Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ерем бар... емем юҡ!
йәки Кем ғәйепле?
Ауылдар буйлап йөрөгәндә күптәрҙең ауыҙынан: “Ер алдыҡ та ул, ләкин тинлек тә файҙаһын күрә алмайбыҙ. Өгөтләй-өгөтләй ниңә бирҙеләр һуң уны?” — тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.
Эйе, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙе халыҡҡа бүлеп биргәндә: “Ер — иң ҙур байлығыбыҙ, ер пайҙарығыҙҙы алып, теркәй һалығыҙ”, — тип йыйылыштарҙа ла, мәғлүмәт саралары аша ла күп һөйләнелде. Халыҡ был һүҙҙәргә ҡолаҡ һалды, һуҙып-һуҙылып булһа ла пай ерҙәренең законлы хужаһына әйләнде.
Ләкин үҙ еренә үҙе хужамы һуң ул бөгөн? Асыҡтан-асыҡ әйтһәк, ҡағыҙҙа хужа, ә ғәмәлдә — юҡ! Бында иген үҫтергән айыу менән бабай тураһындағы әкиәттәгесә килеп сыға: еме, йәғни ере файҙаланыусыларға, ә һаламы — уның хужаларына. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер урында “айыуға” һаламы ла тәтемәй. Үҙ еренән тауыҡ ашатырлыҡ та ем ала алмағас, уға хужа булыуҙан ни файҙа?! Ерҙәрҙе ҡуртымға алған эшҡыуарҙар, йәғни замана баярҙары: “Беҙ ер өсөн һалым түләйбеҙ, халыҡҡа үҙҡиммәте менән бер-икешәр центнер иген һатып бирәбеҙ”, — тип аҡлана. Ер етештереүҙең төп сығанағы булыуын, йәғни алтынға тиң икәнен әйтһәк, үҙҡиммәтенә һатылған игендең хаҡы баҙарҙыҡынан да ашып китә. Бөгөн игендең бер центнеры 250 – 300 һум самаһы булһа, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа үҙҡиммәте менән һатабыҙ тип халыҡҡа центнерын 350 – 400 һумдан “осоралар”. Ә бахыр әҙәм балаһы, осһоҙға иген алдым, тип ҡыуанған була.
Минең тыуған ауылым Батырҙа (Федоровка районы) ерҙе ҡуртымға алыусылар уның хужаларына гектарына 1-әр центнер иҫәбенән игенде бушлай бирә. Һаламын да өйөнә үк килтерә. Яңғыҙ әбейҙәр ҙә йыл һайын 7-шәр центнер (унда ер пайы 7 гектар) игенле була. Ике-өс ер пайы булған ғаиләләр 14-21 центнер игенде бушлай ала, һәм улар ысын мәғәнәһендә “ерем дә, емем дә бар” тип әйтә ала.
Ҡанаҡай ауылынан (Ишембай районы) бер ағай: “Мин йыйылышта бушлай иген биреү мәсьәләһен күтәреп сыҡҡайным да ул, ауыл хужалығы идаралығы вәкиле, ерең буш, эшкәртелмәй ятмағанға рәхмәт әйт, тип ауыҙҙы япты, ә башҡалар мине яҡлашманы”, — тип һөйләгәйне. Әйтеүемсә, ауыл хужалығы идаралығында ла, урындағы хакимиәттәрҙә эшләүселәр ҙә — дәүләт кешеләре һәм уларға ерҙең буш ятмауы мөһим. Унан килеп, берәүҙең ауыҙын ябыуы ла еңел.
Берҙәмлектә — көс, тип ауылдарҙа йәмәғәт ойошмалары, мәҫәлән, аҡһаҡалдар советы төҙөп, бергәләшеп фекер йөрөткәндә, эшләгәндә күп кенә мәсьәләләрҙе хәл итеп булыр ине, моғайын.
Бөтөн нәмә халыҡтың үҙенән тора. Уның өнһөҙ ҡалыуына, үҙенә тейешлене таптыра белмәүенә башҡалар ғәйепле түгел. Бөгөнгө баярҙар халыҡты түгел, үҙ кеҫәһен нығыраҡ ҡайғырта. Улар табыш алыу өсөн ерҙең һуңғы һутына тиклем һурасаҡ, ә уны тейешенсә тәрбиәләп, ашлама индереп көсөн тергеҙеү хаҡында уйламаясаҡ. Федоровка районында чечендар, бер ауылдың ерен ҡуртымға алып, йыл да меңәр гектар көнбағыш сәсә. Бер нисә йылдан был ерҙәргә ҡарауы ла ҡурҡыныс буласағын берәү ҙә уйлап ҡарамай.
Ата-бабаларыбыҙ борон-борондан ерҙе иң ҙур, төп байлыҡ итеп күреп, уны һаҡлап алышҡан. Башҡорт ерҙәренең һәр квадрат метры уларҙың ҡаны менән һуғарылған. Еребеҙ изге, ләкин бөгөн уның ҡәҙерен белмәйбеҙ. III Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайында ер мәсьәләһе иң мөһиме булыр, башҡорт халҡы үҙ ерҙәренең ысын хужаһына әүерелер, ул халҡыбыҙ мәнфәғәтенә хеҙмәт итһен тигәнерәк ҡарарҙар ҡабул ителер, һәм улар һөҙөмтә бирмәй ҡалмаҫ, тип уйлағайным. Һөйләүен-һөйләндек, әммә һөҙөмтә юҡ кимәлендә.
Ни тиһәң дә, барыһы ла халыҡтың үҙенә бәйле. Арабыҙҙа, ерҙе ҡушҡанға ғына алдым, миңә ни кәрәге бар уның, тип йөрөүселәр байтаҡ. Йәшәү рәүешебеҙҙең нисек булыуына ғәйепте ситтән түгел, ә үҙеңдән эҙләргә кәрәк башта. Беҙгә аңға килергә, оҙайлы йоҡонан уянырға күптән ваҡыт.
Беҙҙең иң ҙур бәләбеҙ үҙебеҙҙе ерҙең ысын хужалары итеп тоймауҙа һәм бындай мөмкинлек бирелеп еткерелмәүҙә. Ер тураһында һүҙ сыҡһа: “Ҡулығыҙҙа ҡағыҙ, йәғни таныҡлыҡ бар бит, шул етмәйме ни һеҙгә!” — тигән яуапты ишетәһең. Бына шул ҡағыҙға нигеҙләнеп, ҡуртымға алыусының күҙенә тура ҡарап: “Ниңә сәсеү әйләнешен һаҡламайһың, ниңә был баҫыуҙы сүп баҫып ултыра, ниңә ашлама индермәйһең?” — тип әйтергә хоҡуғыбыҙ барлығы һәм уны ҡулланырға бурыслы икәнебеҙ хаҡында ла уйламайбыҙ. Бәрәңге баҡсабыҙҙа берәү башбаштаҡлыҡ ҡылһа, күптән һәнәк күтәреп сығыр инек. Пай ерҙәре лә шул баҡса һымаҡ законлы милек бит ул.
Ҡуртымға алыусыларға ла шәфҡәтлелек күрһәткән кеүек ҡыланмаҫҡа, ә бер аҙ нәфсене тыйып, ерҙең ысын хужалары менән һөйләшеп, килешеп, кәңәшләшеп эшләү кәрәктер.
Күптән түгел БЮТ каналының “Асыҡларға ваҡыт” тапшырыуында ерҙәрҙе файҙаланыуға ҡағылышлы һүҙ алып барылғайны. Унда эшлекле лә, ҡолаҡ ятмаҫтай ҙа фекерҙәр әйтеп кителде. Ә Ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре ассоциацияһы рәйесе Зифҡәт Сәйетгәрәев, ҡайтанан колхоздар төҙөү кәрәк, тип ысҡындырҙы. Колхоздарҙың ер хужаларын ысын мәғәнәһендә юҡҡа сығарып, уның крәҫтиән өсөн ситлек булыуын һәм ер кешеһен ҡушҡанды ғына үтәгән роботҡа әйләндереүен, аҙаҡ үҙе лә юҡҡа сығып (талап алынған малдың барыбер ҡот-бәрәкәте булмай) ауыл хужалығын бөгөнгө ҡыҙғаныс хәлгә еткереүен нисек иҫтән сығарырға мөмкин?! Иҫкегә түгел, яңыға, яҡшыға ынтылырға кәрәк.
Бер заман колхоздар эске хужалыҡ иҫәбенә күсеп алғайны. Колхозсы үҙ милкенә үҙе хужа икәнен тоя башлағас та, етештереүсәнлек бермә-бер артып, продукцияның үҙҡиммәте һиҙелерлек кәмеп, хеҙмәт хаҡы ла ярайһы үк күтәрелеп киткәйне. Колхозсы өнһөҙ роботтан тауышы сыға башлаған, инициатива күрһәтеп, эшен еренә еткереп башҡарырға әҙер торған кешегә әүерелә яҙғайны. Әммә ҡулдарындағы теҙгендең бушағанын һәм “мәмәй”гә үҙҙәренә юл ябыла башлағанын һиҙгән етәкселәр был прогрессив алымды юҡҡа сығара һалды. Әгәр ул һаҡланһа, ауыл хужалығы эшсәндәре һәм предприятиелары баҙар шарттарына әҙер булып, уға яраҡлашҡан хәлдә килеп инер һәм бөгөнгө аяныслы күренеш булмаҫ та ине, тип уйлайым.
Үҙ еренән бер тин файҙа күрә алмауҙан ғәрлеге килгән бер танышым: “Әллә үҙ өлөшөмдө бүлеп кенә алайыммы икән?” — тип өндәшкәйне. Бөгөн ерҙе бүлеп алыуҙан, уны ваҡлауҙан файҙа юҡ. Ауыл хужалығының киләсәге эшкәртеү сәнәғәтен дә үҙ эсенә алған эре агрофирмалар ҡулында булырға тейеш. Был — заман талабы. Ә пай ерҙәре хужаларына: “Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр, ас ултырғың килмәһә, үҙ хоҡуғыңды белеп, уның сиктәрендә “сығынлап” алырға онотма”, — тип әйтер инем.
Бөгөн ерҙең төп хужаһы — крәҫтиән ерҙән айырылды, тип әйтергә була. Ауыл ерендә ер эшкәртеүҙе, иген игеүҙе күреп кенә белгән бер быуын үҫеп етте һәм был күренеш үҙе үк ауыл хужалығының киләсәге бармы тигән хафаға һала.
Былтыр байтаҡ ҡына игендең, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрөнөң урып-һуғылмай, йыйып алынмай ятып ҡалыуы бер кемгә лә сер түгел. Бының сәбәбен тәбиғәт шарттарына бәйләп аңлаттылар. Элек тә ураҡ осоронда туҡтауһыҙ ямғыр яуғаны булды, әммә был тиклем хужаһыҙлыҡҡа юл ҡуйылманы. Сөнки бөтәһе бер булып, үҫтерелгәнде ҡотҡарып ҡалырға тырышты. Әгәр ҡуртымға алыусылар бер аҙ нәфсеһен тыйһа һәм үҙҙәре менән пай ерҙәре хужалары араһында тәрән соҡор хасил итмәһә, бәлә ул тиклем ҡурҡыныс та булмаҫ ине. Халыҡ, беҙҙән йәлләгәйнеләр — шәп булды әле, тип ҡыуанмаҫ (был ысынлап та шулай), беҙҙең дә өлөш ятып ҡала бит, тип нисек тә техникаһы һәм башҡаһы менән ярҙам итергә тырышыр ине, моғайын. Ил төкөрһә күл була, тип юҡҡа әйтелмәгән бит.
Мөҙәрис БАГАЕВ.
Ишембай районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Фаил  Килдин
    Фаил Килдин от 25.02.2012, 04:00
    Бик тэплэ , матур мэкэлэ. Анализ шэп ! Рэхмэт !






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 3 351

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 2 763

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 221

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 188

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 2 602

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 2 772

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 378

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 2 901

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 487

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 420

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 1 586

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 393