Районда йылына 180 миллион дана йомортҡа етештерергә иҫәп тотҡан фабрика сафҡа инде. – Республикабыҙ халҡын экологик яҡтан таҙа, сифатлы ҡош ите менән тәьмин итеү район ғына түгел, республика иҡтисады үҫешенә ҙур өлөш индерә, – тине район хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллин ҡошсолоҡ фабрикаһын асыу тантанаһында. “Агро-Мен” холдинг компанияһы Түбән Таҡыя ауылында ҡеүәтле заманса ҡошсолоҡ фабрикаһын сафҡа индерҙе. Ике йыл элек тәүге нигеҙ ташы һалынған ойошма бөгөн Свердлов өлкәһенән “браун-ник” тоҡомло себештәрҙе ҡабул итте лә инде. Улар февралдә йомортҡа бирә башлаясаҡ. Барлыҡ корпустар төҙөлөп бөткәс, йылына 180 миллион дана йомортҡа етештереләсәк был фабрикала.
Заманса предприятие республикабыҙ иҡтисадына тос өлөш индермәксе: халыҡҡа 440-лап эш урыны булдырыла, ә Башҡортостан данын Рәсәй һәм башҡа сит төбәктәргә лә танытмаҡсы краснокамалар.
“Агро-Мен” ширҡәте идарасыһы Нәфис Вәсил улы Ғәйнетдинов беҙҙе ҡошсолоҡ фабрикаһы менән таныштыра. Бер нисә корпуста Италия, Австрия, Голландиянан ҡайтарылған заманса технологиялар пульт ярҙамында идара итеүгә көйләнгән. Ҡоштарҙы ашатыуҙа, һыу эсереүҙә ябай ҡул көсө ҡулланылмай, тимәк, эшселәрҙең хеҙмәте күпкә еңеләйгән. Йомортҡаны сорттарға айырыу, төрөү ҙә механизацияланған. Фабрика эшсәндәренең хеҙмәт шарттары иһә бик яҡшы булмаҡсы: ашхана, душ, ял бүлмәләре ялт итеп тора.
Проектҡа һалынған инвестиция күләменең 2,45 миллиард һум тәшкил итеүен төбәк үҫешенә тос бүләк тип баһаларға мөмкиндер. Һөҙөмтәлә һалым түләү арта, халыҡтың көнкүреш шарттары ла яҡшырасаҡ. Әйткәндәй, Нәфис Вәсил улы – күрше Татарстандың “Саллы-бройлер” ҡошсолоҡ фабрикаһында генераль директор урынбаҫары булып оҙаҡ йылдар эшләп, оло тәжрибә туплаған белгес.
– Тәүге осорҙа 300 мең тауыҡ, алмашҡа 110 мең баш йәш тауыҡ аҫраласаҡ. Улар йылына 90 миллион дана йомортҡа бирәсәк. Артабан иһә тағы шунса сама тауыҡ һыйған корпустар сафҡа инһә, йылына йәмғеһе 180 миллион дана йомортҡа етештерәсәкбеҙ, – ти ул, ғорурланып.
Ғорурланырлыҡ та шул. Ҡошсолоҡ фабрикаһының киләсәккә пландары ҙур. Ҡуян ҡасабаһында бройлер цехы асып, тауыҡ итен тәрән эшкәртеүҙе яйға һалмаҡсылар. Тәүге этапта һигеҙ корпуста йылына 7350 баш бройлер үҫтерелһә, икенсе этапта ла шул тиклем үк ҡош аҫралып, йылына 30 мең тонна бройлер итен етештереү күҙаллана.
Бында иһә 340 кешегә эш урыны тәҡдим ителәсәк. Ҡатнаш аҙыҡ заводы ла үҙҙәренеке — сәғәтенә 20 тонна ем етештерә. Яҙ еткәс тә, заманса инкубаторҙа себештәр сығарыу күҙаллана.
Ошо тиклем ҡош-ҡортто аҫрау табышлы булһын өсөн, әлбиттә, иген культураларын үҙең үҫтереү зарур. Бының өсөн сәсеү майҙандары кәрәк. Агрохолдинг өс мең гектарҙы биләгән иген баҫыуҙарында быйыл мул уңыш үҫтереп алды, яңы ғына сафҡа ингән ете келәткә һаҡларға һалды. Быйылғы ураҡ батырҙары Роберт Мөбәрәков, Андрей Биктубаев ике “Полесье” комбайнында мул уңыш йыйып алды.
— Ҡайһы бер баҫыуҙа гектар ҡеүәте 35 центнер тәшкил итте, — ти тәжрибәле баш агроном Алексей Тарасов. — Беҙгә тағы 17 мең гектар ер кәрәк. Краснокама һәм Ҡалтасы райондары етәкселеге ярҙам вәғәҙә итте.
Әйткәндәй, агрохолдинг ике йылда 30 миллион һумға 12 берәмек махсус техника һәм тағылмалы 24 ҡоролма һатып алған, баҫыу эштәрен үҙ көстәре менән әлегә 15 кеше атҡарһа, киләсәктә 50-гә еткермәкселәр.
Ер яҙмышына, яҡташтарының бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмаған инвестор килде. Донъяла йәм артты.