылыу­сыларҙың ҡайһы берҙә­рен. Тәү ҡарашҡа әйтелгән дежур һүҙҙәр һымаҡ. Әммә һуңынан төрлө кеше менән әңгәмәләш­кәндә шул асыҡ­ланды: башлыҡ һәммәһенә талапсан икән. Үҙе ал­һыҙ-ялһыҙ хеҙмәт иткәс, бергә эшләгәндәр ҙә бары­һына өлгө­рөр­гә тейеш.
– Район хакимиәте етәксеһе мәсьәләне һәр саҡ етди ҡуя. Беҙ – ауыл хакимиәте башлыҡтары ла – бурысыбыҙға еңел-елпе ҡарай алмайбыҙ, – ти был йә­һәт­тән Мелания Николаевна үҙе. Ғөмүмән, район етәкселеге менән яҡшы мөнәсәбәттәбеҙ, улар һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер.
…Кәңәшмәнән һуң һәр кем үҙ бурысын атҡарырға таралышты, беҙ иһә ауыл хужалығы, сәнәғәт предприятиеларына юл тоттоҡ.
Эшселәр
үҙҙәренеке бит


Ышанып теҙген  тотторорға мөмкин…Ауыл хакимиәте менән урын­дағы предприятие-ойошмалар араһында тығыҙ бәйләнеш бул­дырылған. Әммә һине һәр ерҙә икмәк-тоҙ менән ҡаршы алалар тигәнде аңлатмай әле был. Талапсан етәксене өнәп етмәгәндәр ҙә табыла. Айырыуса эшсе ҡул­дарҙың яҙмышы башлыҡты борсой: кемгәлер хеҙмәт хаҡын тейе­шенсә түләүҙе үтенә, кемгәлер матди ярҙам һорай. Бындай мәсьәлә күтәргән “ҡунаҡ”тың һәр кемгә лә оҡшап етмәүе – тәбиғи хәл.
Кешеләрҙең именлеген, көнкү­решен хәстәрләп йөрөү ваҡ мәсьә­лә түгел, кадрҙар бит урында туп­лана, шул ерҙә тыуып үҫкән, йәшәгән халыҡ эшләй сәнәғәт һәм ауыл хужалығы тар­мағында. Шуға Мелания Нико­лаев­наның ойошма-предприятиелар юлын тапауына бер ҙә аптырарлыҡ түгел. Иң мөһи­ме – мәсьәлә һәр саҡ ың­ғай хәл ителә. Уңған хужаны хөр­мәт итеү­ҙән, дуҫтарса мөнәсәбәт­тән дә киләлер был, күрәһең. Шуныһын да билдәләргә кәрәк: аҡса тура­һында ғына һүҙ бармай, техника, эшсе ҡулдар менән дә ярҙам итә хужалыҡтар.
– Бөгөн ғаиләгә ир-ат алып ҡайтҡан килем, минеңсә, 30 мең һумдан да кәм булырға тейеш түгел. Шулай булмаһа, нисек бала­ла­рыңды бағырға мөмкин?! – ти башлыҡ, урындағы халыҡтың тормош кимәле тураһында уйланып. Күптәрҙең урындағы хужа­лыҡ-предприятиеларҙа эшлә­үен иҫәпкә алғанда, йәшә­йеш насар ҙа түгел, тигән һығым­таға киләһең. Әммә проблемалар ҙа юҡ түгел, был хаҡта ауыл хакимиәте башлығы йәшермәй һөйләй:
– Йәш кадрҙар ситкә китә: Себер тарафтарына юлланалар, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бәхетен эҙләүселәр бар, – тип әсенә ул. – Тик, ни ҡылаһың, һәр кем дә һөнәре буйынса урында шөғөл таба алмай, хеҙмәт хаҡы аҙлығына зарланалар, ә шул уҡ ваҡытта эшсе ҡулдар етеш­мәй. Нисек кенә булмаһын, йәш­тәрҙе күберәк урында ҡалдырыу яҡлы­мын. Быны чиновник була­раҡ ҡына түгел, ошо ерҙә ғүмер иткән кеше, әсә булараҡ та әйтәм.
…“Дружба” ауыл хужалығы пред­приятиеһында, ике кирбес заводында булдыҡ был көндә ауыл ха­кимиәте башлығы менән. Шуны­һы­на иғтибар иттек: көрсөк заманына ҡарамаҫтан, кешеләр тырышып эшләргә, матур йәшәргә ынтыла биләмәлә. Быныһына ҡыуанмай мөмкин түгел!

Эскелеккә, битарафлыҡҡа ҡаршы көрәш

Ышанып теҙген  тотторорға мөмкин…Биләмә буйлап сәйәхәт ҡылған мәлдә йәнә бер күренеш иғтибар­ҙы йәлеп итте: күп урында эске­леккә ҡаршы көрәште сағыл­дырған һүрәттәр эленеп тора. Әммә “йәшел йы­лан”ға ҡаршы, ҡайһы бер урын­дарҙан айырмалы рәүештә, һүрәттә генә көрәшмәйҙәр бында. Башлыҡ хәмер менән дуҫлашҡандарҙың өйөнә бара, шәхсән һөйләшә, кәрәк саҡта “туҙҙырып” та ала. Әммә тормоштарын үҙ иркенә ҡуйған ғаилә­ләр бында эскелек арҡаһында ғына яфаланмай. Мәҫәлән, спиртлы эсемлектәр менән дуҫ булмаһа ла, ялҡау­лығы һәм үҙ яҙмышына, балаларына битарафлығы түбәнгә этәрә. Артабанғы туҡталыш нәҡ шундай ғаиләләрҙең береһе йә­шәгән йортта булды.
Покровка ауылына килдек. Сүп-сар менән тулған ихата йорттоң таш­ландыҡ икәнлеген хәтерләтһә лә, унда тулы бул­ма­ған йәш ғаилә йәшәй икән. Марияның (исеме үҙ­гәр­телде) өс балаһы бар, икеһе ата­һы менән тора, кинйәһен үҙе ҡарай.
– Был юлы әҙерләнеп өлгөр­мәгәндәр, – тип ишек шаҡыны баш­лыҡ. “Әҙерләнеп өлгөрмәгән­дәр” ти­гәне шунан ғибәрәт: баҡ­тиһәң, Мелания Николаевна­ның килеүен әллә ҡайҙан һиҙеп, һәр саҡ уны йыйыштырылған йортта ҡаршы алалар икән – балалар ашатылған, уйнап йөрөй йә белем биреү учреж­дение­һында. Тик ауыл хакимиәте башлығы китеү менән йәнә “таш­ландыҡ тормош”ҡа ҡайталар. Был юлы иҙән йыуылған ине, тик бына балаһы өйҙә ултыра. Башлыҡ тупһа аша үтеү менән нәҡ ошоға ҡағылышлы һорау бирҙе:
– Ни өсөн сабыйың мәктәптә түгел?
Артабан ыҡ-мыҡ иткән әсәнән бындай хәлдең ҡабатлан­маяса­ғы, үҙе эшкә сығасағы тураһында вәғәҙә яңғырай.
– Был юлы – һуңғыһы, – тип өндәшә Марияға башлыҡ. – Аҡылыңа килмәһәң, әсәлек хоҡуғы­нан мәхрүм итеү хаҡында уйларға мәжбүр булабыҙ.
Дөрөҫөн әйткәндә, ауыл биләмә­һе хакимиәтенә, ысынлап та, бындай ҡатындарҙы әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеү отошло – проблема ла юҡҡа сыға, күрһәткестәр ҙә яҡшыра. Әммә күрһәткес артынан ҡыуыусылар эшләмәй хакимиәттә: баланы әсә тәрбиәһенән мәхрүм итмәү яҡлы улар.
– Ғаиләне мөмкин тиклем яҡшы юлға баҫтырырға тырышып, күңелһеҙ аҙымға һуңғы сиктә генә барабыҙ, – ти етәксе, көрһөнөп. – Нисек инде сабый, ата-әсәһе була тороп, етем үҫергә тейеш?
Әйткәндәй, биләмәлә бындай тормош алып барған туғыҙ ғаилә йәшәй. Һәммәһе лә иҫәптә тора. Улар менән профилактика үҙәге шөғөлләнә.
Мелания Алексееваның ба­лаларҙы яҡындарынан айырмау яҡлы булыуы, әлбиттә, әсә йө­рәге ҡушыуынандыр. Шул уҡ ваҡытта биләмәлә урынлашҡан балалар йортонда йәшәгән са­бый­ҙарҙы күреп тә йәне әсенмәй ҡалмайҙыр етәксенең. Артабан нәҡ шул йортҡа йүнәлдек. Йорт биләмә үҙәгендә, атап әйткәндә, Оло Ҡуғанаҡта урынлашҡан, юл ыңғайы башҡа проблемаларға туҡталырға ла форсат сыҡты.
Юл буйына юлдар һәм башҡалар хаҡында

– Юл мәсьәләһе бер беҙҙең генә үҙәккә үтмәгәндер, – ти Мелания Николаевна, машина һикерткән ыңғайға. – Шулай ҙа нисек тә булһа тәртиптә тоторға тырышабыҙ, йыл да йүнәтеп торабыҙ. Дәүләт программаһы буйынса төҙөкләндереүгә аҡса бүленә, шуның иҫәбенә эш­ләйбеҙ.
Аҡса тигәндәй, бында уй­ланырлыҡ урын бар. Ҡуғанаҡ бай, сөнки унда сәнәғәт берә­мек­тәре күп тип иҫәпләһәләр ҙә, килемдең 87 проценты биләмәгә дотация булараҡ килә. Иҡтисади үҫештең гөрләп сәскә атҡан сағы түгел, предприятиелар үҙҙәрен ныҡлап ҡарай алһа ла шөкөр. Хәйер, былай ҙа биләмәне ярҙамдан өҙмәйҙәр инде.
Оло Ҡуғанаҡ шәхси йорт­тарҙан ғына тормай, күп фатирлылары ла бар. Былары иһә – әлеге урындағы предприя­тиеларҙан ҡалған “мираҫ”. Атап әйткәндә, ҡасандыр завод­тар­ҙың балансында торған йорттар бөгөн биләмә ҡарамағына күскән, иҫкергән йылылыҡ, һыу һәм газ торбалары емерек хәлдә. Ошо мәсьәләне көндән-көн йырып сығырға тура килә лә инде хакимиәт башлығына.
– Был йәһәттән коллегаларым ныҡлы таяныс. Һәммә­һенең бай тәжрибәһе бар, һиҙгерлеге көслө – бындай команда менән эшләргә була. Иң мөһиме — теләгебеҙ ташып тора, – тип хеҙмәткәрҙәрен дә телгә алып китә ул һүҙ ыңғайы.

Изге ғәмәлдәр

Машинабыҙ Ҡуғанаҡ балалар йорто ҡаршыһына килеп туҡ­таны. Дөрөҫөрәге, Ғаилә балалар йортона. Әйткәндәй, бүл­мәләрҙә балалар тиҫтерҙәре менән түгел, нәҡ бер туған­дарына һыйынып йәшәй. Учреждение етәксеһе: “Ғаиләләре менән тәрбиәләнә­ләр”, – тигәс, күңелде тәрән һағыш биләп алды. Бер ғаиләнән ете-һигеҙ бала булған төркөмдәр ҙә бар икән бында. Иң мөһиме – күп­тәренең ата-әсәһе иҫән, тик әлеге лә баяғы эскелек һаҙлығына батҡан.
Йорт менән танышҡан арала шул күҙгә ташланды: балалар ауыл хакимиәте башлығын танып тора, ихласлап килеп кү­решәләр. Башлыҡ та буш ҡал­май – арҡаларынан тупылдатып яратып, хәлдәрен һораша. Урында “күҙ буяуҙар” сит күренеш икәненә йәнә бер миҫал!
Балалар йортоноң, әлбиттә, тик бюджеттан килгән аҡсаға ғына ҡарап ята алмағаны көн кеүек асыҡ. Сабыйҙың күңелен күрер, кителгән рухын нығытыр өсөн йәнә саралар, бүләктәр һәм башҡаһы кәрәк. Был йә­һәттән етем түгел балалар: урындағы эшҡыуарҙар, ойошмалар ярҙам итеп тора, халыҡ та ҡулынан килгәнде эшләй. Мәрхәмәтлек кеүек бына шундай изге ғәмәл­дәрҙе ойош­тороуҙы ла үҙ иңенә алған ауыл хакимиәте.
Көн кискә ауышһа ла, Мелания Николаевна өсөн эш сәғәте тамамланманы – алда халыҡ йыйыны көтә ине.
Халыҡтың күҙенә тура ҡарап

Дөрөҫөн әйткәндә, был – хаки­миәт башлығының иң ауыр эш мәленең береһелер. Нисек кенә булмаһын, кеше факторы, халыҡ менән эшләү – ай-һай, еңелдән түгел бит. Уйҙары­быҙ­ҙы дәлиллә­гәндәй, йыйында баш­лыҡҡа риза­һыҙлыҡ белде­реүсе­ләр ҙә табылды:
– Ни өсөн беҙ сүп сығарған өсөн түләргә тейеш?
– Ни өсөн ҡыйҙы яғырға ярамай?
– Сүп-сар — биләмәлә иң ҙур проблемаларҙың береһе, – тип һүҙ башланы башлыҡ. – Әгәр урамда йә ҡапҡағыҙ алдында ҡый өйөмдәре ятһа, нисек булыр?
Халыҡ уйға ҡалды. Артабан инде биләмә етәксеһе таҙалыҡ­тың асылы хаҡында һөйләне, яңы­лыҡҡа нисек тә булһа өйрә­нер­гә саҡырҙы.
Әйткәндәй, ҡый сығарыу өсөн түләргә теләмәү бер Ҡуғанаҡ ауылы биләмәһендә генә түгел. Башҡа райондарҙа ла сүпте яндырырға теләй халыҡ, өйрән­гән ташландыҡҡа ташырға тәҡ­дим итә. Шул уҡ ваҡытта сүп тау­ҙары ҙурайғандан-ҙурая бара.
– Таҙартыу өсөн генә түгел, янғындан һаҡланыу сараһы була­раҡ та, сүп-сар өйөмдә­ре­нең барлыҡҡа килеүенә юл ҡу­йырға ярамай. Янғын хәүефһеҙ­легенә йылына былай ҙа бер миллион һумдан ашыу сығым талап ителә. Әгәр ҙә йәнә сүп өйөлөп, баҡса­ларҙы ҡороған ҡый үләне баҫып, янғын сыҡһа, сығым күпмегә барып баҫыр – шул хаҡта уйлағыҙ, – тип өн­дәшә Мелания Алексеева ауылдаштарына.
Йыйын тамам. Кемдең күңе­лен­дә ниндәй уйҙар ҡалған­дыр… Һәр хәлдә, сүп тауҙа­ры­ның артабан үҫеүенә юл ҡу­йырға ярамай, тип таралышты халыҡ. Тимәк, боҙ ҡуҙғалды.
…Ҡуғанаҡ ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Мелания Алексееваның эш көнө аҙағына яҡынлаша. Инде эш өҫтәле артына килеп ултырған етәксе үткән көндө барлай, хаталарын эҙләй, мөһим мәлдәрен яҙа һәм иртәгәһенә эш планы ҡора. Бына шун­дай тәү ҡарашҡа ваҡ мәсьә­ләләрҙән тора инде ауыл билә­мәһе хакимиәте башлы­ғының көндәлек хеҙмәте…
Был яҙмала ауыл хакимиәте етәксеһенең бер эш көнөн генә сағылдырҙыҡ. Ә телгә алынма­ғаны, башҡа көндәрҙәге мәшә­ҡәт­тәр – ер, пай, көтөүлек мәсьә­лә­ләре, эшҡыуарҙар, йәштәр, оло йәштәгеләр менән осра­шыуҙар – һанап сыҡҡыһыҙ бит. Былары ла, әлбиттә, Мелания Николаевнаны урап үтмәй, улар буйынса ла бурысын лайыҡлы атҡара килә етәксе ҡатын.
Шул уҡ ваҡытта эскелеккә дусар булған ғаиләләр, эш хаҡын тотҡарлау мәсьәләһе, сүп-сар буйынса йыйын һәм етемдәр йортона сәйәхәт, әй­тер­гә кәрәк, осраҡлы тура кил­мәне был көндә. Һүҙ юҡ, бындай проблема һәр биләмәлә бар, әммә матур яҡ­тар­ҙы ғына күрһәтергә ғәҙәт­ләнгәнбеҙ. Был йәһәттән Мелания Алексеева йәнә ихтирамға лайыҡ: һәр кем дә тормош ҡараһын күрһәтергә ашҡынып бармай әле. Иң мөһиме – әлеге мәсьәләләр буйынса уның эш алымы кемгәлер өлгө, ярҙам булыр, тип ышанғы килә.






Вернуться назад