Хәбәр ителеүенсә, быйыл 21 ноябрҙә IV Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙа. Был оло йыйындың бурыстары, халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзының бөгөнгө эшмәкәрлеге һәм киләсәккә ниәттәре тураһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитеты рәйесе Р. Т. АҘНАБАЕВтың һөйләүен һораныҡ.– Румил Тәлғәт улы, заман үҙгәрештәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла ҡағылмай ҡалмайҙыр. Оҙаҡламай үткәреләсәк дүртенсе йыйын элеккеләренән ни яғы менән айырыласаҡ?
– Эйе, башҡорттарҙың халыҡ-ара милли йыйынын үткәрергә саҡ ҡына ваҡыт ҡалды. Әле район һәм ҡала ҡоролтайҙарында шул маҡсатта йыйылыштар бара, делегаттар һайлана. Шул иҫәптән, йола буйынса, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән дә вәкилдәр киләсәк. Был йыйылыштар ниндәй һөҙөмтә бирә, нимәне төп иғтибар үҙәгенә сығара – барыһы ла оло йыйындың көн тәртибендә һәм, ғөмүмән, кәйефендә, рухында сағылыш табырға тейеш. Тәүге ҡоролтайҙарҙа беҙ тарихҡа өҫтөнлөк бирергә тырыштыҡ: беҙҙең халыҡ кем ул, уның үткәне ниндәй? Милли мәҙәниәтебеҙ һәм телебеҙ ни хәлдә? Хәҙер быларҙың бөтөнөһө билдәле, халыҡтың аң-зиһененә һеңде. Тел һәм мәҙәниәт мәсьәләләре был юлы ла йыйындың көн тәртибендә буласаҡ, әлбиттә, ләкин шулай ҙа төп һүҙ милләттең киләсәге, уның үҫеше тураһында барырға тейеш тип уйлайым. Иҡтисади яҡтан үҫеш тураһында әйтәм, әлбиттә. Глобалләштереү заманында был иң көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында колхозға инергә мәжбүр иткәндә халыҡ шаңҡып ҡалған: үҙаллы донъя көтөп өйрәнгән кешегә нисек коллектив хужалыҡ талаптарына буйһонорға һәм “дөйөм ҡаҙан” өсөн эшләргә? Ә хәҙерге заманда инде тиҫтәләрсә йыл күмәк хужалыҡта йәшәп өйрәнгән халыҡ өсөн баҙар иҡтисадына күсеү зарурлығы тыуҙырыу шулай уҡ шаңҡытыу түгелме ни?
– Башҡорт халҡы тигәндә тәү сиратта ауылды һәм колхозды күҙ алдына килтереп өйрәнгәнбеҙ. Күптән түгел Ырымбур өлкәһендә командировкала булғанда бер фермер: “Һеҙ Башҡортостанда колхоздарҙы һаҡлап ҡалырға тырышҡан осорҙа беҙ үҙаллы йәшәргә, иҡтисади йәһәттән ярышырға өйрәндек”, – тигәйне. Коллектив хужалыҡтарҙы һаҡларға маташыу ауыл халҡының баҙар иҡтисадына яраҡлашыуын тотҡарламанымы икән?
– Дөрөҫ әйткән ул егет. Был сәйәсәттең насар яҡтары хәҙер килеп асыҡ күренә: беҙ колхоздар тамам емерелеп бөткәнсе көтөп ултырҙыҡ. Ә бит элегерәк уларҙың техникаһы ла, малы ла, келәт йәки ферма кеүек ҡаралтылары ла күп ине. Бына шуларҙы эшләрлек кешеләргә бүлеп биргәндә, беҙ ота инек... Ауылдың иҡтисади хәле лә яҡшыраҡ булыр ине. Киләсәге юҡлығын һиҙепме икән, колхоз етәкселәре һәм уларға яҡын кешеләр барлыҡ мал-тыуарҙы һәм техниканы һатып бөттө. Хәҙер пай ерҙәренән башҡа байлыҡ та юҡ. Ә нимә менән эшкәртергә был ерҙе? Әле ауыл хакимиәте башлығын табыу ҙа ҡатмарлы. Урындағы үҙидараны үҫтереү тәү сиратта иҡтисади нигеҙ талап итә бит.
– Ләкин ауылдарҙа башҡорттар кәмей, ә ҡалала арта бара. Тимәк, беҙ халҡыбыҙға мегаполис шарттарында ла телен һәм милли мәҙәниәтен һаҡлап ҡалырға ярҙам итергә бурыслыбыҙ.
– Был йәһәттән төп хәстәрлегебеҙ – бөгөн ҡалаларҙағы башҡорт гимназияларын иғтибарҙан ситтә ҡалдырмау, сөнки улар ҡала шарттарында телебеҙҙе һәм милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуҙың төп сығанағы бит. Милли гимназияларҙы юғалтһаҡ, хәлебеҙ тағы ла аяныслыраҡ буласаҡ. Урындағы төп милләт телендә уҡытыу хоҡуғы Рәсәй ҡануниәте тарафынан бирелгән. Бөтә эш урындағы власть һәм мәктәп етәкселеге иңенә ята. Ләкин хәҙерге мәктәптәрҙә барлыҡ иғтибар балаларҙы берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләүгә йүнәлтелгән, ә башҡорт теле менән әҙәбиәте, белеүебеҙсә, БДИ исемлегенә инмәй. Был мәсьәләне нисәмә тапҡыр күтәреп сыҡтыҡ, тик әлегә һөҙөмтә юҡ. Шуға күрә ҡайһы бер директорҙар күпселек фәндәрҙе баштан уҡ урыҫса уҡытыуҙы хуп күрә. Ярай, физиканы шулай уҡыттыҡ та ти. Ләкин бала үҙ телендә һөйләшергә, уҡырға һәм яҙырға ғына түгел, ә һанарға, үҫемлектәр һәм йәнлектәр донъяһындағы исемдәрҙе, кешенең тән төҙөлөшөн, сирҙәрҙе һәм башҡаларҙы туған телендә атай белергә лә тейеш.
– Әле һанап кителгән һәм башҡа милли мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам йүнәлешендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бер нисә йыйында мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәнен беләбеҙ. Ләкин бурыстарҙың күбеһе үтәлмәй, Башҡарма комитет эшләмәй, кисектергеһеҙ проблемалар буйынса ла һис ниндәй сара күрмәй тип әйтеүселәр ҙә бар. Ошондай һүҙҙәргә ҡарата ни әйтер инегеҙ?
– Эйе, бар ундай һүҙҙәр. Уларҙы нигеҙҙә йәштәр әйтә һәм уларҙың дәғүәләре өсөн күпмелер ерлек тә юҡ түгел. Тәьҫире лә бар. Ләкин шуны ла аңлаһындар ине: беҙ – министрлыҡ түгел, ә йәмәғәт ойошмаһы. Беҙ проблеманы күрһәтергә тейешбеҙ һәм күрһәтәбеҙ ҙә. Мәҫәлән, башҡорт телен уҡытыу сәғәттәре кәмей. Беҙ был мәсьәләне Башҡарма комитетта үткән йыл һәм быйыл ҙур итеп күтәреп сыҡтыҡ. Тәьҫире бар! Байтаҡ урындарҙа хәҙер башҡорт телен уҡытыуҙы кәметеү туҡтатылды, сөнки беҙҙең ҡарарҙы һәм законлы талаптарҙы үтәйҙәр. Беҙ күтәреп сыҡмаһаҡ, башҡорт теле сәғәттәре артабан кәмер һәм, ихтимал, юҡҡа ла сығыр ине. Башҡарма комитет ҡайһы мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен нисә сәғәт уҡытылыуын күҙәтеп бара, һаҡсы ролен үтәй, тиһәң дә була. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин.
– Район һәм ҡалаларҙағы башҡорт ҡоролтайҙарына ниндәй баһа бирер инегеҙ? Халыҡты етәкләрлек кешеләр табыуы ауыр булмаймы, ундағы әүҙемдәргә ниндәй талаптар ҡуйыла?
– Урындарҙа лидерҙар табыуы еңел мәсьәлә түгел, етмәһә, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе булыу йәмәғәт эшмәкәрлеге бит, һәр береһенең үҙ урынында вазифа бурыстары ла етерлек. Ләкин күпселеге бик матур эшләй. Был ауыр түгелдер тип уйлайым, сөнки беҙ уларға көн дә ҡоролтай эше менән шөғөлләнеү бурысы ҡуймайбыҙ. Ҡоролтай рәйестәренә төп талап шул: улар мәктәптә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы, милли мәҙәниәттең торошон күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа, киҫкен проблемаларҙы хәл итеү хәстәрлеген күрергә, кәрәк булғанда Башҡарма комитет аша республика ойошмаларын да йәлеп итергә тейеш. Рәйестәр итеп нигеҙҙә мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәрен, эшҡыуарҙарҙы ҡуйырға тырышабыҙ, был эшкә хакимиәт башлығы урынбаҫары йәлеп ителгән райондар ҙа бар. Пенсионерҙар улар араһында бик аҙ.
– Милли матбуғатты таратыуҙа урындағы ҡоролтайҙарҙан ярҙам күргәнебеҙ юҡ та тиерлек...
– Был бик ҡатмарлы мәсьәлә инде ул. Район ҡоролтайы рәйесе редакциянан килгән журналисты яҡташтары менән осраштырыу өсөн халыҡты йыя ала, әлбиттә, ләкин өйҙән-өйгә йөрөп милли баҫманы алдырырға өгөтләргә уның ваҡыты ла юҡ, дөрөҫөн әйткәндә, хәленән дә килмәй. Шулай ҙа милли матбуғатҡа яҙылыу – дөйөм халыҡ бурысы, ә өгөтләү, аңлатыу эше ҡоролтайға ҡағыла.
– Оло йыйын алдынан һеҙгә күп кенә район һәм ҡала ҡоролтайҙарында булырға тура килгәндер. Бер нисә көн элек кенә Яңауылдағы йыйылыштан ҡайттығыҙ. Ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы иң төньяҡ районыбыҙҙағы башҡорттар?
– Ундағы йыйылыш матур үтте, 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Шуныһына тәүҙә үк иғтибар иттем: бик үҙенсәлекле күргәҙмә ойошторолғайны, алдан уйланылғанса, унда Яңауыл йәштәре эшләгән робот техникаһы үҙәк урынды алып тора ине. Дөрөҫ һәм бик заманса. Юғиһә бындай күргәҙмәләрҙә йә боронғо кейем-һалымға ғына иғтибар итәбеҙ, йә халыҡ кәсептәрен генә күрһәтергә ынтылабыҙ. Минең уйымса, кейеҙ баҫып, арба тәгәрмәсе бөгөп кенә беҙҙең милләт алға китә алмаясаҡ. 21 ноябрҙә үткәреләсәк Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы күргәҙмәһендә лә шуға баҫым яһарға уйлайбыҙ. Тарих һөйләп, батырҙарыбыҙҙы һәм үҙебеҙҙе маҡтап ҡына ултырыу етте беҙгә!
– Дәүләт власы йәки муниципаль органдар менән эшләгәндә уларға башҡорт телен уҡытыу, милли мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу зарурлығын аңлатып, төшөндөрөп буламы? Был эш ниндәй ҡаршылыҡтарға осрай?
– Законда ҡаралып та, үтәлмәгән бурыстарҙы асыҡлағанда беҙ шунда уҡ хакимиәткә инәбеҙ, ҡуйған талаптарыбыҙҙы аңламаған йә ризаһыҙлыҡ белдергән башлыҡтар юҡ. Хәйер, улар аңламаған осраҡта республика Хөкүмәте кимәленә барып етеү ҙә ҡыйын түгел. Урында шул мәсьәләләр буйынса кәңәшмәләрҙе лә йыш уҙғарып торабыҙ. Шул иҫәптән – тейешле министрлыҡтар менән берлектә.
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында уның Башҡарма комитеты рәйесен һайлау мәсьәләһе лә күтәреләлер, моғайын. Һеҙҙең кандидатура ла ҡараласаҡмы?
– Ҡоролтай Башҡарма комитеттың составын ғына һайлай, рәйестең кем булыуы ошо Комитеттың беренсе ултырышында хәл ителәсәк. Был исемлектең бөгөнгә билдәле булған проектында мин дә бар. Ләкин Ҡоролтай кеүек оло сараға әҙерлек барышында төрлө үҙгәрештәр ҙә бик ихтимал, шуға күрә был турала аныҡ ҡына әйтеп булмай хәҙергә.
– Тимәк, шарттар бар, туған телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу, артабан үҫтереү өсөн эшләргә, халыҡҡа төшөндөрөргә һәм ойошторорға ғына кәрәк..
– Эйе, етерлек шарттар бар, беҙҙән эш кенә талап ителә.
Р. КӘЛИМУЛЛИН әңгәмәләште.