Хакимиәт башлығы Рәзиф Ғилмуллин әйтеүенсә, урындағы ауыл эшсәндәре ураҡ эштәрен теүәлләне. Ике-өс көнлөк ямғырҙар эште туҡтатмаһа, уңыш күптән келәттә ятыр ине, әлбиттә. Ләкин ямғыры ла урынлы: игенсене дәртләндереп, ужым баҫыуҙары йәм-йәшел келәмдәй күтәрелде. Быйыл краснокамалар 23 300 гектарҙа иген культураларын йыйып алды. Уртаса уңыш — гектарынан 18,3 центнер. “Заря” ауыл хужалығы кооперативында һәм “АгроМен” йәмғиәтендә ҡайһы бер баҫыуҙарҙың гектар ҡеүәте 35 центнер тәшкил итте.– Ужым культуралары 6 300 гектарҙа тулыһынса йыйып алынған. “Уралагро”ла – тритикале, “АгроМен”да ”московская 39” сорты мул уңыш биреп һөйөндөрҙө, – ти ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Динис Хәмис улы Биков. Район буйынса 2046 гектарҙа һоло урылған, гектар ҡеүәте – 15 центнер. “Маяҡ” агрофирмаһы” ауыл хужалығы кооперативында иң юғары уңыш алынған – 20 центнер. Баҫыуҙарҙы хужалыҡтарҙың 42 берәмек техникаһы иңләй. 12 мең гектарҙа ужым культуралары сәселгән. “Заря”, “1 Май”, “АгроМен”, “Мир”, “Алға” тоҡомсолоҡ заводы”, “Восход”, “Колос” хужалыҡтарында ураҡ эштәре айырыуса йылдам бара.
“Заря” ауыл хужалығы кооперативы эшсәндәрен баҫыу өҫтөндә тап иттек. Уттай ҡыҙыу эш мәлендә уның етәксеһе Рәзиф Гәрәевте кабинетта күрермен тимә.
“Заря” – районда иң көслө хужалыҡтарҙың береһе. Төрлө осор ниндәй генә һынау ҡуймаһын, был кооператив һәр саҡ алдынғылар рәтендә. Эшселәрҙән серен һорайым. “Етәксебеҙ уңған, хужалыҡты сирек быуат инде ҡурсалай”, — ти улар, Рәзиф Миңнулла улы иһә: “Был егеттәр менән тау-таш аҡтарырға мөмкин!” — тип яуаплай.
1800 гектарҙы биләгән иген культуралары уңышы күптән келәттәрҙә. “Һәр гектар уртаса 20 центнер төшөм бирҙе, әммә 35-кә еткергән баҫыуҙар ҙа булды”, – ти етәксе, ҡыуанып. Баҫыу батырҙары Валентин Валикаев, Руслан Ғабдрахманов, Алексей Ғәзизов – яуаплы осорҙа хужалыҡтың төп таянысы.
– Кукуруз баҫыуында эште теүәлләргә ике көн етә, ямғырҙар ғына форсат бирһен, – тип дауам итә һүҙен Рәзиф Гәрәев. – Гектар ҡеүәте – 300 центнер!
Хужалыҡтың икенсе тармағы – малсылыҡ. Мең ярым баш һыйыр малы булһа, шуның 390-ы һауыла. Ғәҙәттәгесә, мал аҙығын йыл ярымға етерлек итеп әҙерләп ҡуйҙылар. Һәр һыйырҙан йылына 4000 литр һөт алыу өсөн бөтә шарттар бар. Шуға өлгәшергә тырышалар ҙа инде.
Бындай уңышлы эшләүсе хужалыҡтың тарихы менән ҡыҙыҡһынам. 1988 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетында зоотехник һөнәрен алып тыуған яғына ҡайтҡас, Рәзиф Миңнулла улы бөтә көсөн, дәртен биреп ер эшенә тотона. 1992 йылда уны “Заря” хужалығына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Хөкүмәтебеҙ уға, фиҙакәр хеҙмәтен баһалап, “Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исемен бирҙе. Ике йыл элек Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде арҙаҡлы уҙаман. Шулай ҙа иң ҙур баһа – ауылдаштарының, яҡташтарының хөрмәтелер.
Никольск, Кувакино, Биктимер, Ведресово, Апосьево ауылдары халҡы күтәренке рухта донъя көтә. Хужалыҡ, мул уңыш үҫтереп, Краснокама районы данын бөтә республикаға таратыуға ҙур өлөш индерә. Әлбиттә, район етәкселеге, ауыл хужалығы идаралығы ярҙамын да тоя игенселәр.
Техника ла, яғыулыҡ та, ашлама ла етерлек. Эш хаҡы ла ваҡытында бирелә. Краснокама районы шундай эшһөйәрҙәре менән хаҡлы ғорурлана.