Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һалдат тормошо тәртиптән башлана
Һалдат тормошо тәртиптән башланаНисек икән ул ысын армияла хеҙмәт итеү? Был һорау ҡатын-ҡыҙҙың күпселеген һәм төрлө сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-атты бик ҡыҙыҡһындыра. Журналист танытмаһының мөғжизәүи көсө бар — күптәр өсөн бикле урындарға ла инеп була уның менән. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уны хәрби бинаға үтеү маҡсатында тағы бер мәртәбә һынаныҡ.
“Армияға эләгеү” һис еңел булмай сыҡты. Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан 6795-се ғәскәри часҡа инеү өсөн, алдан һөйләшеп килешһәк тә, әллә нисәмә һаҡ аша үтергә тура килде. Эскә лә оҙатып йөрөүсе менән генә инәбеҙ. Был аңлашыла ла: әлеге часть — стратегик билдәләнештәге объект бит.
Ҡыҙыҡһынып, бар нәмәне күреп ҡалырға тырышып, тирә-яҡҡа ҡараусы минән айырмалы, ваҡытында хәрби хеҙмәт үткән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов өсөн бында яңылыҡ юҡ та кеүек. Һынын туп-тура тотоп һаҡта тороусыларҙы, йәшел хәрби кейемдә иҙән йыуып йөрөүселәрҙе, күмәкләшеп йүгереп үтеп китеүселәрҙе ауыҙ асып күҙәтһәм дә, уның өсөн был ғәҙәти армия тормошо. Һалдаттар, иңдәрендә погонлы кешене күреп ҡалыу менән туҡтап, тура баҫып, уң ҡулының осон баш кейеменә терәй һала. Уларҙың йомошон әйтер алдынан: “Мөрәжәғәт итергә рөхсәт бирегеҙ”, — тип һорауы тәүҙә сәйерерәк күренһә лә, Һалдат тормошо тәртиптән башланачасть буйлап бер-ике сәғәт йөрөүгә уныһына ла күнегелде.
Бында бер йыллыҡ хәрби бурысын үтәүселәр ҙә, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Сроклы хеҙмәттәгеләрҙең яртыһы тиерлек Башҡортостандан булһа, ҡалғаны — Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән.
Стәрлетамаҡ егете Айратҡа хеҙмәтен тамамлар өсөн ике генә ай ваҡыт ҡалған. Өйҙә уны ашҡынып кәләше лә көтә икән. Шулай ҙа егет хеҙмәттән ҡәнәғәт булыуын йәшермәне. “Мин бит, ир булараҡ, Тыуған ил алдындағы иң изге бурысымды башҡарам. Армия тормошо оҡшай, шарттар яҡшы”, — тине ул, хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа ғына итеп.
Һалдат тормошо тәртиптән башланаКонтракт буйынса хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең казармаһын да инеп күрҙек. Бөтә ерҙә тәртип, бер артыҡ әйбер күрмәҫһең. Егеттәрҙең кейеме лә бик бөхтә, ҡиәфәттәре ипле. Беҙ барған саҡта күптәр уҡыуҙа ине, әммә ял бүлмәһендә гитара тотоп ултырған егеттәрҙе тап иттек. Улар байрам алдынан концертҡа әҙерләнә икән. Гитарасы егет Валера менән әңгәмә ҡорабыҙ. Ул Амур өлкәһенән булып сыҡты, 2003 йылдан алып бында контракт нигеҙендә хеҙмәт итә.
— Өфө ҡыҙына өйләндем һәм ошонда төпләнәм. Хәҙер хәрби хеҙмәт бик абруйлы һөнәргә әйләнде. Теләгән һәр кемде алып бармайҙар, һынау үтергә кәрәк. Эш хаҡы күтәрелде, хәрбиҙәргә махсус ипотека бар. Ғөмүмән, дәүләт беҙҙе яҡшы ҡарай, — ти сержант.
Һалдаттың һәр көнө таңғы 6-нан башлана һәм киске 10-ға тиклем дауам итә. Егеттәрҙең һәр аҙымы билдәле. Көн һуҙымында уҡыу һәм күнекмәләр бара, барыһы ла үҙ алдына ҡуйылған бурысты теүәл башҡара. Ял көндәрендә уларҙы музейҙарға, театрҙарға ла алып йөрөйҙәр икән, был сит төбәк вәкилдәренә Өфө менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.
“Үҙәк матбуғатта ҡуйыртылған, киноларҙан ҡарап белгән “бабайлыҡ” армияла хәҙер юҡ, — тине егеттәр. — Йәшәү, хеҙмәт шарттары бик яҡшы”.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 4

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 5

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 03.11.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 4

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы 02.11.2026 // Йәмғиәт

Игорь Комаров Башҡортостанда йәшәүселәрҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотланы...

Тотош уҡырға 6

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла 02.11.2026 // Йәмғиәт

Республика ноябрҙә Стәрлетамаҡты урау юлы асыла...

Тотош уҡырға 6

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды

Башҡортостанда «Ҡаршы һыҙат» операцияһы башланды 02.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 2-8 ноябрҙә «Ҡаршы һыҙат» операцияһы үткәрелә. Был хаҡта республика дәүләт ......

Тотош уҡырға 7


Комментарий өҫтәргә