Ишеттегеҙме әле, Силәбе өлкәһендәге Урал тау университеты мөғәллимдәре студенттар өсөн “ИГИЛ” — ислам түгел” тип аталған әсбап баҫтырып сығарған. Ҡулланма динебеҙҙең рухи ҡиммәттәре радикалдарҙың идеологияһынан нимәһе менән айырылыуы, экстремистарҙың тоҙағынан һаҡланыу юлдары хаҡында тулы мәғлүмәт бирә. Әлбиттә, буштан-буш килеп сыҡмаған инде был ниәт. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, бөгөн террорсыларҙың сафына тәү сиратта йәштәр, шул иҫәптән студенттар, эләгә... Интернет селтәренән ошо мәғлүмәтте уҡып ултырған арала башҡа бер уй килде — әлеге ҡулланманың бер нисә данаһын булһа ла диңгеҙ аръяғына оҙатмаҫтармы икән? Юҡһа ҡайһы бер “аҡыллы баш”тар асыҡтан-асыҡ илебеҙҙе исламға, мосолмандарға ҡаршы һуғыш асты тип ғәйепләп маташа. Елдең ҡайһы яҡтан иҫкәне аңлашылалыр. Шулай ҙа “һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тиҙәр бит...
Ғөмүмән, “Ислам дәүләте”н ислам донъяһы, мосолман дине менән сағыштырыуҙары башҡа һыймай. Вәхшилек, атыш, үлтереш, тотҡондарҙың башын сабып өҙөү, кешеләрҙе тереләй яндырыу... Ниндәй дини ҡанундар тураһында һүҙ булыуы мөмкин?! Шуны аңларға ваҡыт: Рәсәйҙең Сүриә армияһына “Ислам дәүләте” террорсыларына ҡаршы көрәштә булышлыҡ итә башлауы ислам дәүләтенә ҡаршы йүнәлтелгән сәйәсәт түгел, ә, киреһенсә, уны һаҡлау теләге. Кешелекте терроризмдан һаҡлауға ынтылышы.
“ИГИЛ”-дың бар донъяны баҫып алырға маташыуы, Европаны эстән өҙгөләүе хаҡында бер бөгөн генә яҙмайбыҙ. Был ойошманың ниндәй маҡсат һәм кемдәр тарафынан ойошторолғанлығы тураһында ла һүҙ сурытып тороу урынһыҙ. Һуңғы ваҡиғалар “Ислам дәүләте”нең мәкерле уй-хыялдарын асыҡтан-асыҡ күрһәтте. Ләкин бөгөн тота килеп кемдәрҙеңдер Рәсәйҙе мосолман донъяһына ҡаршы ҡуйырға тырышыуын нисек аңларға? Тимәк, кемгәлер был кәрәк... Кемдер был хәлде үҙ файҙаһына ҡулланып ҡалырға теләй...
Иҫләһәгеҙ, илебеҙ етәкселәренең Сүриәне бомбаға тотоу хаҡындағы ҡарарын тәүгеләрҙән булып Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин хуплағайны.
— Күҙ йәштәре менән ҡан бер түгел. Меңдәрсә, йөҙәр меңдәрсә кеше үҙ йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр. Күпме кеше вафат булды. Был мәхшәргә Рәсәйҙең түҙеп торор әмәле ҡалманы. Әгәр күршеңдең йорто яна икән, һис шикһеҙ, ярҙам итергә кәрәк. Күрше булғаны өсөн генә лә түгел хатта — янғындың һинең йортоңа ла ҡабыныуы бар, — тигәйне ул.
Юғары мөфтөй билдәләүенсә, “Ислам дәүләте” — мосолмандарҙы, башҡа динле халыҡтарҙы юҡҡа сығарыуға көйләнгән “шайтандар өйөрө”. Улар исламдың абруйын төшөрә, “сөнки үҙҙәренең ҡылыҡтары менән тирә-яҡта беҙҙең динебеҙгә ҡарата нәфрәт уятыуҙары мөмкин”. Һәм бөгөн килеп Тәлғәт Тажетдиндың әйткәне раҫ килә түгелме?..
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта Сүриәләге ҡыйралышҡа ҡарағанда Интернет селтәре аша алып барылған мәғлүмәт һуғышы көслөрәк төҫлө. Хатта “ИГИЛ”-дан, бомба һөжүменән дә дәһшәтлерәк, аяуһыҙыраҡ, сөнки ул һуғыш аныҡ биләмәләргә түгел, ә миллиардлаған кешенең аңына йүнәлтелгән. Интернет сикһеҙ, тимәк, мәғлүмәт һуғышын туҡтатыуы һис тә еңел бирелмәйәсәк.
Р.S. Мәҡәләне баҫмаға әҙерләгәндә донъя яңылыҡтары таҫмаһында “Ислам дәүләте” террорсыларының паникаға бирелеүе, Рәсәй бомбаларынан ҡайҙа ҡасырға белмәүҙәре, хәҙер башлыса мәсеттәр янына тупланырға тырышыуҙары хаҡында яҙҙылар. Беләләр бит ҡайҙа йәшеренергә... Нимә-нимә, ә беҙҙекеләр мәсеттәргә ҡорал тоҫҡамаясаҡ...