Мөһим һәм киң даирәле сара алдынан Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмә барышында һайлау үҙенсәлектәре, көтөләсәк үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар асыҡланды.– Хәйҙәр Арыҫлан улы, Башҡортостан халҡы быйыл кемдәрҙе һайлаясаҡ?
– Белоретты иҫәпләмәгәндә, республиканың 53 районында ауыл Советы депутаттары һайланасаҡ, йәғни кампанияларҙың күпселеге урындарҙа үтәсәк. Ошондай уҡ сара Приют һәм Шишмә ҡасабаһында көтөлә. 15-се Күмертау бер мандатлы һәм 50-се Туймазы бер мандатлы округтарҙа – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай, баш ҡаланың 2-се Калинин бер мандатлы һайлау округында Өфө Советы депутаттары өсөн тауыш биреләсәк. Әбйәлил, Мишкә, Стәрлетамаҡ райондарында, Учалы ҡалаһында өҫтәмә һайлау уҙғарыла. Йәмғеһе республикала 784 һайлау кампанияһы үтәсәк.
– Урындағы һайлауҙар халыҡ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә, уның үҙенсәлектәре бармы?
– Бындай үҙидара органдары бик ҙур вәкәләткә эйә, һәм уларҙа ауыл ерендәге күп мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бар. Шуға ла һәр һайлаусы үҙе йәшәгән муниципаль берәмектә үткән кампанияға етди, аңлы ҡарарға тейеш. Киләһе дүрт йылда көндәлек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү кемде депутат итеп һайлауҙан тора.
Ойоштороу йәһәтенән муниципаль һайлау ярайһы уҡ ҡатмарлы. Беренсенән, тауыш биреү нисә муниципаль берәмектә үтә, кампаниялар һаны ла шунса. Һис шикһеҙ, был һайлауҙарҙа меңәрләгән кандидат теркәлә. Теркәлерҙән алда улар хаҡындағы мәғлүмәт махсус комиссия тикшереүен үтә. Ғөмүмән, көтөлгән мөһим сараны булдырыуҙа уны ойоштороусылар ғына түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, Федераль миграция, һалым хеҙмәттәренән, “Росреестр”ҙан да күп көс йәлеп ителә.
Урындарҙа “туғанлыҡ ептәре”, “комиссия ағзаларының депутатлыҡҡа кандидаттарға бәйле булыу” күренештәре менән осрашырға тура килә. Ауыл ерендә күпселек туғандар йәшәй, комиссияның хәл иткес тауышҡа эйә ағзаһы ла кандидат менән бер ғаиләнән булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был ҡатмарлы мәсьәлә һайлау кампаниялары барышында ҡайһы бер комиссияларҙың составын үҙгәртеү ихтыяжын тыуҙыра. Бер ауылда, мәҫәлән, “туғанлыҡ” һәм “буйһоноу” осраҡтарын тикшергәндән һуң, участка комиссияһында рәйестән башҡа кеше ҡалманы, йәғни составты яңынан тупларға кәрәк.
– Һайлау бөтә ерҙә лә булмай. 13 сентябрҙә дөйөм иҫәптән нисә кеше тауыш бирә аласаҡ?
– Һайлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың исемлегенә 1 миллион 666 мең тирәһе кеше индерелгән, был иһә дөйөм һандың яртыһынан күберәк, йәғни 2015 йылдың 1 июленә ҡарата 3 073 991 кеше. Сара ваҡытында республикала 2 мең 342 участка һайлау комиссияһы, уларҙа хәл иткес тауышҡа эйә 17 меңдән ашыу комиссия ағзаһы буласаҡ.
– Һайлау комиссияһының эшмәкәрлеге бер нисә өлөштә атҡарылыуы билдәле. Бөгөн ниндәй этаптабыҙ?
– 26 июлдә бик яуаплы осор – кандидаттарҙы тәҡдим итеү, теркәү тамамланды. Әлегә бюллетендәрҙе баҫыу, башҡа кәрәкле документацияны әҙерләү бара. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2015 йылдың 6 авгусына урындағы һайлауҙарҙағы 7 308 мандатҡа 15 405 кандидат теркәлгән. Был етди конкурентлыҡҡа ишаралай. Архангел, Ишембай райондарындағы туғыҙ бер мандатлы округта һайлау альтернативаһыҙ үтәсәк. Урындарҙа бындай алым рөхсәт ителә. Шулай ҙа еңеп сығыу өсөн кандидатҡа һайлаусыларҙың 50 проценттан ашыу тауышын йыйыр кәрәк.
Теркәлгәндән һуң кандидаттар үҙҙәренең агитация кампанияларын әүҙемләштерҙе. 15 августа киң мәғлүмәт саралары – муниципаль баҫма, телевидение, радио аша агитация башланасаҡ. Әле шулай уҡ тауыш биреүселәр хаҡында мәғлүмәттәрҙе тикшереү, участка комиссиялары, һайлау өсөн биналар әҙерләү, башҡа ойоштороу мәсьәләләре башҡарыла.
– Республикала 58 сәйәси партия иҫәпләнә. Уларҙың күпмеһе һайлауҙа ҡатнашасаҡ? Араларында яңылары бармы?
– Урындағы һайлау өсөн кандидаттарҙы тәҡдим итеү, теркәү барышында партияларҙан туғыҙ меңдән ашыу вәкил теркәлгән. Шул иҫәптән ете мең – “Берҙәм Рәсәй”ҙән, 600-ҙән ашыу – КПРФ-тан, 400 тирәһе – ЛДПР-ҙан, 300 – “Рәсәй патриоттары”нан, 250 – “Ғәҙел Рәсәй”ҙән, ике кандидат – “Яблоко” партияһынан. Өҫтәүенә урындағы үҙидара органдарын һайлауҙа дөйөм 157 кандидат теркәгән тағы биш партия ҡатнашасаҡ. Күреүебеҙсә, Рәсәйҙең сәйәси партияларының 11-енең төбәк бүлексәһе үҙ кандидатын тәҡдим иткән. Бындай хәл республикала тәүге тапҡыр күҙәтелә.
– Республика парламенты депутаттарын өҫтәмә һайлауға әҙерлек нисек бара?
– 50-се Туймазы бер мандатлы һайлау округынан ете кандидат тәҡдим ителеп, теркәлгән. Күмертау ҡалаһының 5-се һайлау округынан – биш кандидат. Бында конкурентлыҡ юҡ түгел – ике депутат мандатына 12 кеше дәғүә итә.
Бөгөнгәсә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан бюллетень текстары раҫланған. Туймазы һайлау округы өсөн – 62, 5 мең, Күмертауға 52, 5 мең бюллетень баҫылған. Ғәҙәттәгесә, улар урыҫ, урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар телдәрендә сығарыла.
Был округтарҙа көнөндә тауыш бирә алмаясаҡ кешеләр өсөн 29 июлдән теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелә башланы. Уны территориаль һайлау комиссияларында, ә 2 – 12 сентябрҙә участка һайлау комиссияһы биналарында алып була.
Кандидаттарҙың агитация кампаниялары үткәреүҙең әүҙем осоро башланды – листовкалар, башҡа баҫма продукция таратыла, тауыш биреүселәр менән осрашыуҙар үтә, ә 15 августан агитация материалдары урындағы дәүләт гәзиттәрендә, һайлау көнөнә яҡыныраҡ төбәк телерадиотапшырыуҙарҙа донъя күрәсәк.
– Рәсәйҙең бер нисә субъектында тауыш биреүҙе Интернет аша атҡарып була тигән хәбәр килеп сыҡҡайны. Беҙҙә был хәл нисегерәк?
– Эйе, Бөтә Рәсәй йәштәр лагеры ҡатнашыусылары менән аралашҡан мәлдә ил Президенты Владимир Путин 2018 йылда рәсәйҙәрҙең компьютер аша ғына тауыш бирә алыу мөмкинлеге хаҡында телгә алғайны. Шулай ҙа Президент етди ҡараш, хәүефһеҙлек системаһы талап итеүе тураһында ла әйтеп үтте. Мөмкинлекте ошо өлкә белгестәре, Үҙәк һайлау комиссияһы, Дәүләт думаһы депутаттары менән бергәләп тикшереү кәрәк.
Бөгөнгә иһә онлайн тауыш биреү өсөн хоҡуҡи нигеҙгә эйә түгелбеҙ.
– Онлайн тауыш биреү ихтыяжы ҙурмы?
– Был күренеште яҡлап сыҡҡандар менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки, улар фекеренсә, ҡасандыр беҙ электрон һайлауҙарға ла килеп етәсәкбеҙ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һүҙҙәренсә, онлайн тауыш биреү ойоштороу эштәрен кәметәсәк. Йыраҡ тарафтарҙа – мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта йәшәгән халыҡ өсөн бик ҡулай буласаҡ.
Интернет аша тауыш биреү сараға йәш быуынды йәлеп итеү өсөн дә булышлыҡ итәсәк.
– Бюллетендәрҙә “барыһы өсөн дә ҡаршымын” тигән графа буласаҡмы?
– Был графа 1993 йылда ҡабул ителһә лә, 2006 йылда кире алып ташланды. Маҡсаты – һайлау комиссияһында ҡатнашыусыларҙы халыҡ менән әүҙем эшләргә әйҙәү, икенсе тур үткәреү өсөн аҡса сарыф итмәҫкә тырышыу.
Былтыр “барыһы өсөн дә ҡаршы” графаһы кире ҡайтарылды, әммә уны бюллетенгә индереү, индермәү субъект кимәлендәге закон сығарыу органы тарафынан ғына хәл ителеүе хаҡында әйтелде. Башҡортостанға килгәндә, етди кәңәшмә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың партия вәкилдәре менән үткәргән консультацияларынан һуң урындағы үҙидара органдарын һайлау бюллетендәрендә был графаны ҡуймаҫҡа килешелде. Тимәк, быйыл ул һайлауҙа булмаясаҡ.
– Быйыл һайлауҙарҙа күҙәтеүселәр булырмы?
– Халыҡ-ара күҙәтеүселәр, ғәҙәттә, ил президентын, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлағанда йәлеп ителә. Урындағы тауыш биреүҙәрҙә теркәлгән кандидаттан йә сәйәси партиянан ғына күҙәтеүсе булыуы ихтимал. Һорауҙы шәхсән улар хәл итә, быға һайлау комиссияһы бер нисек тә тәьҫир итә алмай. Тимәк, әлегә нисә күҙәтеүсе булыуы хаҡында әйтеп булмай.
– Теләгән һәр кем күҙәтеүсе була аламы? Быға ҡайҙа өйрәтәләр?
– Ҡануниәт буйынса, судьялар, прокурорҙар, хәл иткес тауышҡа эйә комиссия ағзалары, урындағы хакимиәт башлыҡтары, улар етәкселегендәгеләр, депутаттар күҙәтеүсе була алмай.
Теркәлгән кандидаттан, сәйәси партиянан тейешле вәкәләткә эйә һәр граждан күҙәтеүсе була ала. Тик был кеше һайлау хоҡуғын, ҡанундарын яҡшы белергә тейеш, юғиһә унан фәтүә булмай. Ошонан сығып, ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар төрлө курстар үткәреп, махсус әҙәбиәт, белешмәләр ярҙамында үҙ күҙәтеүселәрен әҙерләй.
– Муниципаль һайлауҙа беренсе тапҡыр алдан тауыш биреү мөмкинлеге булдырылған. Кем, ҡасан бының менән файҙалана аласаҡ?
– Рәсми датанан алда тауыш биреү урындағы үҙидара органдарын һайлағанда ғына ҡулланыла. Республика кимәлендәге тауыш биреүҙә халыҡ иһә теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы менән файҙалана ала. Ваҡытынан алда тауыш биреү өсөн отпуск, командировка, хеҙмәт йә уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт йөкләмәләрен башҡарыу, һаулыҡ торошо йә башҡа кисерерлек сәбәп булырға тейеш. Ғаризала иһә ошо сәбәп күрһәтеләсәк. Алдағы һайлауҙа бындай тауыш биреү 2 – 12 сентябрҙә ойоштороласаҡ.
– Алдағы һайлауҙа Башҡортостан халҡы әүҙемлек күрһәтерме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Ғәҙәттә, урындағы тауыш биреү халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки депутат итеп уның күршеһе йә яҡын танышы һайланыуы ихтимал. Ә ауыл ерендә депутат корпусы хәл итер мәсьәләләр күп. Шуға күрә, халыҡ элеккесә әүҙем, дәррәү ҡатнашыр тигән теләк-тәҡдимдә ҡалабыҙ.
Г. ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.