Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дипломлы дин әһеле
Дипломлы дин әһеле Яңы Байрамғол ауылында тирә-йүнгә иман нурҙары һибеп, һәр иртә моңло аҙан тауышы яңғырай. Тотош төбәк халҡының фатихаһы менән «Азамат» мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнгән Рәфҡәт Игелеков һәр көн шулай ауылдаштарына рухи көс бирә, изге теләк-ғәмәлдәрен еткерә.

Рәфҡәт олатайҙы Учалы районында белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Дан­лыҡлы Игелек кантон нәҫеленән ул. Заманында Игелековтар «Байрамғол» совхозында алдынғы механизаторҙар ине. Баш­ҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужа­лығы хеҙмәткәре Рәфҡәт Ғабдулла улы ла ғүмер буйы тракторсы булып эшлә­не. Ҡустылары Ансар, Абрар, Мөжип, Мөхтәр Игелековтар ҙа фиҙакәр хеҙмәте менән совхозды үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ә Рәфҡәт Ғабдулла улы ауылда бәләкәй сағынан уҡ яулаған абруйын әле лә юғалтмай.
– 1937 йыл ине. Тәби Таш яланында бесән тарттырып йөрөйөм. Көҙ еткәйне инде. Бүтән малайҙар барыһы ла мәктәпкә уҡырға төштө, ә мин һаман яланда. Шулай бер мәл үҙемдән ике йәшкә өлкәнерәк Мәмфүсә апайым йүгереп килде лә: «Рәфҡәт, тиҙ генә мәктәпкә бар! Һине көтәләр унда!» – тип ҡысҡырҙы. Миңә бер дәфтәр менән ҡәләм тотторҙолар ҙа I класҡа уҡырға ебәрҙеләр. Шулай ете йыл гел «бишле»гә генә өлгәштем. Үкенескә ҡаршы, VIII класҡа барырға кейем булманы. Математиканы шәп белә тип, мине МТС-ҡа хисапсы итеп ҡуйҙылар, – тип һөйләй олатай, бала саҡ йылдарын иҫкә алып. – Һуғыш осоронда ашау яғы бик наҡыҫ ине, өс көн буйы бер тәғәм ризыҡ ҡапмаған мәлдәр күп булды. Ғәмәлдә 50-се йылдарға тиклем шулай аслыҡтан интегеп йәшәнек. Механизаторҙарҙы яҡшыраҡ ашата торғайнылар, мин дә тракторсылар курсына барырға теләк белдерҙем. МТС-тың баш бухгалтеры Вәлидов ағай ҡаршы төшөп ҡараны: «Тағы берәй йыл хисапсы булып эшлә, улым. Тракторҙы тоҡандырырға көсөң етмәйәсәк бит…» Минең иҫәп-хисап эшен теүәл алып барғанды белә бит, шуға ла ебәргеһе килмәгәндер, моғайын…
Шулай ҙа Рәфҡәт Игелеков, меха­низаторҙар курсын уңышлы тамамлап, 1947 йылда тракторсы булып ҡайта. Ике йыл рәттән тәгәрмәсле тракторҙа йөрөгәндән һуң, 18 йәше тулыуға әрме сафына алалар. Камчаткала сик буйы ғәскәрҙәрендә 4 йыл да 7 ай хеҙмәт итеп ҡайта ул, шунан йәнә тракторына ултыра. Ауыл хужалығы техникаһы камиллаша барған һайын, ул тракторҙың һәр төрөн төплө үҙләштерә. Ҡустылары Мөжип һәм Абрар Игелековтар, ауылдаштары Ҡасим Мирхәйҙәров, Дауыт Камалетдинов, Мофассал Шаһиев, Нәсим Мирхәйҙәровтар менән бер бригадала эшләп, «Байрамғол» совхозын республика кимәлендә билдәле хужалыҡтар рәтенә сығара ул.
Олатай әле лә ауылдаштарының ихтирамын тойоп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең игелеген күреп йәшәй. Ҡатыны Әнисә, дүрт ҡыҙын етем ҡалдырып, йәшләй генә вафат булғас, уның васыятын иҫтә тотоп, әхирәте Нәжибәгә өйләнә. Шу­лай улар туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырып, юғары белем алырға ярҙам итә. Был яҙмала балаларының уңы­шын барлауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Хәйер, уларҙы ауылда һәммәһе лә хөрмәт итә.
Аҡһаҡалдың йәштәрсә етеҙлеге, теремеклеге, тормошто яратыуы һоҡландыра. Ул мотоблогына ултырып һәр иртә урман-яландарҙы ҡыҙыра, бесәнен дә үҙе хәстәрләй. Бер үҙе генә донъя көтһә лә, яңғыҙлығын тоймай. Туғыҙ балаһы, 18 ейәне, 12 бүләһе араһынан бер төркөм (һүрәттә) ял һайын ғаиләләре менән ашҡынып ҡайтып етә.
Ил ағаһының йәнә бер үҙенсәлекле ҡаҙанышын билдәләмәү хилаф булыр. Яңыраҡ 86 йәшлек Рәфҡәт Ғабдулла улы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжын тамамлап, диплом алды. Ҡөрь­­ән Кә­­рим сүрәләрен, аятта­рын бәләкәй сағынан уҡ яттан белһә лә, дини өлкәләге белемен камиллаштырыуҙы үҙенең бурысы һанағандыр, күрәһең. Ни тиһәң дә, Яңы Байрамғол ауылында күренекле ауылдашы Резеда Әх­мәҙиева үҙ иҫәбенә һалдырған, тирә-йүнгә йылы нур һибеп балҡыған «Азамат» мәсетенең имам-хатибы бит ул. Әйткәндәй, мәсетте йыйыштырып, һәр ваҡыт бөхтә итеп тотоу ҙа аҡһаҡал иңендә. Шөкөр, ҡыҙҙары, килендәре был йәһәттән ярҙамынан өҙмәй. Йәштәрҙең дингә бик ылығып бармауы ғына бошондороп ҡуя мулланы.
Ауылдаштары Рәфҡәт бабай ихлас­лыҡ менән ҡылған доғаларҙың әжер-сауабын тойоп йәшәй. Яңы тыуған са­бый­ҙарға исем ҡушыу, никах туй­ҙары, дини байрамдар, мәрхүм­дәрҙе мосолман йолаһына ярашлы тәрбиә­ләп, һуңғы юлға оҙатыу ҙа Рәфҡәт Игелековтың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Учалы төбәгендәге абруйлы мулла ҡылған доғаларҙың ҡабул булырына ышаныстары ла, өмөттәре лә ҙур байрамғолдарҙың.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873