Ямғыр һибәләп тороуға ҡарамаҫтан, Салауат Юлаев һәйкәле янындағы майҙанға халыҡ ағыла ла ағыла. Ап-аҡ кейемдәге һылыу ҡыҙҙар бында килгән һәр кемгә иң тәүҙә һөт эсеп алырға тәҡдим итә. Өлкән йәштәрҙәге әбей, бала сағын иҫенә төшөрөп, күҙ йәштәрен һөртөп алды:– Һуғыш ваҡытында һәүкәш кенә беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарҙы. Ҡулымдан килһә, бөгөндән уға һәйкәл ҡуйыр инем...
Эйе, һөт әүәл-әүәлдән халҡыбыҙҙа паклыҡ, туҡлыҡ билдәһе һаналған. “Хоҙай аҡтан айырмаһын”, “Ағы барҙың – туғы бар” кеүегерәк әйтемдәрҙә ҙур мәғәнә ята.
Майҙандың бер өлөшө зоопаркты хәтерләтә ине. Ҡыҙҙар, малайҙар һыйыр, йылҡы, кәзә малдарын ҡыҙыҡһынып күҙәтһә, яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйләгәндәр улар менән танышты, файҙалы кәңәштәр, мәғлүмәттәр алды.
Борондан малсылыҡ менән көн күргән, заман ауырлыҡтарын тап улар менән йырып сыҡҡан халҡыбыҙ бөгөн дә булмышына тоғро ҡала. Республикабыҙҙа һөт, ит ризыҡтары етештергән ойошмалар бихисап. Айырыуса һуңғы йылдарҙа был юҫыҡта эштәр йәнләнә төшкән. Тормош ауыр тип зарланырға яратһаҡ та, яңы производстволар асыла. Мәҫәлән, Бәләбәй һөт комбинатында күптән түгел аҡ майҙы, спредты төрөү буйынса яңы линия файҙаланыуға тапшырылған, инвестиция күләме 50 миллион һум тәшкил иткән. Яңыраҡ ҡына етештерелә башлаған “Бельфор”, “Бельстер” тигән сырҙарҙың даны ҡыҫҡа ғына арауыҡта сит тарафтарға ла таралып өлгөргән. Матур ҡаптарға төрөлгән сифатлы ризыҡ Рәсәйҙең 60-ҡа яҡын ҡалаһына оҙатыла. Байрамға килеүселәр күпләп һөт ризыҡтары алып ҡалырға тырышты. Республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов, халыҡ алдында сығыш яһап, фестивалдә ҡатнашыусыларҙы, шулай уҡ тап ошо көндә Өфөлә үҙҙәренең никах туйын билдәләүе сәбәпле Салауат һәйкәле янына килеп, “Һөт иле”нең ҡунағына әйләнгән йәштәрҙе лә ҡотланы, уңыштар теләне.
– Башҡортостан – Рәсәйҙең эре агросәнәғәт төбәктәренең береһе. Һөт һауыу, һөт аҙыҡтары етештереү буйынса Татарстан менән йәнәш алдынғы урынды биләйбеҙ. Киләсәктә тағы ла нығыраҡ эшләйәсәкбеҙ, – тип белдерҙе ул.
Ысынлап та, бөгөнгө шарттарҙа был йәһәттән алда ҙур эштәр көтә. Тиҙҙән Бүздәк районында 6 мең баш һауын һыйырға иҫәпләнгән ҙур ферма төҙөлә башлаясаҡ. Ишембай, Балаҡатай райондарында ла был йүнәлештә эш башланырға тора. Бөгөн сит илдәрҙән килгән тауарҙарҙы сикләү, үҙебеҙҙекен етештереү тураһында һүҙ алып барғанда, был айырыуса көнүҙәк мәсьәлә булып тора. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, ошо юҫыҡта беҙгә киң мөмкинлектәр бар. Тиҙҙән Мәләүездә ҡаты сыр яһау буйынса завод файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Һөт етештереүселәрҙең милли берләшмәһе етәксеһе Андрей Даниленко бындай байрам бары Өфөлә үткәрелеүенә һоҡланыуын белдерҙе.
– Бөтөн илдә һөткә, унан әҙерләнгән ризыҡтарға хаҡ артыуы ихтыяжға ныҡ тәьҫир итте, айырыуса сыр һатып алыусылар кәмене. Әммә Башҡортостанда был күренеш тойолмай, – тине ул.
Байрам ғәжәп үҙенсәлекле барҙы. Тамашаға килгән һәр кем күңеленә ятышлы шөғөл тапты. Берәүҙәр һөт косметикаһының шифалы булыуына инанһа, икенселәр “аҡтан” әҙерләнгән ризыҡтарҙы күберәк ҡулланыу кәрәклегенә йәнә бер ҡат инанды. Һөт эсеп, көс-дәрт алған балалар, йәштәр менән бергә өлкәндәр ҙә ГТО нормаһын тапшырҙы, рәхәтләнеп уйнаны. Майҙанда йыр-моң, шатлыҡлы ауаздар оҙаҡ яңғырап торҙо.