Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Славяндар ҡосағында
Славяндар ҡосағында Болгарияның Варна ҡалаһы IX Халыҡ-ара “Славян ҡосағы” фес­тивале булып үтте. Унда Болгария, Сербия, Македония, Хорватия, Черногория, Чехия, Словакия, Польша, Рәсәй, Украина, Әрмәнстан, Латвия, Литва һәм башҡа илдәрҙең танылған шағирҙары ҡатнашты. Славян әҙәбиәте һәм сәнғәте академияһы саҡырыуы буйынса Рәсәйҙән Людмила Снитенко (Мәскәү), Надежда Мирошниченко (Сыктывкар) һәм мин барҙым.


Фестиваль үҙәгенең “Европа” залында, Археология музейында, Иҡтисад университетында, Рәсәйҙең Генераль консул­лығында һәм башҡа майҙандарҙа сығыш яһап, мин Башҡортостандың Болгария менән әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәре, республикабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыл­лығын байрам итеү һәм фашист Герма­нияһын еңеүгә башҡорт халҡының ин­дергән өлөшө тураһында һөйләнем. Урыҫ, башҡорт һәм болгар телдәрендә шиғырҙарымды уҡып ишеттерҙем. Фес­тивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтар­ға бигерәк тә Пейо Яворовтың шиғырын башҡортса һөйләүем оҡшаны. Бүтән тәржемәләр менән бергә башҡорт теленә ауҙарылған был шиғыр бөйөк болгар шағирының яңы йыйынтығында донъя күрҙе. Ә минең Элка Няголова тарафынан болгар теленә тәржемә ителгән шиғыр­ҙарым “Знаци” альманахында баҫылды.
Славян шиғриәтенең халыҡ-ара дәрә­жәһен күтәргән өсөн украин шағирәһе Тетяна Дзюба менән миңә Болгар уҡы­тыусылары профсоюзының “Еңеү-2015” бүләген бирҙеләр.
Фестиваль тамамланғас, Болгария Жур­налистар союзы ил ҡалаларында минең ижад кисәләремде ойошторҙо. Ҡара диңгеҙ буйындағы “Варна Радиоһы” сәнғәт салонында ғалимдар, яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осраштым. Рәсәйҙең ысын дуҫтары – Иҡтисадты үҫтереү институты директоры академик Велико Иванов, Славян әҙәбиәте һәм сәнғәте академияһы президенты Элка Няголова, Варнаның Ирекле университеты профессоры, Болгария Журналистар союзының төбәк етәксеһе Георгий Калаг­ларский, Халыҡ-ара журналистар йорто директоры Георгий Недялков, Варна радиоһының баш мөхәррире Матей Тодоров һәм башҡалар менән ихлас аралаштым.
Ҡәләмдәш дуҫтарым аҙаҡ миңә “Алтын ҡом” курорт зонаһындағы Халыҡ-ара журналистар йортон күрһәтте. Беренсе тапҡыр унда 1982 йылда булғайным. Болгар һәм совет журналистары менән бергә ял итә-итә “Майлап-яйлап” исемле сатирик комедиямды яҙғайным. Йәмле диңгеҙ буйында әүәлгесә сәскәгә күмелеп ул­тыр­ған таныш йортто күргәс, күңелем үҫеп китте. Бынағайыш, бөтәһе лә үҙ урынында – бер нәмә лә юғалмаған, таралмаған, һатылмаған, урланмаған!
– Ә был иһә Болгария Журналистар союзының тырышлығы арҡаһында, сөнки беҙҙең йортҡа улар хужа, – тине директор һәм өҫтәп ҡуйҙы, – ижад эше һәм ял өсөн барлыҡ шарт та бар бында, хаҡтар юғары түгел, ташламалар ҙа ҡаралған. Рәхим итегеҙ, килегеҙ, Рәсәй журналистары – беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ!
Софиялағы ижад кисәм “Журналист” салонында уҙҙы. Унда Болгарияның та­нылған яҙыусылары һәм журналистары, баш ҡаланың матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Кисәне Болгария Журналистар союзы рәйесе Снежана Тодорова үҙе алып барҙы. Болгар телендә сыҡҡан “Дуҫлыҡ китабы”мды асып, ул былай тине:
– Һеҙҙең менән осрашыуға Рәсәйҙәге ҡәҙерле дуҫтарын яратҡан һәм хөрмәт иткән болгарҙар килде. Улар өсөн дуҫлыҡ хисе бик ҡиммәт. Беҙ һеҙҙе гелән көтәбеҙ һәм яратабыҙ!
Совет заманында Ленинград дәүләт университетында юғары белем алған Снежана саф урыҫ телендә сатирик шиғырымды уҡыны ла:
– Беҙҙең хәлдәр тап һеҙҙең шиғырҙа яҙылғанса! – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Булыр, булыр, – тинем. – Беҙ бит һеҙҙең менән туғандар! – Һәм шиғырымды уларса уҡыным. – Әлбиттә, минең телем хәҙерге болгарҙарҙыҡына түгел, ә боронғо булғарҙарҙыҡына оҡшаған, – тип шаярт­ҡан булдым үҙем.
Ахырҙа Снежана Тодорова “башҡорт-болгар журналистары хеҙмәттәшлегенә индергән өлөшөм өсөн” миңә ижади ойош­маларының почётлы бүләген тапшырҙы.
Кешелек йәмғиәтендә шиғриәт һәр ваҡыт халыҡтарҙы берләштереүсе, туп­лаусы ролен уйнай. Һәм ул аңлашыла ла, сөнки нәҡ бына шиғырҙа кешеләрҙең иң аҫыл сифаттары кәүҙәләнә. Был йәһәттән поэзия – милләттең йәне, бер кешенең генә түгел, ә халыҡтың йән ауазы, тип әйтергә була. Варнала үткәрелеп килгән шиғриәт фестивале бөтә славян илдә­рендәге шағирҙарҙы берләштерә һәм ундағы әҙәби саралар донъяның ҡәләм оҫталарын үҙенә йәлеп итә. Был илдә Элка Няголова менән Снежана Тодорова һәм йәнә лә Габрово Халыҡ-ара юмор һәм сатира йорто директоры Татьяна Цанкова кеүек һеңлекәштәрем булыуына мин шул саҡлы ныҡ шатмын, хатта Варналағы юмор кисәһен “Бер башҡорт һәм өс болгар дуҫлығы мәңге булыр!” тип атаным.



Автор: Марсель СӘЛИМОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә