Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ракеталар мәсеттәргә тоҫҡалмаған...
Ракеталар мәсеттәргә тоҫҡалмаған... Ишеттегеҙме әле, Силәбе өлкәһендәге Урал тау университеты мөғәллимдәре студенттар өсөн “ИГИЛ” — ислам түгел” тип аталған әсбап баҫтырып сығарған. Ҡулланма динебеҙҙең рухи ҡиммәттәре радикалдарҙың идеологияһынан нимәһе менән айырылыуы, экстремистарҙың тоҙағынан һаҡланыу юлдары хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Әлбиттә, буштан-буш килеп сыҡмаған инде был ниәт. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн террорсыларҙың сафына тәү сиратта йәштәр, шул иҫәптән студенттар, эләгә...
Интернет селтәренән ошо мәғлү­мәтте уҡып ултырған арала башҡа бер уй килде — әлеге ҡуллан­маның бер нисә данаһын булһа ла диңгеҙ аръяғына оҙат­маҫ­тармы икән? Юҡһа ҡайһы бер “аҡыллы баш”тар асыҡтан-асыҡ илебеҙҙе исламға, мосолмандарға ҡаршы һу­ғыш асты тип ғәйепләп маташа. Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәне аңлашылалыр. Шу­лай ҙа “һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тиҙәр бит...
Ғөмүмән, “Ислам дәүлә­те”н ислам донъяһы, мосолман ­дине ­менән ­са­­ғышты­рыуҙары ­башҡа һый­май. Вәхшилек, атыш, үлтереш, тотҡондарҙың башын сабып өҙөү, кешеләрҙе тереләй яндырыу... Ниндәй дини ҡанундар тураһында һүҙ булыуы мөмкин?! Шуны аңларға ваҡыт: Рәсәйҙең Сүриә армияһына “Ислам дәүләте” террорсыларына ҡаршы көрәштә булышлыҡ итә башлауы ислам дәүләтенә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәт түгел, ә, киреһенсә, уны һаҡлау теләге. Кешелекте терроризмдан һаҡлауға ынтылышы.
“ИГИЛ”-дың бар донъяны баҫып алырға маташыуы, Европаны эстән өҙгөләүе хаҡында бер бөгөн генә яҙмайбыҙ. Был ойошманың ниндәй маҡсат һәм кемдәр тарафынан ойош­торол­ғанлығы тураһында ла һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Һуңғы ваҡиғалар “Ислам дәүләте”нең мәкерле уй-хыялдарын асыҡтан-асыҡ күрһәтте. Ләкин бөгөн тота килеп кемдәрҙеңдер Рәсәйҙе мосолман донъяһына ҡаршы ҡуйырға тырышыуын нисек аңларға? Тимәк, кемгәлер был кәрәк... Кемдер был хәлде үҙ файҙаһына ҡул­ланып ҡалырға теләй...
Иҫләһәгеҙ, илебеҙ етәк­селәренең Сүриәне бом­ба­ға тотоу хаҡындағы ҡарарын тәүгеләрҙән булып Рәсәй мосолман­дарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хуплағайны.
— Күҙ йәштәре менән ҡан бер түгел. Меңдәрсә, йөҙәр меңдәрсә кеше үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр. Күпме кеше вафат булды. Был мәхшәргә Рәсәйҙең түҙеп торор әмәле ҡалманы. Әгәр күршеңдең йорто яна икән, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк. Күрше булғаны өсөн генә лә түгел хатта — янғындың һинең йортоңа ла ҡабыныуы бар, — тигәйне ул.
Юғары мөфтөй билдәләүенсә, “Ислам дәүләте” — мосолмандарҙы, башҡа динле халыҡтарҙы юҡҡа сығарыуға көйләнгән “шайтандар өйөрө”. Улар исламдың абруйын төшөрә, “сөнки үҙҙәренең ҡылыҡтары менән тирә-яҡта беҙҙең динебеҙгә ҡарата нәфрәт уятыуҙары мөмкин”. Һәм бөгөн килеп Тәлғәт Тажетдиндың әйткәне раҫ килә түгелме?..
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта Сү­риә­ләге ҡыйралышҡа ҡара­ғанда Интернет селтәре аша алып барылған мәғлүмәт һуғышы көслөрәк төҫлө. Хатта “ИГИЛ”-дан, бомба һөжүменән дә дәһ­шәт­лерәк, аяуһыҙыраҡ, сөн­ки ул һуғыш аныҡ билә­мәләргә түгел, ә мил­лиардлаған кеше­нең аңына йүнәлтелгән. Интернет сикһеҙ, тимәк, мәғлүмәт һуғышын туҡ­татыуы һис тә еңел бирелмәйәсәк.
Р.S. Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндә донъя яңы­лыҡ­тары таҫмаһында “Ис­лам дәүләте” тер­рорсы­ларының паникаға бирелеүе, Рәсәй бомбаларынан ҡайҙа ҡасырға белмәүҙәре, хәҙер башлыса мәсеттәр янына тупланырға тырышыуҙары хаҡында яҙҙылар. Беләләр бит ҡайҙа йәшеренергә... Нимә-нимә, ә беҙҙекеләр мәсеттәргә ҡорал тоҫҡамаясаҡ...



Автор: Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә