Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән…
(“Башҡортҡа сәй көнө кәрәкме?”,
2015 йыл, 7 октябрь)
Ошо мәҡәлә авторы Гөлдәр Бүләкбаеваның күҙенә бер анекдот салынған һәм ул, үҙенә генә хас мәрәкәсел тон менән, мөһим социаль һәм әхлаҡи мәсьәләне күтәрә. Һүҙ эшкә мөнәсәбәткә, халыҡтың кәйефенә һәм ижтимағи тормошҡа ҡағылғас, мин дә, үҙ сиратымда, байтаҡ йылдар әүәл Башҡортостан Китап палатаһында барып юлыҡҡан “Слушай, хозяин!” тип аталған брошюраны хәтергә төшөрҙөм. Шунан бер нисә генә йөмлә килтерәйем әле.
“Ҡарайым да һиңә аптырайым. Эштәреңдең асылын аңлай алмайым.
Таң һарыһынан, һарыуың ҡай­нап, мыжый башлайһың. Һүкмәгән нәмәң ҡалмай, хатта, сулаһы сыҡ­һа, сәкәләшеп тә китер инең. Бер бәлә: ғәйеплеләр, һинең феке­рең­сә, һинән алыҫта шул.
Сәйең, шәкәрең, тоҙоң, һабы­ның, күлдәклек ситсаң, тун өсөн тауарың, балтаң, көрәгең юҡлыҡ­ҡа һарыуың ҡайнай, салғың, ура­ғың, һабаның, тырмаң юҡ, тәҙ­рәңде көпләр быяла, сереп ти­шелгән ҡыйыҡты ямар таҡта юҡ, эшкә барыу өсөн тәгәрмәсе лә, санаһы ла, арба һәм ҡамыт-ың­ғыр­сағы ла юҡ. Һис нәмә ҡалманы бит!”
Был зарланыуҙарға инде биш былтыр ғүмер үткән, сөнки улар 1918 йылда брошюра итеп баҫып сығарылған. Әлеге яҙманан өҙөк кил­тереүемдең сәбәбе бер генә: иле­беҙҙәге тормош-көнкүреш донъя көтөү өсөн иң кәрәкле нәмә­ләргә лә мохтажлыҡтан башланған. Юҡтан бар итеү өсөн һәр кемдән ва­ҡытты самаламай, ял-кәйеф тура­һында бигүк хәстәрләмәй эшләү талап ителә. Халыҡ әйтмешләй, “Хоҙайҙың биргәненән бирмәгәне күп”. Бәс, тормоштоң асылын байрам ойоштора һәм үткәрә белеү түгел, бәлки хеҙмәткә ижтиһад билдәләй. Ысындан да, урынһыҙға күкрәк киреп, Мостай ағай әйт­меш­ләй, батҡан ҡояшҡа ҡыҙынып, үткән эш менән мауығып йәшәүҙең мәғә­нәһеҙ булыуы мәғлүм бит инде, әм­мә һаман, тормоштоң ҡәтғи ысын­барлығын күрмәмешкә һалы­шып, кәйеф-сафаға ынтылыуҙы мен­таль йәһәттән йәшәү мәғәнәһе итеп күтәрәбеҙ.
Мин йыбанманым, дәүләт, һөнә­ри байрамдар, иҫтәлекле һәм юбилей көндәре теркәлгән календарь сәхифәләрен теүәлләп сыҡтым. Те­үәлләүем нисек булғандыр, иллә “көн” тип аталған байрамдарҙың һаны 180-дән ашып китте. Шулай, августа – 20, мартта – 22, де­кабр­ҙә – 25, июндә – 26, майҙа – 27, сен­тябрҙә – 28, октябрҙә – 29, ноябрҙә 32 көн билдәләнә. Әлбиттә, һәр көн­дә лә хеҙмәтсәндәр ял итә икән, тип раҫлау хаҡҡа сыҡмаҫ, ләкин беҙҙең халыҡтың дәүләт һәм, ғөмүмән, күмәк эшкә мөнәсәбәтен хәтерҙә тотҡанда, байрам кәйефе тотош йәм­ғиәттең тәбиғи хәленә әүерелә. Иҡтисадсылар, аналитиктар Яңы йыл көндәренең хужалыҡҡа ни хәтлем зыян килтереүе тураһында әйтеп тә, яҙып та тора, ләкин ул фе­керҙәрҙе хакимлы даирәләр ҡола­ғы­на ла элмәй. Алмандарҙың, япон­дарҙың иҡтисадындағы ҡаҙа­ныштарға һоҡланған да, көнләшкән дә булабыҙ, ләкин уларҙың еңенең һәр саҡ һыҙғаныулы икәнен генә танырға теләмәйбеҙ. Улай ғына бул­һа. Әлеге телгә алған көндәргә яңылары өҫтәлеп тора, тәҡәтһеҙ әү­ҙем кешеләр уй-хыял етмәҫлек байрамдар тыуҙыра, һәм ошо процесс, минең ҡарашҡа, хәҙер эпидемия рәүешен алды.
Әүәлге замандарҙа төрлө юби­лей­ҙарҙы үткәреү кимәлен, ваҡы­тын, самаһын көйләгән документтар бар ине. Хәҙер иһә кескәй генә бер ойошманың хасил булыуына бер, өс, биш йыл тулыуҙы ла ҙур ваҡиға итәләр. Был үҙ баһаңды самалай бел­мәүҙән киләме, әллә аҡса һәм ваҡытты сарыф итеү тураһында уй­ланмауҙанмы? Әгәр кәрәккән һәм хәжәте булмаған һәр төрлө байрам-тантаналарға тотонолған сығым­дар­ҙы, нисәмә кешенең, ошоно сә­бәп итеп, эшләгән кеше булып ҡыланыуын иҫәпкә алыр әмәлдәр булһа, бәлки, оялыр инек. Хәйер, был тәбиғи ғәҙәттең терелеүенә өмөт тә юҡ инде.
Әлбиттә, байрамһыҙ йәшәү – өмөт­һөҙлөктә ғүмер итеү. Унан һуң, дәүләтте дәүләт иткән, халыҡты туплаған һәм күтәргән дөйөм милли байрам, тарихта күтәрелеп торған иҫтәлекле һәм данлы даталар бар. Матур ғәҙәттәрҙе лә инҡар итергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, берәү­ҙәр­гә көн дә һағыш, көн дә уй, тип әйтерлек заманда йәшәүебеҙҙе лә оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Француз фекер эйәһе, яҙыусы һәм педагог Жан-Жак Руссоның әйтеп ҡалдырған һүҙе бар: “Байрам кәйефе менән йәшәргә ынтылыу һәм ялҡаулыҡ – бына шул ике сир. Ғәҙәткә инһәләр, уларҙан арына алмайһың”. Беҙгә ошо мөһөр менән йәшәргә яҙған микән ни?



Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә