Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Шәжәрә —
ул нәҫел ҡаны


Атаһынан биш йәшендә үк уҡырға, яҙырға өйрәнгән Зәйнулла етеһе тулғанда Ҡөрьәндең ваҡ сүрәләрен ятлап алғайны инде. Ата-әсәһен хайран итеп, малай:
– Мине мәҙрәсәгә уҡырға бирегеҙ, Ҡөрьәнде туған телемдә уҡырға теләйем, – тине. – Ғәрәпсә белергә кәрәк миңә.
Шәрип ауылының беренсе баҫма өс йыллыҡ мәҙрәсәһен тамамлағанда Зәйнулла Ҡөрьәнде тәджбит менән дөрөҫ уҡый белде, ҙур-ҙур сүрәләрҙе ятлап алды. Мөғәллиме һоҡланыуын йәшермәне:
– Башҡалар алты-ете йыл өйрәнгәнде Зәйнулла өс йылда үҙләштерҙе. Бындай зиһенле шәкертте тәүләп күрәм. Уғланды артабан уҡытырға кәрәк. Уау Вәхит дәрүиш әйткәндәр хаҡтыр, иншаллаһ.
Хәлфә Хәбибулла Рәсүлевтең татыу ғаиләһендә ике малай ярыша-ярыша үҫте: оло улы Фәтхулла тырышып ҡурай, ҡумыҙ уйнарға өйрәнде, ә Зәйнуллаһы туғыҙ-ун йәштәр тирәһендә, атаһын ғәжәпләндереп, ырыу шәжәрәһе, нәҫел-нәсәп менән ҡыҙыҡһына башланы. Төрлө һорауҙар биреп, хайран ҡалдырҙы. Улының етди ҡыҙыҡһыныуын күреп, бер көн Хәбибулла һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп кенә һаҡланған, етендән һуғылған таҫтамалға ҡәҙерләп төрөлгән күн тышлы бер китап килтереп сығарҙы ла уландарын янына саҡырып алды:
– Фәтхулла, Зәйнулла, тыңлағыҙ, уландарым, был — шәжәрә китабы. Уны ҡулығыҙға алғанда тәһәрәтле булығыҙ, “бисмилләһир-рахманир-рахим” тип әйтеп кенә тотоғоҙ, унда беҙҙең ун дүртенсе быуаттан алып бөгөнгәсә ата-бабаларыбыҙҙың тарихы теркәлгән, – тине. – Атайым Рәсүл бин Муса, шәжәрәлә сал тарих ята, ти торғайны. – Хәбибулла, китаптың биттәрен берәмләп асып, улдарына һарғайып бөткән яҙмаларҙы күрһәтте. – Бына ҡарағыҙ, нәҫел тамырыбыҙ ун дүртенсе быуатта йәшәгән Туҡһанбей шәйехкә барып тоташа. Тәү башлап шәжәрәбеҙҙе ул яҙып ҡалдырған. Артабан һәр быуын был йыйынтыҡҡа үҙенең йәшәйеш тарихын, йылъяҙмаһын яҙа барған. Башҡорт халҡының иң ҙур байлығы ер булған. Шәжәрә китабында ырыуыбыҙҙың нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән ер биләмәләре теркәлгән, ул беҙҙең танытма, беҙ шәжәрәбеҙ аша аҫабалыҡты раҫлай алабыҙ. Туҡһанбей олатабыҙ, беҙ Аллаһы Тәғәләбеҙ бүләк итеп, өлөшөбөҙгә насип иткән ерҙәрҙе биләп йәшәйбеҙ, тип әйтер булған; уның ҡәҙерен беләйек, беҙ — ошо биләмәләрҙең аҫабалары, тигән. Үҙе тәғәйенләп биргән ерҙәрҙе Аллаһыбыҙ һаҡларға, ҡәҙер итергә, яратырға ҡушҡан. Әгәр һаҡлай алмаһағыҙ, уны сит-яттар баҫып алыр, мәҡам ҡорор, хужа булыр; ә кемдәр үҙ еренең ҡәҙерен белә, уны ярата, һаҡлай, ул ҡәүемгә Аллаһтан мәңгелек бәрәкәт һәм сәғәҙәт бирелер, тигән. Беҙҙең ҡәүем Туҡһанбей олатабыҙ әйтеп ҡалдырған шул аманатҡа күп быуаттар дауамында тоғролоҡ һаҡлаған. Шәжәрәне дауам иттереүселәр — Ҡаңлы, Миңтәй, Шәйехмамай, Һеркә, Манғут, Ятабей, Яңыш, Ураҙғәли, Тупый, Моратҡол, Солтанай, Ғашиҡ, Байрамғол, Муса, Рәсүлдәр кәрәк саҡта ихтилалдарға күтәрелеп булһа ла үҙенең илен-ерен һаҡлап ҡалған.
Хәбибулла тағы шәжәрә китабының биттәрен асты:
– Ҡартатайым, беҙ был яҡтарға Әй буйынан күсеп килгәнбеҙ, ти торғайны. 1736 йылда сығарылған Указға таянып, башҡорт ерҙәрен һатып алыу башлана. Исеме генә һатып алыу була, күбеһенсә талап, алдап алалар, ерен бирмәҫкә тырышҡандарҙы ауылынан һөрәләр, өйҙәрен яндыралар, өйһөҙ, ерһеҙ ҡалған халҡын, ҡырағай йәнлек кеүек итеп, ҡамсылап тауҙарға ҡыуалар. Бындай аяуһыҙ вәхшилек башҡорттар араһында ҡаты ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, ихтилал башланып китә. “Бунтовщичьи земли отбирать” тигән указ сыға. Ерһеҙ ҡалған ҡәүемебеҙ Урал тауҙары аша төшөп, Уй һыуының һул ҡушылдығы тирәһенә урынлаша. Унан да ҡыуалар. Аллаһтың рәхмәте яуһын, ерһеҙ ҡалған ҡыуаҡандарҙы табын-барындар эргәләренә ала, Уй һыуының һул ярынан, Шәрип ауылы эргәһенән (халыҡ телендә ауыл Әүәз тип йөрөтөлә), ҡуртымға ер бирәләр. Беҙ барындарға мәңге рәхмәтлебеҙ. Ни хәл итмәк, тыуған илебеҙҙе, йәмле Әй, Йүрүҙән буйҙарын ҡалдырып ошонда төпләндек. Ошо аяныслы тарихтың барыһы ла был шәжәрә китабына теркәлгән.
Хәбибулла һүҙен йәнә шәжәрә китабына күсерҙе:
– Беҙ, уландарым, мәңгелек юлынан барабыҙ. Был изге ҡомартҡы ҡулдан-ҡулға күсеп, инде миңә бирелде, ә мин уны һеҙгә ҡалдырырмын, иншалла, һеҙ үҙегеҙҙең улдарығыҙға тапшырырһығыҙ. Бына шулай итеп, ырыҫлы нәҫелебеҙҙең быуындар сылбыры өҙөлмәй дауам итер, Аллаһ теләһә.
Атай кеше иртәгәһен уландарын тағы эргәһенә саҡырып ултыртты ла ырыу тарихын һөйләүен дауам итте:
– Етенсе быуыныбыҙҙа бик ҡөҙрәтле, тәрән аҡыллы Моратҡол атлы әүлиә йәшәгән, уны, Ҡыуаҡан ырыуын тотоп торған, тиҙәр. Ул әйткән: “Беҙҙең нәҫел борон-борондан Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тәғлимәтенә тоғролоҡло, ислам динен ҡеүәтләп йәшәгән ҡәүем булған. Башҡорттар, айырыуса беҙҙең төбәк, ислам динен туғыҙынсы быуат аҙағында — унынсы быуат баштарында уҡ иң беренселәрҙән булып ихласлыҡ менән ҡабул иткән. Йәнә ул, башҡорт халҡына Аллаһтың иғтибары йүнәлтелгән, баш­ҡорттар — изге халыҡ, тигән. Шуға беҙгә тәбиғәттән суфыйҙар фиғеле һалынған. Суфыйҙар – Аллаһтың һайлам кешеләре.
Башҡортҡа матди байлыҡ беренсе урында түгел, улар рухи байлыҡҡа ынтылырҙар, шуның менән Аллаһтың ризалығына насип булырҙар, тигән.
Уау Вәхит әүлиәнең юрамыштары иҫенә төшөп, атай кеше алмаш-тилмәш уландарына ҡарап ала, Зәйнуллаһының күҙ ҡараш­тары зерә лә етди, әллә ысынлап ишан булырмы икән? Иншалла, юра­ғандары юш килһен ине, Раббым. Шулай тип уйлап, Хәбибулла хәлфә бәйәнен дауам итте:
– Аллаһ Тәғәлә теләгән кешеһенә хикмәт бирер, ти бит. Моратҡол олатайыбыҙ ҙа хикмәтле, сер ғилеменә эйә зат булған. Ҡан шәжәрәһен белеү мөһим, нәҫелен белгән – Аллаһтың һөйөклө бәндәһе, ул нәҫелгә бәрәкәт бирелер, ти торған булған. Атай-олатайҙар тарихын, шәжәрәне яҡшы белгән ҡартатайыбыҙ Муса ишан, әлеге минең һымаҡ, беҙҙе эргәһенә ултыртып ала ла гел
Моратҡол тураһында фәһемле нәмәләр һөйләй торғайны. – Хәбибулла сал сәсле, аҡ һаҡаллы, һөйкөмлө ҡартатаһын иҫләп, яманһыулап алды, уның һөйләгәндәре тере ҡуҙҙай булып, ҡабаттан хәтерен терелтте. Моратҡол олатайыбыҙ, Аллаһ ергә бәндәне һынар өсөн ебәрә, төрлө ауырлыҡ биреп, уны төрлө ысул менән һынай, тигәнен һис онотмай ул. Аслыҡ, ярлылыҡ, ауырыу, ҡулға алыу, хөкөм ителеүҙәр аша кешенең ныҡлығын белә, ҡурҡыу, балалар ҡайғыһы бирә, ергә тәбиғәт ғәрәсәттәре — ел-дауылдар, һыу баҫыуҙар ебәрә. Кемдәр ҡайғы килгәндә аҡылын юймай, уны сабырлыҡ менән үткәреп ебәрә, шулар Аллаһ һынауын үткән булыр, уларға аҙаҡ әжер-сауаптар бирелер. Яҡшылыҡҡа шөкөр ит, ауырлыҡҡа сабыр ит, ти. Аллаһ үҙе теләгән бәндәһен тура юлға күндерер, иншалла. Бер аҙға тынып ҡалған Хәбибулла, әүлиәлек ата-бабанан етенсе быуында күсә, тигәнде иҫләп, тағы Зәйнуллаһына ҡарап ҡуйҙы. Белемде уҡып алып булһа ла, төплө аҡылды бер Аллаһ ҡына бирә бәндәгә. Иншалла, улының йөҙө нурлы, күҙ ҡараштары аҡыллы.
Хәбибулла хәлфә ун һигеҙенсе быуат башында йәшәгән ҡартатаһы Муса хажи-хәҙрәт тураһында ла йыш иҫкә ала. Халҡының ауыр яҙмышлы тарихын йөрәгенең түрендә һаҡлаған рухлы хәлфә уландарын Уй йылғаһы буйына алып сығып китте.
Уй йылғаһы – уй-хәсрәтле йылға,
Уйландыра уйсан ирҙәрҙе,
Уйландырып та ғына ҡалмай,
Йөрәкһетә
Илен, ерен һөйгән беҙҙәрҙе, –
тип көйләп алып, тағы тарих төпкөлөнә сумды:
– Башҡорттар Нуғай Урҙаһы, Ҡазан, Себер, Әстрхан ханлыҡтары талауҙан, ғәскәр таптырыуҙан ялҡып, ун алтынсы быуат урталарында үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен, азатлығын, динен һаҡлап ҡалыу шарты менән Рәсәй дәүләтенә ҡушыла. Аҡ батша, башҡорттарға жалованный грамоталар биреп, берләшеүҙе нығыта. Әммә йылдар үтеү менән башта килешелгән шарттар үтәлмәй башлай. Башҡорт ерҙәрен тартып алып, төп халыҡтың рөхсәтенән тыш заводтар, ҡәлғәләр, редуттар төҙөлә. Ул ғына етмәй, мәсеттәр һалыуҙы тыялар, мосол­мандарҙы көсләп суҡындыралар. Һалым­дар күбәйә. Урыҫ түрәләре башҡорттарҙың эске эштәренә ныҡлап ҡыҫыла, старосталыҡ вазифаһы урынына старшиналар ҡуя. Иркенләп йәшәп өйрәнгән халыҡты ылау хеҙмәтенә тарттыралар.
Былар барыһы ла халыҡтың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Айырыуса динен мәсхәрәләү халыҡтың асыуын көсәйтә. Илдә ҡолаҡтан-ҡолаҡҡа бышылдап ҡына бер исем әйтелеп йөрөй башлай: Ҡараһаҡал! Эйәгендә ҡап-ҡара ҙур миңе бар икән, шуға үҙен Ҡараһаҡал тип йөрөтә. Ислам диненә бик тоғро зат. “Ҡөрьәнде кешеләргә Аллаһ Тәғәлә Мөхәммәт пәйғәмбәр аша ебәргән”, — ти икән. Мәккә, Мәҙинә ҡалаларына барып хажи булып ҡайтҡан, хәтәр уҡымышлы, ти…
Ысынлап та, илде талауға, динен мыҫҡыл итеүгә, ерле халыҡты кәмләп-хурлауға сыҙар әмәл ҡалмағас, Ҡараһаҡал (ысын исеме Миңдеғол Юлаев) 1739 —1740 йылдарҙа башҡорттарҙы ихтилалға күтәрә. Заводтар төҙөр өсөн аҫаба ерҙәрен урыҫ­тар тартып алып, үҙ төйәгенән ҡыуылған Муса хәҙрәт тә ихтилалға ҡушылып китә. Ҙур яу ҡуба. Батша хөкүмәте өлөшләтә булһа ла ихтилалсыларҙың талабын үтәргә мәжбүр була. Барын-табындар менән бергә Муса хәҙрәт тә ошо Әй, Уй буйҙарын, Ирәмәлен һаҡлап ҡан ҡойған, меңәрләгән яугир ошо изге юлда башын һалған.
Бәйәнен Хәбибулла хәлфә ошондай һүҙҙәр менән тамамланы:
– Беҙ, уландарым, ата-бабаларыбыҙҙың ҡаны менән һуғарылған, йән көсө менән яуланған изге ерҙә йәшәйбеҙ. Ул заман кешеләре ҡалмаған, әммә ауылыбыҙ эргәһендәге Уйташ, Нәрәле тауҙары быға шаһит. Юҡҡа ғына ҡанбабаларыбыҙ:
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын, –
тип йырламаған.
Борон олатайҙар айырыуса диненә тейгәндәргә аяуһыҙ булған. Беҙҙең нәҫел борон-борондан Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тәғлимәтенә тоғролоҡло, ислам динен ҡеүәтләп йәшәгән ҡәүем булған, тип гел әйтәм инде, ун етенсе быуат урталарында бик уҡымышлы Батырша исемле мулла йәшәгән. Беҙҙең Ахун ауылы старшинаһы Мөслим Дәүешев менән дуҫ булған. Йыш ҡына осрашып, ике ғилем эйәһе Ҡөрьән сүрәләренең мәғәнәһе, хәҙистәр тураһында фекер алышҡан.



(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 516

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 660

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 506

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 308

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 898

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 641

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 870

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 052

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 583

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 635

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 471

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 650