Башҡорт ере элек-электән ерҙәренең киңлеге, тупрағының уңдырышлылығы, мал көтөү өсөн барлыҡ уңайлыҡҡа эйә булыуы менән дан тотҡан. Аҫаба халҡыбыҙ, ошо мөмкинлектәрҙе тулыһынса файҙаланып, изге ерен данға күмеп йәшәгән.
Уңған, эшһөйәр замандаштарыбыҙ был юлды лайыҡлы дауам итергә тырыша. Исеме киң билдәле ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре, ошо тармаҡтың алдынғы ҡарашлы, оҫта етәкселәре, тәжрибәле зоотехниктар, агрономдар, комбайнсылар, тракторсылар, баҡсасылар, умартасылар... Хәҙер инде фермерҙар үҫеп сыҡты. Тормошон ватан иҡтисадын нығытыуға, төбәгебеҙҙең, еребеҙҙең ҡеүәтен арттырыуға, йәшәү шарттарын яҡшыртыуға бағышлаған һөнәр эйәләре менән хаҡлы ғорурланабыҙ. Уларға ғилем туплау, эшкә өйрәнеү мөмкинлеген биргән уҡыу йорттары ла йылдан-йыл үҫешә, камиллаша. Араларында Башҡортостан дәүләт аграр университеты лайыҡлы урын биләй. Республикабыҙҙы, илебеҙҙе ғилемле белгестәр менән тәьмин иткән мәғариф учреждениеһы быйыл 85 йыллығын билдәләй.Тарих төпкөлөндә
ниҙәр бар?Уҙған быуаттағы ваҡиғаларға күҙ һалғанда, Беренсе донъя һуғышына тиклем Өфө губернаһында 60 агроном, өс зоотехник, умартасылыҡ, баҡсасылыҡ буйынса 25 инструктор эшләй. Ул осорҙағы Аксен, Ляхов һәм Йоматау ауыл хужалығы мәктәптәре генә төбәкте ғилемле белгестәр менән тәьмин итеү бурысын үтәй алмай. Ә тармаҡ фәнни йәһәттән үҫеүгә, квалификациялы кадрҙарға мохтажлыҡ кисерә. Был үҙ сиратында ауыл хужалығы буйынса юғары уҡыу йорто асыу ихтыяжын тыуҙыра. Ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән әҙерлек эше артабанғы һуғыштар арҡаһында туҡтап тора.
Совет власы ойошторолғас иһә, милли төбәктәрҙә фәнни ҡеүәттең юҡлығын иҫәпкә алып, СССР Фәндәр академияһы, үҙәктәге бәғзе юғары уҡыу йорттары урындарҙағы иҡтисадты, мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатында ундағы ғилми мөмкинлектәрҙе өйрәнә башлай. Киң күләмдәге эш һөҙөмтәһендә 1930 йылда илебеҙ төбәктәрендә аграр тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләүсе юғары уҡыу йорттары асыла. Шулай итеп, 1 октябрҙә Башҡортостан ауыл хужалығы институты булдырыла. Уның тәүге директоры итеп Граждандар һуғышын үткән яугир, һоҡланғыс тәжрибәгә эйә етәксе Абдрахман Әсәҙуллин тәғәйенләнә. Уҡыу корпусы өсөн ҡаланың Карл Маркс урамынан өс ҡатлы бина бирелә. Йорт утын менән йылытыла. Учреждениелағы төрлө эште башҡарыу өсөн ат бүленә. Райондарҙан килгән студенттар, йәшәргә урын булмағанлыҡтан, уҡыу корпусындағы бүлмәләргә урынлаштырыла. Өс йылдан иһә Гоголь урамында икешәр ҡатлы өс ятаҡ төҙөлә.
1930/31 уҡыу йылында физика, дөйөм һәм агрономия химияһы, ботаника, зоотехния, ауыл хужалығын механизациялау кафедралары булдырыла. Уларҙа 13 уҡытыусы, шул иҫәптән бер профессор, биш доцент эш башлай. Өс-дүрт йылдан иһә тағы бер ҡаҙаныш яулана – 500 гектарлыҡ ерҙә уҡыу йортоноң үҙ хужалығы ойошторола. Унда ферма, умарталыҡ, йәшелсә һәм еләк-емеш баҡсалары, селекция баҫыуы, метеорологик станция, ремонт өсөн оҫтаханаларға урын бүленә. Һөҙөмтәлә юғары уҡыу йортонда теория менән ғәмәли эште бергә алып барыу мөмкинлеге асыла.
1941 йылда институт иркен лабораториялары, китапханаһы, спорт комплексы, тамаша залы булған яңы уҡыу корпусына күсә. Үҫеш өсөн ҙур мөмкинлектәр асыла. Ләкин Бөйөк Ватан һуғышы бөтөн пландарҙы юҡҡа сығара. Яуҙың беренсе көнөндә үк институттың 100-ҙән ашыу студенты һәм уҡытыусыһы фронтҡа китә. Уҡыу корпустары оборона тәғәйенләнешендәге заводҡа бирелеп, белем усағының эшмәкәрлеге Өфө янындағы Миловка ауылында бойомға ашырыла башлай. Һуғыш йылдарында институт ауыл хужалығына, фронтҡа ҙур ярҙам күрһәтә. 1943 йылда уҡыу корпусы яңынан Өфөгә күсерелеп, ветеринария, һуғыштан һуң урман хужалығы, ауыл хужалығын механизациялау факультеттары асыла.
Быуат уртаһында иһә институт тулы ҡеүәттә эшләгән фәнни-ғәмәли үҙәккә әүерелә. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлауҙы үҙҙәрендә ойоштороу хоҡуғын алғас, ғалимдар бермә-бер арта. Өҫтәүенә 70-се йылдарҙа ғилми-тикшеренеү секторы, лабораториялар булдырыла, ауыл хужалығына етәкселек иткән белгестәрҙең квалификацияһын камиллаштырыу факультеты эшләй башлай, ятаҡтар күбәйә. Артабанғы осорҙа ике яңы уҡыу корпусы төҙөлә, институт белем биреү кимәле генә түгел, ә студенттарҙы төрлө спорт төрҙәренә йәлеп итеү, художестволы үҙешмәкәрлек йәһәтенән алдынғылыҡ яулай. Юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүҙәге, фәнде үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн 1980 йылда Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана. Уҙған быуат аҙағында уҡыу йортона университет статусы бирелә.
Яңы дәүерҙәге ҡаҙаныштарға килгәндә, 2005 йылда мәғариф учреждениеһының Сибай ҡалаһында филиалы булдырыла. Махсуслаштырылған студент отрядтары эшмәкәрлегенең киң йәйелдерелеүе лә айырым иғтибарға лайыҡ. Белем биреү өлкәһенә заманса алымдар индерелеү өҫтөнә күркәм йолаларҙың дауам иттерелеүе, студенттарҙы төрлө яҡтан үҫтерергә тырышыу, хужалыҡтар менән ныҡлы бәйләнештә эшләү – барыһы ла университеттың абруйын юғары кимәлдә тота.
Әйткәндәй, уҡыу йорто коллективы сығарылыш студенттары менән хаҡлы ғорурлана. Уларҙың араһында республика Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Илдар Тимерғәлин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин, министрҙар Руслан Мирсаяпов, Динир Әхмәтйәнов, Николай Коваленко, Илдар Һаҙыев, Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм башҡалар бар.
Бөгөнгөгә ҡарап, алдағыһын күҙаллаӘле университетта туғыҙ факультет, 34 кафедра, Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты, аспирантура, докторантура, редакция- нәшриәт үҙәге, уҡыу-тәжрибә хужалыҡтары һәм башҡа структура бүлексәләре бар. Өфөләге эшмәкәрлеге һигеҙ заманса уҡытыу-лаборатория корпустарында тормошҡа ашырыла.
Һуңғы йылдарҙа белем учреждениеларының, тәжрибә майҙансыҡтарының матди хәлен яҡшыртыуға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Ғилми-етештереү эшмәкәрлеге алып барылған яңы баҫыуҙар булдырыла. Уларға заманса машина-трактор паркы, фәнни агрономия, инновация лабораториялары, теплицалар, умарталыҡтар инә. Уҡыу фермаһында ауыл хужалығы малдары һәм ҡоштары коллекцияһы тупланған урам бар.
Студенттар 18 белгеслек, бакалавриатта – 27, магистратурала – 14, аспирантурала туғыҙ йүнәлеш буйынса әҙерләнә. Уҡырға ҡабул итеү комиссияһында республиканың башҡарма власть, төрлө ойошма-предприятие вәкилдәренең ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә. Ауыл мәктәптәренең сығарылыш класс уҡыусыларына дөрөҫ йүнәлеш биреү, аңлатыу эше алып барыу йәһәтенән йыл дауамында хеҙмәт күрһәтелә. Уҡытыусы-ғалимдарҙың урындағы мәғариф учреждениеларында, үҙ йүнәлешендәге техникумдарҙа даими осрашыуҙар уҙғарыуы хеҙмәттәшлектең ныҡлылығын тәьмин итә. Сығарылыш студенттарының артабанғы тормошон хәстәрләүгә лә ҙур иғтибар бүлә университет коллективы. Йәштәрҙе хеҙмәт урыны менән тәьмин итеү маҡсатында уҡыу йортонда Мәшғүллек үҙәге бар. Ул республиканың Ауыл хужалығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, ойошма-предприятиелар, район хакимиәттәре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Үҙәктә хеҙмәт баҙарына һәм белем биреү өлкәһенә маркетинг тикшеренеүе уҙғарыла, тармаҡ етәкселәре, хеҙмәтсәндәр менән осрашыуҙар ойошторола.
Уҡытыу эшмәкәрлеге 560-тан ашыу педагог, 100 самаһы фән докторы һәм профессор, 300-ҙән күберәк фән кандидаты, доцент тарафынан тормошҡа ашырыла. Йыл һайын студенттарҙың байтағы Рәсәй Президенты, ил Хөкүмәте, Башҡортостан Башлығы, университеттың Ғилми советы стипендияларына лайыҡ була.
Фәнни йүнәлештәБөгөнгө мәғариф тармағында фәнде үҫтереүгә айырыуса ҙур талап ҡуйыла. Аграр университетта был эшмәкәрлек төрө төбәк иҡтисадының реаль секторында коммерциялаштырыу өсөн ғәмәли эшләнмәләр булдырыу, студенттарҙан алып уҡытыусыларға ҡәҙәр барыһын да ғилми-техник хеҙмәткә, грант конкурстарында ҡатнашырға йәлеп итеү, сит илдәрҙең юғары уҡыу йорттары, фәнни учреждениелары, етештереү предприятиелары менән бәйләнеште даими нығытыу һәм башҡа юлдар аша тормошҡа ашырыла.
Белем усағы республиканың ауыл хужалығы программаларын тормошҡа ашырыуға ғилми йәһәттән булышлыҡ итә. Мәҫәлән, һуңғы биш йылда һөт-тауар фермаһын комплекслы яңыртыу йәһәтенән маҡсатлы эштә ҡатнашҡан ойошмаларға ярҙам күрһәтелгән, “Малсылыҡ, үҫемлекселек тармаҡтарына заманса технологиялар индереү өсөн машиналар һәм йыһаздар системаһы” тигән ғилми проект төҙөлгән, төбәктең төньяҡ-көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыштағы ауыл хужалығы предприятиеларына фәнни йүнәлеш бирелә һәм башҡалар.
Маҡсатҡа ярашлы хеҙмәт һөҙөмтәһендә йомшаҡ бойҙайҙың “биора-2” тигән яңы сорты, картуфтың бер нисә төрө булдырылған, ҡаты бойҙай, ярауай арпа, болон клеверы, урман сәтләүеге буйынса селекция эше дауам итә. Йомшаҡ бойҙайҙың “Салауат Юлаев” һәм “ватан” тигән сорттары етештереү тармаҡтарында ҙур уңыш менән файҙалана.
Университетта эшләнгән проекттар – ауыл ерлегендә хеҙмәт мөмкинлектәре балансын формалаштырыу механизмы, иген, картуф етештереү, бейә һөтөн эшкәртеүҙең яңы алымдары, шәкәр сөгөлдөрө, ярауай рапс үҫтереү технологиялары – ыңғай баһаланып, киң йәйелдерелә.
Фәнни ҡеүәтен арттырыу маҡсатында даими эҙләнгән, камиллашҡан уҡыу йортоноң 15 ғилми мәктәбе бар. Уларға һөнәри ҡаҙаныштары менән йәмәғәтселеккә киң билдәле ғалимдар етәкселек итә.
Университет һуңғы йылдарҙа ғилми уңыштарҙы, яңы уҡытыу алымдарын күрһәтеү, был йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде. Республика ғына түгел, Рәсәй, халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияларҙы, мөһим семинарҙарҙы ҡабул итә ул. Шулай уҡ тармаҡҡа бәйле махсус күргәҙмәләрҙе, йәрминкәләрҙе үткәреүҙә фәнни яҡтан даими булышлыҡ ҡылған университет вәкилдәренең йәмғиәттә абруйы ҙур.
Бында Йәш ғалимдар советы әүҙем эшләй, студенттарҙың ғилми ойошмаһы бар. Университет аспиранттары ШОС илдәре ҡатнашлығындағы йәштәр форумында үҙҙәренең яңы проекттарын күрһәтеүгә өлгәште. Диплом эштәренә килгәндә, уларҙың күбеһе ғилми-тикшеренеү рәүешендә башҡарыла. Шуныһы ҡыуаныслы: предприятиеларҙың заказдары буйынса үтәлгәндәр йылдан-йыл арта. Ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәренең һөҙөмтәһен коммерциялаштырыу маҡсатында университет ҡарамағында “Квер-лэб”, “Юлдаш-альянс”, “Тел оҫтаханаһы”, “Социаль-психологик ярҙам үҙәге” һәм башҡа хужалыҡ йәмғиәттәре әүҙем хеҙмәт күрһәтә. Уҡыу йортонда заман технологияларының киң ҡулланылыуы – уңышлы эшмәкәрлектә төп терәк-таяныс.
Белем усағының иң ҙур байлыҡтарының береһе – китапхана. Эшмәкәрлеген 15 әсбап менән башлаған ғилем донъяһында хәҙер 800 меңдән ашыу баҫма иҫәпләнә. Ике йыл элек электрон китапхана ла булдырылған.
Университеттың тағы бер мөһим бүлексәһе – Өҫтәмә һөнәри белем биреү институты. Ул ғәмәли эш менән ауыл хужалығы фәне араһындағы ижади бәйләнеште даими нығытыу бурысын көйләй. Белем биреү яңыса алымдар – көнүҙәк мәсьәләләргә лекциялар, “түңәрәк өҫтәл”дәр, тренингтар, эшлекле уйындар, алдынғы агросәнәғәт предприятиеларында ғәмәли күнекмәләр, ситтән тороп уҡытыу технологиялары, ғилми-ғәмәли конференциялар, семинарҙар – ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ара алыҫлығы
кәртә түгел Ауыл хужалығы университетында халыҡ-ара бәйләнешкә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, Мартин Лютер исемендәге Галле-Виттенберг университеты белгестәре менән берҙәм проекттар бар; Австрия фирмаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙамында “Башҡорт тракторы” тигән хеҙмәт тормошҡа ашырылған; 2007 йылдан бирле немец ғалимдары булышлығында ужым арышының гибридын яһау йәһәтенән селекция эше бара; “Bosch” фирмаһының ауыл хужалығы машиналарын өйрәнеү буйынса Германия фирмалары вәкилдәре бында уҡытыу класы ойошторған, Төркиә студенттары, педагогтары беҙҙә белем алыу мөмкинлегенә эйә һәм башҡалар.
Университет уҡытыусыларының төрлө илдә стажировка үтеп, ғилемен камиллаштырып ҡайтыуы белем сифатына тос өлөш индерә. Был йәһәттән студенттарға ла уңай шарттар тыуҙырылған. Әйтәйек, улар араһынан йыл да 70-ләп кеше Германия, Дания фермер хужалыҡтарында, алдынғы предприятиеларҙа практика һәм стажировка үтә.
“Башаҡ”лы,
тимәк, киләсәклеУниверситетта ҡырҡ йыл элек тәүге махсуслаштырылған студенттар отряды ойошторола. Тора-бара ул ошо йүнәлештәге ил ойошмалары араһында алдынғылар рәтенә инә.
2007 йылда был эш тергеҙелеп, йөҙҙәрсә студент махсус отрядҡа туплана. Бөгөн иһә “Башаҡ”тың сафында 1 500-ҙән ашыу кеше иҫәпләнә. Улар төрлө йүнәлеш буйынса Башҡортостан, Татарстан, Ҡырым республикаларында, Краснодар крайында һәм башҡа ерҙәрҙә эшләй. Һөҙөмтә юғары күрһәткестәрҙә асыҡ сағыла. Тармаҡтың төрлө йүнәлешен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән “Башаҡ” алты тапҡыр республиканың иң яҡшы хеҙмәт отряды булып танылды, биш йыл рәттән Рәсәйҙең ауыл хужалығы буйынса юғары уҡыу йорттары араһындағы конкурста тәүге урындарҙы яуланы.
Оҫталыҡ –
ярты бәхетМәҙәниәтле ерҙә киләсәк барлығын яҡшы аңлай уҡыу йорто коллективы. Шуның һөҙөмтәһендә, мәҫәлән, быйыл университет студенттарының ижади коллективтары берлектә “Мәскәү-йылға ярында” фестивалендә тәүге урынды алып ҡайтты.
Мәғариф учреждениеһының “Алтын быҙау” КВН командаһы тарихта яҡты эҙ ҡалдырған. Уның уйынсылары 1987/88 уҡыу йылында тәүгеләрҙән булып Бөтә Союз уйынында сығыш яһауы менән билдәле. Яңы быуат башында был йола тергеҙелеп, “100 бот” КВН командаһы ойошторола. Ул тиҙ арала билдәлелек яулай: 2001 йылда Өфөнөң юғары уҡыу йорттары араһында I урынды алып, Сочи ҡалаһында Рәсәй кимәлендә республикабыҙ намыҫын яҡлау мөмкинлегенә эйә була. Артабан да бер-бер артлы еңеүгә өлгәшә команда. Быйыл республиканың көньяҡ төбәгендә уҙғарылған фестивалдә төп бүләкте яуланы.
Уҡыу йорто студенттарының “Көмөш битлек” халыҡ театры спектаклдәре менән киң билдәле. Тынлы оркестрҙың да уңыштары даими һөйөндөрә. Йәштәр күңелендә мәҙәнилек тәрбиәләүҙә “Ландшафт дизайны”, журналистика бүлектәренең дә өлөшө ҙур. Бында вокаль-инструменталь студия ла уңышлы эшләй. Уның тарафынан 2009 йылдан бирле факультет-ара рок-фестиваль уҙғарыла.
Йәштәр ышанысты
аҡларАуыл хужалығы белгесе ниндәй булырға тейеш? Әлбиттә, тәү сиратта егәрле, һау-сәләмәт, һынмаҫ рухлы. Йәштәр бында тап шундай булырға өйрәнә – спортҡа әүҙем йәлеп ителә. Студенттарҙың күбеһе – ауылдан, ятаҡта йәшәйҙәр. Уларҙың буш ваҡытын файҙалы үткәреү маҡсатында университетта 30-ға яҡын спорт төрө киң йәйелдерелгән. Секцияларҙа йыл да 800-ҙән ашыу студент шөғөлләнә. Стадион, бассейн, футбол, волейбол майҙансыҡтары, көрәш, бокс, тренажер залдары, һауыҡтырыу үҙәктәре, шахмат клубы, саңғы базалары өҫтөнә быйыл заманса спорт-һауыҡтырыу комплексы барлыҡҡа килеүе – уҡыу йорто коллективының йәштәр мәнфәғәтен киң хәстәрләүенә аныҡ дәлил. Студенттар үҙҙәренә күрһәтелгән ҙур ышанысты аҡлай: республика ғына түгел, ил, донъя кимәлендә уҙғарылған ярыштарҙа ҡатнашып, уңыштары менән һөйөндөрөп тора.
Университетта йәштәрҙең ялын ойоштороу, һаулығын һаҡлау өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Ете ятаҡтың барыһы ла заманса йыһазландырылған, күптәре төрлө йылдарҙа республикала иң яҡшыһы, төҙөгө тип танылған. Студенттар профилакторийының йәштәрҙең сәләмәтлеген һаҡлауға индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Д. ТӘЛҒӘТОВА әҙерләне.
Илдар ҒӘБИТОВ, Башҡортостан дәүләт аграр
университеты ректоры:– Уҡыу йортоноң хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, элекке һәм хәҙерге студенттары! Барығыҙҙы ла университеттың 85 йыллығы уңайынан ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!
Игенсе һөнәре булған, бар һәм буласаҡ. Икмәк бөтөн ҡиммәттәрҙән өҫтөн. Уның бөртөгөн бер ниндәй алтын киҫәге лә алмаштыра алмай, тип халҡыбыҙ бушҡа ғына әйтмәгән. Тимәк, йәштәр күңелендә ергә һөйөү тәрбиәләгән, уларҙы хеҙмәткә, дөрөҫ йәшәргә өйрәткән университетыбыҙ үҫештән туҡтамаясаҡ.
Барығыҙға ла эшегеҙҙән ҙур ҡәнәғәтлек алып йәшәүегеҙҙе, ҡуйған маҡсаттарығыҙға өлгәшеүегеҙҙе, ышаныс һәм уңыштар теләйем.
Хәләф ИШМОРАТОВ,
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай
депутаты, Башҡортостан дәүләт
аграр университетының 1981 йылғы сығарылыш студенты:– Уҡыу йылдарым ифрат күңелле, бәхетле осор булып хәтеремә уйылған. Ул ваҡытта республикала ауыл хужалығы тармағы гөрләп эшләй, уҡыу йорто менән икеһе араһындағы бәйләнеш көслө була торғайны. Йыл һайын колхоз-совхозда практика үтеп, теоретик белемде ғәмәли яҡтан нығытыу мөмкинлегенә эйә инек.
Уҡыу йортонда йәмәғәт һөнәрҙәре факультеты булды. Унда студенттар йырлау, бейеү, һөйләү һәм башҡа һәләттәрен үҫтереп, өҫтәмә һөнәр алып сыға торғайны. Был, әлбиттә, йәш кешегә халыҡ араһында тиҙ танылыу, йәмғиәттә үҙ урынын табыуға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе. Уҡытыусыларыбыҙ төплө белем бирҙе, ябай, ихлас, ярҙамсыл булды. Барлыҡ сығарылыш студенттарының артабанғы яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләүе лә күп нәмә хаҡында һөйләй.
Мин белем алған ваҡытта уҡыу йорто Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде. Ә ул осорҙа бындай награданы тиккә генә бирмәйҙәр ине. Ошо ҙур ваҡиғаның шаһиты булғаным өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ кисерәм. Туған уҡыу йортом юғары хеҙмәт ҡаҙанышы күрһәтеп, студенттарына талмаҫ ҡанат ҡуйҙы. Ҙур рәхмәт уға!
Динир ӘХМӘТЙӘНОВ, Башҡортостандың урман хужалығы министры, уҡыу йортоноң 1986 йылғы сығарылыш
студенты:– Мәғариф учреждениеһы тарихын илебеҙ, республикабыҙ яҙмышынан айырып ҡарау мөмкин түгел. Иҡтисади, социаль, фәнни үҫештә аграр университеттың өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Ул ауыл хужалығы тармағына етәкселәр генә түгел, тәжрибәле эшселәр, һәр яҡлап оҫта, йәмғиәттең терәге булырҙай һөнәр эйәләре тәрбиәләүе менән ҙур хөрмәткә лайыҡ.
Үҙем уҡыу йортоноң агрономия факультетында ситтән тороп белем алдым. Студент йылдарымды һәр саҡ һағынып иҫкә төшөрәм. Уҡытыусыларыбыҙ шул ҡәҙәр талапсан, көслө булды. Беҙгә лә, ситтән тороп белем алғандарға, һис ниндәй ташлама юҡ ине, йомшаҡлыҡ күрһәтелмәне. Талапты ныҡ ҡуйып, һәр кемдең киләсәген хәстәрләгән остаздарыма ҙур рәхмәтлемен.
Аграр университет студенттары эш биреүселәр тарафынан гелән юғары баһаланды. Уҡыу йортона киләсәктә лә ошо юлды лайыҡлы дауам итеүен, төбәгебеҙҙең ҡеүәтен һаҡлауын теләйем.