Яңы Байрамғол ауылында тирә-йүнгә иман нурҙары һибеп, һәр иртә моңло аҙан тауышы яңғырай. Тотош төбәк халҡының фатихаһы менән «Азамат» мәсетенең имам-хатибы итеп тәғәйенләнгән Рәфҡәт Игелеков һәр көн шулай ауылдаштарына рухи көс бирә, изге теләк-ғәмәлдәрен еткерә.Рәфҡәт олатайҙы Учалы районында белмәгән кеше һирәктер, моғайын. Данлыҡлы Игелек кантон нәҫеленән ул. Заманында Игелековтар «Байрамғол» совхозында алдынғы механизаторҙар ине. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Рәфҡәт Ғабдулла улы ла ғүмер буйы тракторсы булып эшләне. Ҡустылары Ансар, Абрар, Мөжип, Мөхтәр Игелековтар ҙа фиҙакәр хеҙмәте менән совхозды үҫтереүгә тос өлөш индерҙе. Ә Рәфҡәт Ғабдулла улы ауылда бәләкәй сағынан уҡ яулаған абруйын әле лә юғалтмай.
– 1937 йыл ине. Тәби Таш яланында бесән тарттырып йөрөйөм. Көҙ еткәйне инде. Бүтән малайҙар барыһы ла мәктәпкә уҡырға төштө, ә мин һаман яланда. Шулай бер мәл үҙемдән ике йәшкә өлкәнерәк Мәмфүсә апайым йүгереп килде лә: «Рәфҡәт, тиҙ генә мәктәпкә бар! Һине көтәләр унда!» – тип ҡысҡырҙы. Миңә бер дәфтәр менән ҡәләм тотторҙолар ҙа I класҡа уҡырға ебәрҙеләр. Шулай ете йыл гел «бишле»гә генә өлгәштем. Үкенескә ҡаршы, VIII класҡа барырға кейем булманы. Математиканы шәп белә тип, мине МТС-ҡа хисапсы итеп ҡуйҙылар, – тип һөйләй олатай, бала саҡ йылдарын иҫкә алып. – Һуғыш осоронда ашау яғы бик наҡыҫ ине, өс көн буйы бер тәғәм ризыҡ ҡапмаған мәлдәр күп булды. Ғәмәлдә 50-се йылдарға тиклем шулай аслыҡтан интегеп йәшәнек. Механизаторҙарҙы яҡшыраҡ ашата торғайнылар, мин дә тракторсылар курсына барырға теләк белдерҙем. МТС-тың баш бухгалтеры Вәлидов ағай ҡаршы төшөп ҡараны: «Тағы берәй йыл хисапсы булып эшлә, улым. Тракторҙы тоҡандырырға көсөң етмәйәсәк бит…» Минең иҫәп-хисап эшен теүәл алып барғанды белә бит, шуға ла ебәргеһе килмәгәндер, моғайын…
Шулай ҙа Рәфҡәт Игелеков, механизаторҙар курсын уңышлы тамамлап, 1947 йылда тракторсы булып ҡайта. Ике йыл рәттән тәгәрмәсле тракторҙа йөрөгәндән һуң, 18 йәше тулыуға әрме сафына алалар. Камчаткала сик буйы ғәскәрҙәрендә 4 йыл да 7 ай хеҙмәт итеп ҡайта ул, шунан йәнә тракторына ултыра. Ауыл хужалығы техникаһы камиллаша барған һайын, ул тракторҙың һәр төрөн төплө үҙләштерә. Ҡустылары Мөжип һәм Абрар Игелековтар, ауылдаштары Ҡасим Мирхәйҙәров, Дауыт Камалетдинов, Мофассал Шаһиев, Нәсим Мирхәйҙәровтар менән бер бригадала эшләп, «Байрамғол» совхозын республика кимәлендә билдәле хужалыҡтар рәтенә сығара ул.
Олатай әле лә ауылдаштарының ихтирамын тойоп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, бүлә-бүләсәрҙәренең игелеген күреп йәшәй. Ҡатыны Әнисә, дүрт ҡыҙын етем ҡалдырып, йәшләй генә вафат булғас, уның васыятын иҫтә тотоп, әхирәте Нәжибәгә өйләнә. Шулай улар туғыҙ баланы аяҡҡа баҫтырып, юғары белем алырға ярҙам итә. Был яҙмала балаларының уңышын барлауҙы маҡсат итеп ҡуйманым. Хәйер, уларҙы ауылда һәммәһе лә хөрмәт итә.
Аҡһаҡалдың йәштәрсә етеҙлеге, теремеклеге, тормошто яратыуы һоҡландыра. Ул мотоблогына ултырып һәр иртә урман-яландарҙы ҡыҙыра, бесәнен дә үҙе хәстәрләй. Бер үҙе генә донъя көтһә лә, яңғыҙлығын тоймай. Туғыҙ балаһы, 18 ейәне, 12 бүләһе араһынан бер төркөм (һүрәттә) ял һайын ғаиләләре менән ашҡынып ҡайтып етә.
Ил ағаһының йәнә бер үҙенсәлекле ҡаҙанышын билдәләмәү хилаф булыр. Яңыраҡ 86 йәшлек Рәфҡәт Ғабдулла улы, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Мәрйәм Солтанова исемендәге Ислам колледжын тамамлап, диплом алды. Ҡөрьән Кәрим сүрәләрен, аяттарын бәләкәй сағынан уҡ яттан белһә лә, дини өлкәләге белемен камиллаштырыуҙы үҙенең бурысы һанағандыр, күрәһең. Ни тиһәң дә, Яңы Байрамғол ауылында күренекле ауылдашы Резеда Әхмәҙиева үҙ иҫәбенә һалдырған, тирә-йүнгә йылы нур һибеп балҡыған «Азамат» мәсетенең имам-хатибы бит ул. Әйткәндәй, мәсетте йыйыштырып, һәр ваҡыт бөхтә итеп тотоу ҙа аҡһаҡал иңендә. Шөкөр, ҡыҙҙары, килендәре был йәһәттән ярҙамынан өҙмәй. Йәштәрҙең дингә бик ылығып бармауы ғына бошондороп ҡуя мулланы.
Ауылдаштары Рәфҡәт бабай ихласлыҡ менән ҡылған доғаларҙың әжер-сауабын тойоп йәшәй. Яңы тыуған сабыйҙарға исем ҡушыу, никах туйҙары, дини байрамдар, мәрхүмдәрҙе мосолман йолаһына ярашлы тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙатыу ҙа Рәфҡәт Игелековтың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Учалы төбәгендәге абруйлы мулла ҡылған доғаларҙың ҡабул булырына ышаныстары ла, өмөттәре лә ҙур байрамғолдарҙың.