Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...
Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...Рөстәм ШӘЙХУЛЛИН. 1994 йылғы. Салауат районының Малаяҙ ауылынан. Башҡорт дәүләт авиация техник университетының III курс студенты. Уҡыуын өҙөп тороп, хәрби хеҙмәткә китә. Күптән десант ғәскәрҙәренә эләгергә хыялланған егеттең теләге тормошҡа аша. Рөстәмдең хәрби ант ҡабул итеү тантанаһына ата-әсәһе килгән була...











Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...Рөстәм ЙОМАҒОЛОВ. 1991 йылғы. Сибай ҡалаһынан хәрби хеҙмәткә алына. БДУ-ның химия факультетын тамамлаған. Ул ҡабаланмай көҙгө саҡырылышта ла китә алған, тик “йәһәтерәк барырмын да йәһәтерәк ҡайтырмын” тип яҙғыһына өлгөрөргә тырышҡан.











Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...Фидан МӘМЛИЕВ. 1996 йылғы. Саҡмағош районының Сыйрышбаш ауылынан. Мәктәптә өлгөргәнлек аттестаты алыу менән хәрби хеҙмәткә саҡырыла. “Повестка”ны түҙемһеҙлек менән көтөп ала...












Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...Вадим НАФИҠОВ. 1996 йылғы. Белорет ҡалаһынан. Мәктәпте тамамлағас та хәрби хеҙмәткә алына.














Ил һаҡлайбыҙ тип киткәйнеләр...Ранис АЛТЫНБАЕВ. 1994 йылғы. Салауат районының Әлкә ауылынан. Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлап, тыуған ауылындағы мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып ҡайта. 2009 йылда көрәш буйынса республика чемпионы исемен яулай. 2013 йылда атаһы ҡапыл вафат булғас, ҡустыһы Илфат һәм һеңлеһе Гүзәлде аяҡҡа баҫтырыуҙы үҙенең төп бурысы тип һанай. Әсәһе матди яҡтан ауырлыҡ тоймаһын өсөн ауылда магазин асып ебәрә.













Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең 242-се уҡыу үҙәгендә казарма емерелеү һөҙөмтәһендә Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егеттең ғүмере өҙөлөүе тураһындағы хәбәр бөтөн республиканы тетрәтте. Салауат районынан Рөстәм Шәйхуллин, Ранис Алтынбаев, Сибайҙан Рөстәм Йомағолов, Саҡмағош райо­нынан Фидан Мәмлиев, Белореттан Вадим Нафиҡовты ошо көндәрҙә ерләйәсәктәр. Уларҙың барыһы ла быйыл яҙ ғына Ҡораллы Көстәр сафына алынған.

Фажиғә алдынан ғына егеттәр хәрби ант биргән. Был тантаналы сараға күптәрҙең ата-әсәһе лә килгән. Егеттәр көндәрен туғандары менән үткәреп, кисен генә казармаға ҡайтҡан. Бер нәмә лә һиҙенмәгән һалдаттар йоҡларға ятҡан...
Дүрт ҡатлы казарма стенаһының бер өлөшө һәм ҡыйығы 13 июлдә, урын­дағы ваҡыт буйынса төнгө сәғәт 1-ҙә, емерелеп төшкән. Бинала 300-ҙән ашыу хәрби булған.
Омскиҙа емереклектәр аҫтында ҡалған десантсыларҙы ҡотҡарыу опе­ра­цияһы тамам. 42 кеше табылған: 23 егет һәләк булған, 19 һалдат төрлө тән йәрәхәттәре алған. Хәрби-транспорт авиацияһының ике самолеты ме­нән улар артабан дауаланыу өсөн Мәс­кәүгә хәрби клиник дауа­ха­на­ларға оҙатылған. Яраланғандар ара­һын­да Өфөнән Владимир Дунаев та бар. Уның әсәһе улының ант биргәнен кү­рер өсөн Омск ҡалаһына барған. Йәк­шәмбе төнгө яңылыҡтарҙан иһә ҡа­­тын фажиғә тураһында ишеткән. Егет­тең ата-әсәһе төнө буйы ул­дарының яҙмышын асыҡлай алмаған. Көндөҙ генә Володя үҙе шылтыратып: “Әсәй, мин иҫән!” – тип һөйөнсөләгән.
Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу белдереүенсә, һәләк булған егеттәрҙең ғаиләләренә 5,8 миллион һум күләмендә аҡсалата ярҙам биреләсәк. Ә Омск өлкәһендә 14 июль матәм көнө тип иғлан ителде.
Фажиғә сәбәптәрен Тәфтиш комитеты асыҡлаясаҡ. Белгестәр билдә­ләүенсә, бинаның сифатһыҙ төҙөкләндереү эштәре алып барыу арҡаһында емерелеүе ихтимал.
“Башҡортостан” гәзите редак­ция­һы коллективы һәләк булған һал­дат­тарҙың туғандарының һәм яҡын­дарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.


Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов Омск ҡалаһында хеҙмәт иткән егеттәрҙең ата-әсәләренә ҡайғы уртаҡлашыу телеграммалары ебәрҙе. Унда:“Ғаиләгеҙгә килгән оло бәләне – улығыҙҙы юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам. Омск өлкәһенең Светлый ҡасабаһындағы Һауа десанты ғәскәрҙәре казармаһындағы ҡот осҡос фажиғә тураһындағы хәбәр бөтөн республика халҡын тетрәндерҙе. Ошо ауыр минуттарҙа күңел кисерештәрен аңлатырлыҡ түгел. Һеҙгә, туғандарығыҙға һәм яҡындарығыҙға сабырлыҡ, рух ныҡлығы теләйбеҙ”.

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты: “Омск өлкәһендәге күп кешенең ғүмерен өҙгән фажиғә тәрән тетрәндерҙе. Ошондай ауыр мәлдә күңелегеҙҙе йыуатырлыҡ һүҙҙәр табыуы ҡыйын. Сикһеҙ ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам”.


Автор: М. ХӘСӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә