“Үле ҡалалар”ҙың да йәшәргә хоҡуғы бар21.10.2015
“Үле ҡалалар”ҙың да йәшәргә хоҡуғы бар Телебеҙҙә “моноҡала” тигән һүҙ күптән түгел ҡулланыла башланы. Икенсе төрлө “ҡала-завод” тип тә йөрөтәләр. Ҡасандыр бер предприятие нигеҙендә барлыҡҡа килеп, урындағы халыҡтың егерме биш процентынан күберәге шунда эшләгән йәки унда етештерелгән тауарҙың 50 проценты бер тармаҡҡа ҡараған кескәй ҡаласыҡтар улар.


Рәсәйҙә бер нисә йөҙ моноҡала иҫәпләнә. Уларҙың бер өлөшөн Обо­рона министрлығына ҡара­ған­дары тәшкил итһә, икенселәре теге йәки был файҙалы ҡаҙылма табылыу ай­ҡанлы төҙөлгән. Мәҫә­лән, Төмән өлкәһенең төньяғында нефть һәм газ сығарыу менән шө­ғөлләнгән ҡалалар бар. Уларҙың төбәктә тәби­ғи ресурстар бөткәнсе йәшәйәсәге алдан уҡ билдәле ине.
Әлбиттә, Совет осоронда был ҡалалар халҡы үҙҙәрен кәмһе­тел­гән итеп тойманы, сөнки сәнәғәт үҙәк­тә­рендәге эш хаҡы башҡа ҙур ҡалаларҙыҡынан айырылманы тиерлек, социаль гарантиялар бул­ды, халыҡ киләсәккә ышанып йәшәне. Үкенескә ҡаршы, хәҙер уларҙа башҡа тормош хөкөм һөрә, йәштәр генә түгел, хатта урта бы­уын кешеләре лә ситкә күсеүҙе хуп күрә, сөнки эш урындары юҡ, бул­ған­дарына ла урынлашыр өсөн таныш-тоношоңдоң ярҙамы кәрәк.
Моноҡалаларға янаған хәүеф 1992 йылда СССР тарҡалғас башланды. Ә инде 2008-2009 йыл­дар­ҙағы донъялағы иҡтисади көрсөк был афәтте көсәйтеп ебәрҙе. Был юлы ул ауыр йылдарҙа йөҙөн үҙ­гәртеп, экспорт-импорт мөнәсә­бәт­тәрен үҫтереүгә өлгәшкән сә­нә­ғәт предприятиеларына ла ҡырау булып тейҙе.
Ябыҡ ҡалалар айырыуса мик­тәне. Уларҙа етештерелгән тауар­ға ихтыяж төштө, эш хаҡы ва­ҡы­тында бирелмәне. Ғилми-тик­шеренеү үҙәктәренә финанслау кәмегәнлектән, оҙаҡ йылдар тәж­ри­бә туплаған фән әһелдәре, ға­лимдар, конструкторҙар ауыр хәл­дә ҡалды. Бындай ҡалаларҙа бығаса мәшғүллек үҙәктәренә си­рат булмаһа, 1995 йылда 18 мең эш эҙләүсе теркәлгән.
“Моноҡала” һүҙе Рәсәйгә генә хас күренеш түгел. Сит илдәрҙә ҡасандыр ошондай хәлгә дусар булып, был ауырлыҡты еңеп сыҡ­ҡан төбәктәр бихисап. Әлбиттә, донъя тәжрибәһендә моноҡа­ла­лар­ҙың ауыр хәлен еңелләште­реүҙең ике юлы бар. Тәүгеһе Американыҡы – бында эшселәр бүтән урындарға күсә, был осраҡ­та ҡала бәләкәйләнә, әммә ул үҙ функцияһын үтәй. Ә Европа ил­дәрендә иһә инфраструктураны үҫтереү проекты эшләй, белгестәр яңы һөнәрҙәргә уҡытыла. Мәҫә­лән, XIX быуаттан Англияның Кастлфорд ҡалаһында уңышлы эшләгән өс шахта 1990 йылдарҙа ябыла. Рәсми эшһеҙлек 20 процент тәшкил итә. Ҡырҡ мең халҡы булған ҡаланы кейем тегеү фаб­рикаһы ҡотҡара. Бынан тыш, хө­кү­мәт уны йәнләндереү өсөн күп көс һала. Хәҙер ҡала янында ҙур ябыҡ саңғы трассаһы бар, бында бар­лыҡ Европанан сноубордсылар ағыла. Шулай уҡ күптән түгел ҡаланан алыҫ булмаған урында төҙөлгән электр станцияһы ла ҡаҙнаға табыш килтерә.
Ә Бирмингем иҡтисади үҫеш йәһәтенән Бөйөк Британияла Лондондан һуң икенсе ҡала була. Ул автомобилдәр йыйыуға йүнәлеш тотҡан. Әммә машиналар комп­лексы ябылғас, халыҡтың дүрт­тән бер өлөшө эшһеҙ ҡала. Ҡала ҡурҡыныс хәлгә төшә: енәйәт­се­лек арта, халыҡтың яртыһы йәшә­гән урынын ташлап китеү сәбәпле, ташландыҡ йорттар ишәйә. Дәү­ләт ярҙамы, бизнесҡа инвестициялар йәлеп итеү бындағы тор­мош­то танымаҫлыҡ итеп үҙгәр­тә. Инфраструктураны үҫтереүгә сығымды йәлләмәйҙәр. Хәҙер Бир­мингем Европала күптәр көн­лә­шерлек ҡалаларҙың береһенә әйләнгән. Заманса матур йорттар, спорт менән шөғөлләнеү үҙәктәре, сәскәләр, фонтандар ҡаланы биҙәй.
Беҙҙең илдә 300 самаһы мо­но­ҡала бар. Социаль хәле, ҡаланы төҙөүгә сәбәпсе булған пред­приятиеларҙың торошо буйынса өс категорияға бүленә улар. Тәү­геһенә ярайһы ҡатмарлы торош­тағы 75 ҡала индерелһә, икенсе категорияға социаль-иҡтисади хә­ле­нә хөртәйеү хәүефе янаған – 149, өсөнсөһөнә (тотороҡло иҡти­сади хәл) 89 тораҡ ҡарай. Уларҙа 15 миллиондан ашыу кеше йәшәй. Беҙҙә сит илдәр тәжрибәһен ҡул­ланыу мөмкин түгел, сөнки моно­ҡа­лалар үтә күп. Белгестәр әй­те­үенсә, уларҙа юғары, урта мах­сус белемле кешеләр илдең башҡа төбәктәренән күберәк. Бәғ­зеләрендә социаль инфраструктура юғары кимәлдә, инженер селтәрҙәре, энергетика үҫешкән, әммә бөгөнгө шарттарҙа уларҙы тулы килеш файҙаланып булмай, заман үҙгәргән.
Шуға ла Рәсәйҙә килеп тыуған мәсьәләне хәл итеүҙең бер нисә юлы бар: дәүләт ярҙамы, бығаса тө­ҙөлгән етештереү үҙәктәрен яңы шарттарға яраҡлаштырыу, ташлама­лар булдырыу. Уларҙың тормошон яҡшыртыуҙы, соци­аль-иҡ­ти­сади хәлен үҫтереүҙе урын­да­ғы муниципалитеттар ғына атҡара алмай.
Бөгөн был дәүләт алдында тор­ған дөйөм мәсьәлә булараҡ ҡабул ителә. Былтыр Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Дмитрий Медведев тап ошондай ҡалаларға ярҙам йөҙө­нән махсус Моноҡалалар үҫеше фонды төҙөлөүе хаҡында хәбәр итте. Ул төбәктәрҙең хәлен яҡ­шыр­тыу, инвестиция проекттарын бойомға ашырыу буйынса эш алып бара. Әлегәсә тиҫтәләгән ҡа­ла менән 13 килешеүгә ҡул ҡу­йылған.
Әйткәндәй, бығаса фонд Кемерово, Свердлов өлкәләре, Татарстан, Сыуаш республикалары өсөн шаҡтай һум күсергән. Ошо йәһәттән Башҡортостанда хәлдәр нисек һуң? Республикала алты ҡала был исемлеккә индерелгән. Бәләбәй менән Күмертау социаль-иҡтисади хәле ҡатмарлы булған тәүге категориялағылар иҫәбенә ҡу­йыл­һа, Нефтекама, Благовещен, Учалы, Белорет өсөнсө төргә ҡарай. Документ Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған.
Күптән түгел Башҡортостанға Моноҡалалар үҫеше фондының генераль директоры Илья Кривоговтың килеүе, уның республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып һөйләшеүе ошо маҡсаттан ине. Әйткәндәй, бығаса Күмертау ҡала хакимиәте етәксе­леге Мәскәүгә барып ҡайтҡайны, ни генә тимә, финанс ярҙамы тик иң әүҙем һәм инициативалыларға ғына биреләсәк.
– Етди һәм ентекле эш көтә беҙ­ҙе. Иң мөһиме – темпты кәмет­мәҫкә, ә үҫтерергә. Алға табан ба­рырға, үҫешергә. Күмертау ҡа­ла­һының потенциалы яҡшы. Шу­лай ҙа эшҡыуарҙарҙың һәм предприятиеларҙың инициати­ва­һы булмаһа, ҡала хакимиәтенә ауырға тура киләсәк. Беҙ дәүләт фонды ярҙамынан файҙаланып ҡалырға тейешбеҙ. Шуныһы ҡыуа­ныслы: республикаға ярҙам ҡулы һуҙырға әҙерҙәр. Беҙ артабан да ҡалабыҙға инвестициялар йәлеп итеү эшен дауам итәсәкбеҙ, өр-яңы үҫеш юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тип белдерә ҡала хакимиәте етәксеһе Борис Беляев.
Хәҙер ҡаланың инженер һәм транспорт инфраструктураһы үҫе­ше өсөн махсус финанс ярҙамы алыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн уларҙың талаптарына яраш­лы проекттар әҙерләү, яңы эш урындары булдырыу зарур. Бүленгән аҡса ҡала билә­мәһендәге Маячный ҡасабаһында май экстракциялау заводының ҡеүәтен арттырыу өсөн үтә мөһим. Ул төҙөлөп бөтһә, предприятиела шаҡтай эш уры­ндары булдырыу көтөлә. Киләсәктә Бәләбәй ҡала­һына ла ошондай уҡ ярҙам күрһәтеләсәк.
Быйыл 1 декабргә ҡәҙәр һал­ҡын килеш май һығыу цехын саф­ҡа индерергә ниәт ителә. Ул тәү­легенә 500 тонна көнбағыш эшкәртеү ҡеүәтенә эйә буласаҡ. Предприятиеға сеймалдың 30 про­центы үҙебеҙҙең республика хужалыҡтарынан алынһа, ҡалға­ны күрше Ырымбур өлкәһенән килтереләсәк. Әҙер продукцияны һатыу буйынса ла ҡыйынлыҡ булмаясаҡ тип күҙаллана.
Моноҡалалар. Уларҙа илебеҙ халҡы йәшәй. Йәштәр эш эҙләп еңел генә ҡуҙғалып китһә лә, ошо ергә әүәлдән күнеккән өлкәнерәк­тәргә был аҙым – мөмкин бул­маҫ­тай хәл, төбәктәрҙә фатир хаҡ­т­а­ры арзан. Мәҫәлән, шул уҡ Кү­мертауҙа өс бүлмәле торла­ғыңды һатһаң да, Өфөлә бер бәлә­кәй бүлмә менән генә хуш­һынырға тура киләсәк. Шуға ла бө­гөн уларҙы үҫтереү, яңы эш урын­дары барлыҡҡа килтереү, эш­ҡыуарлыҡ өсөн шарттар булдырыу, тауар етештереүҙең төрлө­­лө- гөн арттырыу, йәғни “моно” һүҙе­нән ҡасыу төп шарт булып тора.
Аналитиктар билдәләүенсә, эш уңышлы ғына барһа, яҡын арала өс-биш ҡала үҙенең бер юҫыҡҡа ғына ҡоролған йүнәлешенән ҡото­ла аласаҡ. Әммә килеп тыуған хәлдән был ғына арындырмаҫ. Ни генә тимә, илдең бөгөнгө хәле бөтәбеҙгә лә мәғлүм. Тимәк, теге йәки был моноҡаланың уңышы урындағы власть әһелдәренең эшмәкәрлегенә бәйле, сөнки ин­вес­торҙар эҙләү, уларҙы йәлеп итеү төбәк чиновниктарының әүҙемлегенән тора.
Былтыр предприятие йылды 1 миллиард һумдан ашыу бурыс менән тамамлаған.



Әйткәндәй...
19 октябрҙә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов “Внешэкономбанк” рәйесе урынбаҫары, Иҡтисади үҫеш һәи интеграция буйынса Хөкүмәт комиссияһы ҡарамағындағы бәләкәй ҡалаларҙы үҫтереү буйынса эш төркөмө етәксеһе Ирина Макиева һәм Моноҡалаларҙы үҫтереү фондының генераль директоры Илья Кривогов менән осрашты. Сарала Күмертау ҡалаһын үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тураһындағы генераль килешеүгә ҡул ҡуйылды.
– Беҙҙең төбәктәр, ҡалалар менән тығыҙ эшләүегеҙгә ҙур рәхмәт. Күмертауҙа хәл еңелдән түгел. Вертолет заводы субъектив һәм объектив сәбәптәр арҡаһында ҡатмарлыҡтар кисерә. Һеҙҙең ярҙам менән килеп тыуған хәлдән арына алырыбыҙға ышанам, – тип белдерҙе Рөстәм Зәки улы.
Был документта 2020 йылға тиклем бурыстар билдәләнгән. Мәҫәлән, ошо осорға ҡәҙәр 520 кешегә эш урыны булдырылырға һәм 4,3 миллиард һум самаһы инвестиция йәлеп ителергә тейеш. Моноҡала буйынса был – тәүге килешеү. Сиратта – Бәләбәй ҡалаһы.


Вернуться назад