Кеше хеҙмәте менән үҙе йәшәгән ерҙә оҙаҡ йылдарға етерлек яҡшы эҙ ҡалдыра алһа, тимәк, уның ғүмере бушҡа үтмәгән. Ошондай ил азаматтарының береһе – Ҡауарҙы ауылында тыуып үҫеп, әлеге көндә тыуған ерендә гөрләтеп донъя көткән Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы Нәзиров.Ҡауарҙы урта мәктәбендә башланғыс белем алып, VI-VII кластарҙа – дружина советы рәйесе, VIII – X кластарҙа комсомол ойошмаһы секретары вазифаһын башҡарырға өлгөргән ныҡыш Мәүлимбирҙе бәләкәйҙән белемгә, ойоштороу эшенә ынтылып үҫә. Ата-әсәһе лә, үҙҙәренә уҡыу мөмкинлеге теймәгәс, ҡәҙерле улдарына төплө белем, яҡшы тәрбиә бирергә тырыша. Өмөттәре аҡлана: Мәүлимбирҙе ағай, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетын уңышлы тамамлап, 1974 йылда тыуған ауылына эшкә ҡайта. Тәүҙәрәк математика дәрестәрен алып бара, һуңынан мәктәп директорының тәрбиә, аҙаҡ уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 1989 йылда иһә уға директор вазифаһын ышанып тапшыралар. Ул етәкселек иткән мәктәп 15 йыл эсендә ҙур үҙгәрештәр кисерә, яңы бейеклектәргә күтәрелә.
Нәзиров ең һыҙғанып, бар күңелен һалып тотона яуаплы эшкә. Ошо йылдарҙа яңы мәктәпте төҙөп бөтөрөү, тулыһынса йыһазландырыу уның иңенә төшә. Етәксе һынатмай – районда беренселәрҙән булып лингофон, компьютер кабинеттарын асыуға, автомодуль класын сафҡа индереүгә өлгәшә. Ваҡытында иң шәптәрҙән һаналған “ДВК-4” компьютерҙары ла Ҡауарҙы мәктәбендә була. Заман талаптарына яраҡлы итеп йыһазландырылған оҫтаханалар, тегеү цехы, бәләкәй икмәкхана булдырыла. Алты теген машинаһы мәктәпкә табыш килтереүгә ярҙам итә.
Етәксе балаларҙа сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү йәһәтенән дә ныҡышмалы эшләй. Төрлө йәштәге уҡыусыларға 200-гә яҡын башҡорт милли костюмы тектерә. Йырсы, ҡурайсы Фәрүәз Урманшин менән Әҙһәм Исҡужинды саҡырып, уҡыусылар өсөн ҡурай дәрестәре үткәртә. Бейеү түңәрәген Сәрүәр Рәхимова алып бара.
Мәктәптә спортҡа айырыуса иғтибар бүленә, төрлө секциялар эшләй. Ул йылдарҙа милли көрәш, еңел атлетика, шахмат буйынса район йыйылма командаһының төп көсөн Ҡауарҙы мәктәбе уҡыусылары тәшкил итә. Был еңел булмаған эштә көрәш буйынса – Ришат Исхаҡов, еңел атлетикала – Фәнил Басиров, шахматта Сабир Исхаҡов һәм Рим Насиров ныҡлы ярҙам итә.
Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы тәҡдимен иҫәпкә алып, 1995 йылда Рәми Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназия-интернаты менән хеҙмәттәшлек юлға һалына. Гимназия уҡытыусылары менән берлектә педагогик советтар, асыҡ дәрестәр, фәнни-ғәмәли конференциялар үткәреү, республика кимәлендә ярыш-конкурстарҙа ҡатнашыу уҡыу-уҡытыу сифатын шаҡтай яҡшырта. Балаларҙың ҡала гимназияһында белем тәрәнәйтеп, ял итеп ҡайтыуы ата-әсәләр өсөн оло ваҡиға була заманында.
Ҡалала юғары һәм махсус белем биреү йорттарында уҡып йөрөгән студенттарын да иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай директор –“ЗИЛ-130” машинаһына ултырып, йылына ике-өс тапҡыр Өфөгә, Стәрлетамаҡҡа ата-әсәләр әҙерләп ҡуйған ризыҡты тейәп, студенттарҙың хәлен белешергә барып ҡайта. Транспорт мәсьәләһе ҡатмарлы заманда бындай изге эш, әлбиттә, студенттар өсөн бик ҡулай була. Был йәһәттән уҡыусылары һаман да Мәүлимбирҙе ағайға рәхмәтен еткереп тора.
Ауыр, көсөргәнешле мәлдәрҙә лә һынмай, бирешмәй Мәүлимбирҙе Хәйретдин улы. Алдына ҡуйған бар маҡсатҡа ирешә. 2004 йылдан, етәкселек вазифаһын ҡалдырғандан бирле, математика һәм информатика дәрестәренән уҡыта. Атай, ир-егет булараҡ, үҙ балаларын, уҡыусыларын кешелекле, кеселекле, өлгөлө шәхес итеп тәрбиәләүгә бар көсөн һала. Дәрестәре һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы, фәһемле үтә. Тәжрибәле уҡытыусы әле лә камиллашыу юлында: күп уҡый, шәхси китапханаһын төрлө китаптар менән байыта, матбуғат баҫмаларын даими уҡып бара.
Әлбиттә, тылың ныҡлы, арҡа терәр кешең ышаныслы булмаһа, бындай ауыр мәсьәләләрҙе йырып сығыуы ҡыйынға төшөр ине. Мәүлимбирҙе ағайҙың ҡатыны Миңзәлә Миңлеғәле ҡыҙы менән иңгә-иң терәп, 42 йыл татыу ғүмер итеүе күптәргә өлгө булып тора. Миңзәлә апай күрше Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте уңышлы тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында белем ала. Ҡауарҙы егете Мәүлимбирҙе Нәзировҡа кейәүгә сыҡҡас, өлкән пионервожатый булып эш башлай. Һуңынан тәрбиәсе, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы була. Миңзәлә апай әле хаҡлы ялда. Шулай ҙа ҡул ҡаушырып ултырмай – йыр-моңға маһир ҡатынды ауыл клубына художество етәксеһе итеп саҡыралар. Уның менән аралашҡанда фекер ҡеүәһенең тослоғо, әйтер һүҙенең бәҫен дә, көсөн дә белеүе һоҡландыра. “Ул эшләй башлағас, клубҡа йәм керҙе, байрам һайын Миңзәлә апай ойошторған конкурс-концерттар бик күңелле үтә”, – ти ауыл халҡы бер тауыштан.
Береһенән-береһе зирәк, аҡыллы, тәүфиҡлы биш бала бағып, ата-әсә бурысын да тейешле кимәлдә үтәне Нәзировтар. Ныҡлы ғаиләлә тәрбиәләнеп үҫкән балалар һәр ҡайһыһы тормошта үҙ урынын табып, барыһы ла гөрләтеп донъя көтә. Оло улдары Юлай – райондың суд приставтары хеҙмәте рәйесе, ҡыҙҙары Миңлегөл – “Аҡбуҙат” журналында бүлек мөхәррире, Азамат – шәхси эшҡыуар, Фәрзәнә – Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе, кинйәләре Шәүрә Норильскиҙа банк хеҙмәткәре булып эшләй. Ошо урында атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән тигән әйтемдең ни тиклем дә хаҡ булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Ейән-ейәнсәрҙәренә тиклем тырыштар — һәр береһе уҡыу алдынғыһы, нәҫелдәренең абруйын күтәреп, олатай-өләсәйҙәре башлаған юлды лайыҡлы дауам итә.
Шуны ла әйтергә кәрәк: Нәзировтар ғаиләһе ауылда тәүгеләрҙән булып бер туған малай һәм ҡыҙ баланы патронат тәрбиәгә алды. Ҙур яуаплылыҡ талап иткән ошо иҫ киткес аҙым Нәзировтарҙың киң, изге күңелле булыуын иҫбат итә. Әйткәндәй, үткән “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында уларға “Өлгөлө ғаилә” номинацияһы бирелде.
Нәзировтарҙың намыҫлы хеҙмәте баһаһыҙ ҡалманы – Миңзәлә апай Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнһә, Мәүлимбирҙе ағайҙың эше күп тапҡыр Почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр менән баһаланды, “Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Ауылдаштары бер нисә йыл рәттән Мәүлимбирҙе ағайҙы ауыл һәм район советтарына депутат итеп һайлай. Ул — ябай уҡытыусы ғына түгел, халыҡ уҡытыусыһы ла. Тыуған еренә тоғролоҡ һаҡлап, ауылдаштарын сикһеҙ ихтирам итеп, һәр береһенә тигәндәй кәрәк, терәк булып, биләгән вазифалары менән генә түгел, ә үҙенең ябайлығы, ярҙамсыллығы, изгелекле, тос, йор һүҙле булыуы менән дә абруй ҡаҙанды аҡһаҡал.
Мәүлимбирҙе ағайҙың үҙе хаҡында һөйләргә яратмауы, үҙенә һәр саҡ талапсанлығы, йылдар үтеү менән һүрелмәҫ энергия, күңел көрлөгө менән һуғарылған булмышы инсафлы олпатлыҡ сифаты алған. Янындағы ҡәҙерле ҡатыны, атай-әсәкәйем тип өҙөлөп торған, илһам, көс-ҡеүәт сығанағы булған балалары һәр саҡ гөрләп торған нигеҙҙәренең ҡотон ебәрмәй. Алдағы көндәрҙә лә был өйҙөң балаларҙың шат тауышына, бәхет-шатлыҡтарға тулы буласағына шик юҡ.