Быйыл май айында Һәүәләй урта мәктәбенең һуңғы ҡыңғырау тантанаһында уҡыу йылын йомғаҡлау сараһында булырға тура килде. Мине иң ныҡ һоҡландырғаны – балаларҙың һәммәһенә лә маҡтау грамотаһы йә башҡа иҫтәлекле бүләк тапшырылыуы. Уҡыусыларҙың кемеһен генә алма, уҡыу йылы барышында үҙенең һәләтен, булдыҡлылығын күрһәтә алған. Был хәл, һис һүҙһеҙ, мәктәптә һиҙгер йөрәкле, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылар эшләүе хаҡында һөйләй. Ошо матур тәьҫораттар, өҫтәүенә быйыл Һәүәләй мәктәбе асылыуға 50 йыл тулыу ваҡиғаһы уның директоры Наталья ӘХМӘТОВА менән әңгәмәләшеүгә сәбәп булды.— Наталья Мөслим ҡыҙы, ярты быуат эсенә һыйған мәктәп тарихын тиҙ генә барлауы еңел булмаҫ. Һәүәләйҙәге тәүге урта мәктәп 1965 йылда асылған. 1975 йылдан ул ҙур, заман талаптарына яуап биргән белем усағы булараҡ эшләп килә. Коллектив туплау, уҡытыу эшен юлға һалып ебәреү ифрат ҙур, мәшәҡәтле эштер, моғайын?
— Мәктәп нигеҙен ҡороуҙан башлап бөгөнгәсә һәр педагог туплаған тәжрибәне өйрәнеп, теркәп барабыҙ. Мин бында 2002 йылда рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып килдем. Тәүге мәктәп директоры Ғабдрахман Хәмит улы Әлмөхәмәтов шул заман уҡыусылары күңелендә бынамын тигән педагог һәм етәксе булып ҡалды. Р. Халиҡов, унан И. Садиҡов етәкселек иткән осор ҙа мәктәптең күтәрелеш йылдары булып торҙо. Р. Рамаҙанов (физика), Х. Зиннәтуллина (тарих), Ш. Байбурина, И. Әлмөхәмәтова, Р. Халиҡова (математика), А. Камалов (химия), Н. Сөләймәнов (физкультура), З. Юлмөхәмәтов (биология), М. Юлмөхәмәтова (рус теле һәм әҙәбиәте), Р. Рамазанова, Т. Заһиҙуллина (башланғыс кластар) кеүек исеме киң билдәле ветеран-уҡытыусылар өсөн мәктәп ишеге һәр ваҡыт асыҡ булды, уларҙың йылы һүҙен, аҡыллы кәңәшен ишетеп йәшәнек һәм әле лә шулай.
— Архивтан күренеүенсә, ошо йылдар эсендә алмашҡа тулҡын-тулҡын булып йәш белгестәр килеп, мәктәп тарихында матур эҙ ҡалдырған. Р. Байымова, С. Ғәләүетдинова, З. Бәҙғетдинова, Й. Ғәзизова, Н. Ғирфәтуллина, Н. Зиннурова, Р. Ғиззәтуллина, Е. Арыҫланова, Т. Заһиҙуллинаның юбилей тантанаһында урындары, моғайын, түрҙә булыр, исем-шәрифтәре маҡтап телгә алыныр. Аҡыл – ҡаҙна, күңел — йоҙаҡ, тел – асҡыс, тиҙәр халыҡта. Минеңсә, педагогиканың төп асылы, тап ошо мәҡәлдәгесә, баланың аҡылын үҫтереү, күңелен асыу, телен байытыуға ҡайтып ҡала. Наталья Мөслим ҡыҙы, ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Килешмәү мөмкин түгел. Уҡыусыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары тап шул турала һөйләй. Айгүзәл Вәлиева “Һаумы, һаумы, әкиәт!” республика конкурсында башҡорт халыҡ легендаһынан алынған Кәкүк-әсә образына инеп, ысын артистарса оҫта уйнап, еңеүсе булды. Ике йыл элек Ильяс Мөхәмәтгәрәев ошо уҡ бәйгенән лауреат булып ҡайтҡайны. Илүзә Абдрафиҡова “Яҙғы тамсылар” республика конкурсында II дәрәжә диплом алды. Элекке уҡыусыбыҙ, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты Ләйсән Исхаҡова ойошторған “Ләйсән” ансамбле бейеүселәре район һабантуйының, башҡа мәҙәни сараларҙың уртаһында була. Әҙилә Сафуанова, Ильяс Мөхәмәтгәрәев, Азалия Рамаҙанова һәм башҡа йырсыларҙы күрше ауыл сәхнәләренә лә һоратып алалар. Айҙар Мөхәмәтгәрәев Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу колледжында уҡый, хәҙер үк айырым концерттар менән сығыш яһай.
— Матбуғатта һеҙҙең спортсылар тураһында ла мәғлүмәт йыш күренә...
— Йыл да спартакиада ярыштарында тәүге биш урындан төшөп ҡалғаныбыҙ юҡ. Элекке уҡыусыбыҙ Заһир Солтаҡаев спорт секцияһы ойошторҙо. Унда шулай уҡ элекке уҡыусыбыҙ, милли көрәш буйынса республика чемпионы Булат Хәсәнов тренерлығында уҡыусылар күпләп шөғөлләнә. Һөҙөмтәләр насар түгел. IX класты тамамлаған Илина Ғәҙелшина билбау көрәше буйынса Рәсәй чемпионатында II урын алды. VII кластан Динар Сафиуллин уҡыусылар һабантуйында йыл да “батыр” титулын яҡлай. Район һәм республика кимәлендәге предметтар буйынса үткәрелгән олимпиада, бәйге, ярыштарҙың да беҙҙең балалар ҡатнашлығынан тыш үтмәүен өҫтәйек.
— Мәшһүр шағирыбыҙ Мостай Кәрим әйтмешләй, балалар йөрәгенә һүнмәҫлек нур, дәрт һалған уҡытыусылар менән яҡындан танышҡы килә.
— Мәктәптең һәр педагогы тураһында айырым бай йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы һүрәтләмә яҙырға мөмкин. Бына, мәҫәлән, немец һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Наилә Ураҙаҡова — шундайҙарҙың береһе. Уҡыусылары немец теленән өс йыл рәттән район олимпиадаһында – I, республика кимәлендә II урынды яуланы. Телгә һөйөү уята белгән остаздың дәрестәрен балалар ҡыҙыҡһынып тыңлай, уның тәҡдиме буйынса юғары уҡыу йорттарының роман-герман теле факультетын һайлап, оло тормош юлына сығалар. Мәҫәлән, Ирина Ғәләүетдинова БДУ-ны тамамланы, ҙур компанияларҙың береһендә тәржемәсе булып эшләй, Мәскәүҙә йәшәй. Альбина Плетнева, Светлана Төхвәтуллина, Ләйсән Ғирфатова, Лилиә Ямалетдинова һәм башҡалар ҙа Наилә Зөфәр ҡыҙының һөнәрен үҙ итте.
Тарих һәм йәмғиәт белеме педагогы Рәйсә Шәмсетдинованың дәрестәренә инһәң, үҙеңә өр-яңы донъя асҡандай булаһың. Уҡыусылар бер-береһе менән бәхәсләшә, теманы быуаттар төпкөлөндәге ваҡиғаларҙы бөгөнгө сәйәсәт һәм иҡтисадҡа бәйләп өйрәнәләр. Уның уҡыусылары йыл да олимпиаданың биҙәгенә әйләнә. Филүс Дәүләтшин менән Руфина Ғирфатова республика кимәлендә лә һыр бирмәне. “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә финалға сыҡҡан, Рәсәй Федерацияһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Рәйсә Сәлим ҡыҙы, семинарҙарҙа оҫталыҡ дәрестәре үткәреп, тәжрибәһен район коллегалары менән ихлас уртаҡлаша.
Башланғыс кластарҙа оҙаҡ йылдар башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Лена Абдрафиҡова ла, үҙен оҫта педагог булараҡ танытып, ҙур абруй яуланы. Хәҙер ул — директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, бер юлы башланғыс кластарҙа башҡорт теленән дәрес бирә. Мәғариф министрлығы ойошторған “Һаумы, һаумы, әкиәт!” бәйгеһендә балаларҙың ҡатнашыуына ҙур көс һалды. Мәктәптең уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлегендә Федераль дәүләт белем биреү стандартының уңышлы ҡулланылыуында Лена Кәшфулла ҡыҙының да өлөшө бар. Бынан тыш, Стандартты бойомға ашырыу буйынса БР Мәғариф министрлығы иғлан иткән бәйгелә ул төҙөгән эш программаһы беренселеккә сыҡты. Уның тыуған төйәккә, туған телгә, милли ғөрөф-ғәҙәткә һөйөү аша балаларға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү буйынса бик матур хеҙмәте “Мин һәм минең тыуған яғым” тип атала. Уҡыу әсбабы, Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында нәшер ителеп, республикаға таратылды. Зәйнәб Биишеваның 105 йыллыҡ юбилейына арналған “Иң яҡшы дәрес өлгөһө” конкурсында Лена Кәшфулла ҡыҙының бай йөкмәткеле эше Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булды.
Кемде алһаҡ та, тик маҡтау һүҙҙәре күңелгә килә. Бына, мәҫәлән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Резидә Рөстәм ҡыҙы Ураҙаҡованы нисек ҙурламайһың инде! Уның уҡыусыһы Ләйсән Әбсәләмова Афғанстандан совет ғәскәрҙәренең сығарылыуына 25 йыл тулыуға арналған республика иншалар бәйгеһендә III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Технология, һынлы сәнғәт, ОБЖ һәм география уҡытыусыһы, Рәсәй кимәлендә Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән Хәмит Ғәзизовты мәктәптең ғорурлығы, хатта байлығы тип йөрөтәбеҙ. Уның етәкселегендә уҡыусылар эшләгән караптарҙы, катамарандарҙы, һындарҙы күргәҙмәгә тип хатта Өфөгә алып китәләр ине. Мәктәптә стендтар, ишек тотҡалары, электр үткәргестәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ һәр ваҡыт төҙөк. Әҙ генә етешһеҙлекте лә Хәмит Мазһар улы тиҙ арала шәйләп алып, уҡыусыларҙы йәлеп итә, улары “һә” тигәнсә төҙәтеп тә ҡуя. Балалар йышҡы, дрель, шөрөп борғосо кеүек электрҙа эшләгән күп техниканы, тимер, ағас эшкәртеү станоктарын күреп-ҡулланып өйрәнә. Баҡсала емерелеп үҫкән еләк-емеште, теплицалағы йәшелсәне, ихаталағы сәскә-гөлдәрҙе дөрөҫ үҫтереү ҙә уның зиһененә, һәләтенә бәйле. Ғаилә тәрбиәһенән мәхрүм балалар Хәмит Мазһар улын атай урынына күреп ярата.
Коллективтың татыу, берҙәм эш итеүен дә әйтеп үтеү зарур. 17 педагогтың 14-е үҙебеҙҙең мәктәпте тамамлаған. Күптәре “юғары категориялы уҡытыусы” дәрәжәһен йөрөтә.
— Мәктәптә белем биреү урыҫ телендә алып барыла. Дөрөҫөн әйтәм, үҙ милләтенең ватансыл ҡыҙы булараҡ, был хәл мине борсомай ҡалмай...
— Һорауығыҙҙы көтөп, борсолоуығыҙҙы аңлап торам, шуға тағы бер педагог тураһында һөйләүҙе һуңға ҡалдырҙым. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Альберт Байморатов — тыныс холоҡло, ипле, киң күңелле, бар булмышы менән үҙ фәненә бирелгән педагог. Уны уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа берҙәй ярата. Мәктәптә башҡорт, татар, сыуаш, урыҫ, үзбәк балаларының уҡыуы педагогка айырым талаптар ҡуя. Альберт Мәхмүт улы баланың шәхси үҫеш кимәлен билдәләй, һәр береһенә тәғәйен карточка тултыра, уларға махсус ваҡыт бүлеп дәрес бирә, башҡорт теленә ихтирам һәм һөйөү уята белә. Урыҫ, сыуаш балалары ла башҡорт теленән бынамын тигән инша яҙып ҡыуандыра. Альберт Мәхмүт улы, 2004 йылда “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашып, финалға сыҡты. Ул да йыш ҡына төбәк уҡытыусыларына оҫталыҡ дәресе күрһәтә. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылһа ла, балалар башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса бәйгеләрҙә теләп ҡатнаша. Мәҫәлән, Ләйсән Динисламова республика кимәлендә лә белемле, илһөйәр икәнлеген күрһәтеп ҡайтты. Айгүзәл Вәлиеваның шиғыр, мәҡәләләре район гәзитендә донъя күреп тора. Гөлнара Әхмәтшина БДУ-ның журналистика факультетында уңышлы уҡып йөрөй. Йыйып әйткәндә, ижади коллектив тураһында бик күп һөйләргә була.
Бөгөн мәктәп тормошона ҡыҫҡаса байҡау яһағанда, бала сағыма ҡайтып, тап һеҙҙең мәктәптә, ошо уҡытыусылар ҡулында уҡығым килде. Юбилейығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, үҙегеҙ, коллективығыҙ, уҡыусыларығыҙ һаулыҡ-байлыҡта ғүмер кисерһен, тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға насип булһын.
Фәүзиә ЛАТИПОВА
әңгәмәләште.