Ғүмер бер генә21.08.2015
Ғүмер  бер генә ...Сәйетбаба ауылынан район үҙәге Красноусолға күсеп килгәс (был 1968 йыл булһа кәрәк), тормош юлдашым Аман Юлъяҡшиндың яҡын ғына туғаны Фәрит Исхаҡов ағай Үзбәкстандан ҡунаҡҡа ҡайтасағы тураһында хәбәр ебәрҙе. Заманында атаһы Фәтҡолисламды указной мулла булғаны өсөн атып үлтергәндәр, уның ғаиләһенә лә ҡурҡыныс янаған. Егет ҡорона еткән улы Фәрит Ҡауарҙы ауылынан ҡасып сығып киткән. Шунан һуң бик күп йылдар үткәс, золом ҡорбандары аҡланғас, ул тыуған яҡтарына ике-өс йылға бер ҡайта торғайны.

Беҙҙең 40 йәшкә лә етмәгән, дәртләнеп эшләп, донъя көтөп, балалар үҫтереп йәшәгән мәл. Аман — мәғариф бүлегендә инс­пектор, мин — район гәзите ре­дакцияһы хеҙмәткәре. Отпуск ва­ҡыты. Йәйҙең иң матур көн­дәре. Кәңәшләштек тә был юлы Фәрит ағайҙың килеүенә өлкән йәштәге туғандарҙы саҡырырға булдыҡ. Красноусолдан Хәйри­вара Исхаҡов ағайҙың, Мейәстән Фуат Буранғоловтың, Өфөнән әсәйем менән бер туған Абдулла ағайым Мөхәмәтшиндың ғаилә­ләрен саҡырҙыҡ. Мин табын әҙер­лә­йем, ҡунаҡтар тышта. Көн ифрат матур. Шунда Абдулла ағай һөйөнөслө хәбәр алып килде.
— Мәҙинә һеңлем, тағы бер ҡунаҡ таптым бит әле. Йәшлек дуҫым Мөхәмәт Хисаметдинов бында курортта дауаланып ята икән. Әле район комитетына йо­мош менән инеп китте. Мин уны үҙебеҙҙең янға саҡырҙым. Һин нисек уйлайһың?
— Бик яҡшы, бәхетленең ҡу­нағы бер көндә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит, — тинем мин, шатланып.
...Бына күркәм табын. Күпте күргән, күпте кисергән ағайҙар, еңгәләр матур әңгәмә ҡороп ебәрҙе. Һәр береһенең башынан ниндәй генә яфа, аһ-зар үтмәгән! Иҫең, аҡылың китер!
Хәйривара ағай һаулығы арҡа­һында һуғышҡа алынмаған, әммә хеҙмәт армияһында аслы-туҡлы, өшөп-туңып, фронт өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләгән. Фәрит ағайҙың да, күҙ йәштәрен йәшерергә тырышып һөйләһә лә, туған-тыумасаһыҙ сит-ят ерҙә күргән михнәттәре бик күп булған.
Абдулла ағайым үҫмер са­ғында тау итәгендә йығылып аяғын һындырған. Ул таяҡҡа таянып йөрөй. Һуғыш йылдарында комсомолдың өлкә комитетында инструктор булып эшләгәне, һуғышҡа киткән егеттәр, ҡыҙҙар тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Фуат ағай (“Башҡортостан” гәзи­тенең элекке хеҙмәткәре Айҙар Буранғоловтың бер туған ағаһы) заманында оҫта ҡурайсы булған. Тик һуғышта ҡулы яраланып, ике-өс тапҡыр госпиталдә дауа­лан­ған, бармаҡтары ҡатып ҡалған. Һуғыш ыҙаларын күп кисергән.
Ә еңгәләр бала ҡараған, фронт өсөн бейәләй, өс бармаҡлы бирсәткәләр, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләгән.
Мөхәмәт ағайҙың һөйләгәне һис кенә лә оноторлоҡ түгел. Ул 1915 йылда Красноусолда тыу­ған, 1931—1934 йылдарҙа Өфө кооператив техникумында уҡы­ған. Абдулла ағайым менән дуҫ­лығы ла шул йылдарҙан баш­ланған, техникумда бергә бе­лем алғандар һәм бөтөн ғү­мер­ҙәре буйына аралашып йә­шәнеләр. Ағайым 1937 йылда армияға саҡырыла, хәрби хеҙ­мәте япон самурайҙарына ҡаршы яуҙа ҡатнашыуҙан башлана тиһәң дә була. Фашистарға ҡаршы һуғышта хәрби хеҙмәтен өлгөлө үтәгәне өсөн “Ҡыҙыл Йондоҙ”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә.
Мин дә, Аман да Мөхәмәт ағай­ҙың, нисә йылдар буйы хәрби хеҙмәттә урыҫса аралашып йә­шәгән кешенең, һаман туған те­лен онотмай, саф башҡортса һөйләшеүенә һоҡланып ултыр­ҙыҡ. Уның:
— Әй, туғандар, был фани донъяла бер генә йәшәргә тыуған әҙәм балаһына нимә генә кисе­рер­гә тура килмәй. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй, ир-егеткәй менән ат башы” тип йырламай бит. Миңә бер нисә фронтта булырға, күп­те күрергә тура килде. Иң аяныслыһы — халҡыбыҙҙың ҡы­ры­лыуы. Минең Башҡорт­ос­тан­дан икәнде белеп ҡалған яҡташ һалдаттар саҡ ҡына ялға туҡтанымы, яныма киләләр, ҡай­ғы­ларын да, шатлыҡтарын да һөй­ләйҙәр. Ни тиһәң дә, мин улар­ҙан өлкәнерәк тә, тә­ж­ри­бәлерәк тә. Политрукмын. Беҙҙең халыҡта илһөйәрлек тойғоһо көслө ине бит. Ә йәштәрҙә романтика ла етерлек, тау аҡтарырҙай. 18 — 20 йәшлек егеттәр йә ата­һының, йә ағаһының, яҡын ту­ғанының яуҙа үлеме хаҡында ишетһә, “мин улар өсөн фашис­тарҙы дөмөктөрәсәкмен” тип йыш ҡына үҙҙәрен ҡорбан итте. Бик ауыр, ғазаплы булды ул йылдар, — тип көрһөнөп һөйләгәне һаман онотолмай.
Мөхәмәт ағай I ранг капитаны дәрәжәһендә хәрби хеҙмәтен тамамлай. Ғаиләһе менән Өфөгә ҡайта. 1968 йылда Өфө сәнғәт институтында проректор булып эш башлай, партия ойошмаһы секретары вазифаһын башҡара, лекциялар уҡый.
Бер мәл институтта уның тураһында бик яҡшы фе­кер­ҙә булыуҙарын ишеттем. “Заһир Исмәғилев менән килеп инһәләр, донъя яҡтырып киткәндәй ине. Олпат, дәрәжәле, иғти­барлы булғаны өсөн уны бик хөрмәт иттек, ректорыбыҙҙың уң ҡулы ине”, — тине бер уҡы­тыусы. Студенттар ҙа Мөхәмәт ағайҙы бик ололоҡланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1978 йылда ауыр операциянан һуң мәрхүм булды ул.
Әллә ҡасанғы табын хәтирәһе, уларҙың иҫән-һау саҡтарында тыныс тормош өсөн йәндәрен аямай тырышып эшләүе шул быуын кешеләренә ҡарата ҙур ихтирам уята.
Ағайҙар аҙаҡ беҙгә рәхмәт хаты ебәрҙе. Был бик һөйөнөслө хәл булды.

Мәҙинә ҒИБАҘУЛЛИНА,
хеҙмәт һәм тыл ветераны.





Вернуться назад