Заманса юлдар транспорттың имен хәрәкәтен тәьмин итә, халыҡтың тормош кимәлен, республиканың иҡтисади йөҙөн һәм инвестицион йәлеп итеүсәнлеген билдәләй. Шуға юл тармағын үҫтереү стратегик әһәмиәттәге бурыс булып тора. Уны уңышлы ғәмәлгә ашырыуҙа “Башҡортостан Республикаһы юл хужалығы идараһы” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хәл иткес роль уйнай. Ул республикалағы дөйөм файҙаланыуҙағы юлдарҙы һәм ундағы ҡоролмаларҙы хеҙмәтләндереү, төҙөкләндереү, капиталь ремонтлау, төҙөү һәм реконструкциялау буйынса дәүләт заказсыһы функцияһын башҡара.
Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан учреждение етәксеһе, Рәсәйҙең почетлы транспорт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Фаат Ғәднән улы ХӘЛИТОВтан юл хужалығындағы бөгөнгө хәл-торош, алға ҡуйылған бурыстар тураһында һөйләүен үтендек. – Башҡортостан Европа менән Азияны тоташтырып тора һәм үҙе аша ифрат ҙур транспорт ағымын үткәрә. Беҙҙең учреждениеға республикалағы дөйөм файҙаланыуҙағы 13 529 километр оҙонлоғон- дағы төбәк һәм муниципаль- ара юл беркетелгән. Уларҙа 1045 күпер һәм 40 километрҙан күберәк юл айырымлыҡтары иҫәпләнә. Әлеге юл селтәрен һаҡлау, уларҙа тотҡарлыҡһыҙ һәм уңайлы хәрәкәтте тәьмин итеү, транспорт-эксплуатация күрһәткестәрен норматив дәрәжәгә еткереү эшебеҙҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп билдәләнә. Был ҙур тырышлыҡ һәм финанс сығымдары талап итә. Ағымдағы йылда юлдарҙы ҡараулы тотоуға, төҙөкләндереүгә һәм капиталь ремонтлауға 115,8 миллион һум (күләмдең 77 проценты) аҡса бүленде.
Юл селтәренә үҫә барған көсөргәнеште иҫәпкә алып, юл япмаһының хәүефһеҙлеген арттырыу өсөн яңы технологиялар һәм инновацион материалдар ҡулланыу көнүҙәк мәсьәләгә әүерелде. Юлдарҙың юғары эксплуатациялау үҙенсәлеген тәьмин итеү маҡсатында ваҡ ташлы-мастикалы асфальт-бетон киң ҡулланылыш таба. Шулай уҡ асфальт-бетон ҡатнашмаһының заманса сифатлы компоненттарын ҡулланыу буйынса һөҙөмтәле эш алып барыла. Юл өҫлөктәрен етештереүҙә битум сифаты алғы планға сыҡты. Был йәһәттән полимер-битум айырыуса юғары күрһәткестәргә эйә. Бигерәк тә беҙҙең климат шарттарында һалҡын асфальт-бетон ҡулланыу юлдарҙы 25 градус һыуыҡ булғанда ла ремонтлау мөмкинлеген бирә. “Геолайн” геоселтәрен файҙаланыу юлдарҙың нигеҙен ныҡлы итә. Асфальт-бетон өҫлөктәрҙе һаҡлау һәм ремонт-ара ваҡытты оҙайтыу маҡсатында замандың һуңғы ҡаҙаныштары булған инновация продукттары ҡулланыла. Юл төҙөлөшө эштәренә, материалдарға етди лаборатория тикшереүе үткәрелә. Предприятиеның юғары дәрәжәлә йыһазландырылған урындағы һәм ике күсмә лабораторияһы бар. Улар барлыҡ технологик талаптарҙы үтәүҙә яуаплылыҡты бермә-бер арттыра.
Идара менән үҙенең составында проектлаусылар, инженерҙар һәм эшселәр булған илленән артыҡ подряд ойошмаһы хеҙмәттәшлек итә. Улар араһында “Башкиравтодор”, “Уралмостострой”, “Дортрансстрой”, “РегионДорСтрой” һәм башҡа абруйлы предприятиелар бар. Быйыл Стәрлетамаҡ — Раевка юлында Ҡоро Ҡыҙыл йылғаһы аша күпер, Аксен — Аксаково — Бәләбәй трассаһында тимер юл аша юл үткәргес, Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск трассаһының Ишембай районы биләмәһендә ун биш километр юл; Кирзә — Әтнәш трассаһының Ҡариҙел районы биләмәһендә ун ете километр юл, шулай уҡ Ҡариҙел һәм Нуриман райондарында байтаҡ юл төҙөү ғәмәлгә ашырылды. Баш ҡаланың Затон биҫтәһен төньяҡтан урап үткән магистралде төҙөү дауам итә.
“Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара транспорт маршруты төҙөлөшө инвестиция проектында ҡатнашыу республика юл хужалығына ҙур ышаныс һәм айырыуса яуаплылыҡ өҫтәй. Был магистралдең республика аша үтәсәк Баулы — Күмертау автомобиль юлының проект эштәре теүәлләнеп килә.
Быйыл республиканың юл хужалығы эшсәндәре ҙур хеҙмәт һынауы үтте. Донъя, ил һәм республика тормошонда тарихи әһәмиәткә эйә булған сәйәси ваҡиға — ШОС һәм БРИКС саммиттарының Өфөлә уҙыуы тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә яуаплы эштәр йөкмәтте. Баш ҡала һәм республика юлдарын төҙөкләндереүгә, яңыларын һалыуға ҙур көс йүнәлтелде. Һәр хәлдә үҙ бурысыбыҙҙы намыҫ менән үтәнек, тиергә мөмкин.
Рәсәй Президенты В. Путин 2013 — 2022 йылдарҙа автомобиль юлдары төҙөлөшөн икеләтә арттырыу бурысын ҡуйҙы. Ышанып әйтергә мөмкин, республиканың юл хужалығы эшсәндәре ил күләмендәге бурысты тейешенсә тормошҡа ашырырлыҡ ҡеүәткә эйә.
Форсаттан файҙаланып, барлыҡ юл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен, проектлаусыларҙы, хөрмәтле ветерандарҙы һөнәри байрамыбыҙ менән ихлас ҡотлайым. Яңы хеҙмәт еңеүҙәре, именлек һәм бәхет теләйем.