Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ғилемлеләр баҙап ҡалмаҫ
– Яңы уҡыу йылы башланыуын күптәр көтөп ала. Мин иһә быйыл ундай шатлыҡтан мәхрүммен – уҡытыусылыҡ эшенән ҡыҫҡартылыуға дусар булдым. Был йәһәттән ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Н. ҒӘСИМОВА.
Архангел районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән Кәрим”дең тәүге аят-кәримәһе “Һине юҡ­тан бар итеп яралт­ҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән бойороҡ менән башлана. Был һөйләмдә белемдең ҡиммәте һәм һим­мәте асыҡ сағыла. Ғилем алыу, баш­ҡаларҙы өйрәтеү Исламда ҙур урынға ҡуйылған.
Раббыбыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға барлыҡ белемде биргән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. “Әҙәм балаһы ниңә кәрәк булды һуң, Раббым? – тип мөрәжәғәт иткән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Кеше уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмай ҡуйһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” Был һорауға яуап итеп, “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем” тигән һүҙҙәр ишетелгән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, белем һәм тәрбиә юлын лайыҡлы дауам итергә тейешбеҙ.
Алда – Белем көнө. Ҙур байрам менән республиканың барлыҡ халҡын ихлас күңелдән тәбрикләйем. Һәр беребеҙҙең яҙмышы изге йорт менән бәйле, унда балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, туғандарыбыҙ белем туплай, аҡты – ҡаранан, изгелекте – яуызлыҡтан, хәләлде хәрәмдән айырырға, Раббыбыҙҙы танырға өйрәнә. Уҡыу йорттарында өйрәтелгән һәр фән – Аллаһ Тәғәләнеке, уларҙы үҙләштереү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Ғилем, һөнәр менән бергә бәхет тә килгәнлеген онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Мәғрифәт тауына етәкләп алып менгән уҡы­тыу­сыға ҙур ихтирам менән ҡарарға бурыслыбыҙ. Хат­та ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шә­керт­тән: “Нимәгә өйрәндең?” – тип һора­ма­ған­дар, ә остазының кем булғаны хаҡында белеш­кән­дәр. Ысынлап та, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа байтаҡ мәктәптең ябылыуы, шул арҡала педагогтарҙың эшһеҙ ҡалыуы тураһында ишетеп-күреп торабыҙ. Был хәлдә кемдәрҙелер ғәйепләргә тырышҡандар ҙа бар. Дөрөҫ түгел, хөрмәтле йәмәғәт. Ғәйепте тәү сиратта үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, бер-ике генә бала үҫтергән, тыуған төйәгенән ситтә йәшәргә тырышҡан ғаиләләр күбәйеп китте. Бындай урында бармаҡ менән генә һанарлыҡ уҡыусы өсөн мәктәп тотоу мөмкинме һуң?
Әл-хәмдү лил-ләһ, ошоно аңлаған ҡәрҙәш­тәребеҙ арта бара. Ауылдарҙа ниндәйҙер кәсеп асып, күркәм донъя ҡорған, иле, бәләкәй Ватаны мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән йәштәребеҙҙе күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс. Ошо башланғыс киләсәктә ныҡлы тамырланып китһә, мәктәптәребеҙ ҙә, мәҙәниәт усаҡтары ла, милләтебеҙ ҙә һаҡланыр, иншаллаһ. Өҫтәүенә уҡытыусыларыбыҙға ла эш булыр, улар бөгөнгө кеүек хеҙмәт урынын юғалтыуҙан ҡурҡып-ҡалтырап йәшәмәҫ. Шулай уҡ көс-ҡеүәтле төйәктә илебеҙҙе һаҡларлыҡ, ҡулы һөнәр белгән егеттәребеҙ буй еткерер, урта махсус, юғары уҡыу йорттарында ла үҙебеҙҙең йәштәр күпләп белем алыр.
Ә инде мәктәп ябылыу сәбәпле хеҙмәт урынын юғалтҡан уҡытыусыларға, әлбиттә, кәйефен тө­шө­рөп, туҡталып ҡалырға ярамай. Ауылда бөгөн эш­тән күп нәмә юҡ. Йүнселдәргә, күңеленә яҡын шө­ғө­лөн киң йәйелдерергә теләгәндәргә дәү­лә­тебеҙ ҙә ҙур иғтибар бүлә. Өҫтәүенә ата-ба­ба­быҙ­ҙан ҡалған төрлө кәсепте үҫтереү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Киләсәгебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеп, йәш быуын, Ватан яҙмышын хәстәрләп өй­рән­гән, ойоштороу һәләтенә эйә оло йөрәкле уҡы­тыу­сы, һис шикһеҙ, ауырлыҡ алдында ҡаушап ҡалмаҫ, дәрт-дарман менән алға барыуын дауам итер, иншаллаһ. Юл бормалы булыуына һылтанып, кире боролмайбыҙ бит, шуның шикелле тормош һынауҙарын лайыҡлы үтергә яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә