Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Оҫта ҡулынан буяу таммай
Оҫта ҡулынан буяу таммай “Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы маляры” конкурсы Туймазы ҡалаһында үтте. Ул ошо өлкә һөнәрмәндәренең иң-иңдәрен билдәләү маҡсатында йыл һайын ойошторолған бәйгенең йомғаҡлау өлөшө булды.

Төҙөлөш предприятиеларының һәм ойошмаларҙың алдынғы эшселәре ҡатнашлығындағы бындай сараны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөүселәр союзы һәм Рәсәй төҙөүселәре проф­союзының төбәк бүлексәһе ойош­торҙо.
Бәйге дүрт этаптан торҙо: июнь, июль айҙарында ташсылар, шту­ка­турҙар, плитә һалыусылар көс һы­нашты. Бумала менән эш итеүселәр һынауҙы Көньяҡ урамындағы төҙөлөш майҙанында үтте. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урын­баҫары Николай Гавва бел­дере­үенсә, ярыш өсөн был урын бушҡа ғына һайланмаған. Үткән йылда 3-сө төҙө­лөш фирмаһы вәкилдәре бәйгелә бик әүҙем ҡатнашып, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә икәнлеген күрһәткән. Шуға уларға быйылғы конкурсты уҙғарыу хоҡуғы бирелә.
Ҡалала әле эш гөрләгән төҙөлөш майҙандары байтаҡ.
– Эш, ял өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заказдар күләме лә кәмемәй. Халыҡ торлаҡлы булып ҡыуана, – тине район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, бәйгене асып.
Шыбаға тотҡандан һуң Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат ҡалаларынан килгән 11 команда биш ҡатлы яңы өйгә юлланды. Уларҙың һәр береһенә ике сәғәт эсендә 18 квадрат метрлыҡ бүлмәгә обой йәбеш­терергә ҡушылды. Бәйгенең икенсе этабында иһә конкурсанттар теория ғилемен һынаны. Һәр кем эшен оҫта башҡарырға тырышһа ла, һынау комиссияһы бер нисә иҫкәртеү яһарға өлгөрҙө.
Тәүге этапта барлыҡ командалар ҙа тиерлек тигеҙ сығыш яһаны. 3-сө төҙөлөш фирмаһынан еңеү яулаған Рузилә Сәлихова менән Раушания Хәбибуллина бындай бәйгелә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Алена Ирназарова менән Наталья Апаева иһә 2-се урынды яуланы. Бөрө ҡала­һынан Ольга Ермакова менән Оксана Ибутаева 3-сө урынға лайыҡ тип табылды.
Туғыҙынсы йыл рәттән уҙғарылған малярҙар бәйгеһен үткәреү матур йолаға әүерелгән. Был сара һөнәрҙең абруйын күтәреү, тәжрибә уртаҡ­ла­шыу, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәр­ҙәргә ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәтен булдырыу, оҫталарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола.





Автор: Г. ҒӘЙЗУЛЛИНА. Район: Туймазы ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә