Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Был егеттәр менән тау-таш аҡтарырға мөмкин!”
“Был егеттәр менән тау-таш аҡтарырға мөмкин!” Хакимиәт башлығы Рәзиф Ғилмуллин әйтеүенсә, урындағы ауыл эшсәндәре ураҡ эштәрен теүәлләне. Ике-өс көнлөк ямғырҙар эште туҡтатмаһа, уңыш күптән келәттә ятыр ине, әлбиттә. Ләкин ямғыры ла урынлы: игенсене дәртләндереп, ужым баҫыуҙары йәм-йәшел келәмдәй күтәрелде. Быйыл краснокамалар 23 300 гектарҙа иген культураларын йыйып алды. Уртаса уңыш — гектарынан 18,3 центнер. “Заря” ауыл хужалығы кооперативында һәм “АгроМен” йәмғиәтендә ҡайһы бер баҫыуҙарҙың гектар ҡеүәте 35 центнер тәшкил итте.
– Ужым культуралары 6 300 гек­тар­ҙа тулыһынса йыйып алынған. “Урал­аг­ро”­ла – тритикале, “АгроМен”да ”мос­ковская 39” сорты мул уңыш би­реп һөйөндөрҙө, – ти ауыл хужалығы ида­ралығы начальнигы Динис Хәмис улы Биков. Район буйынса 2046 гектарҙа һоло урылған, гектар ҡеүәте – 15 центнер. “Маяҡ” агрофирмаһы” ауыл хужа­лығы кооперативында иң юғары уңыш алынған – 20 центнер. Баҫыуҙарҙы ху­жалыҡтарҙың 42 берә­мек техникаһы иңләй. 12 мең гектарҙа ужым культура­ла­ры сәселгән. “Заря”, “1 Май”, “Аг­ро­Мен”, “Мир”, “Алға” тоҡомсолоҡ за­во­ды”, “Восход”, “Колос” хужалыҡ­та­рында ураҡ эштәре айырыуса йылдам бара.
“Был егеттәр менән тау-таш аҡтарырға мөмкин!”“Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәрен баҫыу өҫтөндә тап иттек. Ут­тай ҡыҙыу эш мәлендә уның етәк­се­һе Рәзиф Гәрәевте кабинетта күрер­мен тимә.
“Заря” – районда иң көслө хужалыҡ­тарҙың береһе. Төрлө осор ниндәй генә һынау ҡуймаһын, был кооператив һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Эшсе­ләрҙән серен һорайым. “Етәксебеҙ уң­ған, хужалыҡты сирек быуат инде ҡур­салай”, — ти улар, Рәзиф Миң­нулла улы иһә: “Был егеттәр менән тау-таш аҡтарырға мөмкин!” — тип яуаплай.
1800 гектарҙы биләгән иген культуралары уңышы күптән келәттәрҙә. “Һәр гектар уртаса 20 центнер төшөм бирҙе, әммә 35-кә еткергән баҫыуҙар ҙа булды”, – ти етәксе, ҡыуанып. Ба­ҫыу батырҙары Валентин Валикаев, Руслан Ғабдрахманов, Алексей Ғәзи­зов – яуаплы осорҙа хужалыҡтың төп таянысы.
– Кукуруз баҫыуында эште теүәл­ләр­гә ике көн етә, ямғырҙар ғына форсат бирһен, – тип дауам итә һүҙен Рә­зиф Гәрәев. – Гектар ҡеүәте – 300 центнер!
Хужалыҡтың икенсе тармағы – мал­сылыҡ. Мең ярым баш һыйыр малы булһа, шуның 390-ы һауыла. Ғәҙәт­тәгесә, мал аҙығын йыл ярымға етерлек итеп әҙерләп ҡуйҙылар. Һәр һыйырҙан йылына 4000 литр һөт алыу өсөн бөтә шарттар бар. Шуға өлгәшергә тырышалар ҙа инде.
Бындай уңышлы эшләүсе хужалыҡ­тың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. 1988 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында зоотехник һөнәрен алып тыуған яғына ҡайтҡас, Рәзиф Миңнулла улы бөтә көсөн, дәртен биреп ер эше­нә тотона. 1992 йылда уны “Заря” хужалығына етәксе итеп тәғә­йен­ләй­ҙәр. Хөкүмәтебеҙ уға, фиҙакәр хеҙмә­тен баһалап, “Башҡортостандың ат­ҡа­ҙанған ауыл хужалығы хеҙмәт­кәре” исемен бирҙе. Ике йыл элек Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде арҙаҡлы уҙаман. Шулай ҙа иң ҙур баһа – ауылдаштарының, яҡ­таш­тарының хөрмәтелер.
Никольск, Кувакино, Биктимер, Ведресово, Апось­ево ауылдары халҡы күтәренке рухта донъя көтә. Хужалыҡ, мул уңыш үҫтереп, Краснокама районы данын бөтә республикаға тара­тыу­ға ҙур өлөш индерә. Әлбиттә, ра­йон етәкселеге, ауыл хужалығы идаралығы ярҙамын да тоя игенселәр.
Техника ла, яғыулыҡ та, ашлама ла етерлек. Эш хаҡы ла ваҡытында бирелә. Краснокама районы шундай эшһөйәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана.





Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә