Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төйәгенең тоғро улы
Төйәгенең тоғро улы Кеше хеҙмәте менән үҙе йәшәгән ерҙә оҙаҡ йылдарға етерлек яҡшы эҙ ҡалдыра алһа, тимәк, уның ғүмере бушҡа үтмәгән. Ошондай ил азаматтарының береһе – Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә тыуған ерендә гөрләтеп донъя көткән Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Нәзиров.


Ҡауарҙы урта мәктә­бендә башланғыс белем алып, VI-VII кластарҙа – дружина советы рәйесе, VIII – X кластарҙа комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарырға өлгөргән ныҡыш Мәүлим­бирҙе бәләкәйҙән белем­гә, ойоштороу эшенә ын­ты­лып үҫә. Ата-әсәһе лә, үҙҙәренә уҡыу мөмкинлеге тей­мәгәс, ҡәҙерле улдарына төплө бе­лем, яҡшы тәр­биә бирергә тырыша. Өмөттәре аҡлана: Мәүлимбирҙе ағай, Стәр­ле­тамаҡ дәүләт педагогия инс­титу­ты­ның физика-математика фа­куль­тетын уңышлы тамамлап, 1974 йылда тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүҙәрәк математика дәрес­тәрен алып бара, һуңынан мәктәп дирек­торының тәрбиә, аҙаҡ уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда иһә уға директор вазифаһын ышанып тапшыралар. Ул етәкселек иткән мәктәп 15 йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисерә, яңы бейеклектәргә күтәрелә.
Нәзиров ең һыҙға­нып, бар күңе­лен һалып тотона яуаплы эшкә. Ошо йылдарҙа яңы мәктәпте төҙөп бөтө­рөү, тулыһынса йыһазландырыу уның иңенә төшә. Етәксе һынатмай – районда беренселәрҙән булып лингофон, компьютер кабинеттарын асыуға, автомодуль класын сафҡа индереүгә өлгәшә. Ваҡытында иң шәп­тәрҙән һаналған “ДВК-4” компью­терҙары ла Ҡауарҙы мәктә­бен­дә була. Заман талаптарына яраҡлы итеп йыһазландырылған оҫтаханалар, тегеү цехы, бәләкәй икмәкхана булдырыла. Алты теген машинаһы мәктәпкә табыш килте­реүгә ярҙам итә.
Етәксе балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән дә ныҡышмалы эшләй. Төрлө йәштәге уҡыусыларға 200-гә яҡын башҡорт милли костюмы тектерә. Йырсы, ҡурайсы Фәрүәз Урманшин менән Әҙһәм Исҡужинды саҡырып, уҡыусылар өсөн ҡурай дәрестәре үткәртә. Бейеү түңәрәген Сәрүәр Рәхимова алып бара.
Мәктәптә спортҡа айырыуса иғти­бар бүленә, төрлө секциялар эшләй. Ул йылдарҙа милли көрәш, еңел атлетика, шахмат буйынса район йыйылма командаһының төп көсөн Ҡа­уарҙы мәктәбе уҡыусылары тәш­кил итә. Был еңел булмаған эштә көрәш буйынса – Ришат Исхаҡов, еңел атлетикала – Фәнил Басиров, шахматта Сабир Исхаҡов һәм Рим Насиров ныҡлы ярҙам итә.
Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы тәҡдимен иҫәпкә алып, 1995 йылда Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты менән хеҙмәттәшлек юлға һалына. Гимназия уҡытыусылары менән берлектә педагогик советтар, асыҡ дәрестәр, фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү, республика кимә­лендә ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыу уҡыу-уҡытыу сифатын шаҡтай яҡ­шыр­та. Балаларҙың ҡала гимна­зияһында белем тәрәнәйтеп, ял итеп ҡайтыуы ата-әсәләр өсөн оло ваҡиға була заманында.
Ҡалала юғары һәм махсус белем биреү йорттарында уҡып йөрөгән студенттарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай директор –“ЗИЛ-130” машинаһына ултырып, йылына ике-өс тапҡыр Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа ата-әсәләр әҙерләп ҡуйған ризыҡты тейәп, студенттарҙың хәлен беле­шергә барып ҡайта. Транспорт мәсьәләһе ҡатмарлы заманда бындай изге эш, әлбиттә, студенттар өсөн бик ҡулай була. Был йәһәттән уҡыусылары һаман да Мәүлимбирҙе ағайға рәхмәтен еткереп тора.
Ауыр, көсөргәнешле мәлдәрҙә лә һынмай, бирешмәй Мәүлимбирҙе Хәй­ретдин улы. Алдына ҡуйған бар маҡсатҡа ирешә. 2004 йылдан, етәк­селек вазифаһын ҡалдырғандан бир­ле, математика һәм информатика дәрестәренән уҡыта. Атай, ир-егет булараҡ, үҙ балаларын, уҡыу­сы­ларын кешелекле, кеселек­ле, өлгөлө шәхес итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Тәжрибәле уҡытыусы әле лә камиллашыу юлын­да: күп уҡый, шәхси китапханаһын төрлө китаптар менән байыта, матбуғат баҫмаларын даими уҡып бара.
Әлбиттә, тылың ныҡлы, арҡа те­рәр кешең ышаныслы булмаһа, бындай ауыр мәсьәләләрҙе йырып сы­ғы­уы ҡыйынға төшөр ине. Мәүлимбирҙе ағайҙың ҡатыны Миң­зәлә Миңлеғәле ҡыҙы менән иңгә-иң терәп, 42 йыл татыу ғүмер итеүе күптәргә өлгө булып тора. Миңзәлә апай күрше Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамла­ғандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. Ҡауарҙы егете Мәүлимбирҙе Нәзировҡа ке­йәү­гә сыҡҡас, өлкән пионервожатый булып эш башлай. Һуңынан тәрбиә­се, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы була. Миңзәлә апай әле хаҡлы ялда. Шулай ҙа ҡул ҡаушы­рып ултырмай – йыр-моңға маһир ҡатынды ауыл клубына художество етәксеһе итеп саҡыралар. Уның менән аралашҡанда фекер ҡеүә­һенең тослоғо, әйтер һүҙенең бәҫен дә, көсөн дә белеүе һоҡландыра. “Ул эшләй башлағас, клубҡа йәм керҙе, байрам һайын Миңзәлә апай ойошторған конкурс-концерттар бик күңелле үтә”, – ти ауыл халҡы бер тауыштан.
Береһенән-береһе зирәк, аҡыллы, тәүфиҡлы биш бала бағып, ата-әсә бурысын да тейешле кимәлдә үтәне Нәзировтар. Ныҡлы ғаиләлә тәрбиә­ләнеп үҫкән балалар һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын табып, барыһы ла гөрләтеп донъя көтә. Оло улдары Юлай – райондың суд приставтары хеҙмәте рәйесе, ҡыҙҙары Миңлегөл – “Аҡбуҙат” журналында бүлек мөхәррире, Азамат – шәхси эшҡы­уар, Фәрзәнә – Өфөлә балалар баҡ­са­һы тәрбиәсеһе, кинйәләре Шәүрә Норильскиҙа банк хеҙмәткәре булып эшләй. Ошо урында атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигән әйтемдең ни тиклем дә хаҡ булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Ейән-ейәнсәрҙәренә тиклем тырыштар — һәр береһе уҡыу алдынғыһы, нәҫелдәренең абруйын күтәреп, олатай-өләсәйҙәре башлаған юлды лайыҡлы дауам итә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Нәзиров­тар ғаиләһе ауылда тәүгеләрҙән булып бер туған малай һәм ҡыҙ баланы патронат тәрбиәгә алды. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән ошо иҫ киткес аҙым Нәзировтарҙың киң, изге күңелле булыуын иҫбат итә. Әйткән­дәй, үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында уларға “Өлгөлө ғаилә” номинацияһы бирелде.
Нәзировтарҙың намыҫлы хеҙмәте баһаһыҙ ҡалманы – Миңзәлә апай Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнһә, Мәү­лим­бирҙе ағайҙың эше күп тапҡыр Почет грамоталары, иҫтәлекле бү­ләк­тәр менән баһаланды, “Башҡорт­остан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ауылдаштары бер нисә йыл рәттән Мәүлимбирҙе ағайҙы ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайлай. Ул — ябай уҡытыусы ғына түгел, халыҡ уҡытыу­сыһы ла. Тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлап, ауылдаштарын сикһеҙ ихтирам итеп, һәр береһенә тигәндәй кәрәк, терәк булып, биләгән вазифалары менән генә түгел, ә үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, изгелекле, тос, йор һүҙле булыуы менән дә абруй ҡаҙанды аҡһаҡал.
Мәүлимбирҙе ағайҙың үҙе хаҡын­да һөйләргә яратмауы, үҙенә һәр саҡ талапсанлығы, йылдар үтеү менән һүрелмәҫ энергия, күңел көрлөгө менән һуғарылған булмышы инсафлы олпатлыҡ сифаты алған. Янындағы ҡәҙерле ҡатыны, атай-әсәкәйем тип өҙөлөп торған, илһам, көс-ҡеүәт сығанағы булған балалары һәр саҡ гөрләп торған нигеҙҙәренең ҡотон ебәрмәй. Алдағы көндәрҙә лә был өйҙөң балаларҙың шат тауышына, бәхет-шатлыҡтарға тулы буласағына шик юҡ.





Автор: Наҙгөл АБДУЛЛИНА. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡорт йырсыһы Гөлназ Асаева аварияла зыян күргән ҡатындың хәле тураһында хәбәр итте...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың тораҡ пункттарына мобиль интернет үткәрелә...

Тотош уҡырға 2

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә 11.03.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Башҡортостан халҡын бер көнгә күберәк ял көтә...

Тотош уҡырға 3

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған

Кваркуш яҫы таулығында иҫән ҡалған Өфө турисы йүнәлә башлаған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Табиптар әйтеүенсә, уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана....

Тотош уҡырға 2

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды 11.03.2026 // Йәмғиәт

Баймаҡта һуғыш ветеранына 103 йәш тулды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған 11.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда хәбәрһеҙ юғалғандарҙың бишәүһе үле килеш табылған...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә