Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәк сәскәле ялан
...Осрашаһы көндә, ҡыңғырау шыл­тырауына ише­ген асып ебәр­гән Алсәсәк артына йығылып китә яҙҙы. Алдында ҡа­ра бөҙрә сәстәре яурынына тиклем тиерлек төшөп тор­ған, йәп-йәшел күҙҙәрендә йондоҙ яҡтылығы сағылған, мыҡты кәүҙәле, ҡояшҡа янған тәнле егет баҫып тора. Барыҫмы-барыҫ! Алсәсәктең яҙмышына ни өсөн юлбарыҫҡа оҡшаған эт, уға оҡшаған егетте сығарып ҡуялар икән һуң?
Алсаҡ, бөтә төр серле төшөн­сәләр менән ҡыҙыҡһыныусан, йәш­легенә күрә күпмелер дәрә­жә­лә бер ҡатлы Рөстәм Алсәсәктең һәр һүҙен йотлоғоп тыңлай, ҡараштары берсә уйсанланып, берсә яҡтырып китә. Эйе, күп нәмәләрҙе белмәй әле Рөстәм. Белмәһә — белер. Алсәсәк уны өйрәтер, белгәндәрен һөйләр. Матди донъя, Нескә донъя барлығын, Ер йөҙөндә йәшәүсе­ләр­ҙең һайландығы ғына Нескә донъяға эләгәсәген төшөндөрөргә тырышыр.
Рөстәм менән аралашҡаны бирле әсәһе лә Алсәсәктең йәнен көйҙөрмәй башланы. Ыҙғыш­маҫ, уның һәр һүҙенә арҡыры яуап бирмәҫ булып китте. Осрашҡан һайын яҡынайғандан-яҡыная бара Рөстәм. Йыш ҡына лоджияла һөйләшеп ултыралар, серле төнгө күкте, йондоҙҙарҙы күҙәтәләр. Унан берәр ым-ишара булмаҫмы, тип өмөтләнәләр.
— Айҙың нуры күңелде әллә нишләтә, — ти Рөстәм. — Ғашиҡ булғы, яратҡан кешеңде ҡосаҡлағы, иркәләге килә.
— Ай, Рөстәм, үле планета. Заманында тереклек энергияһын Ергә бүләк иткән. Айҙың үҙ орбитаһы ла юҡ, шуға Ергә тағылып тигәндәй, артынан эйәреп хәрәкәт итә. Үҙенең ҡөҙрәтен юғалтҡанға үкенә, күрәһең, Ерҙән хәҙер көнләшә, фажиғәләр, катаклизмдар ебәрә. Ниндәйҙер планетаның Ерҙең энергияһын һурып алыуын көтә. Тик юҡҡа үсләшә Ай... Ер берәй заман Ай кеүек һыуынһа, Ай үҙе тарҡалып, ҡом кеүек онталасаҡ.
— Кит әле! Ә бит нуры бигерәк серле... Алсәсәк, һин Айға оҡшағанһың... Һине ҡосаҡлағым, яратҡым, иркәләгем килә, ә һин яҡын да ебәрмәйһең. Уралам да уралам һинең яныңда. Наҙ теләгән көсөк кеүекмен. Эләктерәм бит хәҙер! — Рөстәм Алсәсәкте кинәт кенә тартып алып ҡосағына ҡаушырҙы ла ҡуйҙы. Алсәсәк әллә нишләп китте. Тәне буйлап илерткес тулҡындар йүгереште. Ә, бәлки... Ҡәҙимге тор­мош менән йәшәргә лә ҡуйырғалыр? Ошо тау ышығы кеүек ҡуйында йоҡларға, балалар тыуҙырырғалыр? Ярамай! Ул тән ләззәтенән ары торорға тейеш. Яратыуҙың ғазап ҡына икәнен Алсәсәк һынаны бит инде. Атаһы, эте, Вадим... Хәҙер Рөстәмде лә юғалтһынмы ни? Зиһене ҡапыл аяҙайып китеүҙән, Алсәсәк Рөстәмдең ҡуйынынан һурылып сыға һалды.
— Рөстәм... Һөйләштек бит... Беҙ рухи берҙәмлектә... Тән яҡынлығынан тыйылырға тейешбеҙ.
— Ярар! — Рөстәм һикереп тороп бүлмәгә инеп китте. Алсәсәктең тотош тән ағзалары үҙенә буйһонмаған кеүек булды. Тәне буйлап берсә яндырғыс, берсә һыуыҡ тулҡын йүгерә. Бер аҙҙан аңына килеп, бүлмәгә инде. Рөстәм күренмәй. Хушлашмай ҙа сығып киттеме икән ни? Ванна бүлмәһе ишегенән нәҙек кенә ут төшә. Һыу аҡҡаны ишетелә. Алсәсәк, үҙе лә аңғармаҫ­тан, шул яҡтылыҡҡа күҙ һалаһы итте. Рөстәм душ аҫтына баҫҡан да һыу ҡойона. Ни өсөн китаптарҙа гел ҡатын-ҡыҙ тәненең матурлығын тасуирлап яҙалар икән ул? Ир-аттың тәне бит ҡатын-ҡыҙҙыҡынан күпкә камилыраҡ. Ошо йәшкә етеп, пляждан тыш ерҙә яланғас ирҙе күргәне юҡ ине әле Алсәсәктең. Окала һыу ингәндә Вадимдың кәүҙәһенә лә ҡыҙығып ҡарағаны ғына хәтерендә. Ул йәһәт кенә лоджияға кире йүгерҙе.
— Мин киттем, Алсәсәк, ишегеңде бикләп ҡал!
— Бәлки... — Йәнә ниҙер әйтергә Алсәсәктең теле әйләнмәне. — Шылтыратышырбыҙ, Рөс­тәм...
Шул китеүенән Рөстәм ғәйеп булды. “Бәй­ләнештә” селтәренә лә сыҡмай, телефоны ла яуап бирмәй.
Көҙгө ҡарлы ҡатыш ямғырҙар ваҡытында Алсәсәк бөтөнләй төшөнкөлөккә бирелде. Ни сәбәптән ташланы уны Рөстәм? Был һорау алдына нисә генә сығып баҫмаһын, яуабы табылманы.
— Бөтөрөнөп киттең, балам, дауаханаға ятып алаһыңмы әллә? Нервыларың насарая бит... — Әсәһе уға шулай тип өндәшеп ҡараны.
— Йәнә шул балыҡ башы! Мине ауырыуға сығара алмай ғына йонсоноң бит!
Эшкә йөрөнө Алсәсәк, эшенән ҡайтты. Театрҙарға, күргәҙмәләргә йөрөп алды. Күңелендәге тынғыһыҙлыҡ баҫылмай. Рөстәм төшөнә инә. Ҡосаҡлашалар, яратышалар икән тип күрә. Тәне ҡыйралып, башы зиңкеп уяна.
Йыл тирәһе ваҡыт үтте. Хәбәр-хәтере юҡ. Дуҫтары булғандыр бит, аралашҡан кешеләре булғандыр. Ни өсөндөр Алсәсәк улар менән танышманы. Рөстәмде ҡәҙерле ҡурсағын ҡурсалаған бала кеүек ҡамалап тотоуы, үҙ йоғонтоһонан ысҡындырмаҫҡа тырышыуы дөрөҫ булманымы әллә?Ата-әсәһенең кемлеген, адресын да белмәй бит.
Сеү! “Бәйләнештә”ге Рөстәмдең битенән зыңҡ китеп хәбәр килеп төштө. “Мин һине барыбер табасаҡмын, йүнһеҙ бисә! Ҡайҙа ҡуй­ҙың баламды? Ниндәй хаттар ебәреп яттың, башын бутап? Ниндәй туҙға яҙмаған Шамбала ул? Беҙгә уның ни хәжәте?! Күҙ ҙә ҡаш кеүек кенә балабыҙҙы арбағанһың, әйт, ҡайҙа ҡуйҙың? “Борсолмағыҙ” тигән хәбәре генә килде, һин беләһеңдер. Бикләп тотаһыңдыр, күп булһа!”
Алсәсәк хатҡа яуап бирмәне. Бер аҙҙан йәнә хәбәр килеп инде: ”Эҙләйем һине, таба алмайым, тапһам — үлтерәм!” Алсәсәк йәнә яуапһыҙ ҡалды. Әсәләренә әйтмәй ҡайҙа олаҡты икән һуң Рөстәм? Хәбәре булғас, тимәк, тере.
“Рөстәмде атаһы Алтайҙағы Әлхәс монасты­ры тирәһенән эҙләп алып ҡайтты. Танырлыҡ та түгел, һин иҫәргә ышанып, Кайлас тауына менеп китһә, үлеп кенә ята ине бит. Һине элекке күр­шебеҙ Фатима апай белә икән. Мин һиңә әсәйең булмам, ул бахырыңды еңеп алғас та! Әле Фатима апай тыйғанға ғына яныңа бармайыраҡ торам. Мәгәр йәнә балабыҙға һуғылһаңмы, үҙеңә үпкәлә!”
Алсәсәк ноутбугын һүндереп ҡуйҙы ла карауатына барып ятты. Күҙен сытырлатып йомғоһо, килеп ябырылған ваҡиғаларҙы онотҡоһо, йәнә күңел арбағыс ләләләр тулҡынланған яланға барып сыҡҡыһы килде. Еңелергә, тапалырға тейешме ул? Юҡ инде! Рөстәмде әсәһенең ҡулынан тартып алырға кәрәк. Нисек табырға һуң? Ә-ә-ә... Фатима ҡарсыҡ күршебеҙ ине, тигән бит. Тимәк, уның аша табырға мөмкин Рөстәмде. Ә Фатима ҡарсыҡтың телефонын әсәһе белә. Унан һорап алырға ла... Ә ниңә шылтыратмай әле әсәһе был арала, аҙна тирәһе инде, килеп тә сыҡмай?
— Алло! — телефондан ят тауыш яуап бирҙе. — Кем әле был?
— Фатима апайың...
— Һин әсәйемдә икән дә. Мине сәйнәп ултыраһығыҙмы? Тап һин кәрәк инең дә миңә. Дөрөҫөрәге, Рөстәмдең адресы кәрәк.
— Ниндәй Рөстәмдең?
— Белмәмешкә һалышма! Әсәһе, күрше йәшәнек, ти бит.
— Ә-ә-ә, улмы? Улар күсенде ул. Адрестарын белмәйем. Ул баланы атаһы милиция аша әллә ҡайҙан, Алтай яғынан табып алып ҡайтҡан. Урамда осрашҡайныҡ, әсәһе һөйләп торҙо. Шамбала эҙләп йөрөгән. Шамбала тигәне ожмах булһа кәрәк. Ожмах ерҙә булмағанын белмәй шул әле. Йәшерәк... Адрестарын белмәйем шул...
Алдайҙыр инде. Алсәсәк бит уны барыбер табасаҡ.
— Шамбала ерҙә лә бар ул. Һеҙ белмәгәс тә. Әсәйемде бир әле!
— Ни бит әле, Алсәсәк ҡыҙым... Әсәйең дарыуҙар ғына килтереп кит тигәнгә килһәм, ныҡ ятып киткән. “Ашығыс ярҙам” машинаһын саҡыр­тырға тура килде. “Бармайым да бармайым!” ти ине лә, врачтар алып китте. Йөрәгенә приступ булған.
— Ҡайһы дауаханала? — Алсәсәк үҙе лә һиҙмәҫтән шомланып китте.
— Егерме беренселә. Реанимацияға әбинеп киттеләр.
— Ныҡмы ни?
— Шулай булып сыға. Иҫән генә булһын, Хоҙайым-Раббым. Бигерәк һәйбәт кеше бит Фәғилә. Һин, Алсәсәк, бик ҡаты бәрелмәһәңсе әсәйеңә. Һин тип йәшәне. Ғайсаһы ла тормаҫлыҡ кеше түгел ине, һиңә таяныс булам тип Өфөгә килде. Әсәй берәү генә була бит. Ысын әйтәм, һин эҙләгән Шамбала, ожмахты әйтәм, ул әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында, ти бит ул.
— Кем әйтә?
— Изге Китап әйтә. Ә һин бөгөнгә бармай тор әсәйең янына. Иртәгә икәүләп барырбыҙ.
“Әсәйҙәрҙең аяҡ аҫтында — ожмах...” Сәйер. Ысынмы икән?




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән

Республикала сабыйҙар үлеменең тарихи минимумы теркәлгән 30.06.2025 // Йәмғиәт

2024 йылда сабыйҙар үлеме күрһәткесе 3,5 промилле тәшкил иткән Был республиканың статистика...

Тотош уҡырға 11

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана

Республикала ишле ғаиләләргә вуздар ҡарамағындағы колледждарҙа балаларҙы уҡытыу хаҡы компенсациялана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары республиканың күп балалы ғаиләләренә дәүләт...

Тотош уҡырға 16

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде

«Башҡортостан» ҡунаҡханаһына биш йондоҙ бирелде 30.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә урынлашҡан «Башҡортостан» ҡунаҡхана комплексы рәсми рәүештә биш йондоҙло тип...

Тотош уҡырға 11

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана

Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы йәшенле ямғыр яуыуы фаразлана 30.06.2025 // Йәмғиәт

Аҙна башында йылы һәм ямғырлы һауа торошо көтөлә....

Тотош уҡырға 10

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 32

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 26

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 26

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 29

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 31

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 33

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 33

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана