Болгарияның Варна ҡалаһы IX Халыҡ-ара “Славян ҡосағы” фестивале булып үтте. Унда Болгария, Сербия, Македония, Хорватия, Черногория, Чехия, Словакия, Польша, Рәсәй, Украина, Әрмәнстан, Латвия, Литва һәм башҡа илдәрҙең танылған шағирҙары ҡатнашты. Славян әҙәбиәте һәм сәнғәте академияһы саҡырыуы буйынса Рәсәйҙән Людмила Снитенко (Мәскәү), Надежда Мирошниченко (Сыктывкар) һәм мин барҙым. Фестиваль үҙәгенең “Европа” залында, Археология музейында, Иҡтисад университетында, Рәсәйҙең Генераль консуллығында һәм башҡа майҙандарҙа сығыш яһап, мин Башҡортостандың Болгария менән әҙәби һәм мәҙәни бәйләнештәре, республикабыҙҙа Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итеү һәм фашист Германияһын еңеүгә башҡорт халҡының индергән өлөшө тураһында һөйләнем. Урыҫ, башҡорт һәм болгар телдәрендә шиғырҙарымды уҡып ишеттерҙем. Фестивалдә ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға бигерәк тә Пейо Яворовтың шиғырын башҡортса һөйләүем оҡшаны. Бүтән тәржемәләр менән бергә башҡорт теленә ауҙарылған был шиғыр бөйөк болгар шағирының яңы йыйынтығында донъя күрҙе. Ә минең Элка Няголова тарафынан болгар теленә тәржемә ителгән шиғырҙарым “Знаци” альманахында баҫылды.
Славян шиғриәтенең халыҡ-ара дәрәжәһен күтәргән өсөн украин шағирәһе Тетяна Дзюба менән миңә Болгар уҡытыусылары профсоюзының “Еңеү-2015” бүләген бирҙеләр.
Фестиваль тамамланғас, Болгария Журналистар союзы ил ҡалаларында минең ижад кисәләремде ойошторҙо. Ҡара диңгеҙ буйындағы “Варна Радиоһы” сәнғәт салонында ғалимдар, яҙыусылар, журналистар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осраштым. Рәсәйҙең ысын дуҫтары – Иҡтисадты үҫтереү институты директоры академик Велико Иванов, Славян әҙәбиәте һәм сәнғәте академияһы президенты Элка Няголова, Варнаның Ирекле университеты профессоры, Болгария Журналистар союзының төбәк етәксеһе Георгий Калагларский, Халыҡ-ара журналистар йорто директоры Георгий Недялков, Варна радиоһының баш мөхәррире Матей Тодоров һәм башҡалар менән ихлас аралаштым.
Ҡәләмдәш дуҫтарым аҙаҡ миңә “Алтын ҡом” курорт зонаһындағы Халыҡ-ара журналистар йортон күрһәтте. Беренсе тапҡыр унда 1982 йылда булғайным. Болгар һәм совет журналистары менән бергә ял итә-итә “Майлап-яйлап” исемле сатирик комедиямды яҙғайным. Йәмле диңгеҙ буйында әүәлгесә сәскәгә күмелеп ултырған таныш йортто күргәс, күңелем үҫеп китте. Бынағайыш, бөтәһе лә үҙ урынында – бер нәмә лә юғалмаған, таралмаған, һатылмаған, урланмаған!
– Ә был иһә Болгария Журналистар союзының тырышлығы арҡаһында, сөнки беҙҙең йортҡа улар хужа, – тине директор һәм өҫтәп ҡуйҙы, – ижад эше һәм ял өсөн барлыҡ шарт та бар бында, хаҡтар юғары түгел, ташламалар ҙа ҡаралған. Рәхим итегеҙ, килегеҙ, Рәсәй журналистары – беҙҙең өсөн һәр саҡ ҡәҙерле ҡунаҡ!
Софиялағы ижад кисәм “Журналист” салонында уҙҙы. Унда Болгарияның танылған яҙыусылары һәм журналистары, баш ҡаланың матбуғат хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Кисәне Болгария Журналистар союзы рәйесе Снежана Тодорова үҙе алып барҙы. Болгар телендә сыҡҡан “Дуҫлыҡ китабы”мды асып, ул былай тине:
– Һеҙҙең менән осрашыуға Рәсәйҙәге ҡәҙерле дуҫтарын яратҡан һәм хөрмәт иткән болгарҙар килде. Улар өсөн дуҫлыҡ хисе бик ҡиммәт. Беҙ һеҙҙе гелән көтәбеҙ һәм яратабыҙ!
Совет заманында Ленинград дәүләт университетында юғары белем алған Снежана саф урыҫ телендә сатирик шиғырымды уҡыны ла:
– Беҙҙең хәлдәр тап һеҙҙең шиғырҙа яҙылғанса! – тип әйтеп ҡуйҙы.
– Булыр, булыр, – тинем. – Беҙ бит һеҙҙең менән туғандар! – Һәм шиғырымды уларса уҡыным. – Әлбиттә, минең телем хәҙерге болгарҙарҙыҡына түгел, ә боронғо булғарҙарҙыҡына оҡшаған, – тип шаяртҡан булдым үҙем.
Ахырҙа Снежана Тодорова “башҡорт-болгар журналистары хеҙмәттәшлегенә индергән өлөшөм өсөн” миңә ижади ойошмаларының почётлы бүләген тапшырҙы.
Кешелек йәмғиәтендә шиғриәт һәр ваҡыт халыҡтарҙы берләштереүсе, туплаусы ролен уйнай. Һәм ул аңлашыла ла, сөнки нәҡ бына шиғырҙа кешеләрҙең иң аҫыл сифаттары кәүҙәләнә. Был йәһәттән поэзия – милләттең йәне, бер кешенең генә түгел, ә халыҡтың йән ауазы, тип әйтергә була. Варнала үткәрелеп килгән шиғриәт фестивале бөтә славян илдәрендәге шағирҙарҙы берләштерә һәм ундағы әҙәби саралар донъяның ҡәләм оҫталарын үҙенә йәлеп итә. Был илдә Элка Няголова менән Снежана Тодорова һәм йәнә лә Габрово Халыҡ-ара юмор һәм сатира йорто директоры Татьяна Цанкова кеүек һеңлекәштәрем булыуына мин шул саҡлы ныҡ шатмын, хатта Варналағы юмор кисәһен “Бер башҡорт һәм өс болгар дуҫлығы мәңге булыр!” тип атаным.