Телебеҙҙә “моноҡала” тигән һүҙ күптән түгел ҡулланыла башланы. Икенсе төрлө “ҡала-завод” тип тә йөрөтәләр. Ҡасандыр бер предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килеп, урындағы халыҡтың егерме биш процентынан күберәге шунда эшләгән йәки унда етештерелгән тауарҙың 50 проценты бер тармаҡҡа ҡараған кескәй ҡаласыҡтар улар. Рәсәйҙә бер нисә йөҙ моноҡала иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшөн Оборона министрлығына ҡарағандары тәшкил итһә, икенселәре теге йәки был файҙалы ҡаҙылма табылыу айҡанлы төҙөлгән. Мәҫәлән, Төмән өлкәһенең төньяғында нефть һәм газ сығарыу менән шөғөлләнгән ҡалалар бар. Уларҙың төбәктә тәбиғи ресурстар бөткәнсе йәшәйәсәге алдан уҡ билдәле ине.
Әлбиттә, Совет осоронда был ҡалалар халҡы үҙҙәрен кәмһетелгән итеп тойманы, сөнки сәнәғәт үҙәктәрендәге эш хаҡы башҡа ҙур ҡалаларҙыҡынан айырылманы тиерлек, социаль гарантиялар булды, халыҡ киләсәккә ышанып йәшәне. Үкенескә ҡаршы, хәҙер уларҙа башҡа тормош хөкөм һөрә, йәштәр генә түгел, хатта урта быуын кешеләре лә ситкә күсеүҙе хуп күрә, сөнки эш урындары юҡ, булғандарына ла урынлашыр өсөн таныш-тоношоңдоң ярҙамы кәрәк.
Моноҡалаларға янаған хәүеф 1992 йылда СССР тарҡалғас башланды. Ә инде 2008-2009 йылдарҙағы донъялағы иҡтисади көрсөк был афәтте көсәйтеп ебәрҙе. Был юлы ул ауыр йылдарҙа йөҙөн үҙгәртеп, экспорт-импорт мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә өлгәшкән сәнәғәт предприятиеларына ла ҡырау булып тейҙе.
Ябыҡ ҡалалар айырыуса миктәне. Уларҙа етештерелгән тауарға ихтыяж төштө, эш хаҡы ваҡытында бирелмәне. Ғилми-тикшеренеү үҙәктәренә финанслау кәмегәнлектән, оҙаҡ йылдар тәжрибә туплаған фән әһелдәре, ғалимдар, конструкторҙар ауыр хәлдә ҡалды. Бындай ҡалаларҙа бығаса мәшғүллек үҙәктәренә сират булмаһа, 1995 йылда 18 мең эш эҙләүсе теркәлгән.
“Моноҡала” һүҙе Рәсәйгә генә хас күренеш түгел. Сит илдәрҙә ҡасандыр ошондай хәлгә дусар булып, был ауырлыҡты еңеп сыҡҡан төбәктәр бихисап. Әлбиттә, донъя тәжрибәһендә моноҡалаларҙың ауыр хәлен еңелләштереүҙең ике юлы бар. Тәүгеһе Американыҡы – бында эшселәр бүтән урындарға күсә, был осраҡта ҡала бәләкәйләнә, әммә ул үҙ функцияһын үтәй. Ә Европа илдәрендә иһә инфраструктураны үҫтереү проекты эшләй, белгестәр яңы һөнәрҙәргә уҡытыла. Мәҫәлән, XIX быуаттан Англияның Кастлфорд ҡалаһында уңышлы эшләгән өс шахта 1990 йылдарҙа ябыла. Рәсми эшһеҙлек 20 процент тәшкил итә. Ҡырҡ мең халҡы булған ҡаланы кейем тегеү фабрикаһы ҡотҡара. Бынан тыш, хөкүмәт уны йәнләндереү өсөн күп көс һала. Хәҙер ҡала янында ҙур ябыҡ саңғы трассаһы бар, бында барлыҡ Европанан сноубордсылар ағыла. Шулай уҡ күптән түгел ҡаланан алыҫ булмаған урында төҙөлгән электр станцияһы ла ҡаҙнаға табыш килтерә.
Ә Бирмингем иҡтисади үҫеш йәһәтенән Бөйөк Британияла Лондондан һуң икенсе ҡала була. Ул автомобилдәр йыйыуға йүнәлеш тотҡан. Әммә машиналар комплексы ябылғас, халыҡтың дүрттән бер өлөшө эшһеҙ ҡала. Ҡала ҡурҡыныс хәлгә төшә: енәйәтселек арта, халыҡтың яртыһы йәшәгән урынын ташлап китеү сәбәпле, ташландыҡ йорттар ишәйә. Дәүләт ярҙамы, бизнесҡа инвестициялар йәлеп итеү бындағы тормошто танымаҫлыҡ итеп үҙгәртә. Инфраструктураны үҫтереүгә сығымды йәлләмәйҙәр. Хәҙер Бирмингем Европала күптәр көнләшерлек ҡалаларҙың береһенә әйләнгән. Заманса матур йорттар, спорт менән шөғөлләнеү үҙәктәре, сәскәләр, фонтандар ҡаланы биҙәй.
Беҙҙең илдә 300 самаһы моноҡала бар. Социаль хәле, ҡаланы төҙөүгә сәбәпсе булған предприятиеларҙың торошо буйынса өс категорияға бүленә улар. Тәүгеһенә ярайһы ҡатмарлы тороштағы 75 ҡала индерелһә, икенсе категорияға социаль-иҡтисади хәленә хөртәйеү хәүефе янаған – 149, өсөнсөһөнә (тотороҡло иҡтисади хәл) 89 тораҡ ҡарай. Уларҙа 15 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Беҙҙә сит илдәр тәжрибәһен ҡулланыу мөмкин түгел, сөнки моноҡалалар үтә күп. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙа юғары, урта махсус белемле кешеләр илдең башҡа төбәктәренән күберәк. Бәғзеләрендә социаль инфраструктура юғары кимәлдә, инженер селтәрҙәре, энергетика үҫешкән, әммә бөгөнгө шарттарҙа уларҙы тулы килеш файҙаланып булмай, заман үҙгәргән.
Шуға ла Рәсәйҙә килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙең бер нисә юлы бар: дәүләт ярҙамы, бығаса төҙөлгән етештереү үҙәктәрен яңы шарттарға яраҡлаштырыу, ташламалар булдырыу. Уларҙың тормошон яҡшыртыуҙы, социаль-иҡтисади хәлен үҫтереүҙе урындағы муниципалитеттар ғына атҡара алмай.
Бөгөн был дәүләт алдында торған дөйөм мәсьәлә булараҡ ҡабул ителә. Былтыр Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошондай ҡалаларға ярҙам йөҙөнән махсус Моноҡалалар үҫеше фонды төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Ул төбәктәрҙең хәлен яҡшыртыу, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса эш алып бара. Әлегәсә тиҫтәләгән ҡала менән 13 килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Әйткәндәй, бығаса фонд Кемерово, Свердлов өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикалары өсөн шаҡтай һум күсергән. Ошо йәһәттән Башҡортостанда хәлдәр нисек һуң? Республикала алты ҡала был исемлеккә индерелгән. Бәләбәй менән Күмертау социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған тәүге категориялағылар иҫәбенә ҡуйылһа, Нефтекама, Благовещен, Учалы, Белорет өсөнсө төргә ҡарай. Документ Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
Күптән түгел Башҡортостанға Моноҡалалар үҫеше фондының генераль директоры Илья Кривоговтың килеүе, уның республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып һөйләшеүе ошо маҡсаттан ине. Әйткәндәй, бығаса Күмертау ҡала хакимиәте етәкселеге Мәскәүгә барып ҡайтҡайны, ни генә тимә, финанс ярҙамы тик иң әүҙем һәм инициативалыларға ғына биреләсәк.
– Етди һәм ентекле эш көтә беҙҙе. Иң мөһиме – темпты кәметмәҫкә, ә үҫтерергә. Алға табан барырға, үҫешергә. Күмертау ҡалаһының потенциалы яҡшы. Шулай ҙа эшҡыуарҙарҙың һәм предприятиеларҙың инициативаһы булмаһа, ҡала хакимиәтенә ауырға тура киләсәк. Беҙ дәүләт фонды ярҙамынан файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: республикаға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Беҙ артабан да ҡалабыҙға инвестициялар йәлеп итеү эшен дауам итәсәкбеҙ, өр-яңы үҫеш юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерә ҡала хакимиәте етәксеһе Борис Беляев.
Хәҙер ҡаланың инженер һәм транспорт инфраструктураһы үҫеше өсөн махсус финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн уларҙың талаптарына ярашлы проекттар әҙерләү, яңы эш урындары булдырыу зарур. Бүленгән аҡса ҡала биләмәһендәге Маячный ҡасабаһында май экстракциялау заводының ҡеүәтен арттырыу өсөн үтә мөһим. Ул төҙөлөп бөтһә, предприятиела шаҡтай эш урындары булдырыу көтөлә. Киләсәктә Бәләбәй ҡалаһына ла ошондай уҡ ярҙам күрһәтеләсәк.
Быйыл 1 декабргә ҡәҙәр һалҡын килеш май һығыу цехын сафҡа индерергә ниәт ителә. Ул тәүлегенә 500 тонна көнбағыш эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Предприятиеға сеймалдың 30 проценты үҙебеҙҙең республика хужалыҡтарынан алынһа, ҡалғаны күрше Ырымбур өлкәһенән килтереләсәк. Әҙер продукцияны һатыу буйынса ла ҡыйынлыҡ булмаясаҡ тип күҙаллана.
Моноҡалалар. Уларҙа илебеҙ халҡы йәшәй. Йәштәр эш эҙләп еңел генә ҡуҙғалып китһә лә, ошо ергә әүәлдән күнеккән өлкәнерәктәргә был аҙым – мөмкин булмаҫтай хәл, төбәктәрҙә фатир хаҡтары арзан. Мәҫәлән, шул уҡ Күмертауҙа өс бүлмәле торлағыңды һатһаң да, Өфөлә бер бәләкәй бүлмә менән генә хушһынырға тура киләсәк. Шуға ла бөгөн уларҙы үҫтереү, яңы эш урындары барлыҡҡа килтереү, эшҡыуарлыҡ өсөн шарттар булдырыу, тауар етештереүҙең төрлөлө- гөн арттырыу, йәғни “моно” һүҙенән ҡасыу төп шарт булып тора.
Аналитиктар билдәләүенсә, эш уңышлы ғына барһа, яҡын арала өс-биш ҡала үҙенең бер юҫыҡҡа ғына ҡоролған йүнәлешенән ҡотола аласаҡ. Әммә килеп тыуған хәлдән был ғына арындырмаҫ. Ни генә тимә, илдең бөгөнгө хәле бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Тимәк, теге йәки был моноҡаланың уңышы урындағы власть әһелдәренең эшмәкәрлегенә бәйле, сөнки инвесторҙар эҙләү, уларҙы йәлеп итеү төбәк чиновниктарының әүҙемлегенән тора.
Былтыр предприятие йылды 1 миллиард һумдан ашыу бурыс менән тамамлаған.
Әйткәндәй...19 октябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Внешэкономбанк” рәйесе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәи интеграция буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү буйынса эш төркөмө етәксеһе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты. Сарала Күмертау ҡалаһын үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһындағы генераль килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Беҙҙең төбәктәр, ҡалалар менән тығыҙ эшләүегеҙгә ҙур рәхмәт. Күмертауҙа хәл еңелдән түгел. Вертолет заводы субъектив һәм объектив сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлыҡтар кисерә. Һеҙҙең ярҙам менән килеп тыуған хәлдән арына алырыбыҙға ышанам, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Был документта 2020 йылға тиклем бурыстар билдәләнгән. Мәҫәлән, ошо осорға ҡәҙәр 520 кешегә эш урыны булдырылырға һәм 4,3 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп ителергә тейеш. Моноҡала буйынса был – тәүге килешеү. Сиратта – Бәләбәй ҡалаһы.