Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ишеткән менән күргән бер түгел
“Быуаттар буйы туҙа һәм боҙола килгән нәмә бер нисә йыл эсендә генә үҙгәрә алмай… Реформалар хәҙергене түгел, бәлки киләсәкте күҙ уңында тота”.
ХIХ быуатта ижад иткән рус әҙибе һәм тәнҡитсеһе Александр Никитенко – Рәсәйҙәге ижтимағи тормоштоң күп мәсьәләләренә ҡарата бик ҡырыҫ, ләкин тапҡыр фекерҙәрен әйтеп ҡалдырған кеше. Уның реформаға ҡағылышлы һүҙен әле хәтергә төшөрөүемдең сәбәбе ябай: ошо көндәрҙә Советтар Союзы тарихына “Косыгин реформалары” тигән атама менән инеп ҡалған сәйәси-иҡтисади күренешкә ярты быуат тулды. Бүтән маҡсаттарҙы иҫәпкә алмай, шул дәлилгә генә таянғанда ла, илле йыл әүәлге хәлдәргә йәнә әйләнеп бағыу һүҙ өсөн генә һүҙ ҡуйыртыу булмаҫ һымаҡ. “Тарих — миҫалдарға нигеҙләнгән фәлсәфиәт” тип тиктәҫкә раҫланмайҙыр.

1960 йылдарҙың башында уҡ Н.С. Хрущевтың ҡаматлауы менән Совет иҡтисадының яҙмышы тураһында бәхәс­тәр башлана. СССР-ҙың яңыртылған етәкселәре, бигүк тәрәнгә төшмәй, был йәһәттән “ҡыйынлыҡтар барлығы”н таный башлай. Әммә мәсьәләне ғәмгә сығарыуға Харьков ҡалаһында йәшәгән һәм эшләгән иҡтисадсы-ғалим Евгений Либермандың тәҡдимдәре сәбәпсе була. Ул — сәнәғәт менән идара итеү концепцияһына нигеҙ һалыусы. Ғөмүмән, Евсей Григорьевич­тың хеҙмәттәре сәнәғәт предприятие­ларының етештереүсе эшмәкәрлеген планлаштырыу һәм дәртләндереү мәсьә­ләләренә арналған. Уныңса, хужалыҡ механизмы баштан-аяҡ камиллаштырыуҙы талап итә. Либерман иҡтисадты рефор­малауҙың төп принциптары итеп предприятиеларҙың хужалыҡ үҙаллы­лығын киңәйтеүҙе һәм уларҙың дәртләнеп эшләй алыуын ҡуя. Ентекләберәк ҡарағанда, һүҙ коллективтың килемде бүлешеүҙә ҡатнашыуы, оҙайлы ваҡытҡа нормативтар билдәләү, эште һуңғы һөҙөмтәләр буйынса баһалау, планды предприятиеның үҙе төҙөүе тураһында бара.
Ярты быуат әүәлге ҡуҙғалышҡа йәнә әйләнеп ҡайтыуымдың кескәй генә шәхсән сәбәбе лә бар: “Косыгин реформалары”н предприятиеларға бәйләргә маташҡан йылдарҙа мин “Совет Башҡортостаны” гәзитенең Белорет яғындағы үҙ хәбәрсеһе инем, ошо мәсьәлә буйынса Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына арналған очерк та яҙҙым.
Ғөмүмән, ғәҙәттәгесә, ул саҡта “Яңылыҡ!”, “Дауай!” тип бер шаулашып алғайныҡ. Өҫтәүенә, СССР Фәндәр академияһы ҡарамағындағы ғилми совет “Либерман тәҡдимдәре”н ғәмәлгә яраҡһыҙ тип тапты, ғалимды үҙәкләштерелгән дәүләт планлаштырыуын емерергә маташыуҙа ғәйепләне.
Был да ғәжәп түгел, сөнки бер яңылыҡ та ҡаршылыҡһыҙ, көрәшһеҙ юл яра алмай. Евсей Либермандың фекере лә, консерватив диуарға төртөлөп, тәүҙәрәк онотолоп торҙо. Хәйер, бындай миҫалдар хәҙерге ижтимағи тормошобоҙҙа ла аҙым һайын осрай. Ә бөгөнгө һүҙгә сәбәп булған дәрт, бәлки, тамам һүнер ине лә, әгәр партия үҙәк комитетының шул йылдың сентябрендә уҙғарылған пленумында СССР Министрҙар Советы рәйесе Алексей Николаевич Косыгин уға ҡабат йән өрөргә ҡыйыулыҡ итмәһә. Мәғлүм булыуынса, нәҡ шул мәлдә Хрущев билдәләгән ете йыллыҡ план тамамлана, һәм Хөкүмәт башлығы докладында планлаштырыуҙа биш йыллыҡ циклға әйләнеп ҡайтыу, сәнәғәт, төҙөлөш менән совнархоздар аша идара итеүҙән баш тартыу, тармаҡ министрлыҡтары системаһын тергеҙеү тәҡдимен индерә.
Ирекһеҙҙең көнөнән була был тәҡдим­дәр, сөнки дәүләт-ара конъюнктураның киҫкенләшеүе, көнбайышта баҙар мөнәсәбәттәренең тамам нығыныуы шарттарында социалистик иҡтисадтың классик, сталинсы моделе инде иҫкергән, эшләмәй. Ихтыяри планлаштырыу, ҡәтғи үҙәкләштереү уҙған быуаттың 30-сы йылдары, индустриялаштырыу, һуғышҡа әҙерләнеү, унан һуңғы йылдарҙа хужалыҡты аяҡҡа баҫтырыу өсөн, әлбиттә, ҡулай булғандыр. Ләкин кадрҙарҙы һәм мөмкинлектәрҙе башкөллө мобилизациялау зарурлығы хәҙер юҡ, дәүләткә тыштан да ҙур хәүеф янамай, ҡурҡып-өркөп йәшәйһе түгел, “Суйынды, ҡоросто күберәк бирәйек!” тип һөрән һалыу ярҙам итмәй. Ә “Яҡшы тауарҙар күберәк булһын!” тигән фарманды үтәүгә Совет иҡтисадының дөбөрөнән килмәй.
Әйткәндәй, шул уҡ йылдың мартында үткән пленумда колхоз-совхоздарҙы ергә йөгөнөкләтеп килгән ауыр, күп йыллыҡ бурыстарҙы юҡҡа сығарырға, ауыл хужалығы продукттарын һатып алыу хаҡтарын арттырырға, ә техниканы кәметергә ҡарар ителә. Шунһыҙ “Давай-давай!” тип кенә аҙыҡ-түлектең хасил булмауы мәғлүм, ә крәҫтиән дәүләттең, хәстәрлеген тимәгәндә лә, исмаһам, илтифатын күрергә тейеш. Ул осорға өҫ һәм аяҡ кейемдәре, мебель, бүтән төрлө донъялыҡ тауарҙарының етешмәүе менән яфалана инек инде.
Сентябрь пленумындағы мәсьәләләргә әйләнеп ҡайтҡанда, ул идара итеүҙәге административ һәм иҡтисади алымдарҙың нисбәтен һуңғыһы файҙаһына үҙгәртеү бурысын ҡуйҙы. Артабан реформалау үҙәк комитет менән Хөкүмәттең “Сәнәғәткә идара итеүҙе яҡшыртыу тураһында” һәм “Сәнәғәт етештереүен планлаштырыуҙы камиллаштырыу, иҡтисади дәртләнде­реүҙе көсәйтеү тураһында”ғы бер-бер артлы сыҡҡан ҡарарҙарына таянып башҡарылырға тейеш булды. Хәҙерге уҡыусыны әлеге документтарҙың яңғырашы уҡ сәйерһендерер, әммә ул йылдар өсөн исемдең асылы бер ни хәтлем алға ынтылышҡа ишара ине. А.Н. Косыгин сәнәғәтте күтәреүгә баҙар алымдары, йәғни хужалыҡ иҫәбен индереү, предприятиеларҙың үҙаллылығын киңәй­теү аша өлгәшергә ниәтләне. Пландағы төп күрһәткес булараҡ, тулайым продукция һатылғандыҡының күләме менән алмаштырылды. Юғарынан төшөрөлә торған директив заданиелар һаны ҡырҡа ҡыҫҡарҙы. Йәмғеһе биш күрһәткес ҡалды: һатылған продукцияның күләме, уның номенклатураһы, хеҙмәткә түләү фонды, килем һәм рентабеллелек, бюджеттан финанслау һәм бюджетҡа һалым күсереү. Предприятиеларҙың дәртен ҡаматлау өсөн килемдең бер өлөшө улар ҡарамағына ҡалдырыла (әлбиттә, бының да күләме сикләнә). Юғары органдарға планды үтәү барышында үҙгәртеү тыйыла. Был саралар йыллыҡ бурысты һөҙөмтәле үтәүгә йоғонто яһай. Ә эшселәрҙе матди йәһәттән дәртлән­дереүгә килгәндә, уларға премия хеҙмәт хаҡының өс процентын ғына тәшкил итә.
Шулай сәнәғәт хужалыҡ иҫәбенә күсерелә. Заводтар, мәҫәлән, дәүләт предприятиелары булып ҡалған хәлдә лә, ҡуртымға бирелгән рәүеште ала һәм артабан үҙен-үҙе финанслап йәшәй. Реформалау яҡлыларҙың фекеренсә, ул Совет иҡтисади моделенә хас булған кәмселектәрҙән ҡотолоу форсатын бирергә тейеш. Йәғни, капитал һалыуҙар артһа ла, теүәлләнмәгән төҙөлөштәр бар, һатылмаҫ тауар күпләп етештерелә, етештереүсәнлек менән хеҙмәткә түләү араһындағы нисбәттең боҙолоуы, бю­рократлыҡ. Ошо күренеш хәҙерге баҙар иҡтисады тип йөрөтөлгән шарттарҙа һаҡланып ҡалмағанмы ни? Шулай уҡ Госснабтың булыуы предприятиеларҙың үҙаллылығы менән ҡаршылыҡҡа инә. Үҙаллы тип иҫәпләнгән предприятие тауарын һатып алыусыны ла, уға сеймал биреүсене лә ирекле рәүештә һайлай алмай. Госснаб ҡына түгел, ә Дәүләт план комитеты кеүек бюрократик структуралар булғанда, конкуренция, баҙар, ихтыяж менән тәҡдимдең нисбәте тураһында етди һүҙ алып барыу мөмкин түгел. Иҡтисади логика, бәлки, артабанғы аҙымдарға этәрер ҙә ине, ләкин ул саҡта сәйәси хәүеф хасил була, “хужа” һымағыраҡ төшөнсә алға мөлкәт мәсьәләһен килтереп ҡуя.
Нисек кенә булмаһын, реформаның тәүге аҙымдары уңыш килтерә. Һуғыштан аҙаҡ тәүге тапҡыр һигеҙенсе биш йыллыҡ (1966—1970) иң һәйбәт һөҙөмтәләр бирә. Әммә, күп тә үтмәҫтән, “Косыгин реформаһы” тонсоға башлай. Партия-дәүләт номенклатураһының күпселеге, үҙ хакимлығына ҡанығыуҙан ҡурҡып, реформаны ҡабул итмәй. Етештереүсенең мәнфәғәттәре менән һатып алыусының ихтыяжы араһындағы килешмәүсәнлек һаҡлана. Бюрократия аппараты ла көсәйә: министрлыҡтар һаны 1965 йылдағы 29-ҙан ун йыл үтеүгә 135-кә етә. 1970 йылға реформа һағынып һөйләргә генә ҡала.
Алексей Николаевич Косыгин, алтмышынсы йылдарҙа революцион үҙгәрештәр тәҡдим итеп, ғәмәленең сәйәси яғын иҫәпкә алып еткермәгән булып сыҡты. Реформаның тәүге осоронда уҡ пред­приятиеның эшмәкәрлегенә министрлыҡ йә үҙәк комитет түгел, бәлки ҡулланыусы баһа бирергә тейеш ине. Ә уның директорын улар тәғәйенләгән һәм раҫлаған бит. Был хәлдә партия етәкселегенең кәрәге бармы? Ғөмүмән, “социализмды яңыр­тырға”маташыуҙың нимәгә алып килгәнен Чехословакиялағы 1968 йылғы ваҡиғалар күрһәтте.
“Кем үткәндәргә йыш әйләнеп күҙ һала, шул киләсәккә ышанысын юғалта”, тип раҫлауҙарға ҡарамаҫтан, тарихта өлгө, һабаҡ һәм ғибрәттең ятыуын оноторға ярамай.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте 14.08.2025 // Йәмғиәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы томан һәм йәшен хаҡында иҫкәртте...

Тотош уҡырға 0

Ғафуриҙа Еҙем йылғаһы аша йәйәүлеләр күпере төҙөкләндерелә
Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола

Башҡортостанда ҡорот байрамы ойошторола 14.08.2025 // Йәмғиәт

16 августа Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында «Хәйбулла ҡорото» төбәк-ара этно-фестивале уҙғарыла....

Тотош уҡырға 4

Республикала табиптарға остазлыҡ өсөн өҫтәмә аҡса түләнә
Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған 13.08.2025 // Йәмғиәт

Силәбе өлкәһендә көслө боҙ-борсаҡ яуған...

Тотош уҡырға 13

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә

Башҡортостанда 31 меңдән ашыу кешегә «декрет пособиеһы» түләнә 13.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе эшләп йөрөгән әсәйҙәргә, ҡайһы бер осраҡтарҙа атайҙарға...

Тотош уҡырға 14

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфө мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 11

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе

Өөф мэры йәш яҡташыбыҙға яһалма интеллект буйынса олимпиадала еңгән өсөн рәхмәт белдерҙе 13.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң 58-се лицейын тамамлаған Тимур Ғарифуллин 2-8 августа Ҡытайҙа үткән яһалма интеллект буйынса...

Тотош уҡырға 12

Республикала тағы бер ир-егет чача эсеп ағыуланған
ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән 13.08.2025 // Йәмғиәт

ХМАО йәштәре Башҡортостанда милли кейемдә туй үткәргән...

Тотош уҡырға 12

Шәйехзада Бабич исемендәге премияға ғаризалар ҡабул итеү ваҡыты оҙайтылды
Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған 12.08.2025 // Йәмғиәт

Благоварҙа 99 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны донъя ҡуйған...

Тотош уҡырға 15