Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Донъяла йәм артты: инвестор килде!
Донъяла йәм артты: инвестор килде! Районда йылына 180 миллион дана йомортҡа етештерергә иҫәп тотҡан фабрика сафҡа инде.


– Республикабыҙ халҡын экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡош ите менән тәьмин итеү район ғына тү­гел, республика иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индерә, – тине район хаки­миә­те башлығы Рәзиф Ғил­мул­лин ҡошсолоҡ фабрикаһын асыу тан­та­наһында. “Агро-Мен” холдинг ком­панияһы Түбән Таҡыя ауылын­да ҡе­үәтле заманса ҡошсолоҡ фаб­ри­каһын сафҡа индерҙе. Ике йыл элек тәүге нигеҙ ташы һа­лынған ойош­ма бөгөн Свердлов өлкәһенән “браун-ник” тоҡомло себештәрҙе ҡабул итте лә инде. Улар февралдә йомортҡа бирә башлаясаҡ. Барлыҡ корпустар төҙөлөп бөткәс, йылына 180 миллион дана йомортҡа етеш­тереләсәк был фабрикала.
Донъяла йәм артты: инвестор килде!Заманса предприятие респуб­ликабыҙ иҡтисадына тос өлөш ин­дер­мәксе: халыҡҡа 440-лап эш уры­ны булдырыла, ә Башҡортос­тан данын Рәсәй һәм башҡа сит төбәк­тәргә лә танытмаҡсы краснокамалар.
“Агро-Мен” ширҡәте идарасыһы Нәфис Вәсил улы Ғәйнетдинов беҙ­ҙе ҡошсолоҡ фабрикаһы менән таныштыра. Бер нисә корпуста Ита­лия, Австрия, Голландиянан ҡайтарылған заманса технологиялар пульт ярҙамында идара итеүгә көйләнгән. Ҡоштарҙы ашатыуҙа, һыу эсереүҙә ябай ҡул көсө ҡул­ла­нылмай, тимәк, эшселәрҙең хеҙ­мәте күпкә еңеләйгән. Йомортҡаны сорттарға айырыу, төрөү ҙә меха­низацияланған. Фабрика эшсән­дәренең хеҙмәт шарттары иһә бик яҡшы булмаҡсы: ашхана, душ, ял бүлмәләре ялт итеп тора.
Проектҡа һалынған инвестиция күләменең 2,45 миллиард һум тәш­кил итеүен төбәк үҫешенә тос бүләк тип баһаларға мөмкиндер. Һөҙөм­тәлә һалым түләү арта, халыҡтың көнкүреш шарттары ла яҡшырасаҡ. Әйткәндәй, Нәфис Вә­сил улы – күр­ше Та­­тар­с­тандың “Саллы-бройлер” ҡош­солоҡ фаб­рика­һын­да генераль директор урын­баҫары бу­лып оҙаҡ йылдар эш­ләп, оло тәж­рибә туп­лаған белгес.
– Тәүге осор­ҙа 300 мең тауыҡ, алмашҡа 110 мең баш йәш тауыҡ аҫраласаҡ. Улар йылы­на 90 миллион дана йомортҡа би­рә­сәк. Артабан иһә тағы шунса са­ма тауыҡ һыйған корпустар саф­ҡа инһә, йылына йәмғеһе 180 миллион дана йомортҡа етеш­те­рәсәк­беҙ, – ти ул, ғорур­ла­нып.
Ғорурланырлыҡ та шул. Ҡош­со­лоҡ фабрикаһының киләсәккә пландары ҙур. Ҡуян ҡасабаһында брой­лер цехы асып, тауыҡ итен тә­рән эшкәртеүҙе яйға һалмаҡ­сы­лар. Тәүге этапта һигеҙ корпуста йылы­на 7350 баш бройлер үҫте­рел­һә, икенсе этапта ла шул тиклем үк ҡош аҫ­ра­лып, йылына 30 мең тонна бройлер итен етештереү күҙаллана.
Бында иһә 340 кешегә эш уры­ны тәҡдим ителәсәк. Ҡатнаш аҙыҡ заводы ла үҙҙәренеке — сәғәтенә 20 тонна ем етештерә. Яҙ еткәс тә, заманса инкубаторҙа себештәр сығарыу күҙаллана.
Ошо тиклем ҡош-ҡортто аҫрау табышлы булһын өсөн, әлбиттә, иген культураларын үҙең үҫтереү зарур. Бының өсөн сәсеү майҙан­дары кәрәк. Агрохолдинг өс мең гектарҙы биләгән иген баҫыуҙа­рында быйыл мул уңыш үҫтереп алды, яңы ғына сафҡа ингән ете келәткә һаҡларға һалды. Быйылғы ураҡ батырҙары Роберт Мөбә­рә­ков, Андрей Биктубаев ике “Полесье” комбайнында мул уңыш йыйып алды.
— Ҡайһы бер баҫыуҙа гектар ҡеүәте 35 центнер тәшкил итте, — ти тәжрибәле баш агроном Алексей Тарасов. — Беҙгә тағы 17 мең гектар ер кәрәк. Краснокама һәм Ҡал­тасы райондары етәкселеге ярҙам вәғәҙә итте.
Әйткәндәй, агрохолдинг ике йыл­да 30 миллион һумға 12 берә­мек махсус техника һәм тағыл­ма­лы 24 ҡоролма һатып алған, баҫыу эштәрен үҙ көстәре менән әлегә 15 кеше атҡарһа, киләсәктә 50-гә еткермәкселәр.
Ер яҙмышына, яҡташтарының бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаған инвестор килде. Донъя­ла йәм артты.


Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә