Ғилемлеләр баҙап ҡалмаҫ28.08.2015
– Яңы уҡыу йылы башланыуын күптәр көтөп ала. Мин иһә быйыл ундай шатлыҡтан мәхрүммен – уҡытыусылыҡ эшенән ҡыҫҡартылыуға дусар булдым. Был йәһәттән ниндәй кәңәш бирерһегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
Н. ҒӘСИМОВА.
Архангел районы.
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһ, мосолмандарҙың изге китабы “Ҡөрьән Кәрим”дең тәүге аят-кәримәһе “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән бойороҡ менән башлана. Был һөйләмдә белемдең ҡиммәте һәм һиммәте асыҡ сағыла. Ғилем алыу, башҡаларҙы өйрәтеү Исламда ҙур урынға ҡуйылған.
Раббыбыҙ Әҙәм ғәләйһис-сәләмде яралтып, уға барлыҡ белемде биргән. Был фәрештәләрҙә ҙур борсолоу тыуҙырған. “Әҙәм балаһы ниңә кәрәк булды һуң, Раббым? – тип мөрәжәғәт иткән улар Аллаһ Тәғәләгә. – Кеше уй-ниәтеңде тормошҡа ашырмай ҡуйһа, Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек ойошторһа, ни ҡылырһың?” Был һорауға яуап итеп, “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ – мин уға ғилем бирҙем” тигән һүҙҙәр ишетелгән. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, белем һәм тәрбиә юлын лайыҡлы дауам итергә тейешбеҙ.
Алда – Белем көнө. Ҙур байрам менән республиканың барлыҡ халҡын ихлас күңелдән тәбрикләйем. Һәр беребеҙҙең яҙмышы изге йорт менән бәйле, унда балаларыбыҙ, ейәндәребеҙ, туғандарыбыҙ белем туплай, аҡты – ҡаранан, изгелекте – яуызлыҡтан, хәләлде хәрәмдән айырырға, Раббыбыҙҙы танырға өйрәнә. Уҡыу йорттарында өйрәтелгән һәр фән – Аллаһ Тәғәләнеке, уларҙы үҙләштереү – барыбыҙҙың да изге бурысы. Ғилем, һөнәр менән бергә бәхет тә килгәнлеген онотмайыҡ, хөрмәтле йәмәғәт.
Мәғрифәт тауына етәкләп алып менгән уҡытыусыға ҙур ихтирам менән ҡарарға бурыслыбыҙ. Хатта ки борон-борондан ҡайҙалыр белем алған шәкерттән: “Нимәгә өйрәндең?” – тип һорамағандар, ә остазының кем булғаны хаҡында белешкәндәр. Ысынлап та, баланың ниндәй булып үҫеүендә уҡытыусының өлөшө ифрат ҙур. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙа байтаҡ мәктәптең ябылыуы, шул арҡала педагогтарҙың эшһеҙ ҡалыуы тураһында ишетеп-күреп торабыҙ. Был хәлдә кемдәрҙелер ғәйепләргә тырышҡандар ҙа бар. Дөрөҫ түгел, хөрмәтле йәмәғәт. Ғәйепте тәү сиратта үҙебеҙҙән эҙләргә кәрәк. Ни өсөн тигәндә, бер-ике генә бала үҫтергән, тыуған төйәгенән ситтә йәшәргә тырышҡан ғаиләләр күбәйеп китте. Бындай урында бармаҡ менән генә һанарлыҡ уҡыусы өсөн мәктәп тотоу мөмкинме һуң?
Әл-хәмдү лил-ләһ, ошоно аңлаған ҡәрҙәштәребеҙ арта бара. Ауылдарҙа ниндәйҙер кәсеп асып, күркәм донъя ҡорған, иле, бәләкәй Ватаны мәнфәғәтен ҡайғыртып йәшәгән йәштәребеҙҙе күреү – үҙе ҙур ҡыуаныс. Ошо башланғыс киләсәктә ныҡлы тамырланып китһә, мәктәптәребеҙ ҙә, мәҙәниәт усаҡтары ла, милләтебеҙ ҙә һаҡланыр, иншаллаһ. Өҫтәүенә уҡытыусыларыбыҙға ла эш булыр, улар бөгөнгө кеүек хеҙмәт урынын юғалтыуҙан ҡурҡып-ҡалтырап йәшәмәҫ. Шулай уҡ көс-ҡеүәтле төйәктә илебеҙҙе һаҡларлыҡ, ҡулы һөнәр белгән егеттәребеҙ буй еткерер, урта махсус, юғары уҡыу йорттарында ла үҙебеҙҙең йәштәр күпләп белем алыр.
Ә инде мәктәп ябылыу сәбәпле хеҙмәт урынын юғалтҡан уҡытыусыларға, әлбиттә, кәйефен төшөрөп, туҡталып ҡалырға ярамай. Ауылда бөгөн эштән күп нәмә юҡ. Йүнселдәргә, күңеленә яҡын шөғөлөн киң йәйелдерергә теләгәндәргә дәүләтебеҙ ҙә ҙур иғтибар бүлә. Өҫтәүенә ата-бабабыҙҙан ҡалған төрлө кәсепте үҫтереү – һәр кемебеҙҙең изге бурысы. Киләсәгебеҙ мәнфәғәте өсөн хеҙмәт итеп, йәш быуын, Ватан яҙмышын хәстәрләп өйрәнгән, ойоштороу һәләтенә эйә оло йөрәкле уҡытыусы, һис шикһеҙ, ауырлыҡ алдында ҡаушап ҡалмаҫ, дәрт-дарман менән алға барыуын дауам итер, иншаллаһ. Юл бормалы булыуына һылтанып, кире боролмайбыҙ бит, шуның шикелле тормош һынауҙарын лайыҡлы үтергә яҙһын. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.