“Етди, аңлы ҡараш кәрәк”12.08.2015
“Етди, аңлы ҡараш кәрәк” Мөһим һәм киң даирәле сара алдынан Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев менән әңгәмә барышында һайлау үҙенсәлектәре, көтөләсәк үҙгәрештәр һәм яңылыҡтар асыҡланды.


– Хәйҙәр Арыҫлан улы, Баш­ҡортостан халҡы быйыл кемдәрҙе һайлая­саҡ?
– Белоретты иҫәпләмәгәндә, респуб­ликаның 53 районында ауыл Советы депу­таттары һайланасаҡ, йәғни кампа­ния­ларҙың күпселеге урындарҙа үтәсәк. Ошондай уҡ сара Приют һәм Шишмә ҡасабаһында көтөлә. 15-се Күмертау бер мандатлы һәм 50-се Туймазы бер мандатлы округтарҙа – Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай, баш ҡаланың 2-се Калинин бер мандатлы һайлау округында Өфө Советы депутаттары өсөн тауыш биреләсәк. Әбйәлил, Мишкә, Стәрлетамаҡ райондарында, Учалы ҡалаһында өҫтәмә һайлау уҙғарыла. Йәмғеһе республикала 784 һайлау кампанияһы үтәсәк.
– Урындағы һайлауҙар халыҡ өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә, уның үҙенсә­лектәре бармы?
– Бындай үҙидара органдары бик ҙур вәкәләткә эйә, һәм уларҙа ауыл ерендәге күп мәсьәләләрҙе хәл итеү мөмкинлеге бар. Шуға ла һәр һайлаусы үҙе йәшәгән муниципаль берәмектә үткән кампанияға етди, аңлы ҡарарға тейеш. Киләһе дүрт йылда көндәлек мөһим мәсьә­ләләрҙе хәл итеү кемде депутат итеп һайлауҙан тора.
Ойоштороу йәһәтенән муниципаль һайлау ярайһы уҡ ҡатмарлы. Беренсе­нән, тауыш биреү нисә муниципаль берәмектә үтә, кампаниялар һаны ла шунса. Һис шикһеҙ, был һайлауҙарҙа меңәрләгән кандидат теркәлә. Теркәлерҙән алда улар хаҡындағы мәғлү­мәт махсус комиссия тикшереүен үтә. Ғөмүмән, көтөлгән мөһим сараны булдырыуҙа уны ойоштороусылар ғына түгел, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан, Федераль миграция, һалым хеҙмәттәренән, “Росреестр”ҙан да күп көс йәлеп ителә.
Урындарҙа “туғанлыҡ ептәре”, “комиссия ағзаларының депутатлыҡҡа кандидаттарға бәйле булыу” күренеш­тәре менән осрашырға тура килә. Ауыл ерендә күпселек туғандар йәшәй, комис­сияның хәл иткес тауышҡа эйә ағзаһы ла кандидат менән бер ғаиләнән булған осраҡтар ҙа юҡ түгел. Был ҡатмарлы мәсьәлә һайлау кампаниялары барышында ҡайһы бер комиссияларҙың составын үҙгәртеү ихтыяжын тыуҙыра. Бер ауылда, мәҫәлән, “туғанлыҡ” һәм “буйһо­ноу” осраҡтарын тикшергәндән һуң, участка комиссияһында рәйестән башҡа кеше ҡалманы, йәғни составты яңынан тупларға кәрәк.
– Һайлау бөтә ерҙә лә булмай. 13 сентябрҙә дөйөм иҫәптән нисә кеше тауыш бирә аласаҡ?
– Һайлауҙарҙа ҡатнашыусыларҙың исемлегенә 1 миллион 666 мең тирәһе кеше индерелгән, был иһә дөйөм һандың яртыһынан күберәк, йәғни 2015 йылдың 1 июленә ҡарата 3 073 991 кеше. Сара ваҡытында республикала 2 мең 342 участка һайлау комиссияһы, уларҙа хәл иткес тауышҡа эйә 17 меңдән ашыу комиссия ағзаһы буласаҡ.
– Һайлау комиссияһының эшмә­кәрлеге бер нисә өлөштә атҡарылыуы билдәле. Бөгөн ниндәй этаптабыҙ?
– 26 июлдә бик яуаплы осор – кан­дидаттарҙы тәҡдим итеү, теркәү тамамланды. Әлегә бюллетендәрҙе баҫыу, башҡа кәрәкле документацияны әҙерләү бара. Республиканың Үҙәк һайлау ко­миссияһы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, 2015 йылдың 6 авгусына урындағы һай­лауҙарҙағы 7 308 мандатҡа 15 405 кандидат теркәлгән. Был етди конкурентлыҡҡа ишаралай. Архангел, Ишембай район­дарындағы туғыҙ бер мандатлы округта һайлау альтернативаһыҙ үтәсәк. Урын­дарҙа бындай алым рөхсәт ителә. Шулай ҙа еңеп сығыу өсөн кандидатҡа һайлау­сыларҙың 50 проценттан ашыу тауышын йыйыр кәрәк.
Теркәлгәндән һуң кандидаттар үҙҙә­ре­нең агитация кампанияларын әүҙем­ләш­терҙе. 15 августа киң мәғлүмәт саралары – муниципаль баҫма, телевидение, радио аша агитация башланасаҡ. Әле шулай уҡ тауыш биреүселәр хаҡында мәғлүмәт­тәрҙе тикшереү, участка комиссиялары, һайлау өсөн биналар әҙерләү, башҡа ойоштороу мәсьәләләре башҡарыла.
– Республикала 58 сәйәси партия иҫәпләнә. Уларҙың күпмеһе һайлауҙа ҡатнашасаҡ? Араларында яңылары бармы?
– Урындағы һайлау өсөн кандидат­тарҙы тәҡдим итеү, теркәү барышында партияларҙан туғыҙ меңдән ашыу вәкил теркәлгән. Шул иҫәптән ете мең – “Бер­ҙәм Рәсәй”ҙән, 600-ҙән ашыу – КПРФ-тан, 400 тирәһе – ЛДПР-ҙан, 300 – “Рәсәй патриоттары”нан, 250 – “Ғәҙел Рәсәй”ҙән, ике кандидат – “Яблоко” пар­тия­һынан. Өҫтәүенә урындағы үҙ­ида­ра органдарын һайлауҙа дөйөм 157 кандидат теркәгән тағы биш партия ҡат­нашасаҡ. Күреүебеҙсә, Рәсәйҙең сәйәси партияларының 11-енең төбәк бүлексәһе үҙ кандидатын тәҡдим иткән. Бындай хәл республикала тәүге тапҡыр күҙәтелә.
– Республика парламенты депутаттарын өҫтәмә һайлауға әҙерлек нисек бара?
– 50-се Туймазы бер мандатлы һайлау округынан ете кандидат тәҡдим ителеп, теркәлгән. Күмертау ҡалаһының 5-се һайлау округынан – биш кандидат. Бында конкурентлыҡ юҡ түгел – ике депутат мандатына 12 кеше дәғүә итә.
Бөгөнгәсә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан бюллетень текстары раҫланған. Туймазы һайлау округы өсөн – 62, 5 мең, Күмертауға 52, 5 мең бюллетень баҫылған. Ғәҙәттәгесә, улар урыҫ, урыҫ-башҡорт, урыҫ-татар телдә­рен­дә сығарыла.
Был округтарҙа көнөндә тауыш бирә алмаясаҡ кешеләр өсөн 29 июлдән теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы бирелә башланы. Уны территориаль һайлау комиссияларында, ә 2 – 12 сентябрҙә участка һайлау комиссияһы биналарында алып була.
Кандидаттарҙың агитация кампаниялары үткәреүҙең әүҙем осоро башланды – листовкалар, башҡа баҫма продукция таратыла, тауыш биреүселәр менән ос­рашыуҙар үтә, ә 15 августан агитация материалдары урындағы дәүләт гә­зит­тәрендә, һайлау көнөнә яҡыныраҡ төбәк телерадиотапшырыуҙарҙа донъя күрәсәк.
– Рәсәйҙең бер нисә субъектында тауыш биреүҙе Интернет аша атҡарып була тигән хәбәр килеп сыҡҡайны. Беҙҙә был хәл нисегерәк?
– Эйе, Бөтә Рәсәй йәштәр лагеры ҡат­нашыусылары менән аралашҡан мәлдә ил Президенты Владимир Путин 2018 йылда рәсәйҙәрҙең компьютер аша ғына тауыш бирә алыу мөмкинлеге хаҡында телгә алғайны. Шулай ҙа Президент етди ҡараш, хәүефһеҙлек системаһы талап итеүе тураһында ла әйтеп үтте. Мөмкинлекте ошо өлкә белгестәре, Үҙәк һайлау комиссияһы, Дәүләт думаһы депутаттары менән бергәләп тикшереү кәрәк.
Бөгөнгә иһә онлайн тауыш биреү өсөн хоҡуҡи нигеҙгә эйә түгелбеҙ.
– Онлайн тауыш биреү ихтыяжы ҙурмы?
– Был күренеште яҡлап сыҡҡандар менән килешмәү мөмкин түгел, сөнки, улар фекеренсә, ҡасандыр беҙ электрон һайлауҙарға ла килеп етәсәкбеҙ. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров һүҙҙәренсә, онлайн тауыш биреү ойоштороу эштәрен кәметәсәк. Йыраҡ тарафтарҙа – мәҫәлән, Алыҫ Төньяҡта йәшәгән халыҡ өсөн бик ҡулай буласаҡ.
Интернет аша тауыш биреү сараға йәш быуынды йәлеп итеү өсөн дә булышлыҡ итәсәк.
– Бюллетендәрҙә “барыһы өсөн дә ҡаршымын” тигән графа буласаҡмы?
– Был графа 1993 йылда ҡабул ителһә лә, 2006 йылда кире алып ташланды. Маҡсаты – һайлау комиссияһында ҡат­нашыусыларҙы халыҡ менән әүҙем эшләргә әйҙәү, икенсе тур үткәреү өсөн аҡса сарыф итмәҫкә тырышыу.
Былтыр “барыһы өсөн дә ҡаршы” графаһы кире ҡайтарылды, әммә уны бюллетенгә индереү, индермәү субъект кимәлендәге закон сығарыу органы тарафынан ғына хәл ителеүе хаҡында әйтел­де. Башҡортостанға килгәндә, етди кә­ңәш­мә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың партия вәкилдәре менән үткәргән консультацияларынан һуң урындағы үҙ­идара органдарын һайлау бюллетен­дә­рен­дә был графаны ҡуймаҫҡа ки­ле­шелде. Тимәк, быйыл ул һайлауҙа булмаясаҡ.
– Быйыл һайлауҙарҙа күҙәтеүселәр булырмы?
– Халыҡ-ара күҙәтеүселәр, ғәҙәттә, ил президентын, Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлағанда йәлеп ителә. Урындағы тауыш биреүҙәрҙә теркәлгән кандидаттан йә сәйәси партиянан ғына күҙәтеүсе булыуы ихтимал. Һорауҙы шәхсән улар хәл итә, быға һайлау комиссияһы бер нисек тә тәьҫир итә алмай. Тимәк, әлегә нисә күҙәтеүсе булыуы хаҡында әйтеп булмай.
– Теләгән һәр кем күҙәтеүсе була аламы? Быға ҡайҙа өйрәтәләр?
– Ҡануниәт буйынса, судьялар, прокурорҙар, хәл иткес тауышҡа эйә комиссия ағзалары, урындағы хакимиәт башлыҡтары, улар етәкселегендәгеләр, депутаттар күҙәтеүсе була алмай.
Теркәлгән кандидаттан, сәйәси партиянан тейешле вәкәләткә эйә һәр граждан күҙәтеүсе була ала. Тик был кеше һайлау хоҡуғын, ҡанундарын яҡшы белергә тейеш, юғиһә унан фәтүә булмай. Ошонан сығып, ҡайһы бер йәмәғәт ойошмалары, сәйәси партиялар төрлө курстар үткәреп, махсус әҙәбиәт, белеш­мәләр ярҙамында үҙ күҙәтеүселәрен әҙерләй.
– Муниципаль һайлауҙа беренсе тапҡыр алдан тауыш биреү мөмкин­леге булдырылған. Кем, ҡасан бының менән файҙалана аласаҡ?
– Рәсми датанан алда тауыш биреү урындағы үҙидара органдарын һайла­ған­да ғына ҡулланыла. Республика кимә­лендәге тауыш биреүҙә халыҡ иһә теркәүҙән төшөрөү таныҡлығы менән файҙалана ала. Ваҡытынан алда тауыш биреү өсөн отпуск, командировка, хеҙмәт йә уҡыу эшмәкәрлеге режимы, дәүләт һәм йәмәғәт йөкләмәләрен башҡарыу, һаулыҡ торошо йә башҡа кисерерлек сәбәп булырға тейеш. Ғаризала иһә ошо сәбәп күрһәтеләсәк. Алдағы һайлауҙа бындай тауыш биреү 2 – 12 сентябрҙә ойоштороласаҡ.
– Алдағы һайлауҙа Башҡортостан халҡы әүҙемлек күрһәтерме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Ғәҙәттә, урындағы тауыш биреү халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, сөнки депутат итеп уның күршеһе йә яҡын танышы һайланыуы ихтимал. Ә ауыл ерендә депутат корпусы хәл итер мәсьәләләр күп. Шуға күрә, халыҡ элеккесә әүҙем, дәррәү ҡатнашыр тигән теләк-тәҡдимдә ҡалабыҙ.

Г. ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.


Вернуться назад