“Башҡортостан төҙөлөш комплексының иң яҡшы маляры” конкурсы Туймазы ҡалаһында үтте. Ул ошо өлкә һөнәрмәндәренең иң-иңдәрен билдәләү маҡсатында йыл һайын ойошторолған бәйгенең йомғаҡлау өлөшө булды.Төҙөлөш предприятиеларының һәм ойошмаларҙың алдынғы эшселәре ҡатнашлығындағы бындай сараны республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, Төҙөүселәр союзы һәм Рәсәй төҙөүселәре профсоюзының төбәк бүлексәһе ойошторҙо.
Бәйге дүрт этаптан торҙо: июнь, июль айҙарында ташсылар, штукатурҙар, плитә һалыусылар көс һынашты. Бумала менән эш итеүселәр һынауҙы Көньяҡ урамындағы төҙөлөш майҙанында үтте. Республиканың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавва белдереүенсә, ярыш өсөн был урын бушҡа ғына һайланмаған. Үткән йылда 3-сө төҙөлөш фирмаһы вәкилдәре бәйгелә бик әүҙем ҡатнашып, юғары һөнәри оҫталыҡҡа эйә икәнлеген күрһәткән. Шуға уларға быйылғы конкурсты уҙғарыу хоҡуғы бирелә.
Ҡалала әле эш гөрләгән төҙөлөш майҙандары байтаҡ.
– Эш, ял өсөн уңайлы шарттар булдырылған, заказдар күләме лә кәмемәй. Халыҡ торлаҡлы булып ҡыуана, – тине район хакимиәте башлығы Айҙар Суфиянов, бәйгене асып.
Шыбаға тотҡандан һуң Өфө, Туймазы, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Салауат ҡалаларынан килгән 11 команда биш ҡатлы яңы өйгә юлланды. Уларҙың һәр береһенә ике сәғәт эсендә 18 квадрат метрлыҡ бүлмәгә обой йәбештерергә ҡушылды. Бәйгенең икенсе этабында иһә конкурсанттар теория ғилемен һынаны. Һәр кем эшен оҫта башҡарырға тырышһа ла, һынау комиссияһы бер нисә иҫкәртеү яһарға өлгөрҙө.
Тәүге этапта барлыҡ командалар ҙа тиерлек тигеҙ сығыш яһаны. 3-сө төҙөлөш фирмаһынан еңеү яулаған Рузилә Сәлихова менән Раушания Хәбибуллина бындай бәйгелә беренсе тапҡыр ғына ҡатнашмай. Алена Ирназарова менән Наталья Апаева иһә 2-се урынды яуланы. Бөрө ҡалаһынан Ольга Ермакова менән Оксана Ибутаева 3-сө урынға лайыҡ тип табылды.
Туғыҙынсы йыл рәттән уҙғарылған малярҙар бәйгеһен үткәреү матур йолаға әүерелгән. Был сара һөнәрҙең абруйын күтәреү, тәжрибә уртаҡлашыу, эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәргә ҡарата иғтибарлы мөнәсәбәтен булдырыу, оҫталарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторола.