Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Европа менән Азияны тоташтырып…
Европа менән Азияны     тоташтырып… Заманса юлдар транспорттың имен хәрәкәтен тәьмин итә, халыҡтың тормош кимәлен, республиканың иҡтисади йөҙөн һәм инвестицион йәлеп итеүсәнлеген билдәләй. Шуға юл тармағын үҫтереү стратегик әһәмиәттәге бурыс булып тора. Уны уңышлы ғәмәлгә ашырыуҙа “Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идараһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хәл иткес роль уйнай. Ул республикалағы дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙы һәм ундағы ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү, капиталь ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса дәүләт заказсыһы функцияһын башҡара.
Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан учреждение етәксеһе, Рәсәйҙең почетлы транспорт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фаат Ғәднән улы ХӘЛИТОВтан юл хужалығындағы бөгөнгө хәл-торош, алға ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләүен үтендек.

– Башҡортостан Европа менән Азияны тоташтырып тора һәм үҙе аша ифрат ҙур транспорт ағымын үткәрә. Беҙҙең учреждениеға респ­уб­ликалағы дөйөм файҙа­ланыу­ҙағы 13 529 километр оҙон­ло­­ғон­- дағы төбәк һәм муници­паль- ара юл беркетелгән. Уларҙа 1045 күпер һәм 40 километрҙан күбе­рәк юл айырымлыҡтары иҫәплә­нә. Әлеге юл селтәрен һаҡлау, уларҙа тотҡар­лыҡһыҙ һәм уңай­лы хәрәкәтте тәьмин итеү, транспорт-эксплуатация күрһәт­кес­тәрен норматив дәрә­жә­гә еткереү эшебеҙҙә өҫтөн­лөклө йүнәлеш итеп билдәләнә. Был ҙур тырыш­лыҡ һәм финанс сығымдары та­лап итә. Ағымдағы йылда юл­дар­ҙы ҡараулы тотоуға, төҙөк­лән­дереүгә һәм капиталь ре­монт­лауға 115,8 миллион һум (күләм­­дең 77 проценты) аҡса бүленде.
Юл селтәренә үҫә барған көсөр­гәнеште иҫәпкә алып, юл япмаһы­ның хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн яңы технологиялар һәм инновацион материалдар ҡулланыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Юл­дар­ҙың юғары эксплуатациялау үҙенсә­леген тәь­мин итеү маҡса­тында ваҡ ташлы-мастикалы асфальт-бетон киң ҡулланылыш таба. Шулай уҡ асфальт-бетон ҡатнаш­маһының заманса сифатлы компоненттарын ҡулланыу буйынса һөҙөм­тәле эш алып барыла. Юл өҫлөктәрен етештереүҙә битум сифаты алғы планға сыҡты. Был йәһәттән полимер-битум айырыуса юғары күрһәт­кестәргә эйә. Бигерәк тә беҙҙең климат шарттарында һалҡын асфальт-бетон ҡулланыу юлдарҙы 25 градус һыуыҡ булғанда ла ремонтлау мөмкинлеген бирә. “Геолайн” геоселтәрен файҙаланыу юлдар­ҙың нигеҙен ныҡлы итә. Асфальт-бетон өҫлөктәрҙе һаҡлау һәм ремонт-ара ваҡытты оҙайтыу маҡсатында замандың һуңғы ҡаҙа­ныштары булған инновация про­дукт­тары ҡулланыла. Юл төҙө­лөшө эштәренә, материал­дарға етди лаборатория тикше­реүе үткәрелә. Предприя­тиеның юғары дәрәжәлә йыһазлан­ды­рылған урындағы һәм ике күсмә лабораторияһы бар. Улар бар­лыҡ технологик талаптарҙы үтәү­ҙә яуаплылыҡты бермә-бер арттыра.
Идара менән үҙенең составында проектлаусылар, инженер­ҙар һәм эшселәр булған илленән артыҡ подряд ойошмаһы хеҙмәт­тәшлек итә. Улар араһында “Башкиравтодор”, “Уралмостострой”, “Дортрансстрой”, “РегионДорСтрой” һәм башҡа абруйлы предприятиелар бар. Быйыл Стәрле­тамаҡ — Раевка юлында Ҡоро Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер, Аксен — Аксаково — Бәләбәй трасса­һын­да тимер юл аша юл үткәргес, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трасса­һының Ишембай районы биләмә­һен­дә ун биш километр юл; Кирзә — Әтнәш трассаһының Ҡариҙел районы биләмәһендә ун ете километр юл, шулай уҡ Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында байтаҡ юл төҙөү ғәмәлгә ашырылды. Баш ҡала­ның Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үткән магистралде төҙөү дауам итә.
“Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт маршруты төҙөлөшө инвестиция проектында ҡатнашыу республика юл хужалы­ғына ҙур ышаныс һәм айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Был магистрал­дең республика аша үтәсәк Баулы — Күмертау автомобиль юлының проект эштәре теүәлләнеп килә.
Быйыл республиканың юл хужалығы эшсәндәре ҙур хеҙмәт һынауы үтте. Донъя, ил һәм республика тормошонда тарихи әһәмиәткә эйә булған сәйәси ваҡиға — ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә уҙыуы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә яуап­лы эштәр йөкмәтте. Баш ҡала һәм республика юлдарын төҙөклән­дереүгә, яңыларын һалыуға ҙур көс йүнәлтелде. Һәр хәлдә үҙ бурысы­быҙ­ҙы намыҫ менән үтәнек, тиергә мөмкин.
Рәсәй Президенты В. Путин 2013 — 2022 йылдарҙа автомобиль юлдары төҙөлөшөн икеләтә арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ышанып әйтергә мөмкин, республи­каның юл хужа­лы­ғы эшсәндәре ил күләмен­дәге бурысты тейе­шенсә тормошҡа ашырырлыҡ ҡеүәткә эйә.
Форсаттан файҙаланып, бар­лыҡ юл хужалығы хеҙмәт­кәрҙә­рен, проектлаусыларҙы, хөр­мәт­ле ве­те­рандарҙы һөнәри байра­мыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Яңы хеҙмәт еңеүҙәре, именлек һәм бәхет теләйем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә