Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Беҙ күтәреп сыҡмаһаҡ...
Беҙ күтәреп сыҡмаһаҡ... Хәбәр ителеүенсә, быйыл 21 ноябрҙә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Был оло йыйындың бурыс­тары, халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә ниәттәре тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Р. Т. АҘНАБАЕВтың һөйләүен һораныҡ.
– Румил Тәлғәт улы, заман үҙ­гәрештәре Бөтә донъя баш­ҡорт­тары ҡоролтайына ла ҡа­ғыл­май ҡалмайҙыр. Оҙаҡламай үткәре­ләсәк дүртенсе йыйын элекке­лә­ренән ни яғы менән айы­ры­ласаҡ?
– Эйе, башҡорттарҙың халыҡ-ара милли йыйынын үткәрергә саҡ ҡына ваҡыт ҡалды. Әле район һәм ҡала ҡоролтайҙарында шул маҡ­сат­та йыйылыштар бара, делегаттар һайла­на. Шул иҫәптән, йола буйынса, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә вәкилдәр киләсәк. Был йыйылыштар ниндәй һөҙөмтә бирә, нимәне төп иғтибар үҙәгенә сығара – барыһы ла оло йыйын­дың көн тәртибендә һәм, ғөмүмән, кәйефендә, рухында сағы­лыш та­бырға тейеш. Тәүге ҡоролтай­ҙарҙа беҙ тарихҡа өҫтөнлөк бирергә ты­рыштыҡ: беҙҙең халыҡ кем ул, уның үткәне ниндәй? Милли мәҙә­ниә­тебеҙ һәм телебеҙ ни хәлдә? Хәҙер быларҙың бөтөнөһө бил­дә­ле, халыҡ­тың аң-зиһененә һеңде. Тел һәм мәҙә­ниәт мәсьәләләре был юлы ла йыйындың көн тәрти­бендә буласаҡ, әлбиттә, ләкин шу­лай ҙа төп һүҙ мил­ләттең киләсәге, уның үҫеше тура­һында барырға тейеш тип уйлайым. Иҡтисади яҡтан үҫеш тура­һында әйтәм, әл­биттә. Глобал­ләш­тереү заманында был иң көнүҙәк мәсьәләгә әүе­релде. Уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында колхозға инергә мәж­бүр иткәндә халыҡ шаңҡып ҡалған: үҙаллы донъя көтөп өйрән­гән кешегә нисек коллектив хужа­лыҡ талаптарына буйһонорға һәм “дөйөм ҡаҙан” өсөн эшләргә? Ә хәҙерге заманда инде тиҫтәләрсә йыл күмәк хужа­лыҡта йәшәп өйрән­гән халыҡ өсөн баҙар иҡтисадына күсеү зарурлығы тыуҙырыу шулай уҡ шаңҡытыу түгелме ни?
– Башҡорт халҡы тигәндә тәү сиратта ауылды һәм колхозды күҙ алдына килтереп өйрәнгән­беҙ. Күптән түгел Ырымбур өл­кә­һендә командировкала бул­ғанда бер фер­мер: “Һеҙ Баш­ҡортостанда кол­хоздарҙы һаҡ­лап ҡалырға ты­рышҡан осорҙа беҙ үҙаллы йә­шәргә, иҡтисади йәһәттән яры­шырға өйрән­дек”, – тигәйне. Коллектив ху­жалыҡтарҙы һаҡ­ларға маташыу ауыл халҡының баҙар иҡти­са­дына яраҡлашыуын тотҡарла­манымы икән?
– Дөрөҫ әйткән ул егет. Был сәйәсәттең насар яҡтары хәҙер килеп асыҡ күренә: беҙ колхоздар тамам емерелеп бөткәнсе көтөп ултырҙыҡ. Ә бит элегерәк уларҙың техникаһы ла, малы ла, келәт йәки ферма кеүек ҡаралтылары ла күп ине. Бына шуларҙы эшләрлек кешеләргә бүлеп биргәндә, беҙ ота инек... Ауылдың иҡтисади хәле лә яҡшыраҡ булыр ине. Киләсәге юҡлығын һиҙепме икән, колхоз етәкселәре һәм уларға яҡын кешеләр барлыҡ мал-тыуарҙы һәм техниканы һатып бөттө. Хәҙер пай ерҙәренән башҡа байлыҡ та юҡ. Ә нимә менән эшкәртергә был ерҙе? Әле ауыл хакимиәте башлығын та­быу ҙа ҡатмарлы. Урындағы үҙида­раны үҫтереү тәү сиратта иҡтисади нигеҙ талап итә бит.
– Ләкин ауылдарҙа башҡорт­тар кәмей, ә ҡалала арта бара. Тимәк, беҙ халҡыбыҙға мегаполис шарттарында ла телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡа­лыр­ға ярҙам итергә бурыс­лы­быҙ.
– Был йәһәттән төп хәстәр­ле­ге­беҙ – бөгөн ҡалаларҙағы башҡорт гимназияларын иғтибарҙан ситтә ҡалдыр­мау, сөнки улар ҡала шарттарында телебеҙҙе һәм милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың төп сығанағы бит. Милли гимна­зияларҙы юғалтһаҡ, хәле­беҙ тағы ла аяныслыраҡ була­саҡ. Урындағы төп милләт телендә уҡытыу хоҡу­ғы Рәсәй ҡануниәте тарафынан би­рел­гән. Бөтә эш урын­дағы власть һәм мәктәп етәкселеге иңенә ята. Ләкин хәҙерге мәктәптәрҙә барлыҡ иғтибар балаларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүгә йүнәл­телгән, ә башҡорт теле менән әҙәбиәте, белеүебеҙсә, БДИ исем­ле­генә инмәй. Был мәсьәләне нисәмә тапҡыр күтәреп сыҡтыҡ, тик әлегә һөҙөмтә юҡ. Шуға күрә ҡайһы бер директорҙар күпселек фән­дәрҙе баштан уҡ урыҫса уҡытыуҙы хуп күрә. Ярай, физиканы шулай уҡыттыҡ та ти. Ләкин бала үҙ те­лендә һөйлә­шергә, уҡырға һәм яҙырға ғына түгел, ә һанарға, үҫем­лектәр һәм йәнлектәр донъяһын­дағы исемдәрҙе, кешенең тән төҙөлөшөн, сирҙәрҙе һәм башҡа­ларҙы туған телендә атай белергә лә тейеш.
– Әле һанап кителгән һәм башҡа милли мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам йүнәлешендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролта­йы­ның бер нисә йыйында мө­һим ҡарарҙар ҡабул иткәнен беләбеҙ. Ләкин бу­рыстарҙың күбеһе үтәлмәй, Баш­ҡарма комитет эшләмәй, ки­сек­тергеһеҙ проблемалар бу­йын­са ла һис ниндәй сара күрмәй тип әй­теү­селәр ҙә бар. Ошондай һүҙҙәргә ҡарата ни әйтер инегеҙ?
– Эйе, бар ундай һүҙҙәр. Уларҙы нигеҙҙә йәштәр әйтә һәм уларҙың дәғүәләре өсөн күпмелер ерлек тә юҡ түгел. Тәьҫире лә бар. Ләкин шуны ла аңлаһындар ине: беҙ – министрлыҡ түгел, ә йәмәғәт ойош­маһы. Беҙ проблеманы күрһә­тергә тейешбеҙ һәм күрһәтәбеҙ ҙә. Мәҫәлән, башҡорт телен уҡытыу сәғәттәре кәмей. Беҙ был мәсьә­ләне Башҡарма комитетта үткән йыл һәм быйыл ҙур итеп күтәреп сыҡтыҡ. Тәьҫире бар! Байтаҡ урындарҙа хә­ҙер башҡорт телен уҡытыуҙы кәметеү туҡтатылды, сөнки беҙҙең ҡарарҙы һәм законлы талаптарҙы үтәйҙәр. Беҙ күтәреп сыҡмаһаҡ, башҡорт теле сәғәттәре артабан кәмер һәм, ихтимал, юҡҡа ла сығыр ине. Башҡарма комитет ҡайһы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен нисә сәғәт уҡыты­лыуын күҙәтеп бара, һаҡсы ролен үтәй, тиһәң дә була. Бындай миҫал­дарҙы күп килтерергә мөмкин.
– Район һәм ҡалаларҙағы баш­ҡорт ҡоролтайҙарына нин­дәй баһа бирер инегеҙ? Халыҡ­ты етәкләр­лек кешеләр табыуы ауыр булмаймы, ундағы әүҙем­дәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?
– Урындарҙа лидерҙар табыуы еңел мәсьәлә түгел, етмәһә, район баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе булыу йәмәғәт эшмәкәрлеге бит, һәр береһенең үҙ урынында вазифа бурыстары ла етерлек. Ләкин күпселеге бик матур эшләй. Был ауыр түгелдер тип уйлайым, сөнки беҙ уларға көн дә ҡоролтай эше менән шөғөлләнеү бурысы ҡуймай­быҙ. Ҡоролтай рәйес­тәренә төп талап шул: улар мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡы­тыуҙы, милли мәҙәниәттең торошон күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, киҫкен проблемаларҙы хәл итеү хәстәр­леген күрергә, кәрәк булғанда Башҡарма комитет аша республика ойошмаларын да йәлеп итергә тейеш. Рәйестәр итеп нигеҙҙә мәғариф өлкәһе хеҙмәт­кәрҙәрен, эшҡыуарҙарҙы ҡуйырға ты­рышабыҙ, был эшкә хакимиәт баш­лығы урынбаҫары йәлеп ител­гән райондар ҙа бар. Пенсио­нер­ҙар улар араһында бик аҙ.
– Милли матбуғатты тара­тыу­ҙа урындағы ҡоролтайҙарҙан ярҙам күргәнебеҙ юҡ та тиерлек...
– Был бик ҡатмарлы мәсьәлә инде ул. Район ҡоролтайы рәйесе редакциянан килгән журналисты яҡташта­ры менән осраштырыу өсөн халыҡты йыя ала, әлбиттә, ләкин өйҙән-өйгә йөрөп милли баҫ­маны алдырырға өгөтләргә уның ваҡыты ла юҡ, дөрө­ҫөн әйт­кәндә, хәленән дә килмәй. Шулай ҙа милли матбуғатҡа яҙы­лыу – дөйөм халыҡ бурысы, ә өгөт­ләү, аңлатыу эше ҡоролтайға ҡағыла.
– Оло йыйын алдынан һеҙгә күп кенә район һәм ҡала ҡорол­тай­ҙа­рында булырға тура кил­гәндер. Бер нисә көн элек кенә Яңа­уылдағы йыйылыштан ҡайт­ты­ғыҙ. Ниндәй тәьҫораттар ҡал­дыр­ҙы иң төньяҡ райо­ныбыҙҙағы баш­ҡорт­тар?
– Ундағы йыйылыш матур үтте, 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шу­ныһына тәүҙә үк иғтибар иттем: бик үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторол­ғайны, алдан уйланылғанса, унда Яңауыл йәштәре эшләгән робот техникаһы үҙәк урынды алып тора ине. Дөрөҫ һәм бик заманса. Юғиһә бындай күргәҙмәләрҙә йә боронғо кейем-һалымға ғына иғти­бар итәбеҙ, йә халыҡ кәсептәрен генә күрһәтергә ынтылабыҙ. Минең уйымса, кейеҙ баҫып, арба тәгәр­мәсе бөгөп кенә беҙҙең милләт алға китә алмаясаҡ. 21 ноябрҙә үткәреләсәк Бөтә донъя башҡорт­тары ҡоролтайы күр­гәҙмә­һен­дә лә шуға баҫым яһарға уйлай­быҙ. Тарих һөйләп, батырҙарыбыҙҙы һәм үҙебеҙҙе маҡтап ҡына ултырыу етте беҙгә!
– Дәүләт власы йәки муниципаль органдар менән эшләгәндә уларға башҡорт телен уҡытыу, милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу зарурлығын аңлатып, төшөн­дөрөп буламы? Был эш ниндәй ҡаршылыҡтарға осрай?
– Законда ҡаралып та, үтәл­мәгән бурыстарҙы асыҡлағанда беҙ шунда уҡ хакимиәткә инәбеҙ, ҡуйған талап­тарыбыҙҙы аңлама­ған йә ризаһыҙ­лыҡ белдергән башлыҡтар юҡ. Хә­йер, улар аңла­маған осраҡта республика Хөкү­мәте кимәленә барып етеү ҙә ҡыйын түгел. Урында шул мәсьә­ләләр буйынса кәңәшмәләрҙе лә йыш уҙғарып торабыҙ. Шул иҫәп­тән – тейешле министрлыҡтар менән берлектә.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында уның Башҡарма комитеты рәйесен һайлау мәсьә­ләһе лә күтәреләлер, моға­йын. Һеҙҙең кандидатура ла ҡараласаҡмы?
– Ҡоролтай Башҡарма коми­тет­тың составын ғына һайлай, рәйес­тең кем булыуы ошо Комитеттың беренсе ултырышында хәл ителәсәк. Был исем­лек­тең бөгөнгә билдәле булған проектында мин дә бар. Ләкин Ҡо­ролтай кеүек оло сараға әҙерлек барышында төрлө үҙгәрештәр ҙә бик ихтимал, шуға күрә был турала аныҡ ҡына әйтеп булмай хәҙергә.
– Тимәк, шарттар бар, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡа­лыу, артабан үҫтереү өсөн эшләр­гә, халыҡҡа төшөндө­рөр­гә һәм ойошторорға ғына кәрәк..
– Эйе, етерлек шарттар бар, беҙҙән эш кенә талап ителә.

Р. КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872