Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Күңелдә — тик маҡтау һүҙҙәре”
“Күңелдә — тик маҡтау һүҙҙәре” Быйыл май айында Һәүәләй урта мәктәбенең һуңғы ҡыңғырау тантанаһында уҡыу йылын йомғаҡлау сараһында булырға тура килде. Мине иң ныҡ һоҡландырғаны – балаларҙың һәммәһенә лә маҡтау грамотаһы йә башҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылыуы. Уҡыусыларҙың кемеһен генә алма, уҡыу йылы барышында үҙенең һәләтен, булдыҡлылығын күрһәтә алған. Был хәл, һис һүҙһеҙ, мәктәптә һиҙгер йөрәкле, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар эшләүе хаҡында һөйләй. Ошо матур тәьҫораттар, өҫтәүенә быйыл Һәүәләй мәктәбе асылыуға 50 йыл тулыу ваҡиғаһы уның директоры Наталья ӘХМӘТОВА менән әңгәмәләшеүгә сәбәп булды.
— Наталья Мөслим ҡыҙы, ярты быуат эсенә һыйған мәктәп тарихын тиҙ генә барлауы еңел булмаҫ. Һәүәләйҙәге тәүге урта мәктәп 1965 йылда асылған. 1975 йылдан ул ҙур, заман талаптарына яуап биргән белем усағы булараҡ эшләп килә. Коллектив туплау, уҡытыу эшен юлға һалып ебәреү ифрат ҙур, мәшәҡәтле эштер, моғайын?
— Мәктәп нигеҙен ҡороуҙан башлап бөгөнгәсә һәр педагог туплаған тәжрибәне өйрәнеп, теркәп барабыҙ. Мин бында 2002 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып килдем. Тәүге мәктәп директоры Ғабдрахман Хәмит улы Әлмөхәмәтов шул заман уҡыусылары күңелендә бынамын ти­гән педагог һәм етәксе булып ҡалды. Р. Халиҡов, унан И. Садиҡов етәк­се­лек иткән осор ҙа мәктәптең күтә­ре­леш йылдары булып торҙо. Р. Ра­­маҙанов (физика), Х. Зиннәтуллина (тарих), Ш. Байбурина, И. Әлмө­хәмәтова, Р. Халиҡова (математика), А. Камалов (химия), Н. Сөләймәнов (физкультура), З. Юлмөхәмәтов (биология), М. Юлмөхәмәтова (рус теле һәм әҙәбиәте), Р. Рамазанова, Т. За­һиҙуллина (башланғыс кластар) кеүек исеме киң билдәле ветеран-уҡы­тыусылар өсөн мәктәп ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды, уларҙың йылы һүҙен, аҡыллы кәңәшен ишетеп йәшәнек һәм әле лә шулай.
— Архивтан күренеүенсә, ошо йылдар эсендә алмашҡа тулҡын-тулҡын булып йәш белгестәр килеп, мәктәп тарихында матур эҙ ҡалдырған. Р. Байымова, С. Ғәлә­үет­динова, З. Бәҙғетдинова, Й. Ғә­зи­зова, Н. Ғирфәтуллина, Н. Зин­­нурова, Р. Ғиззәтуллина, Е. Арыҫланова, Т. Заһиҙуллинаның юбилей тантанаһында урындары, моғайын, түрҙә булыр, исем-шәрифтәре маҡтап телгә алыныр. Аҡыл – ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ, тел – асҡыс, тиҙәр халыҡта. Минеңсә, педагогиканың төп асылы, тап ошо мәҡәлдәгесә, баланың аҡылын үҫтереү, күңелен асыу, телен байытыуға ҡайтып ҡала. Наталья Мөслим ҡыҙы, ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Килешмәү мөмкин түгел. Уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары тап шул турала һөйләй. Айгүзәл Вә­лиева “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсында башҡорт халыҡ легендаһынан алынған Кәкүк-әсә образына инеп, ысын артистарса оҫта уйнап, еңеүсе булды. Ике йыл элек Ильяс Мөхәмәтгәрәев ошо уҡ бәй­генән лауреат булып ҡайтҡайны. Илүзә Абдрафиҡова “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында II дәрәжә диплом алды. Элекке уҡыусыбыҙ, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Ләйсән Исхаҡова ойошторған “Ләйсән” ансамбле бе­йеү­селәре район һабантуйының, башҡа мәҙәни сараларҙың уртаһында була. Әҙилә Сафуанова, Ильяс Мөхә­мәт­гәрәев, Азалия Рамаҙанова һәм баш­ҡа йырсыларҙы күрше ауыл сәх­нә­ләренә лә һоратып алалар. Айҙар Мөхәмәтгәрәев Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу колледжында уҡый, хәҙер үк айырым концерттар менән сығыш яһай.
— Матбуғатта һеҙҙең спортсылар тураһында ла мәғлүмәт йыш күренә...
— Йыл да спартакиада ярыштарында тәүге биш урындан төшөп ҡал­ғаныбыҙ юҡ. Элекке уҡыусыбыҙ Заһир Солтаҡаев спорт секцияһы ойошторҙо. Унда шулай уҡ элекке уҡыусыбыҙ, милли көрәш буйынса республика чемпионы Булат Хәсәнов тренерлығында уҡыусылар күпләп шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр насар түгел. IX класты тамамлаған Илина Ғәҙелшина билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында II урын алды. VII кластан Динар Сафиуллин уҡыусылар һабантуйында йыл да “батыр” титулын яҡлай. Район һәм республика кимәлендәге предметтар буйынса үткәрелгән олимпиада, бәйге, ярыштарҙың да беҙҙең балалар ҡатнашлығынан тыш үтмәүен өҫтәйек.
— Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйтмешләй, балалар йөрә­генә һүнмәҫлек нур, дәрт һалған уҡытыусылар менән яҡындан танышҡы килә.
— Мәктәптең һәр педагогы тураһында айырым бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һүрәтләмә яҙырға мөмкин. Бына, мәҫәлән, немец һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы, Баш­ҡорт­остан­дың мәғариф алдын­ғы­һы Наилә Ураҙаҡова — шун­дай­ҙарҙың береһе. Уҡыусылары немец теленән өс йыл рәттән район олим­пиадаһында – I, республика кимә­лендә II урынды яуланы. Телгә һөйөү уята белгән ос­таздың дәрес­тәрен балалар ҡы­­ҙыҡ­­­һынып тыңлай, уның тәҡдиме буйынса юғары уҡыу йорт­тарының роман-герман теле факультетын һайлап, оло тормош юлына сы­ғалар. Мәҫәлән, Ирина Ғәлә­үет­динова БДУ-ны тамамланы, ҙур ком­панияларҙың береһендә тәрже­мәсе булып эшләй, Мәскәүҙә йәшәй. Альбина Плетнева, Светлана Төх­вә­тул­лина, Ләйсән Ғирфатова, Лилиә Яма­летдинова һәм башҡалар ҙа Наи­лә Зөфәр ҡыҙының һөнәрен үҙ итте.
Тарих һәм йәмғиәт белеме педагогы Рәйсә Шәмсетдинованың дә­рестәренә инһәң, үҙеңә өр-яңы донъя асҡандай булаһың. Уҡыусылар бер-береһе менән бәхәсләшә, теманы быуаттар төпкөлөндәге ваҡиғаларҙы бөгөнгө сәйәсәт һәм иҡтисадҡа бәй­ләп өйрәнәләр. Уның уҡыусылары йыл да олимпиаданың биҙәгенә әйләнә. Филүс Дәүләтшин менән Руфина Ғирфатова республика кимәлендә лә һыр бирмәне. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә финалға сыҡҡан, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Рәйсә Сәлим ҡыҙы, семинарҙарҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, тәжрибәһен район коллегалары менән ихлас уртаҡлаша.
Башланғыс кластарҙа оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Лена Абдрафиҡова ла, үҙен оҫта педагог булараҡ танытып, ҙур абруй яуланы. Хәҙер ул — директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, бер юлы башланғыс кластарҙа башҡорт теленән дәрес бирә. Мәғариф министрлығы ойошторған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә балаларҙың ҡатнашыуына ҙур көс һалды. Мәктәптең уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегендә Федераль дәүләт белем биреү стандартының уңышлы ҡулланылыуында Лена Кәшфулла ҡыҙының да өлөшө бар. Бынан тыш, Стандартты бойомға ашырыу буйынса БР Мәғариф министрлығы иғлан иткән бәйгелә ул төҙөгән эш программаһы беренселеккә сыҡты. Уның тыуған төйәккә, туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәткә һөйөү аша балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса бик матур хеҙмәте “Мин һәм минең тыуған яғым” тип атала. Уҡыу әсбабы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында нәшер ителеп, республикаға таратылды. Зәйнәб Биишеваның 105 йыллыҡ юбилейына арналған “Иң яҡшы дәрес өлгөһө” конкурсында Лена Кәшфулла ҡыҙының бай йөкмәткеле эше Мәғариф ми­нистрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Кемде алһаҡ та, тик маҡтау һүҙҙәре күңелгә килә. Бына, мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Рези­дә Рөстәм ҡыҙы Ураҙаҡованы нисек ҙурламайһың инде! Уның уҡыусыһы Ләйсән Әбсәләмова Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 25 йыл тулыуға арналған республика иншалар бәйгеһендә III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Технология, һынлы сәнғәт, ОБЖ һәм география уҡытыусыһы, Рәсәй кимәлендә Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Хәмит Ғәзизовты мәктәптең ғорурлығы, хатта байлығы тип йөрөтәбеҙ. Уның етәкселегендә уҡыусылар эшләгән караптарҙы, катамарандарҙы, һындарҙы күргәҙмәгә тип хатта Өфөгә алып китәләр ине. Мәктәптә стендтар, ишек тотҡалары, электр үткәргестәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ һәр ваҡыт төҙөк. Әҙ генә етешһеҙлекте лә Хәмит Мазһар улы тиҙ арала шәйләп алып, уҡыусыларҙы йәлеп итә, улары “һә” тигәнсә төҙәтеп тә ҡуя. Балалар йышҡы, дрель, шөрөп борғосо кеүек электрҙа эшләгән күп техниканы, тимер, ағас эшкәртеү станоктарын күреп-ҡулланып өйрәнә. Баҡсала емерелеп үҫкән еләк-емеште, теплицалағы йәшелсәне, ихаталағы сәскә-гөлдәрҙе дөрөҫ үҫтереү ҙә уның зиһененә, һәләтенә бәйле. Ғаилә тәрбиәһенән мәхрүм балалар Хәмит Мазһар улын атай урынына күреп ярата.
Коллективтың татыу, берҙәм эш итеүен дә әйтеп үтеү зарур. 17 педагогтың 14-е үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлаған. Күптәре “юғары категориялы уҡытыусы” дәрәжәһен йөрөтә.
— Мәктәптә белем биреү урыҫ телендә алып барыла. Дөрөҫөн әйтәм, үҙ милләтенең ватансыл ҡыҙы булараҡ, был хәл мине борсомай ҡалмай...
— Һорауығыҙҙы көтөп, борсо­лоуығыҙҙы аңлап торам, шуға тағы бер педагог тураһында һөйләүҙе һуңға ҡалдырҙым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альберт Байморатов — тыныс холоҡло, ипле, киң күңелле, бар булмышы менән үҙ фәненә бирелгән педагог. Уны уҡыу­сылар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй ярата. Мәктәптә башҡорт, татар, сыуаш, урыҫ, үзбәк балаларының уҡыуы педагогка айырым талаптар ҡуя. Альберт Мәхмүт улы баланың шәхси үҫеш кимәлен билдәләй, һәр береһенә тәғәйен карточка тултыра, уларға махсус ваҡыт бүлеп дәрес бирә, башҡорт теленә ихтирам һәм һөйөү уята белә. Урыҫ, сыуаш балалары ла башҡорт теленән бынамын тигән инша яҙып ҡыуандыра. Альберт Мәхмүт улы, 2004 йылда “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып, финалға сыҡты. Ул да йыш ҡына төбәк уҡытыусыларына оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылһа ла, балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, Ләйсән Динисламова республика кимәлендә лә белемле, илһөйәр икәнлеген күрһәтеп ҡайтты. Айгүзәл Вәлиеваның шиғыр, мәҡәләләре район гәзитендә донъя күреп тора. Гөлнара Әхмәтшина БДУ-ның журналистика факультетында уңышлы уҡып йөрөй. Йыйып әйткәндә, ижади коллектив тураһында бик күп һөй­ләргә була.
Бөгөн мәктәп тормошона ҡыҫ­ҡаса байҡау яһағанда, бала сағыма ҡайтып, тап һеҙҙең мәктәптә, ошо уҡытыусылар ҡулында уҡығым кил­де. Юбилейығыҙ менән ихлас күңел­дән ҡотлайбыҙ, үҙегеҙ, коллекти­вығыҙ, уҡыусыларығыҙ һаулыҡ-байлыҡта ғүмер кисерһен, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға насип булһын.
Фәүзиә ЛАТИПОВА
әңгәмәләште.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 481

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873