Нисек икән ул ысын армияла хеҙмәт итеү? Был һорау ҡатын-ҡыҙҙың күпселеген һәм төрлө сәбәптәр буйынса хәрби хеҙмәт үтмәгән ир-атты бик ҡыҙыҡһындыра. Журналист танытмаһының мөғжизәүи көсө бар — күптәр өсөн бикле урындарға ла инеп була уның менән. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан уны хәрби бинаға үтеү маҡсатында тағы бер мәртәбә һынаныҡ.
“Армияға эләгеү” һис еңел булмай сыҡты. Өфөләге Затон биҫтәһендә урынлашҡан 6795-се ғәскәри часҡа инеү өсөн, алдан һөйләшеп килешһәк тә, әллә нисәмә һаҡ аша үтергә тура килде. Эскә лә оҙатып йөрөүсе менән генә инәбеҙ. Был аңлашыла ла: әлеге часть — стратегик билдәләнештәге объект бит.
Ҡыҙыҡһынып, бар нәмәне күреп ҡалырға тырышып, тирә-яҡҡа ҡараусы минән айырмалы, ваҡытында хәрби хеҙмәт үткән фотохәбәрсе Айрат Нурмөхәмәтов өсөн бында яңылыҡ юҡ та кеүек. Һынын туп-тура тотоп һаҡта тороусыларҙы, йәшел хәрби кейемдә иҙән йыуып йөрөүселәрҙе, күмәкләшеп йүгереп үтеп китеүселәрҙе ауыҙ асып күҙәтһәм дә, уның өсөн был ғәҙәти армия тормошо. Һалдаттар, иңдәрендә погонлы кешене күреп ҡалыу менән туҡтап, тура баҫып, уң ҡулының осон баш кейеменә терәй һала. Уларҙың йомошон әйтер алдынан: “Мөрәжәғәт итергә рөхсәт бирегеҙ”, — тип һорауы тәүҙә сәйерерәк күренһә лә,
часть буйлап бер-ике сәғәт йөрөүгә уныһына ла күнегелде.
Бында бер йыллыҡ хәрби бурысын үтәүселәр ҙә, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр ҙә бар. Сроклы хеҙмәттәгеләрҙең яртыһы тиерлек Башҡортостандан булһа, ҡалғаны — Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән.
Стәрлетамаҡ егете Айратҡа хеҙмәтен тамамлар өсөн ике генә ай ваҡыт ҡалған. Өйҙә уны ашҡынып кәләше лә көтә икән. Шулай ҙа егет хеҙмәттән ҡәнәғәт булыуын йәшермәне. “Мин бит, ир булараҡ, Тыуған ил алдындағы иң изге бурысымды башҡарам. Армия тормошо оҡшай, шарттар яҡшы”, — тине ул, хәрбиҙәрсә ҡыҫҡа ғына итеп.
Контракт буйынса хеҙмәт итеүсе егеттәрҙең казармаһын да инеп күрҙек. Бөтә ерҙә тәртип, бер артыҡ әйбер күрмәҫһең. Егеттәрҙең кейеме лә бик бөхтә, ҡиәфәттәре ипле. Беҙ барған саҡта күптәр уҡыуҙа ине, әммә ял бүлмәһендә гитара тотоп ултырған егеттәрҙе тап иттек. Улар байрам алдынан концертҡа әҙерләнә икән. Гитарасы егет Валера менән әңгәмә ҡорабыҙ. Ул Амур өлкәһенән булып сыҡты, 2003 йылдан алып бында контракт нигеҙендә хеҙмәт итә.
— Өфө ҡыҙына өйләндем һәм ошонда төпләнәм. Хәҙер хәрби хеҙмәт бик абруйлы һөнәргә әйләнде. Теләгән һәр кемде алып бармайҙар, һынау үтергә кәрәк. Эш хаҡы күтәрелде, хәрбиҙәргә махсус ипотека бар. Ғөмүмән, дәүләт беҙҙе яҡшы ҡарай, — ти сержант.
Һалдаттың һәр көнө таңғы 6-нан башлана һәм киске 10-ға тиклем дауам итә. Егеттәрҙең һәр аҙымы билдәле. Көн һуҙымында уҡыу һәм күнекмәләр бара, барыһы ла үҙ алдына ҡуйылған бурысты теүәл башҡара. Ял көндәрендә уларҙы музейҙарға, театрҙарға ла алып йөрөйҙәр икән, был сит төбәк вәкилдәренә Өфө менән танышыу мөмкинлеген дә бирә.
“Үҙәк матбуғатта ҡуйыртылған, киноларҙан ҡарап белгән “бабайлыҡ” армияла хәҙер юҡ, — тине егеттәр. — Йәшәү, хеҙмәт шарттары бик яҡшы”.
Әлфиә ӘЙҮПОВА.