Атайым ай күргән, иртәгә байрам икән…24.10.2015
(“Башҡортҡа сәй көнө кәрәкме?”,
2015 йыл, 7 октябрь)
Ошо мәҡәлә авторы Гөлдәр Бүләкбаеваның күҙенә бер анекдот салынған һәм ул, үҙенә генә хас мәрәкәсел тон менән, мөһим социаль һәм әхлаҡи мәсьәләне күтәрә. Һүҙ эшкә мөнәсәбәткә, халыҡтың кәйефенә һәм ижтимағи тормошҡа ҡағылғас, мин дә, үҙ сиратымда, байтаҡ йылдар әүәл Башҡортостан Китап палатаһында барып юлыҡҡан “Слушай, хозяин!” тип аталған брошюраны хәтергә төшөрҙөм. Шунан бер нисә генә йөмлә килтерәйем әле.
“Ҡарайым да һиңә аптырайым. Эштәреңдең асылын аңлай алмайым.
Таң һарыһынан, һарыуың ҡайнап, мыжый башлайһың. Һүкмәгән нәмәң ҡалмай, хатта, сулаһы сыҡһа, сәкәләшеп тә китер инең. Бер бәлә: ғәйеплеләр, һинең фекереңсә, һинән алыҫта шул.
Сәйең, шәкәрең, тоҙоң, һабының, күлдәклек ситсаң, тун өсөн тауарың, балтаң, көрәгең юҡлыҡҡа һарыуың ҡайнай, салғың, урағың, һабаның, тырмаң юҡ, тәҙрәңде көпләр быяла, сереп тишелгән ҡыйыҡты ямар таҡта юҡ, эшкә барыу өсөн тәгәрмәсе лә, санаһы ла, арба һәм ҡамыт-ыңғырсағы ла юҡ. Һис нәмә ҡалманы бит!”
Был зарланыуҙарға инде биш былтыр ғүмер үткән, сөнки улар 1918 йылда брошюра итеп баҫып сығарылған. Әлеге яҙманан өҙөк килтереүемдең сәбәбе бер генә: илебеҙҙәге тормош-көнкүреш донъя көтөү өсөн иң кәрәкле нәмәләргә лә мохтажлыҡтан башланған. Юҡтан бар итеү өсөн һәр кемдән ваҡытты самаламай, ял-кәйеф тураһында бигүк хәстәрләмәй эшләү талап ителә. Халыҡ әйтмешләй, “Хоҙайҙың биргәненән бирмәгәне күп”. Бәс, тормоштоң асылын байрам ойоштора һәм үткәрә белеү түгел, бәлки хеҙмәткә ижтиһад билдәләй. Ысындан да, урынһыҙға күкрәк киреп, Мостай ағай әйтмешләй, батҡан ҡояшҡа ҡыҙынып, үткән эш менән мауығып йәшәүҙең мәғәнәһеҙ булыуы мәғлүм бит инде, әммә һаман, тормоштоң ҡәтғи ысынбарлығын күрмәмешкә һалышып, кәйеф-сафаға ынтылыуҙы менталь йәһәттән йәшәү мәғәнәһе итеп күтәрәбеҙ.
Мин йыбанманым, дәүләт, һөнәри байрамдар, иҫтәлекле һәм юбилей көндәре теркәлгән календарь сәхифәләрен теүәлләп сыҡтым. Теүәлләүем нисек булғандыр, иллә “көн” тип аталған байрамдарҙың һаны 180-дән ашып китте. Шулай, августа – 20, мартта – 22, декабрҙә – 25, июндә – 26, майҙа – 27, сентябрҙә – 28, октябрҙә – 29, ноябрҙә 32 көн билдәләнә. Әлбиттә, һәр көндә лә хеҙмәтсәндәр ял итә икән, тип раҫлау хаҡҡа сыҡмаҫ, ләкин беҙҙең халыҡтың дәүләт һәм, ғөмүмән, күмәк эшкә мөнәсәбәтен хәтерҙә тотҡанда, байрам кәйефе тотош йәмғиәттең тәбиғи хәленә әүерелә. Иҡтисадсылар, аналитиктар Яңы йыл көндәренең хужалыҡҡа ни хәтлем зыян килтереүе тураһында әйтеп тә, яҙып та тора, ләкин ул фекерҙәрҙе хакимлы даирәләр ҡолағына ла элмәй. Алмандарҙың, япондарҙың иҡтисадындағы ҡаҙаныштарға һоҡланған да, көнләшкән дә булабыҙ, ләкин уларҙың еңенең һәр саҡ һыҙғаныулы икәнен генә танырға теләмәйбеҙ. Улай ғына булһа. Әлеге телгә алған көндәргә яңылары өҫтәлеп тора, тәҡәтһеҙ әүҙем кешеләр уй-хыял етмәҫлек байрамдар тыуҙыра, һәм ошо процесс, минең ҡарашҡа, хәҙер эпидемия рәүешен алды.
Әүәлге замандарҙа төрлө юбилейҙарҙы үткәреү кимәлен, ваҡытын, самаһын көйләгән документтар бар ине. Хәҙер иһә кескәй генә бер ойошманың хасил булыуына бер, өс, биш йыл тулыуҙы ла ҙур ваҡиға итәләр. Был үҙ баһаңды самалай белмәүҙән киләме, әллә аҡса һәм ваҡытты сарыф итеү тураһында уйланмауҙанмы? Әгәр кәрәккән һәм хәжәте булмаған һәр төрлө байрам-тантаналарға тотонолған сығымдарҙы, нисәмә кешенең, ошоно сәбәп итеп, эшләгән кеше булып ҡыланыуын иҫәпкә алыр әмәлдәр булһа, бәлки, оялыр инек. Хәйер, был тәбиғи ғәҙәттең терелеүенә өмөт тә юҡ инде.
Әлбиттә, байрамһыҙ йәшәү – өмөтһөҙлөктә ғүмер итеү. Унан һуң, дәүләтте дәүләт иткән, халыҡты туплаған һәм күтәргән дөйөм милли байрам, тарихта күтәрелеп торған иҫтәлекле һәм данлы даталар бар. Матур ғәҙәттәрҙе лә инҡар итергә ярамай. Шул уҡ ваҡытта берәүҙәргә көн дә байрам, көн дә туй, берәүҙәргә көн дә һағыш, көн дә уй, тип әйтерлек заманда йәшәүебеҙҙе лә оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Француз фекер эйәһе, яҙыусы һәм педагог Жан-Жак Руссоның әйтеп ҡалдырған һүҙе бар: “Байрам кәйефе менән йәшәргә ынтылыу һәм ялҡаулыҡ – бына шул ике сир. Ғәҙәткә инһәләр, уларҙан арына алмайһың”. Беҙгә ошо мөһөр менән йәшәргә яҙған микән ни?