Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ағы барҙың – туғы бар
Ағы барҙың – туғы бар Ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға халыҡ ағыла ла ағыла. Ап-аҡ кейемдәге һылыу ҡыҙҙар бында килгән һәр кемгә иң тәүҙә һөт эсеп алырға тәҡдим итә. Өлкән йәштәрҙәге әбей, бала сағын иҫенә төшөрөп, күҙ йәштәрен һөртөп алды:
– Һуғыш ваҡытында һәүкәш кенә беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Ҡулымдан килһә, бөгөндән уға һәйкәл ҡуйыр инем...
Эйе, һөт әүәл-әүәлдән халҡыбыҙҙа пак­лыҡ, туҡлыҡ билдәһе һаналған. “Хоҙай аҡ­тан айырмаһын”, “Ағы барҙың – туғы бар” ке­үегерәк әйтемдәрҙә ҙур мәғәнә ята.
Ағы барҙың – туғы барМайҙандың бер өлөшө зоопаркты хә­тер­ләтә ине. Ҡыҙҙар, малайҙар һыйыр, йылҡы, кәзә малдарын ҡыҙыҡһынып күҙәтһә, яҙмы­шын ауыл хужалығы менән бәйләгәндәр улар менән танышты, файҙалы кәңәштәр, мәғлүмәттәр алды.
Борондан малсылыҡ менән көн күргән, заман ауырлыҡтарын тап улар менән йырып сыҡҡан халҡыбыҙ бөгөн дә булмышына тоғро ҡала. Рес­пуб­ли­кабыҙҙа һөт, ит ризыҡтары етештергән ойошмалар бихисап. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был юҫыҡта эштәр йәнләнә төшкән. Тормош ауыр тип зарланырға яратһаҡ та, яңы производстволар асы­ла. Мәҫәлән, Бәләбәй һөт комбинатын­да күптән түгел аҡ майҙы, спредты тө­рөү буйынса яңы линия файҙа­ла­ныу­ға тапшырылған, инвестиция кү­ләме 50 миллион һум тәшкил иткән. Яңыраҡ ҡына етештерелә башлаған “Бельфор”, “Бельстер” тигән сырҙарҙың даны ҡыҫ­ҡа ғына арауыҡта сит тарафтарға ла таралып өлгөргән. Матур ҡаптарға тө­рөл­гән сифатлы ризыҡ Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын ҡалаһына оҙатыла. Байрамға ки­леү­селәр күпләп һөт ризыҡтары алып ҡалырға тырышты. Республикабыҙ Баш­лығы Рөстәм Хәмитов, халыҡ алдында сығыш яһап, фестивалдә ҡат­на­шыу­сыларҙы, шулай уҡ тап ошо көн­дә Өфөлә үҙҙәренең никах туйын бил­дәләүе сәбәпле Салауат һәйкәле янына килеп, “Һөт иле”нең ҡунағына әй­ләнгән йәштәрҙе лә ҡотланы, уңыштар теләне.
– Башҡортостан – Рәсәйҙең эре агро­сәнәғәт төбәктәренең береһе. Һөт һа­уыу, һөт аҙыҡтары етештереү буйынса Татарстан менән йәнәш алдынғы урынды биләйбеҙ. Киләсәктә тағы ла нығыраҡ эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе ул.
Ысынлап та, бөгөнгө шарттарҙа был йәһәттән алда ҙур эштәр көтә. Тиҙҙән Бүздәк районында 6 мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур ферма төҙөлә башлаясаҡ. Ишембай, Балаҡатай ра­йон­дарында ла был йүнәлештә эш башланырға тора. Бөгөн сит илдәрҙән килгән тауарҙарҙы сикләү, үҙебеҙҙекен етештереү тураһында һүҙ алып бар­ғанда, был айырыуса көнүҙәк мәсьәлә бу­лып тора. Рөстәм Зәки улы бил­дә­лә­үенсә, ошо юҫыҡта беҙгә киң мөм­кинлектәр бар. Тиҙҙән Мәләүездә ҡаты сыр яһау буйынса завод файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Һөт етештереүселәрҙең милли бер­ләшмәһе етәксеһе Андрей Даниленко бындай байрам бары Өфөлә үткә­релеүенә һоҡланыуын белдерҙе.
– Бөтөн илдә һөткә, унан әҙерләнгән ризыҡтарға хаҡ артыуы ихтыяжға ныҡ тәьҫир итте, айырыуса сыр һатып алыу­сылар кәмене. Әммә Башҡортостанда был күренеш тойолмай, – тине ул.
Байрам ғәжәп үҙенсәлекле барҙы. Тамашаға килгән һәр кем күңеленә ятыш­лы шөғөл тапты. Берәүҙәр һөт косметикаһының шифалы булыуына инанһа, икенселәр “аҡтан” әҙерләнгән ризыҡтарҙы күберәк ҡулланыу кә­рәк­легенә йәнә бер ҡат инанды. Һөт эсеп, көс-дәрт алған балалар, йәштәр менән бер­гә өлкәндәр ҙә ГТО нормаһын тап­шырҙы, рәхәтләнеп уйнаны. Майҙанда йыр-моң, шатлыҡлы ауаздар оҙаҡ яңғырап торҙо.




Автор: Венер ИСХАҠОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә