Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәштәрҙең иҡтисадта ныҡлы урыны булһын ине…”
“Йәштәрҙең иҡтисадта  ныҡлы урыны булһын ине…” Нефтселәрҙең һөнәри байрамы алдынан “Геофизика” фәнни-тикшеренеү фирмаһы баш ғилми хеҙмәткәре, техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының почетлы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән һәм техник хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған яғыулыҡ һәм энергетика хеҙмәткәре Вил Ғайса улы ӨМӨТБАЕВҠА үҙенә һәм эшенә ҡағылышлы бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Вил Ғайса улы, һөйләшеүҙе традицион юлдан башлайыҡ. Һеҙ — республикала билдәле шәхес, нефть сығарыу юлында аныҡ эштәр башҡарғанһығыҙ, бик күп фәнни хеҙмәт яҙып, асыштар яһағанһығыҙ. Был— бөгөн. Ә уҡыусыны һеҙҙең бала сағығыҙ, ябай ауыл малайының ялан аяҡ йүгергән үҙәндән оло тауға үрләүе күберәк ҡыҙыҡһындыра.
– Өс йәшкә тиклем ваҡытым Көн­байыш Украинала үткән. Атайым Ҡыҙыл Армияның кадровый офицеры булған. Күп ҡалала йәшәгәнбеҙ. Һуғыш башлан­ғандың икенсе көнөндә әсәй мине, ун айлыҡ һеңлем Ленаны, бер туған апаһының ҡыҙын алып, эвакуцияланған. Әйтеүе генә анһат: поезға ултырыр өсөн генә лә станцияға бер ай төрлө машинала килгәнбеҙ. Немец туҡтауһыҙ бомбаға тотҡан. Украинала ул йылда иген бик уңған. Уның араһына ҡасыу мөмкинлеге булған. Тағы бер айҙан ғына Магнитогорскиға килеп төшкәнбеҙ. Күп­мелер ваҡыт Асҡарҙа әсәйҙең Ғәлиә апаларында, аҙаҡ билдәле уҡытыусы Рәхмәт Ишҡыуатовтарҙың аталарында торғанбыҙ, һуңынан инде атай-әсәйем­дең тыуған ауылы Мөхәмәткә ҡайтҡан­быҙ. Шунда — башланғыс мәктәпте, аҙаҡ 20 саҡрым алыҫлыҡтағы Абҙаҡта VII класты тамамланым.
– Ул заманда был белем баланың артабан һөнәр алырға хоҡуҡлы икәнен дә күрһәткән бит.
– Эйе, мине әсәй Белорет ҡара металлургия техникумына алып китте. Бер йөк бесән тейәгәнбеҙ, уны һатырға мөмкин ине. Барһаҡ, ҡабул итеү имтихандары тамамланған. Шулай ҙа, маҡтау ҡағыҙын күреп, уҡырға алдылар. Бесәнде һатҡас, әсәй мине ҡалдырырға тейеш ине. Ләкин ҡалғым килмәй, күңел тартмай. Һиҙгәндер инде әсәй, кире алып ҡайтып китте. Бер ай йөрөгәс, һигеҙенсегә Асҡарға килдем. Урта мәктәпте көмөш миҙалға тамамланым.
– Тағы ҡайҙа уҡырға барырға, тигән һорау килеп баҫа бит инде…
– Мөхәмәт ауылына Учалы районынан Таһир исемле бер егет килә торғайны. Өфөләге нефть институтында уҡып йөрөй. Формаһы бик оҡшай, ҡыҙыҡтыра. Шул да башта ҡалғандыр инде. Беҙ, өс егет — Марат Сәйфиев, Арсен Ғүмәров (һуңынан ул ун йыл Белорет райкомының 1-се секретары булды. Атаһы Ғәле Ғүмәров телевидениела эшләне, Башҡортостанда билдәле кеше), мин — гәзиттән ҡайҙа уҡырға барырға кәрәклеген эҙләйбеҙ. Ҡайһы урында стипендия күберәк — беҙгә шуныһы мөһим. Иҫке аҡса менән нефть институтында — 396, ә БДУ-ла ни бары 200 һум ғына. Өсөбөҙ ҙә мәктәпте көмөш миҙалға бөткәнбеҙ, киттек, тибеҙ нефтсе булырға… Индек, уҡыныҡ, диплом алып сыҡтыҡ тигәндәй…
– Һеҙ йәштән үк уйлағанды эшләп, еренә еткереп өйрәнгәнһегеҙ. Тәүәк­кәл булыуығыҙ хатта тормош ҡо­роуы­ғыҙҙа ла сағыла.
– 1961 йылда нефть институтын та­мам­лағас, йүнәлтмә буйынса Ҡаҙағстан­ға китергә тейеш инем. Белорет ра­йонында Үҙәнбаш тигән ауыл бар, шунда Наилә исемле бер ҡыҙыҡай медучилище тамамлап килгәйне. Уның менән өс көн араһында танышып, өйләнешеп, киттек Ҡаҙағстанға. Унда улыбыҙ Вадим тыуҙы. Дүрт йыл эсендә нефтсенән алып экспедицияның баш инженерына тиклем күтәрелдем. Өфөгә ҡайтҡас, биш йылдан һуң ғына фатирлы булдыҡ. Фәнни эш менән шөғөлләнә башланым, 1974 йылда техник фәндәр буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым.
– Яҙмыш һеҙҙе сит илдәргә лә ташлаған. Тәжрибә, ғилем туплау йәһәтенән тормошоғоҙҙа ул ниндә­йерәк урынды биләй?
– Эйе, Алжирҙа эшләнем. 1979 йыл ине. Ул саҡта министрлыҡтан “разнарядка” килә торғайны: фәлән-фәлән белгестәр кәрәк тип. Китеү теләгең булһа ла, өлкә комитетҡа тиклем тикшерәләр. Алжирҙа нефть сығарыу мәсьәләләре буйынса өс йыл ярым эшләнем. Әйтергә кәрәк, анһат булманы. Бөтөн документация француз телендә. Дәүләт теле — алжир теле менән француздыҡы. Өйрәнер өсөн айырым түңәрәккә йөрөнөм, ете-һигеҙ отчет яҙып яҡланым. Аҙ-маҙ һупаларға өйрәндем. Кинйә улыбыҙ Марат 10 йәшлек ине. Ул алжир балалары менән йөрөп, шундуҡ французса өйрәнеп алды, тел белер өсөн гелән аралашыу кәрәк бит. Беҙ йәшәгән урын Урта диңгеҙҙең ярында булды. Балалар көнө буйы шунда һыу инә, уйнай…
– Ул заманда, хәйер әле лә, Африка илдәрен иң артта ҡалған тип иҫәпләп өйрәнгәнбеҙ. Йәшәү рәүештәре, эш итеү алымдары ҡайһылай ине?
– Алжирға китергә булғас, шундайыраҡ уй тыуҙы: колониаль ил, ауыр тормош, артта ҡалған… Барғас, аптыраным. Әлбиттә, байҙар менән ярлылар араһында айырма бик ҙур. Хәҙер беҙҙә лә байҙар коттедждар төҙөй, ул ваҡыт юҡ ине бит. Унда берәүҙәр бейек-бейек йортта торһа, ярлылар ағастан, кардондан эшләгәндәрҙә йәшәй торғайны.
Ә икенсе яҡтан, нефть сығарыуға килгәндә, уларҙың технологияһы беҙгә ҡарағанда юғары булды. Сөнки бөтөнө­һө иҡтисади яҡтан алға киткән илдәрҙән килтерелгәйне. Шуға унда саҡта һәр белгестә ошо технологияны үҙебеҙҙә файҙаланырға кәрәк тигән уй булды. Сахараға нефть сығарыу өсөн реагенттар алып киләләр. Мин тегенең составын ҡарайым, үҙебеҙҙә ҡулланыу өсөн. Бер ниндәй яҙыу юҡ, тик һандар ғына. Реагент — актив матдә. Мәҫәлән, кер йыуабыҙ бит, порошок һалына. Шуның һымаҡ. Быраулау иҙмәһенә ҡушыла. Составын белеп булмай, барыһы ла сер итеп һаҡланды. Технология мәсьәләһен­дә айырма ныҡ булды: беҙ күрмәгән вышкалар, уларҙы йыһазландырыу… Күп нәмәгә өйрәнеп булыр ине ул заманда.
Беҙҙә нефтте сығарыу күләмен йылдан-йыл арттырып килдек. Ә кәрәк инеме ул 600 миллион тонна, бәлки, 500-ө лә еткәндер? Баҙар иҡтисады унда аныҡ көйләнгәйне: әйтәйек, нефть сығарыу күләме 40 миллион тонна булды. Илдә ошо арҡала ғына йәшәйҙәр. Башҡа производство юҡ.
— Артығы кәрәкмәй инде?
– Эйе, кәрәкмәй. Беҙ йыл һайын арттырып план төҙөйбөҙ, икенсе йылға тағы күбәйтәбеҙ. Уларҙа быйыл 40 миллион тонна икән, киләһе йыл, прогноз буйынса, бәлки, 35 миллион ғына кәрәгер. Шулай ҡаранылар. Үҙҙәренең байлығын киләсәк быуынға һаҡлай беләләр ине.
Тағы бер нәмә: беҙ йәшәгән ер менән эш урыны араһы — 25 саҡрым. Төшкө ашҡа сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Ашханала ҡатын-ҡыҙ юҡ. Гел ирҙәр йөрөй, эшләй. Ашарға бик күп кеше килһә лә, артыҡ сират күрмәҫһең, сөнки биш-алты ерҙә касса тора. Тағы шуныһы: иң ҙур хужа беҙҙең менән бергә туҡлана.
Йәнә беҙҙең өсөн яңылыҡ — Ураҙа ваҡыты. Ашарға, эсергә рөхсәт юҡ. Беҙ ҙә күрһәтмәй генә һыу эсергә, тамаҡ ялғарға тейеш. Бер шулай коридорға һыу эсә торған автоматҡа стаканды ҡуйыуым булды, теге остан: “Өмөтбаев, ни эшләйһең?” — тип өндәште хужа. Ер тишегенә кереп китерҙәй булдым оялыштан. Бына шундай тәрбиә. Ә йәштәр барыбер йәштәр булып ҡала. Алжир­ҙыҡы­лар төшкө аш ваҡытында ишек туҡылдата ла, инеп, бутерброд булһа ла ҡабып сығып китә торғайны. Бәҙрәфтә бикләнеп тәмәке лә тартып алалар. Улар ниндәйҙер ҡалыпҡа һыйып бармай ине.
– СССР-ға ҡайтҡас, башкөллө ғилми эшкә сумғанһығыҙ…
– Башҡортостан нефтте ғилми-тикшеренеү һәм проектлау институтында кире эшләй башланым. Минең хеҙмәт — скважинаны капиталь ремонтлау. Скважинала нефть сығарған ваҡыт­та, нефтте ҡыҫырыҡлап, һыу килә башлай. Ҡайһы саҡта ул 90-95 процент тәшкил итеүе ихтимал. Ана шул һыуҙы кәметеү кәрәк. Уның сәбәбе күп инде ул, һәр береһен һанап булмай. Беренсе бурысым ошо һыуҙы кәметеү булды. Икен­сеһе — скважинала 100 процент һыу килә башлаһа, уны бөтөрөргә кәрәк. Ошо проблемалар буйынса эшләнем. Методикалар, технологиялар булдыр­ҙыҡ, өлкәгә бәйле һигеҙ китап сығарҙым. 1997 йылда докторлыҡ диссертация­һы яҡланым. 2003 йылда иһә профессор дәрәжәһен алдым. Шул уҡ йылда “Геофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә күстем. Ғилми кадрҙар әҙерләйбеҙ. Докторлыҡ диссертация советы астыҡ, уның рәйесе булып торҙом. Йөҙәрләгән техник, геологик фәндәре кандидаты, йөҙгә яҡын доктор әҙер­ләнек…
– Бөгөн һеҙ, нефть сығарыу өлкәһенең аҡһаҡал белгесе булараҡ, йәш быуынға ни әйтер инегеҙ?
– Беҙҙең егеттәр Себергә барып, эшсе булып йөрөй. Инженерҙар әҙерәк. Шуның өсөн техник юғары уҡыу йорттарына күберәк килһендәр ине. Райондар­ҙан, мәктәптәрҙән: “Беҙҙең балалар институт-университеттарға күпләп инде”, — тип отчет бирәләр. Тармаҡ буйынса ҡарай башлаһаң, техник йүнәлештә бик аҙ килеп сыға. Әгәр ҙә бындай белгестәр күберәк булһа, уларҙың иҡтисад өлкәһендә өлөшө лә тосораҡ булыр ине.

Рәлис УРАҘҒОЛОВ
әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 1

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 3

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә