...Сәйетбаба ауылынан район үҙәге Красноусолға күсеп килгәс (был 1968 йыл булһа кәрәк), тормош юлдашым Аман Юлъяҡшиндың яҡын ғына туғаны Фәрит Исхаҡов ағай Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтасағы тураһында хәбәр ебәрҙе. Заманында атаһы Фәтҡолисламды указной мулла булғаны өсөн атып үлтергәндәр, уның ғаиләһенә лә ҡурҡыныс янаған. Егет ҡорона еткән улы Фәрит Ҡауарҙы ауылынан ҡасып сығып киткән. Шунан һуң бик күп йылдар үткәс, золом ҡорбандары аҡланғас, ул тыуған яҡтарына ике-өс йылға бер ҡайта торғайны.Беҙҙең 40 йәшкә лә етмәгән, дәртләнеп эшләп, донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәгән мәл. Аман — мәғариф бүлегендә инспектор, мин — район гәзите редакцияһы хеҙмәткәре. Отпуск ваҡыты. Йәйҙең иң матур көндәре. Кәңәшләштек тә был юлы Фәрит ағайҙың килеүенә өлкән йәштәге туғандарҙы саҡырырға булдыҡ. Красноусолдан Хәйривара Исхаҡов ағайҙың, Мейәстән Фуат Буранғоловтың, Өфөнән әсәйем менән бер туған Абдулла ағайым Мөхәмәтшиндың ғаиләләрен саҡырҙыҡ. Мин табын әҙерләйем, ҡунаҡтар тышта. Көн ифрат матур. Шунда Абдулла ағай һөйөнөслө хәбәр алып килде.
— Мәҙинә һеңлем, тағы бер ҡунаҡ таптым бит әле. Йәшлек дуҫым Мөхәмәт Хисаметдинов бында курортта дауаланып ята икән. Әле район комитетына йомош менән инеп китте. Мин уны үҙебеҙҙең янға саҡырҙым. Һин нисек уйлайһың?
— Бик яҡшы, бәхетленең ҡунағы бер көндә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, — тинем мин, шатланып.
...Бына күркәм табын. Күпте күргән, күпте кисергән ағайҙар, еңгәләр матур әңгәмә ҡороп ебәрҙе. Һәр береһенең башынан ниндәй генә яфа, аһ-зар үтмәгән! Иҫең, аҡылың китер!
Хәйривара ағай һаулығы арҡаһында һуғышҡа алынмаған, әммә хеҙмәт армияһында аслы-туҡлы, өшөп-туңып, фронт өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләгән. Фәрит ағайҙың да, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып һөйләһә лә, туған-тыумасаһыҙ сит-ят ерҙә күргән михнәттәре бик күп булған.
Абдулла ағайым үҫмер сағында тау итәгендә йығылып аяғын һындырған. Ул таяҡҡа таянып йөрөй. Һуғыш йылдарында комсомолдың өлкә комитетында инструктор булып эшләгәне, һуғышҡа киткән егеттәр, ҡыҙҙар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Фуат ағай (“Башҡортостан” гәзитенең элекке хеҙмәткәре Айҙар Буранғоловтың бер туған ағаһы) заманында оҫта ҡурайсы булған. Тик һуғышта ҡулы яраланып, ике-өс тапҡыр госпиталдә дауаланған, бармаҡтары ҡатып ҡалған. Һуғыш ыҙаларын күп кисергән.
Ә еңгәләр бала ҡараған, фронт өсөн бейәләй, өс бармаҡлы бирсәткәләр, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләгән.
Мөхәмәт ағайҙың һөйләгәне һис кенә лә оноторлоҡ түгел. Ул 1915 йылда Красноусолда тыуған, 1931—1934 йылдарҙа Өфө кооператив техникумында уҡыған. Абдулла ағайым менән дуҫлығы ла шул йылдарҙан башланған, техникумда бергә белем алғандар һәм бөтөн ғүмерҙәре буйына аралашып йәшәнеләр. Ағайым 1937 йылда армияға саҡырыла, хәрби хеҙмәте япон самурайҙарына ҡаршы яуҙа ҡатнашыуҙан башлана тиһәң дә була. Фашистарға ҡаршы һуғышта хәрби хеҙмәтен өлгөлө үтәгәне өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Мин дә, Аман да Мөхәмәт ағайҙың, нисә йылдар буйы хәрби хеҙмәттә урыҫса аралашып йәшәгән кешенең, һаман туған телен онотмай, саф башҡортса һөйләшеүенә һоҡланып ултырҙыҡ. Уның:
— Әй, туғандар, был фани донъяла бер генә йәшәргә тыуған әҙәм балаһына нимә генә кисерергә тура килмәй. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы” тип йырламай бит. Миңә бер нисә фронтта булырға, күпте күрергә тура килде. Иң аяныслыһы — халҡыбыҙҙың ҡырылыуы. Минең Башҡортостандан икәнде белеп ҡалған яҡташ һалдаттар саҡ ҡына ялға туҡтанымы, яныма киләләр, ҡайғыларын да, шатлыҡтарын да һөйләйҙәр. Ни тиһәң дә, мин уларҙан өлкәнерәк тә, тәжрибәлерәк тә. Политрукмын. Беҙҙең халыҡта илһөйәрлек тойғоһо көслө ине бит. Ә йәштәрҙә романтика ла етерлек, тау аҡтарырҙай. 18 — 20 йәшлек егеттәр йә атаһының, йә ағаһының, яҡын туғанының яуҙа үлеме хаҡында ишетһә, “мин улар өсөн фашистарҙы дөмөктөрәсәкмен” тип йыш ҡына үҙҙәрен ҡорбан итте. Бик ауыр, ғазаплы булды ул йылдар, — тип көрһөнөп һөйләгәне һаман онотолмай.
Мөхәмәт ағай I ранг капитаны дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен тамамлай. Ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. 1968 йылда Өфө сәнғәт институтында проректор булып эш башлай, партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара, лекциялар уҡый.
Бер мәл институтта уның тураһында бик яҡшы фекерҙә булыуҙарын ишеттем. “Заһир Исмәғилев менән килеп инһәләр, донъя яҡтырып киткәндәй ине. Олпат, дәрәжәле, иғтибарлы булғаны өсөн уны бик хөрмәт иттек, ректорыбыҙҙың уң ҡулы ине”, — тине бер уҡытыусы. Студенттар ҙа Мөхәмәт ағайҙы бик ололоҡланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1978 йылда ауыр операциянан һуң мәрхүм булды ул.
Әллә ҡасанғы табын хәтирәһе, уларҙың иҫән-һау саҡтарында тыныс тормош өсөн йәндәрен аямай тырышып эшләүе шул быуын кешеләренә ҡарата ҙур ихтирам уята.
Ағайҙар аҙаҡ беҙгә рәхмәт хаты ебәрҙе. Был бик һөйөнөслө хәл булды.
Мәҙинә ҒИБАҘУЛЛИНА,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.